RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бала күңеле – быяла

09.01.2016 Бала күңеле – быяла

йәки Ҡайнап торған, ярһыу ығы-зығылы бөгөнгө тормошта сабыйҙарҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәр­ҙең саф, нескә күңеленә иң башта үҙебеҙ һаҡсыл ҡарарға, ауырлыҡтар алдында уларҙы яҡлаусы, ҡурсалаусы булырға тейеш икәнде онотмайыҡ.


... Аллы-гөллө сәскәләр, матур шарҙар менән биҙәлгән мәктәп алды. Йөҙҙәрендә йылмайыу, шатлыҡ балҡыған уҡытыу­сылар. Йәй буйы бер-береһен һағынып, яңылыҡтарын бүлешергә ашыҡҡан, буйсанланып киткән уҡыусылар. Был күренеш йыл да ҡабатланып тора, әммә һәр кемдең хәтерендә күңелле, онотолмаҫ байрам булып ғүмер буйы һаҡлана.


Бала  күңеле – быялаТик быйылғы уҡыу йылының тәүге аҙнаһында уҡ, 16 йәшлек үҫмер үҙ-үҙенә ҡул һалған, тигән хәбәр йәшен тиҙлеге менән таралды. Был ҡот осҡос хәлдән уның ата-әсәһе, уҡытыусылар, дуҫтары ғына түгел, Азатты бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешеләр, хатта бар донъя шаңҡып, өнһөҙ ҡалғандай булды. Ниңә? Ни өсөн? Әллә бары тик уҫал шаяртыу йәки ҡурҡыныс төш кенәме был? Юҡ, үкенескә күрә, был – ысынбарлыҡ һәм уны төҙәтерлек, үҙгәртерлек бер ниндәй ҙә сара юҡ...

Азат ябай, ғәҙәти ғаиләлә үҫкән йөҙҙәрсә тиҫтерҙәре кеүек булып күҙ алдына килә. Унынсы синыф партаһы артына ул, моғайын, ҡаҡсараҡ оҙон буйлы, тауышы ҡалынайып егет ҡорона ингән, күңеле менән үҙе бер донъя, шәхес булып килеп ултырғандыр. Музыкаға һәләтле үҫмерҙең эске донъяһы хискә, моңға тулы, бер кемгә лә сисмәгән серҙәре, хыялдары булғандыр. Тирә-йүндәгеләрҙән саҡ ҡына ихтирам, иғтибар етмәгәндер, бәлки, уға. Их, егет! Тормош юлың әле генә башланып, тәүге һөйөү шатлыҡ-ғазаптарын да кисермәйенсә, башыңды элмәккә тығырға нимә мәжбүр итте һине? Ниңә атай-әсәйеңде бөтмәҫ ҡайғы утына һалыуың тураһында уйлап ҡараманың? Һорауҙар күп, әммә уларға яуап юҡ...

Беҙ – совет мәктәбендә белем алған быуын кешеләре. Миңә ҡалһа, барыһы ла ябай, аңлайышлы ине ул заманда. Өй һайын ете-һигеҙ, хатта унар бала, һәр ауылда – башланғыс йә урта мәктәп. Йәйҙе атай-әсәйҙәргә утын-бесән әҙерләүҙә ярҙамлашып, ауыл эргәһендәге йылғала туйғансы һыу инеп, емеш-еләккә кинәнеп үткәрә инек. Кис һайын, малды теүәлләгәс, рәхәтләнеп йүгереп, уйнап арый­һың да, таң атҡанын да һиҙмәй йоҡлайһың. 1 сентябрь етеүгә апайыңдан йә ағайыңдан ҡалған уҡыу формаһын кейеп, әллә нисә ҡулдан үткән портфелде тотоп, мәктәпкә юлланаһың. Күрше ауылға йөрөп уҡығас, юл ыңғайында төрлө-төрлө хуш еҫле ялан сәскәләрен йыйып алабыҙ. Балаларса ихласлыҡ менән биргән ошо гөл бәйләме уҡытыусыларыбыҙға иң ҙур бүләк булғандыр, моғайын. Хәҙер кәмендә 500 – 700 һумға һатып алған ҡиммәтле гөлләмәләр, ай-һай, шундай ҡыуаныс килтерәме икән уҡытыусыға? Сөнки йыш ҡына улар ғаилә бюджетындағы аҙаҡҡы аҡсаға һатып алына бит. Имтихандар ҙа ЕГЭ (БДИ) һәм башҡа шомло яңғырашы менән баланың ҡотон алмай торғайны. Һәр уҡыусы мәктәпте үҙ көсө менән тамамланы ла, иптәштәренә ҡушылып, техникум йәки училищеға юлланды, ҡыйыуҙар иһә берәй вузға документ тапшырҙы. Сы­ғарылыш кисәләрен ойоштороуға ғаилә ҡаҙнаһынан хәҙерге кеүек меңәр һумлыҡ сығым кәрәк булманы, егеттәр аҡ күлдәктә, ҡыҙҙар ап-аҡ алъяпҡыстары менән дә бик матур ине. Ә атай-әсәйҙәребеҙ был ваҡытта, ғәҙәттәгесә, үҙ эштәре менән мәшғүл булды. Уҡы­тыусылар ойошторған походтар, экскурсиялар, тимурсылар командаһы, стена гәзиттәре сығарыу, йәйге практика һәм башҡа күңелле саралар менән мәктәп тормошо ҡайнап-гөрләп торҙо. Октябрят, пионер, комсомол сафында үткән бала сағыбыҙ, уҡыу йылдары, беҙгә арымай-талмай белем биргән уҡытыусылар күңелдә ғүмер буйына ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана.

