RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәш журналистар премияһы кемгә бирелер?

29.10.2015 Йәш журналистар премияһы кемгә бирелер?

Оҙаҡ йылдар “Йәшлек” гәзитенең Көньяҡ Урал зонаһы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Фе­дерацияһы Журналистар союзы ағзаһы Юлай Мәҡсү­товтың исемен ишетмәгән кеше бармы икән? Юҡтыр, ни тиһәң дә, үткер ҡәләмле, ҡыйыу һүҙле журналист төбәктә үткән һәр сараның уртаһында ҡайнап ҡына ҡалманы, ә яҙмалары аша халҡыбыҙҙы борсоған һорауҙарға яуап эҙләне, хәл итергә тырышты. Уның исемен мәңгеләштереп, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан йәш журналистар араһында Юлай Мәҡсүтов исемендәге район премияһы булдырылды. Маҡ­таулы исемгә төрлө йылдарҙа Зөлфиә Сафина, Гүзәл Иҫәнгилдина, Резеда Усма­нова, Айгөл Иҙелбаевалар лайыҡ булды.
Ә сираттағы лауреат иһә ағымдағы йылдың аҙағында билдәле буласаҡ. Ошо көндәрҙә премияның комиссия ағзалары ҡатнашлығында үткән ултырышта шул хаҡта әйтелде. Көн тәртибендә ойоштороу саралары ҡаралып, үҙгәрештәр ҙә индерелде. Мәҫәлән, ике йылға бер тапҡыр бирелеп килгән премия хәҙер өс йылға бер тапшырыла башлаясаҡ. Был иһә ошо арауыҡта йәш журналистарға үҫешеп етеү мөмкинлеген бирәсәк. Комиссияны баштан алып етәкләгән, изге башланғысты тормошҡа ашырыуҙа көсөн йәлләмәгән журналистика ветераны Рәшит Үтәев дилбегәне йәшерәктәр ҡулына тапшырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның ризалығы менән ҡатнашыусылар комиссияға яңы рәйес итеп бар ғүмерен матбуғат өлкәһенә бағышлаған Лилиә Ғәниеваны һайланы. Юлай Хөрмәт улының исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина ултырыштың мөһимлеген билдәләп, маҡсатыбыҙ – Юлай Мәҡсүтов кеүек ҡыйыу, сая рухлы ҡәләм тирбәтеүселәр эҙләү, тип белдерҙе.
Ҡалған талаптар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Премияға 35 йәшкә тиклем башҡорт һәм рус телдәрендә яҙыш­ҡан журналистар дәғүә итә ала. Уларҙың мәҡәләләре Баймаҡ төбәгенә – кешеләренә, райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡтыртыуға арналырға һәм ошоға тиклем район һәм республика гәзиттәрендә баҫылған булырға тейеш. Эштәр 2015 йылдың 20 декабренә тиклем ҡабул ителә. Материалдарҙы – Баймаҡ ҡалаһы, Салауат Юлаев урамы, 25 (Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы) адресы буйынса тапшырырға йәиһә mukcbs06@mail.ru электрон адресы буйынса ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34751) 3-15-82, 8 (34751) 3-16-74. Әйткәндәй, ҡатнашыусыларҙы “Йәшлек” гәзитенең дә махсус бүләге көтә.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»