26.06.2015 Сүп үләне үрсемәһен тиһәгеҙ...
Буш торған ерҙе сүп үләндәре баҫып китмәһен өсөн күп йыллыҡ сидерат үләнен сәсергә кәрәк. Тупраҡты туҡлыҡлы матдәләр менән байытыусы клевер, люцерна ошондай үләндәр булып һанала. Улар тупраҡты азот менән байыта. Һуңынан үләнде миҙгеленә 2 – 3 мәртәбә сабып алып, компост әҙерләргә мөмкин. Һеҙ баҡсағыҙҙы мөһим органик ашлама менән дә тәьмин итә алаһығыҙ. Ерегеҙгә борсаҡ сәсеп, уның йәшел массаһын сабып, әйләндереп ҡаҙырға һәм шулай тупраҡты байытырға була. Баҡса ерен үҙләштергәнсе бер-ике йыл картуф үҫтерһәгеҙ ҙә, баҡсағыҙ эшкәртелгән булыр. Горчица үләне сәсһәгеҙ, сүп артыҡ үҫмәҫ.