29.01.2016 Битараф ҡыҙ буласаҡ кәләшме? йәки Актер Руслан Хайсаров нисек ғаилә ҡорған?
Ҡайһы бер парҙарға ҡараһаң, уларҙың яҙмыш тарафынан бер бөтөн итеп яратылғанын аңлайһың. Бер-береһенең ниндәй кәйефтә икәнен, әйтер һүҙен күҙ ҡарашынан, ым-ишараһынан аңлағандар күҙгә күренмәҫ нурҙар менән бәйләнгәндер ул. Һөйөү хисе генә түгел уларҙа, ә ҡәҙерләү, ихтирам, һаҡсыллыҡ та бар.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш, матур, мөхәббәтле парҙары Руслан һәм Гөлназ Хайсаровтарға ҡарап, шундай фекергә киләһең. Һигеҙ йыл буйы төрлө характерҙағы бихисап ролде сәхнәгә сығарған, тәжрибә туплаған егет һәм, яңы ғына уҡыуын тамамлап, сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаусы ҡыҙ бер бөтөн булып донъя көтә, ижад итә.
Ә бер уйлап ҡараһаң, танышыуҙары ла кисә генә булған кеүек. 2010 йылдың көҙөндә Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегендә белем алыусы 1-се курс студенттары “Шәүрәкәй” спектаклен ҡарарға килә. Сураҡай ролен башҡарған Русландың спектаклдән һуң ҡайтырға тип тышҡа сығыуына уны бер төркөм буласаҡ актриса ҡыҙ көтөп торған була. Танышып, аралашып, иҫтәлеккә фотоға төшөп мәж килгән арала уның күҙе егеткә артыҡ иғтибар итмәй генә ситтә торған сибәр һылыуға төшә. Уның битарафлығы егетте бер аҙ аптырата төшә, сәмләндерә, әммә танышырға форсат сыҡмай. Шул көндө үк институтта белем алыусы таныштары аша ул һылыуҙың исеме Гөлназ икәнен белеп, “Бәйләнештә” сайты аша дуҫлыҡ тәҡдим итә.
– Ә мин Русланға ҡарата битараф булманым, бары тик ул мәлдә телефоныма өҙлөкһөҙ шылтыраттылар. Һәр береһенә яуап бирә-бирә аралашырға ваҡыт та ҡалманы, – тип иҫләй ул көндө Гөлназ. – Русланға тәү күреүҙән һөйөү хистәре уянды, тип әйтә алмайым, әммә уның актер булараҡ талантын күрмәү мөмкин түгел ине. Тәүге осорҙа аралашыу ижад һәм сәнғәт хаҡында булды. Аралаша башлағас, булмышын яҡындан белгәс, яйлап ҡына ғашиҡ булдым. Ул мине һәр ваҡыт тигәндәй иғтибары, матур, романтик ҡылыҡтары менән хайран ҡалдыра торғайны. Бер төркөм дуҫы менән килеп, дөйөм ятаҡ янында романстар башҡарҙы. Уйнай белгәндәр гитара сиртә, күмәкләшеп йырлайҙар. Төндә шулай бар халыҡты уятып, хайран итеп йөрөнө. Шулай ул үҙенең бер аҙ хыялыйыраҡ, әммә хистәргә тулы ҡылыҡтары менән үҙенә ғашиҡ итте.
Ҡыҙҙың үҙенә ҡарата битарафлығына сәмләнеп кенә иғтибар итә башлаһа ла, Руслан үҙе хыял иткән ҡыҙҙың тап Гөлназ икәнен тиҙ төшөнә. Уларҙы бергә күргән дуҫтары ла: “Пар килгән күгәрсендәр һеҙ!” – тип ҡеүәтләй. Ә инде осраҡлы ғына рәүештә буласаҡ ҡәйнәһе менән танышҡас, тап ошо ҡыҙға өйләнәсәген хәл итә. Әсәһенә ҡарап ҡыҙын һөй, тигән әйтемдең дөрөҫлөгөн ул бөгөн дә иҫбатлай ала:
– Итәғәтле, ихлас, алсаҡ, һөйкөмлө апайҙы күреп, уның 20 йыллап элек Гөлназ кеүек булыуын аңланым. Тәү күрешеүҙән үк бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам, дуҫтарса мөнәсәбәт барлыҡҡа килде һәм, Аллаға шөкөр, ул һаман да дауам итә. Ә буласаҡ ҡайным хәрби кеше ине (буйға мөһабәт, ҡулы ҡаты ғына). Уның менән танышҡанда бер аҙ шөрләй төштөм. Әммә хистәремдең ысын икәнен, буласаҡ ҡатыныма ҡарата мөнәсәбәттәрҙең етди икәнен күреп, ул да фатихаһын бирҙе.
