RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ

17.07.2015 КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ

КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫМарат Сәйетов 1947 йылдың 29 июлендә Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуған. 1971 йылда медицина институтын тамамлағандан һуң, совет армияһында хәрби табип булып хеҙмәт иткән. Тәтешле районының Бигәнәй ауыл участка дауаханаһында, Тәтешле, Миәкә райондарының баш табибы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында баш табип урынбаҫары булып эшләгән. РФ-ның һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы. 2010 йылда “Бельские просторы” журналының “Шәжәрә” номинацияһында лауреат булды. Уның хикәйәләрендә бик үҙенсәлекле итеп тәбиғәт, йәнлектәр һәм хайуандар донъяһы, төрлө һөнәр һәм төрлө холоҡло кешеләрҙең тормош күренештәре һүрәтләнгән. 2013 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә яҙмалары рус телендә “Деревянные часы” китабы булып донъя күрҙе. Ул үҙен бәхетле кешеләрҙән һанай – алдан тойомлап булған дәүерҙә тыуған, уҡыған һәм эшләгән, ғүмер юлында уға бары тик яҡшы кешеләр генә осраған. Быйыл ауылдаштары менән “Иҫке йорт” тигән китабын сығарҙылар.

* * *
...Бала саҡта көндәр оҙон, ямғыр­ҙар ҡойма, йәшенле, тиҙ үтеүсән була торғайны, уларҙың артынан уҡ күктә сағыу ҡояш балҡый һәм йәйғор сыға. Ҡыштар һыуыҡ, бурандар – ҡурҡыныс, көрттәр шундай бейек ине. Яҙҙар – тиҙ үтеүсән, шаулы һәм ғәйрәтле, яҙғы һыуҙар – ярһыу һәм тәрән. Көҙҙәр оҙон, ямғырлы, ялҡытҡыс батҡаҡлы, шуға ла тәүге һалҡындар һәм ҡар көтөп алынған кеүек тойолғандыр.

Өйҙөң көньяғында ел юҡ, апрель ҡояшы йылытҡан бүрәнә диуарҙан йылы килә, арҡаны һәм ҡулдарҙы йылыта. Бүрәнәләр араһындағы кипкән мүк бигерәк тә йылы кеүек, ул оҙаҡ һыуынмай, иркәләгәндәй йылыта. Аяҡтар өшөмәһә, яҙғы ҡояш аҫтында оҙаҡ иркәләнергә булыр ине. һалам ҡыйыҡтан, яңы боҙбармаҡтар барлыҡҡа килтереп, иҫкеләрен оҙонайтып, ҡар һыуы тама. Турғайҙар, нәҫел арттырыу мәшәҡәттәре менән, яҙғы ығы-зығыла сыр-сыу килә, сыйырсыҡтар уларҙы үҙҙәренең ояларынан ҡыуып сығара, үҙҙәре былтырғы түшәктәрен таҙарта, яңы урын әҙерләй.
Оҙаҡламай әсәй эштән ҡайтыр, керогазда бәрәңге бешереп, беҙгә төшкө аш ашатыр һәм тағы ла “оҙон-оҙаҡ бала саҡ” дауам итер...
Беҙҙең өйгә ҡаршы, урам аша, Әхмәтгәрәй бабай менән Ғәй­ниямал әбей йәшәй. Әхмәтгәрәй бабай – ҡараңғы сырайлы ҡарт, бер ҡасан да иҫәнләшмәй, беҙгә бөтөнләй иғтибар итмәй яндан үтә. Ҡулына нимә эләгә, шуны үҙенең келәтендә йәшерә, бурысҡа алған әйберен дә кире бирмәй торған холҡо була торғайны. Үҙе үлгәндән һуң ул келәтте һүттеләр, шул саҡта күршеләре үҙҙәренең юғалған нәмәләрен табып алды. Ә беҙ унан ҡурҡабыҙ, күҙенә артыҡ салынмаҫҡа тырышабыҙ. Ғәй­ниямал әбей, киреһенсә, бик алсаҡ, әммә унда ла бабайынан нимәлер бар.
Бер көндө, бабай баҙарға киткәс, уларға индем. Ғәйниямал әбей мине мейес янындағы урындыҡҡа ултыртты ла, һораша башланы, ә мин тәҙрә төбөндә үҫеп ултырған ҡыҙыл йәшелсәнән күҙемде алмайым. Ҡарап торғанда уның емештәре шундай һутлы һәм тәмле күренә! Ҡарашымды тойоп, әбей береһен өҙөп, ҡулыма тотторҙо. Оҙаҡ уйлап тормайынса, йәшелсәне ауыҙға алам, әммә ул башта телемде яндырҙы, тора-бара ялҡын ауыҙ эсенән тышҡа сыға башланы. Миңә ҡалһа, әбей быны юрамал эшләне, көлөр өсөн, юғиһә әсе булыуын әйтер ине бит. Алданыу тойғоһона ғәрләнеү хистәре лә ҡушылды. Ҡотолоу сараһы эҙләп, өйгә йүгерәм, үҙем урам яңғыратып ҡысҡырам, бөтә булған һүҙ байлығымды ҡулланып, Ғәйниямал әбейҙе әрләйем. Өйгә йүгереп инәм, оло яҫтыҡҡа барып ҡапланам, һалҡын һыу эсәм, тәҙрәләрҙе ҡапларға бойорам, әммә бөтәһе лә бушҡа ғына. Ҡысҡырам, бер кем дә миңә ярҙам итә алмағаны өсөн атай-әсәйемә үпкәләйем. Баҙға төшөп, унда аҡырам, күпме ҡысҡырғанымды хәтерләмәйем инде. Ауыҙ эсендәге ялҡын яйлап баҫыла, иҫкәртеү генә тороп ҡала: бөтә матур нәмә лә ашарға яраҡлы түгел. Ләкин ул миңә һабаҡ булмаған, үҙ ғүмеремдә был боростан да әсерәк нәмәләр­ҙе яңылышлыҡ менән ҡапҡыларға тура килде.

