05.02.2016 Йондоҙнамә (8 – 14 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Хәлегеҙ тотороҡло ғына. Шулай ҙа аҙна уртаһында ниндәйҙер ярҙам эҙләргә тура килер, бәлки. Йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ, уйығыҙға осраҡлы ғына килгән фекерҙәрҙең бик өмөтлө булыуы ихтимал.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һис тә көтмәгәндә төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт күбәйеп китер. Йыш ҡына ваҡыт етмәү, эш күплеге ҡамасаулар. Был аҙнала уйлағандан күпкә әҙерәк эшләрһегеҙ һымаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йортоғоҙҙағы хәлдәр иғтибар үҙәгендә булыр. Өйҙәгеләрҙең мәсьәләләренә етдиерәк ҡарарға тырышығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғалар киләсәгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ. Өмөтлө танышыуҙар мөмкин.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында бик күптәр һеҙҙең ярҙамға мохтаж булыр. Уларҙы ситкә типмәгеҙ, аҙаҡ сауабын алырһығыҙ. Тәҡдим ителгән осрашыуҙарҙан да баш тартмағыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Ҡатмарлы осор. Ауыр саҡтарҙа ярҙам һорарға тартынмағыҙ. Иң мөһим яңылыҡтар эш урынында булыр һымаҡ. Йондоҙҙар дуҫтарығыҙ һәм бигерәк тә туғандарығыҙ менән аралашыуҙы мөмкин тиклем кәметергә ҡуша.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала ҡайһы бер етешһеҙлектәрегеҙ асыҡ күренер, быны үҙегеҙ ҙә яҡшы аңларһығыҙ, моғайын. Кешеләрҙең тәнҡит һүҙҙәренә тынысыраҡ ҡарарға тырышығыҙ. Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерергә ваҡыт етте кеүек.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҡса табыу тураһында йыш уйланырһығыҙ. Был арала яңы эштәрҙе башлау тыйыла. Башлағандарҙы тамамлау күпкә мөһим. Кесе йомалағы ваҡиғалар тормошоғоҙға ыңғай йоғонто яһар.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бик уңышлы мәл. Ниндәйҙер мөһим һәм оҙайлы эште башлап ебәрерһегеҙ. Был һеҙҙән тырышлыҡ, ваҡыт һәм байтаҡ сығым талап итер. Шулай ҙа аҙаҡтан әлеге эштең сауабын күрерһегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала күптәргә тырышлыҡ күрһәтергә тура килер. Ниндәйҙер эштәрҙе өр-яңынан башларға мәжбүр булырһығыҙ. Кеше ярҙамына артыҡ өмөт итмәгеҙ, үҙ аллы эш итергә тырышығыҙ. Йомала яҡшы яңылыҡтар килер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна барышында үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ ихтимал. Был арала аҡсағыҙҙы бик һаҡсыл тотоноғоҙ. Ҡиммәтле әйберҙәр һатып алыуҙы әлегә кисектереп тороғоҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе ниндәйҙер һиҙелерлек уңыш көтә. Был күптән хыялланған ваҡиға булыр һымаҡ. Кешеләр һөйләгән юҡ-бар хәбәргә ышанмағыҙ. Кәрәк саҡта дуҫтарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡәҙимге осор. Тик шишәмбелә генә эштәрегеҙҙә бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер. Етди ҡағыҙҙар менән эш иткәндә иғтибарлыраҡ булығыҙ, хата ебәреүегеҙ бар. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм йәкшәмбе.