24.07.2015 Йәшәүгә ынтылыш
Янғында фажиғәле һәләк булған кешелекле һәм кеселекле коллегабыҙ Әлмира Кәримованың илле бер көн комала ятҡан 25 йәшлек ҡыҙы Динара, иҫенә килеп, һауығыуға юл алды
Йәшәү өсөн көрәшкән йәш ҡатын өлөшөнә ҡот осмалы һынауҙар төшкән: былтыр ноябрь айында олатаһы менән өләсәһе газдан ағыуланып, гүргә инһә, быйыл ғәзиз әсәкәйе менән һөйөклө бәпесе утта һәләк булды – бер йөрәккә күпме ғазаплы, тәрән яра… Үҙе лә саҡ-саҡ үлемдән тороп ҡалған һылыуға хәҙер ныҡлап аяҡҡа баҫыр өсөн беҙҙең дә ярҙам талап ителә.
– Һау-мы-һы-ғыҙ, – киңәйтелгән диванда ятҡан Динара, сәләмебеҙҙе алып, торорға маташты, әммә хәленән килмәгәс, ғәйепле йылмайҙы, – мин һеҙҙең хаҡта әсәйемдән ишетеп беләм…
Әсәһен хәтерләгәс, йөҙөн ҡара һөрөм баҫты:
– Мин өс аҙна элек кенә әсәйемдең һәм ҡыҙымдың вафаты тураһында белдем… Миңә бик ныҡ ҡыйын булды был хаҡта ишетеүе…
Телен саҡ әйләндереп көс-хәлгә һөйләшкән Динараның бите буйлап ҡайнар күҙ йәштәре тәгәрәне, уларҙы һөртөргә итте, тик оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ятыуҙан ғәрипләнгән ҡулдары уны тыңламаны.
– Динараҡай, зинһар, илама, – күҙ йәштәрен үҙем һыпырҙым.– Юғиһә мине лә илатаһың. Ә мин бер башлаһам, туҡтай алмайым, йә һине йөҙҙөргәнсе илар ҙа ҡуйырмын, биллаһи, диваның менән ҡуша ағып китерһең! Бәлки, һин йөҙә лә белмәйһеңдер әле…
Динара күҙ йәше аша йылмайҙы:
– Эйе, йөҙә белмәйем.
– Шулай булғас, әйҙә иламайыҡ. Артыҡ күп илаһаң, әсәйең менән ҡыҙыңдың да йәндәре үҙҙәренә урын тапмай өҙгөләнер… Һиңә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, артабан йәшәргә кәрәк, Динара. Аяғыңа баҫһаң, уларҙың рухы һис шикһеҙ ҡәнәғәт, шат булыр.
Ул күҙҙәремә тултырып ҡарап, һүҙҙәремдең айышына төшөнөргә тырышҡандай, бер мәлгә маңлайын йыйырҙы, шунан әйткәндәрем менән ризалашып, башын ҡаҡты. Шул мәлдә ишектә Иманғол ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Бүләков күренде.
– Фә-нил а-ғай! – йөҙө яҡтырған Динара, саҡ ҡына уйланып ятҡас, йәш шағирҙы фамилияһы менән дә атаны, – Бүләков!
– Иҫләй әле ул мине, – Фәнил Динара менән ҡуш ҡуллап күреште.
– Мин бөтәһен дә иҫләйем, – уның йөрәк яраһы тағы яңырҙы, күҙ йәштәре булып һулҡылдап бәреп сыҡты. – Беҙ йоҡлап ята инек, әсәйемдең, Динара, янғын, тигән тауышына уянып киттем. Бүлмә эсенә төтөн тулғайны, бер ни күренмәй, бер-ике аҙым эшләп өлгөрҙөммө-юҡмы, төтөнгә сәсәп, башым әйләнеп, нимәгәлер һөрөнөп йығылдым. Аҙаҡ иҫемде юйғанмын. Бер ваҡыт, аҙашып, теге донъяға барып юлыҡтым. Унда, ысынлап та, тамуҡ та, ожмах та бар… Мәрхүм ҡартатайым, Әнисә апайымдың өлкән улы Дим ағай осраны ла, һин ни эшләп йөрөйһөң бында, һиңә бит әле иртә килергә, һиңә йәшәргә кәрәк, йәһәтерәк кире ҡайт, тине. Уларҙы тыңлап, теге донъянан был донъяға ҡайттым…
Тын юлдары, үпкәһе, тәне ныҡ бешеп (йәмғеһе 80 процент!) илле бер көн буйы реанимацияла комала ятҡан Динара инде терелмәҫ кеүек тойолғайны, әммә йәш ҡатын, бар диагноздарҙы инҡар итеп, уянды. Иҫенә килгәс тә үҙаллы тын ала башлай. Реанимацияла уҡ әсәһенең бер туған һеңлеһе – Әнисәне танып, исеме менән өндәшкәс, барыһы ла хайран ҡала. Сөнки янғын мәлендә бүленгән төрлө ағыулы матдәләр уның бөтә организмын ағыулай, шул иҫәптән мейеһе лә зарарланыу ихтималлығы юғары була.