* * *
Миңә дүрт йәш. Быуа ярында ултырып, өлкәнерәк балаларҙың һыу ингәнен күҙәтәм. Бында тәрән, ә мин йөҙә белмәйем. Быуаның һул яғының Ҡыҙылъяр тигән исеме лә бар, ул текә һәм бейек, һыуҙың уртаһынан буйҙан-буйға утрау һуҙылған. Унда ҡуйы талдар үҫә, беҙҙең өсөн үтеп сыҡҡыһыҙ урман инде. Быуаның дамбаһы артындағы Эйәрле тау тип аталған тау итәгендә өйәңкеләр артында һыу тирмәне йәшеренгән. Миңә ул бик ҡарт һәм сал сәсле кеүек тойола, был тойғо уның диуарҙарына ҡунған он туҙанына ҡарағандан ғына тыумай, ә һыу тәгәрмәсе яйлап ҡына әйләнеүҙән сыҡҡан, ҡарттарса ыңғырашыу тауышынан да ярала. Мин ултырған яр бейек түгел, әммә текә һәм ишелеп бара. Аяҡтарҙы һалындырып ултырһаң, улар һыуға тейеп тора. Шулай эшләнем дә, әммә яр ишелә башланы һәм, шыуып төшөп, тулыһынса һыуға баттым да ҡуйҙым, һыуҙан башымды сығарған арала яр ситендә үҫкән нәҙек кенә үләнде шәйләп ҡалдым һәм йән көсөмә шуға ике бармағым менән йәбештем. Йәшәү менән үлем араһында ине ул үлән. Өҙөлөп кенә ҡуйма инде, зинһар! Үлән ныҡ булып сыҡты, мин дә, өҙөлөп ҡуймаһын тип, уны яйлап ҡына тартам. Ҡотолдом.

* * *
Урамда февраль бураны, урыҡ-һурыҡ мейес торбалары олой, өйҙөң бүрәнә диуарында беҙҙең күләгәләрҙе бәүелтеп, кәрәсин лампаһының ялҡын теле хәүефле генә ҡыбырлай. Атай өйҙә юҡ, шуға ла уны көтөп, беҙ йоҡламайбыҙ, иҙәнгә әсәй янына ятҡанбыҙ ҙа, ул уҡыған әкиәттәрҙе тыңлайбыҙ. Ҡапыл этебеҙ Казбек ишекте тырнай башланы, өйгә индереүҙе һорай, әммә, күп тә үтмәй, ул, әйтер­һең, ауыртыуҙан сыйнап ебәр­ҙе, һәм беҙ кемдер уны кәүҙәһе менән өй диуарына бәреүен ишеттек. Бәргеләүҙәр һәм эттең тауышы бер нисә тапҡыр ҡабатланды, кемдеңдер атлауынан ҡарҙың шығырлауы туҡтаны, һәм бөтәһе лә тынып ҡалды. Атай ҡайтты. “Бүреләр этте алған”, – тине ул. Беҙҙең өсөн был ҡурҡыныс фажиғә булды. Әкиәт­тәрҙән генә ишеткән бүреләр­ҙең оятһыҙлығы беҙҙе ҡурҡытты. Беҙ беренсе тапҡыр был донъяла ғүмер­ҙең ҡыл өҫтөндә генә икәнлеген белдек.

* * *
– Бына һиңә тырманың теше, бына һиңә балта, тырманың теше менән балтаға ҡаҡ, – ти әсәйем, миңә нисек итеп тимер тауышы сығарырға кәрәклеген күрһәтә. Үҙе ситән артында юғалмаҫ элек ҡустым илай башламаһын өсөн.
– Балтаға һуҡҡанда бала ҡулына һуғып ҡуйма, ҡарап һуҡ, – тип иҫкәртә ул, шелтәләп, үҙе китергә ашыға. Балтаға ике тапҡыр ҙа һуғыр­ға өлгөрмәнем, ҡустым ҡулын тырма теше аҫтына тыҡты һәм ауыртыуҙан имәнес тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡапҡа төбөнә барып ҡына еткән һәм ишек алдынан имен-аман ғына сығып киттем тигән әсәйемде ҡустымдың тауышы туҡтата һәм уның бөтә пландарын емерә. Ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешен күҙаллап, мин ситәндәге тишек аша ишек алдынан уҡтай сығып остом һәм өйҙән алыҫтараҡ бөтә көсөмә урам буйлап йүгерҙем. Аҡырып илаусы ҡустымды ҡалдырып, әсәй артымдан ташланды. Мин уңға, янғын ҡалансаһы яғына боролдом, тик юҡҡа ғына икәнлеге асыҡланды: унан янғын һүндереүсе Әхмәтғәли бабай килә. “Әхмәтғәли ағай, тот шуны!” – тип ҡысҡырҙы әсәйем. һәм бына мине тоторға теләп, ҡоласын йәйеп, ҡаршыма янғын һүндереүсе килә, ә арттан шундай уҡ позала – әсәйем. Артабан бик ҡыйын булғандыр, бәлки: тәбиғәттә ҡоролғанса, мейем насар хәтирәләрҙе юйып ташлаған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»