RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

03.12.2015 Илгизә ил гиҙә

йәки Сибай ҡыҙы, сит илдә белемде камиллаштырып, үҙебеҙҙә йәшәү яҡлы.

Магнитогорск техник университетының тарих, филология һәм сит телдәр институтының 5-се курс студенты Илгизә Йән­гилдинаның исеме есеменә тап килә. Киләсәктә сит телдәр буйынса уҡытыусы буласаҡ ҡыҙҙың 2015 йыл башында күптәнге хыялы тормошҡа аша: биш курсташы менән Бра­зилияның Пернамбуку штатындағы Ресифи ҡалаһының Фе­дераль аграр университетында 4 айлыҡ курс үтеү бәхетенә ирешә. Илгизә менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә һүҙ студент тормошо, йәшлек, океан аръяғындағы йәшәйеш һәм башҡалар тураһында барҙы.



– Илгизә, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле...
– 1993 йылда Сибайҙа тыуғанмын. Ҡаланың 10-сы мәктәбен тамамлағанда баш ҡалалағы Эске эштәр министрлығының юридик институтына барырға хыялландым. Әммә үҙ көсөм менән унда үтә алмаҫымды аңлағас, Магнитогорск юғары уҡыу йортоноң сит телдәр факультетына уҡырға индем. Аллаға шөкөр, бөгөн һуңғы курстамын. Әлеге мәлдә Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбендә уҡыусыларға инглиз теленән һабаҡ биреү буйынса педагогик практика үтәм.
– Яҙмышыңдың ҡапыл шулай боролош алыуына үкенмәйһеңме?
– Юҡ, күреүегеҙсә, сит телдәрҙе белеү ҙур ҡитғаларға юл аса. Полиция хеҙмәткәре булыу теләге шул тиклем көслө булды, хатта шунда уҡ ситтән тороп Мәскәү иҡтисад һәм хоҡуҡ институтына документтар тапшырҙым. Ике уҡыуымды ла йәнәш алып барам. Яңыраҡ эске эштәр бүлегендә практика үткәндә шуға инандым: был өлкәләге эш күңелемә бөтөнләй ят. Ә бына инәйемдең теләге буйынса зарураттан ғына һайлаған сит телдәр белгесе булыу минең өсөн тормош мәғәнәһенә әйләнде. Киләсәктә үҙемде хоҡуҡ өлкәһендә тәржемәсе итеп күҙ алдына килтерәм.
– Сибайҙа «Осҡон» бейеү ансамблендә шөғөлләнгәнеңде беләм. Магнитогорскиҙа буш ваҡытыңды нисек уҙғараһың?
– Институтта халыҡ бейеүҙәре түңәрәге юҡ. Еңел атлетика менән етди шөғөлләнәм. Студент тормошо бик күңелле һәм күп яҡлы. Магнитогорскиҙа «Салауат» баш­ҡорт йәмғиәте» ойошмаһының әүҙем ағзаһымын. Башҡортса күңел асыу саралары уҙғарабыҙ, күп осраҡта алып барыусы булырға тура килә. Башҡорт йәмғиәте ойошторған «Һылыуҡай – 2012» бәйгеһендә еңеү яуланым. Был дәрәжәгә лайыҡ булыуым «Көнбайыш һылыуҡайы – 2013» гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыу мөмкинлеген асты. Был мәртәбәле бәйгелә лә «Мисс» тажын кейҙем.
– Башҡорт һылыуҡайы Бра­зилияға нисек барып эләкте һуң?
– Магнитогорск техник университеты һәм Бразилия юғары уҡыу йорттары араһында студенттар менән алмашыу программаһына ярашлы, Атлантик океан ярҙарына барып, дүрт ай шунда йәшәп, аграр университеттың letras факультетында төрлө фәндәрҙән лекциялар курсы тыңлап ҡайттыҡ. Улай ғына ла түгел, вузда мин немец теленән тиҫтерҙәремә һабаҡ бирҙем. Курс аҙағында беҙгә инглиз, испан, португал телдәрен өйрәнеүебеҙ хаҡында сертификат тапшырҙылар.
– Программаға эләгеү өсөн ниндәй шарттарҙы үтәү зарур?
– Яҡшы өлгәшергә, матди яҡтан ҡытлыҡ кисермәҫкә кәрәк. Бындай мөмкинлек килеп сыҡҡас, атай-әсәйем теләгемә ҡаршы төшмәне. Алыҫ сәфәргә сығыр алдынан ғына ҡапыл атайым гүр эйәһе булды. Әсәйемде, ҡустымды ҡайғылы ваҡытта яңғыҙ ҡалдырырға теләмәһәм дә, улар миңә изге сәфәргә фатиха бирҙе.