– Динара Өфөлә реанимацияла иҫһеҙ ятҡанда, ике тапҡыр янына барып ҡайттым, – тип һөйләй һеңлеһен тәрбиәләгән Әнисә Ғәлимова. – Табиптарҙан хәлен белешәм, йәш кешенең йөрәге ныҡ, шуға аппараттар ярҙамында әле йәшәй, башҡа прогноздар бирә алмайбыҙ, тиҙәр. Йәшерен-батырыны юҡ: эске органдары зарарланып, айҙан ашыу иҫенә килмәгән Динараның әҙәм булырына бер кем дә ышанманы. Әммә өмөтөмдө өҙмәнем, сөнки Динараның атаһы яғынан олатаһы ла, тәне 40 – 50 процент бешеп, дауаханала ятҡан, ул заманда ундай хәлдәге кешеләрҙе ҡотҡара алмай торғайнылар, ләкин һауыҡҡан бит. Тимәк, Динара ла тереләсәк, тип ышандым. Иҫенә килеп, мине танығас, зиһененә зыян килмәгәненә ҡыуандым. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ, инде Динараның үҙенән ҡала – көслө ауыртыуҙы еңеп, даими шөғөлләнһә, һауығыуға бар көсөн һалһа, мотлаҡ аяғына баҫасаҡ.
Өфөгә йөрөүе алыҫ булғас, тәрбиәгә мохтаж һеңлеһен Әнисә апай Учалыға алып ҡайтты. Дауалауҙы үҙәк ҡала дауаханаһының неврология бүлегендә дауам иттеләр. Әлеге ваҡытта мөғжизә менән тере ҡалған Динара – Әнисә апаһының өйөндә. Апаһы ғына түгел, Жәмил еҙнәһе лә, уларҙың эшкә шәп, өлгөр ҡыҙҙары Илүзә лә, тыумыштан йөрәге сирле Камил да уттан ҡотолған Динара өсөн өлтөрәп тора, тиҙерәк һауыҡһын өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырырға әҙерҙәр.
«Дауахананан ҡайтҡанда Динара беҙгә таянып, өйгә үҙ аяҡтарында ингәс, рәтләнә былай булғас, тип һөйөндөк», – балдыҙының кескәй генә уңыштары өсөн дә шатланған еҙнәһенә ҡарап Динара йылмайҙы, унан ҡарашын беҙгә күсереп:
– Әнисә апайыма, еҙнәмә, Илүзә менән Камилға, хәлемде белешеп торған башҡа туғандарға ҙур рәхмәт, әлдә улар бар, – тине. – Миңә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт!
Хушлашыр саҡта Динара, «Бәйләнештә» сайтына инеп, ҡыҙымдың фотоһын ҡарағыҙ, йәме, ул шундай матур ине, тине лә, тағы йөрәкһеп китте. Бындай ваҡытта йыуатыу һүҙҙәрен табыуы ифрат ҡыйын, шуға үҙен ҡосаҡлап, йөрәк яныуҙарын бүлештек… Йәшәү өсөн көрәшкән йәш ҡатын өлөшөнә ҡот осмалы һынауҙар төшкән: былтыр ноябрь айында олатаһы менән өләсәһе газдан ағыуланып, гүргә инһә, быйыл ғәзиз әсәкәйе менән һөйөклө бәпесе утта һәләк булды – бер йөрәккә күпме ғазаплы, тәрән яра… Үҙе лә саҡ-саҡ үлемдән тороп ҡалған һылыуға хәҙер ныҡлап аяҡҡа баҫыр өсөн беҙҙең дә ярҙам талап ителә.
– Әлбиттә, кейем-һалым да алырға кәрәк, янғындан ҙур зыян күргән ятаҡ бүлмәһен дә кеше йәшәрлек хәлгә килтереү зарур, ләкин иң тәү сиратта реабилитацияға аҡса талап ителә, – ти акушер булып эшләгән Әнисә Фәрит ҡыҙы. – Эшемдә, Учалы бала табыу йортонда, хәлебеҙҙе белеү менән аҡса йыйҙылар, республикабыҙҙың Журналистар союзы ла ярҙамға килде – ярҙам ҡулы һуҙған кешеләргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Йәшәүгә ынтылышы менән барыһына ла өлгө булған Динара өсөн артабан да аҡса йыйыласаҡ. Ошо көслө йәш ҡатынға ярҙам итергә теләүселәр мотлаҡ булыр тип, Әнисә Ғәлимованың «Сбербанк» картаһы реквизиттарын һәм БР Журналистар союзы иҫәбен күрһәтәбеҙ.
Изгелек ҡылырға ашығайыҡ, дуҫтар!
Әнисә Фәрит ҡыҙы Ғәлимованың «Сбербанк» картаһы номеры: 4276 8060 1478 5538
Банк аша күсереүселәргә:
Получатель: Галимова Аниса Фаритовна
Счет получателя: 40817810006498802320
Банк получателя: отделение №8598 Сбербанка России г. Уфа
ИНН получателя: ИНН физического лица – получателя (при наличии)
БИК банка получателя: 048073601
Корреспондентский счет: 30101810300000000601
Код подразделения банка по месту ведения счета карты: 1685980321
Адрес подразделения банка по месту ведения счета карты: г. Учалы, ул. Ленина, д. 25а