RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һин йылмайһаң, донъя яҡтыра йәки Йылмайлик нисек тыуған?

02.10.2015 Һин йылмайһаң, донъя яҡтыра йәки Йылмайлик нисек тыуған?

smile Һин йылмайһаң, донъя яҡтыра йәки Йылмайлик нисек тыуған?Йылмайһаң, тормош матурыраҡ күренә, тигәнде ишеткәнегеҙ бар­ҙыр. Ышанаһығыҙмы? Ыша­нығыҙ шул. Дөрөҫ тә инде. Йылмайыуҙың кәйеф күтәргес бер сара икәнен беләбеҙ. Һиңә ҡарап йә яратҡан кешең, йә балаң, йә әсәйең йылмайһа, йәшәүҙең мәғәнәһе шул икән, тип тә ҡыуанабыҙ. Йылмайыу көнө билдәләнеүе лә юҡҡа түгел. Хатта уға бөтә донъя статусы бирелгән. 1999 йылдан октябрҙең беренсе йомаһында билдәләнә ул. Ә тарихы?

Тарихы былай.
Американың Харри Бэлл атлы рәссамына бер мәл (яҡынса 1960 йылдарҙа) ярайһы билдәле генә страховка компанияһы визит карточкаһы эшләргә ҡушҡан. Сағыу ҙа булһын, йәтеш кенә лә, күрер күҙгә күркәм дә, тигәндәр. Тиҙ генә эшләп бөт, тигән кеүегерәк наказ да бирелгән, ти. Рәссам ни эшләһен, ҡулына ҡәләмен алған да, тегеләй былай һыҙғыларға тотонған. Һәм… ун минуттан һуң заказсыларға йылмайыу ғәләмәте сағылдырылған бер ҡыҙыҡ ҡына йөҙ һүрәтен күрһәткән. Смайлик тип атағандар уны. Интернетта, телефонда смайликһыҙ хат-хәбәр яҙышмайбыҙ ҙа хәҙер.
Сит ил кешеләре тик йылмайып йөрөй, тигән була беҙгә шул тарафтарҙа булып ҡайтыусылар. Рәсәй халҡы иһә теләһә кемгә йылмайып бармай шул. Менталитет шундай. Ә инде яҡын кешеләргә нисек ихласлап йылмайғаныбыҙҙы күрһәләр! Донъялағы иң киң йылмайыуҙың шундай булғанын белерҙәр ине.
Һәр хәлдә, ауыҙ йырыуҙың файҙаһын да беләбеҙ. Ул кәйефте генә түгел, ә иммун системаһын да күтәрә. Тағымы? Тағы йылмайыу “йоғошло” ул. Ғалимдар шулай ти. Йылмайған кешегә ҡара әле, һинең дә ирендәрең ирке-е-ен итеп йәйелеп китер.

Белгестәр күп кенә ҡыҙыҡлы фактты асыҡлаған.
Шулай итеп, йылмайыу
l стрестан ҡотҡара (йылмайғанда эндорфин бүленә);
l бәхетлерәк итә;
l 53 мускулды эшләтә;
l тыумыштан бирелә (йәғни бәпес йылмая белеп тыуа);
l карьера өсөн уңайлы (йылмайған кеше һөйкөмлө күренә бит);
l йөҙҙөң иң күренгән торошо (йылмайған ауыҙ 100 метрҙан күренә);
l ҡатын-ҡыҙҙың иң яратҡан “шөғөлө”;
l йөҙҙө матурайта;
Йәнә лә:
l йылмайыуҙың 19 төрө бар;
l йөҙөңдө “йәмшәйтеү”гә ҡарағанда, йылмайыу еңелерәк.

Бер көләмәс тә бар әле.
– Һеҙ минең йылмайғанымды фотоға төшөрмәҫһегеҙме? Был бит бөтөп барған күренеш…

Юҡ, улай була күрмәһен инде. Йылмаяйыҡ, йәмәғәт, йылмаяйыҡ! Уның өсөн хаҡ һорамайҙар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»