Бер көн Гөлназ өйҙә үҙ эштәре менән тыныс ҡына йөрөгәндә, ике полиция хеҙмәткәре килеп, Аксаков исемендәге ял баҡсаһына шаһит булараҡ барырға ҡуша. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, Руслан унан алдағы көндә ниндәйҙер енәйәт ҡылған. Ҡыҙға ул ваҡытта егет менән бергә булыуын раҫларға кәрәк, юғиһә уның һөйгәнен бер нисә тәүлеккә алып китеүҙәре бар. Русланды бәләнән ҡотҡарыу өсөн йәне сығырҙай булып килгән ҡыҙҙы баҡсала бөтөнләй башҡа сюрприз көтә: егет матур итеп сәскәләр, шарҙар, таҫмалар менән биҙәлгән беседканан ҙур гөлләмә менән балдаҡ тотоп ҡаршы сыға һәм уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Никах тантанаһы Көйөргәҙе районы үҙәгендә, ә туй шаулап-гөрләп Өфө ҡалаһында үтә. Туғандары, дуҫ-иштәре, уҡытыусылары, хеҙмәттәштәре – ҡунаҡтарҙың һаны йөҙҙән ашып китә.
Тәүге тапҡыр сәхнәгә бергә сығыуҙары менән Хайсаровтар Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевҡа рәхмәтле. Ул йәштәргә “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” шиғри тамашаһында Тамара Ғәниеваның “Заятүләк менән Һыуһылыу” поэмаһын сәхнәләштереүҙе ышанып тапшыра. Ул ваҡытта студент Гөлназ өсөн был оло шатлыҡ та, яуаплылыҡ та була. Һәр һүҙҙе, һәр хәрәкәтте ҡат-ҡат ҡабатлап, эҙләнеп эшләгән ҡатынына ҡарап, Руслан үҙенең тәүге эш көндәрен хәтерләп, уны йыуата, тынысландыра, роль буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә.
– Тап шул саҡта мин тормош иптәшем менән бер һөнәрҙе һайлауыма һөйөндөм. Һәр роль күңелгә яҡын, яуаплылыҡ талап итә. Әммә минең өсөн Һыуһылыуҙы матур, кешеләрҙең күңелендә уйылып ҡалырлыҡ итеп башҡарыу мөһим ине. Русландың ярҙамы менән уны атҡарып сыға алдым, тип әйтә алам. Аҙаҡ инде “Салауат йыйыны” байрамында Салауат менән Әминә ролдәрен башҡарҙыҡ. Хөрмәтулла Ғаззали улының ҡул арты еңел булды, күп кенә шиғри тамашала ғашиҡтар ролендә сығыш яһайбыҙ. Ә “Ҡаһым түрә” драмаһында Аҫылбикә образын һынландырам, Руслан – миңә ғашиҡ Аҡъегет ролендә. Әҫәр буйынса Аҫылбикә уның һөйөүен кире ҡаға. Олег Закир улы, режиссер булараҡ, миңә Русланға ирем итеп түгел, ә актер булараҡ мөнәсәбәт булдырырға ярҙам итте, – тип бергә эшләүҙәре хаҡында бәйән итте Гөлназ. – Ғөмүмән, ғаилә тормошонда һауыт-һаба шалтырамайынса тормай, тип әйтәләр бит. Беҙҙең арала ла шулай. Әммә бар бәхәстәр ҙә эш буйынса, образдар тыуҙырғанда барлыҡҡа килә. Ныҡ ҡаты бәхәсләшкән, тауыш күтәргән осраҡ булһа, өйгә башҡаса эшебеҙҙе алып ҡайтмайыҡ, тип һүҙ бирешәбеҙ ҙә, бер-ике көн үтеүгә тағы онотабыҙ. Русландың тормошта бик күп яҡшы һыҙаты бар. Ә шулай ҙа уның бөтә кешеләргә ҡарата ярҙамсыл булыуы, барлыҡ проблемаларҙы ла түҙемлек менән йырып сығыуы, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата иғтибарлы булыуы оҡшай. Уның менән яҙмышымды бәйләүемә шатмын.