– Бразилия һеҙҙе нисек ҡаршы алды? Ғөмүмән, ниндәй ил ул?
– Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиһәләр ҙә, сит ҡитғаға самолетта осоп барыу артыҡ ауыр булманы. Филология буйынса курс үтергә килеүебеҙҙе белгәс, беҙҙе агра­рий­ҙар ҡыҙыҡһындырғайны, тип кәйефте төшөрҙөләр. Беҙ уҡыған университет уларҙың баш ҡалаһы Рио-де-Жанейронан 600 саҡрымда урынлашҡан. Ресифи – боронғо ҡала. Ҡала тиһәң дә, ауыл хужалығы ныҡлы үҫешкән төбәк. Халҡы төрлөсә йәшәй, етеш йәшәгәндәре лә, мохтаждары ла күп. Байҙары, башлыса, океан ярҙарын биләй. Ә һыу буйынан ситтә урта хәллеләр ауыл хужалығы ярҙамында көн итә. Бразилиандар артыҡ көс түгергә яратмай, ял итергә, күңел асыу саралары уҙғарыуға бик әүәҫ. Улар үҙ-ара испанса һәм португалса аралаша. Ял көндәрендә рус мәктәбенә йөрөнөк. Унда иренең эше буйынса Бразилияға килеп юлыҡҡан рус ҡатыны тел нескәлектәрен өйрәтә, уға ярҙам иттек. 9 Майҙы – Бөйөк Еңеү байрамын да ошо ойошмала уҙғарҙыҡ. Рәсәйҙән тиһәк, Путин тип беләләр, ә бына Башҡортостан тураһында хәбәрҙар түгелдәр. Мине улар ҡытай йәки япон ҡыҙы тип ҡабул итте.
– Студенттар нисек йәшәй?
– Йәштәрҙең был ҡатламы социаль яҡтан ныҡ яҡланған тип әйтергә мөмкин. Стипендиялары, беҙҙең аҡсаға әйләндерһәк, айына 8 мең һум тирәһе. Беҙ үҙебеҙҙең стипендия суммаһын әйтергә оялдыҡ. Ятаҡтары иҫ китерлек түгел, ябынып ятырға юрғандары ла юҡ (көлә), дөрөҫөн әйткәндә, уныһы ла артыҡ, сөнки көн ныҡ эҫе. Туҡланыу яҡшы, беҙҙәге курорттарҙағы кеүек, нимә теләйһең, шуны һалып алып ашайһың. Кейем-һалымға иғтибар итмәйҙәр. Уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа джинсы, сланцыла йөрөй, арҡаларында – биштәр. Беҙ матур итеп кейенеп, улар араһында әллә ҡайҙан айырылып торҙоҡ.
– Килештереп кейенеп, артығыҙҙан егеттәр йүгерттегеҙ инде?
– Беҙ унда егет һайларға түгел, уҡырға барҙыҡ. Егеттәргә килгәндә, уларҙа ысын ир-егеттәр­ҙең бик аҙ булыуы күңелде ҡырҙы. Күбеһе традицион булмаған ориентациялы. Унда бер енесле никахтар хуплана. Ошондай күренештәр улар­ҙа ыңғай ҡабул ителә.
Тағы шуныһы күңелде ҡырҙы: йәмәғәт транспорты бик шәп йөрөй. Ҡайһы ваҡыт автобустар ишектәрен дә япмай. Тотон­майыраҡ торһаң, осоп ҡалыуың да ихтимал.
– Киләсәктә тағы ошондай мөмкинлек килеп сыҡһа, ҡайһы илдәр­ҙә уҡырға теләр инең?
– Европа илдәренең юғары уҡыу йорттарында белемемде камиллаштырырға уйым бар. Шулай ҙа сит илдә йәшәргә ҡалырға бөтөнләй теләгем юҡ. Миңә, мәҫәлән, үҙ илебеҙҙә, үҙ еребеҙҙә ер алып, йорт һалып, рәхәтләнеп баҡса үҫтереп, иркен ерҙә иркен һулыш алып йәшәү ныҡ оҡшай. Сөнки минең өсөн Башҡортостандан да, Сибайҙан да күркәм ер юҡ. Минең тамырҙарым ошонда.
– Илгизә, барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын! Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт!

Гөлдәр ҠАДАЕВА әңгәмәләште.

– Европа илдәренең юғары уҡыу йорттарында белемемде камиллаштырырға уйым бар. Шулай ҙа сит илдә йәшәргә ҡалырға бөтөнләй теләгем юҡ. Миңә, мәҫәлән, үҙ илебеҙҙә, үҙ еребеҙҙә ер алып, йорт һалып, рәхәтләнеп баҡса үҫтереп, иркен ерҙә иркен һулыш алып йәшәү ныҡ оҡшай. Сөнки минең өсөн Башҡортостандан да, Сибайҙан да күркәм ер юҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»