RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауырлыҡҡа баш эймәйенсә

04.12.2010 Ауырлыҡҡа баш эймәйенсә

Ауырлыҡҡа баш эймәйенсәӨсөнсө декабрҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Инвалидтар көнө билдәләп үтелә. Был көн сәләмәтлеге сикләнгән кешеләргә һәр яҡлап иғтибар күрһәтеү, миһырбанлы булыу һәм мөмкин ҡәҙәр уларға ярҙам итеү көнө тип ҡабул ителә.
Яҙмыш һәр кемде көтөлмәгән һынау­ҙар алдына ҡуя. Ләкин, шулай булыу­ға ҡарамаҫтан, үҙҙәрендә йәшәү көсө тапҡан, тормошта маҡсаттарына ирешкәндәрҙе күреп, күңел һөйөнә. Ха­лыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау бүлегендә әйҙәүсе белгес булып эшләгән ҡәҙриә Ғафурова ана шундайҙарҙан. Тыумыштан сәләмәтлеге сикләнгән булыуына ҡарамаҫтан, көслө рухлы, тырыш ҡыҙ Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын социаль яҡлау бүлегендә инспектор булып башлай. Артабан тырыш хеҙмәткәрҙе әйҙәүсе белгес вазифаһына үрләтәләр. Бында эшләгән дәүерендә ул үҙен юғары квалификациялы һөнәрмән итеп таныта. Көн дауамында бихисап кешене хеҙмәтләндерергә тура килә уға. Кәңәш, ярҙам өмөт итеп килеүселәрҙе ҡәҙриәнең яғымлылығы, ихласлығы йәлеп итә. Ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Муниципаль район хакимиәтенең, бүлектең күп һанлы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Яҡты донъяның матурлығын күреү, ҡоштар һайрауын ишетеү, һау-сәләмәт булыу бәхете беребеҙҙе лә ташламаһын.
Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»