Актер һөнәренең үҙенсәлектәре бик күп. Беренсенән, ҡәҙимге эш көнө кешеләр өсөн киске сәғәт 6-ла бөтһә, актерҙар 10-да ғына өйөнә ҡайта. Шуға күрә Руслан йорт эштәре Гөлназға ауырлыҡ һалмаһын өсөн ҡулынан килгән тиклем ярҙам итә. Был ҡатын-ҡыҙҙар эше, был ирҙәрҙеке, тип бүлешеп ултырыу кәрәкмәй, ти ул. Икенсенән, сәнғәт кешеләре һәр ваҡыт һоҡланыу, яратыу тойғолары уята, улар гел иғтибар үҙәгендә була. Һөйөү хистәрен белдереп, хаттар килә, гөлләмәләр, бүләктәр бирәләр, хатта әрһеҙерәк тамашасылар осрашыу ҙа тәҡдим итә. Етмәһә, тормош иптәшең икенсе актер менән сәхнәлә ғашиҡтар образында сығыш яһай. Был осраҡта Гөлназға көс төшә. Ул, йәш артист булараҡ, әлегә үтә ҙур танылыу яуламаған. Ә Руслан, театрҙың әйҙәүсе актеры булараҡ, һәр кемгә билдәле. Гүзәл зат яғынан үҙенә булған ҙур ҡыҙыҡһыныуға иғтибар итмәҫкә тырыша. Ҡатынына бар күңеле менән ғашиҡ йән уның менән тормош ҡороуына һөйөнөп бөтә алмай:
– Гөлназ бик алсаҡ кеше, күңелендә асыу һаҡламай, башҡаларға ҡарата гел ыңғай фекерҙә. Бөхтә, йыйнаҡ, өйҙә лә, эштә лә тәртип ярата. Кеше араһында үҙен тота белә. Тура һүҙлелек, шаяртыу менән күңел ҡыйыу уға хас түгел. Гел һоҡланып ҡына торғанғамы, беҙ бер-беребеҙҙән арымайбыҙ. Эштән тыш, ирекле ял ваҡыттарыбыҙҙы ла бергә үткәрергә тырышабыҙ. Спорт залына, бассейнға, концерттарға йөрөйбөҙ, музыка тыңлайбыҙ. Мин йырҙарҙың күберәк заман стилен үҙ итәм, ҡатыным классикаға өҫтөнлөк бирә. Былтыр беренсе тапҡыр сығыштары менән Көйөргәҙенән булған, әлеге ваҡытта Сочи ҡалаһында йәшәүсе таныштарыбыҙ – ҡунаҡсыл, ихлас Гүзәл һәм Рәхим Ноғомановтарға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Шул саҡта Ачишхо тауына мендек. Диңгеҙ кимәленән 2400 метр бейеклеккә күтәрелергә тура килде. Ундағы матурлыҡты һүҙ менән генә аңлатып булмай. Әммә юл да ҡатмарлы, оҙон, йөк ауыр... Был сәйәхәт онотолмаҫ тойғолар бүләк итте. Быйыл да яҡташтарыбыҙ осрашырға, Фишт тауына менергә тәҡдим итә, беҙ әлегә был хаҡта уйлайбыҙ.
Киләсәктә Хайсаровтар ижадта Таһир менән Зөһрә, Гамлет менән Офелия ролдәрен башҡарырға, ә ғаиләләренең шат, бәхетле бала тауыштарына күмелеүен теләй. Уларҙың хыялы мотлаҡ тормошҡа ашыр. Сөнки икәү бер уйҙа, бер теләктә йәшәгәндә, барыһы ла яҡшы буласаҡ...