Бының менән заман уҡытыусыларын һис тә кәмһетергә теләмәйем, әлбиттә. Белем усаҡтары технологик алымдар ҡулланыу йәһәтенән һәм матди база яғынан, элекке менән сағыштырғанда, буй етмәҫлек бейеклектә тора. Тик бөгөн мәктәп балаға күңел йылыһы бирәме, уҡытыусы уның менән бер бөтөнгә әйләнеп, икенсе атай-әсәй була аламы? Һәр хәлдә, балалар менән аралашырға, һөйләшергә, элеккесә факультатив дәрестәр үткәрергә уҡытыусының ваҡыты ла, хәле лә ҡалмай, тип уйлайым. Сөнки ул, дәрестән тыш, төрлө ҡағыҙ, бөтмәҫ отчет менән баштан-аяҡ күмелгән.

... Азатты туғыҙынсы синыфтан һуң мәктәптә уҡыуын дауам итергә бик ныҡ өгөтләгәндәр, сөнки уҡыу­сылар һаны хатта берәүгә кәмегән хәлдә лә белем усағын ябыу ҡурҡынысы янаған. Егет ғаиләлә аҡса етмәүен, кредит түләр өсөн әсәһенең ситтә эшләргә мәжбүр булыуын, һис шикһеҙ, ауыр кисергәндер. Ҡайһы саҡ үҙен ата-әсәһе өсөн артыҡ йөк итеп тә тойғандыр. Етмәһә, уҡытыусыларҙан: “Уҡы, юғиһә ЕГЭ-ны тапшыра алмай­һың!” – тигән бер үк иҫкәртеү көн дә яңғырап торһа?

Ошо йәшенә тиклем мәктәптә лә, өйҙә лә үҙен баҫалҡы, тыныс тотҡан үҫмер бер кемгә лә артыҡ проблема тыуҙырмай. Бәлки, шуғалыр ҙа уның эске кисерештәре, уйҙары менән ҡыҙыҡһынған кеше лә булмағандыр. Моғайын, ул бер генә булһа ла яҡындары ауыҙынан: “Беҙ һиңә ышанабыҙ, беҙ һине нисек барһың, шул килеш яратабыҙ”, – тигәнде ишеткеһе килгәндер. Кредит, көрсөк, ЕГЭ, замандың башҡа йән өшөткөс һүҙҙәре, көн дә ҡабатланып, уның яңы бөрөләнеп, сәскә атыр ғүмерендәге аяҙ күкте, яҡты ҡояшты, киләсәккә ҡорған хыял-теләктәрен күләгәләп, мәңгелек ҡараңғылыҡҡа этәргәндер, күрәһең.

Бала күңеле – быяла, һаҡһыҙ ҡағылһаң – ыуала, ти халыҡ мәҡәле. Йыш ҡына беҙ, ололар, кеше ғүмере менән сағыштырғанда, сүптәй генә булған берәй проблеманы флаг кеүек итеп алабыҙ ҙа, беҙҙән йылы һүҙ, шәфҡәтлек, иғтибар көткән яҡындарыбыҙ барлығын онотабыҙ. Ҡайнап торған, ярһыу, ығы-зығылы бөгөнгө тормошта сабый­ҙарҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәр­ҙең саф, нескә күңелдәренә иң башта үҙебеҙ һаҡсыл ҡарарға, ауырлыҡтар алдында уларҙы яҡлаусы, ҡурсалаусы булырға тейеш икәнде онотмайыҡ. Тулы ғаиләлә тәрбиәләнеп, насар ғәҙәттәре булмаған ипле генә малайҙың үҙ ирке менән ғүмерен өҙөүе уның яҡындарын, шулай уҡ уҡытыусыларҙы ғына түгел, тотош йәмғиәтте тәрән уйға һалырлыҡ. Үтә аяныслы, ҡурҡыныс аҙымға барғанда Азат беҙҙе уяу булырға, аҡылыбыҙға килергә өндәгән һымаҡ...
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, уҡытыу­сылар! Яман һүҙ кеше үлтерә, тигән боронғолар. Зинһар, үҙебеҙгә ал­маш буласаҡ йәш быуынды яман ҡараштан, яуыз һүҙҙән һаҡлайыҡ, хәүеф-хаталарҙан ҡурсалайыҡ. Һәр кемгә лә ғүмер бер генә бирелә. Ваҡсыллыҡтан, көнсөллөктән, нахаҡтан, рәнйеүҙән өҙөлмәһен кеше ғүмере.

Лилиә Ғәниева.
Баймаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»