RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Һалдат һуғышты һайламай»

05.02.2016 «Һалдат һуғышты һайламай»

12 февралдә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа яугир-интернационалистарға арналған китаптың исем туйы үтәсәк.

«Һалдат һуғышты һайламай»…1980 йылдың ғинуар айы. Үзбәкстанда йәш һалдаттарҙы, ун һигеҙ-ун туғыҙ йәшлек егеттәрҙе, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, йырлап-бейеп сиккә оҙаталар. Туғандаш халыҡҡа ярҙам итәбеҙ, тип рухланып Афғанстан еренә аяҡ баҫҡан һалдаттар тәүге үк ҡышлаҡта ятһыныуҙы, дошманлыҡ хисен асыҡ тоя.
– Беҙҙе – ҡотҡарыусыларҙы, ярҙам итеүселәрҙе – ҡолас йәйеп ҡаршы алырҙар һымаҡ ине, шуға ла беренсе ҡышлаҡҡа ҡояш кеүек балҡып, ихласлап ҡул болғап килеп индек, – тип һөйләй яугир-интернационалист Исмәғил Билалов. – Ләкин сәләмләүебеҙгә яуап биреүсе булманы, барыһы ла ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараны, ҡайһы берәүҙәре йоҙроҡ төйҙө. Аптыраныҡ. Бер-ике айҙан һуң ғына ни өсөн беҙҙе йоҙроҡ төйөп ҡаршылағандарын аңлай башланыҡ...
Исмәғил Булат улы өсөн утыҙ алты йыл элек башланған һуғыш һаман да туҡтамаған һымаҡ: Афғанстанда күргән-кисергәндәре һәр күҙәнәккә юйылмаҫлыҡ булып уйылған да, төшкә инеп йонсота, йәшләй башын һалған иптәштәре иҫтән сыҡмай юҡһындыра, хатта кинәт тынды ҡурған ҡайнар һауа ла йөрәкте әрнетеп тулатып ебәрә ала… Үлем менән көн дә күҙгә-күҙ ҡарашып йөрөгән яҡташтарының барыһының да тыуған яғына иҫән ҡайтыуына ҡыуана яугир:
– Әбйәлилдән яҡынса 160 – 170 егет Афғанстанда хәрби бурысын үтәне, шөкөр, бөтәһе лә тыуған ергә үҙ аяҡтарында баҫты. Ҡайһы берәүҙәр бер кемдең дә һәләк булмағанын ишеткәс, эй, берәй мөйөштә ҡасып-боҫоп ултырғанһығыҙҙыр әле, тип иренен салшайта. Унда ни булғанын улар күҙ алдына ла килтерә алмай! Тамуҡ уты эсендә йөрөп ҡайттыҡ беҙ...
Шуны кешеләр белергә тейеш, тип, Исмәғил Булат улы яуҙаштары хаҡында китап әҙерләп баҫтырҙы. «Һалдат һуғышты һайламай» баҫмаһы үҫмерлек ҡоронан йүнләп сығып та өлгөрмәгән егеттәрҙең күҙ асып йомғансы сал сәсле ҡартҡа әйләнеүе, йөрәк өйәнәкле булып ҡалыуы хаҡында түгел, ә улар­ҙың батырлығы, ныҡлығы, күңел сафлығы тураһында. Китаптың исем туйы 12 февралдә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа уҙғарыла.
– Иң оло ярҙамды күрһәткән Әбйәлил ра­йоны хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовҡа бар йөрәктән рәхмәтлемен, – ти автор. – Шулай уҡ ниәтемде күтәреп алған «Әбйәлил махсус коммуналь хеҙмәтләндереү» предприятиеһы директоры Ишморат Ҡалдаманов, Ташбулат ауыл хакимиәте башлығы Гөлшат Бадалова һәм «ДАТ» йәмғиәте директоры Николай Копытовҡа, ярҙам иткән Динара Сафиуллина, Фәйрүзә Шәмсетдинова һәм Иштимер Йосоповҡа ла ҙур рәхмәт.
«Һалдат һуғышты һайламай» үҙ уҡыусыһын мотлаҡ табасаҡ. Сөнки һәр биттә – таныштарыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың ҡабатланмаҫ яҙмышы.

Баныу ШӘРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»