13.06.2015 Изге ниәт, буш вәғәҙәләр – әйтелер ҙә онотолор…
Хатта ығы-зығылы йәмғиәттә лә аҙ ғына булһа ла яҡшылыҡ, семтем ҡәҙәр гүзәллек, һулып өлгөрмәгән игелеклелек үҫентеләре табыла ул…
Быйылғы яҙҙы ҡылыҡһыҙ ҡатынға оҡшатһаң да иплелек түгел инде. Холҡо ни рәүешле генә булмаһын, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа Әсә затынан бит әле. Унан һуң, барса тереклеккә йән өргән яҙға үпкәләп ултырыу ҙа яҙыҡтыр. Мәңгелектең миҙгелдәре булған йәйҙәр менән ҡыштар, яҙҙар менән көҙҙәр холоҡ-фиғелен, сырайын үҙгәртмәй тормай. Тәбиғәт менән кешенең йәшәйеше араһындағы туранан-тура бәйләнеште иҫбатлап тороу ҙа кәрәкмәй, әммә тәбиғәт түгел, бәлки беҙ уның ҡанундарына буйһоноп, ризалығы, мәрхәмәте менән йәшәйбеҙ.
Хәйер, ай-һай, кешеләрҙә иман ҡалмағандай, тәбиғәт һандығының төбө күренмәйме икән? Юғиһә ошоға ҡәҙәр тереклек биргән Ҡояш, Һыу, Ер, мәңгелек тәғәйендәренән ваз кискәндәй, үҙҙәре лә ярһымаҫ, беҙҙе лә яфаламаҫ ине. Мостай ағай, донъялыҡтағы хажының ахыры яҡынлашыуын һиҙгәндәй, беҙгә Ерҙе, Һыуҙы, Йыһанды ниндәй хәлдә ҡалдырасағы тураһында болоҡһоно. Ерҙең табаныбыҙ аҫтында ятыуы, Һыуҙың тамағыбыҙҙы сылатыуы, Йыһандың йондоҙҙар төйәге булыуы ғына Шағирҙы хушландырмай ине шул.
Хоҙайҙың барлығына һәм сикһеҙ ҡөҙрәтенә ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ эше. Әммә шуныһы: ғәм алдында әйтелгән һәм аҙым һайын тәҡрарлана килгән һүҙҙең дә күңелдә урын тапмауы бар. Ауылында ғибәҙәтхананың пәйҙә булыуы һәм Алланы телдән төшөрмәй ҡабатлау ғына халыҡҡа иман килтерһә… Әүәлдән ышана килеүемсә, әҙәм балаһының дине – уға күкрәк һөтө менән бирелгән, белем-ғилем аша ингән, тормоштағы яҡшыны ямандан айыра белеүҙән килгән рухи булмыштыр. Тоғролоҡта, эскерһеҙлектә, ихласлыҡта йәшәүсе кеше, иман тураһында һөрән һалмайынса ла, тәбиғи рәүештә шул асылында ҡала, Аллаһы Тәғәлә, иман нуры һымаҡ төшөнсәләр самаһыҙ, урынлы-урынһыҙ телгә алыуҙан әрһеҙләнә, мәғәнәүи ҡиммәтен юғалта. Ғөмүмән, элек-электән ҡәҙерләп кенә әйтелгән «бөйөк», «талант», «йондоҙ» һәм башҡа һүҙҙәр хәҙер ысын юғарылыҡты күрһәтмәй, бәлки Хоҙай аҙ ғына һәләт биргәндең, хатта йылғырҙың да, түшенә бирка итеп тағыла. Һүҙҙең осһоҙланыуы бер ни тормауы кешеләр араһында ихласлыҡтың юғалыуынан торалыр ул. Елде йүгәнләр, ҡышҡы ыҙғарҙарҙа бөтөн донъяны йылытыр әмәлдәр юҡ. Тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе климатология фәне генә аңлата алғандай закондар көйләй. Әммә барыбер, аҡрынлап булһа ла, тәбиғәттең бығаса аҡыл етмәгән ғәмәлдәренә лә аңлатыу табабыҙ. Шунан яратылған, утыҡҡан, рухи кәр туплаған зат булараҡ, тәбиғәт менән кеше фиғелендәге оҡшашлыҡты күрмәү мөмкин түгел. Рустарҙа «Не буди лихо, пока оно тихо» тигән әйтем бар. Йәғни күлгә таш ташлама. Әҙәм балаһы ла, тәбиғәт серҙәрен асам тип, соҡона торғас һәм, тәбиғәтте буйһондорам, тигән баймабашлығы арҡаһында, Ер-һыуҙың, Йыһандың яралмышта уҡ көйләнгән гармонияһын боҙҙо, ахыры.
Тәбиғәттәге процестарҙы ижтимағи үҙгәрештәр менән бәйләргә тырышыуым, бәлки, кемдәргәлер нигеҙһеҙ, метафизик шауҡымлы фекерләү булып тойолор. Был эҙмә-эҙлекте инҡар иткән хәлдә, ҡайсаҡ донъя яҙмышына йоғонто яһаған болаларҙың алдынан йыш ҡына тәбиғәттең дә ҡотороп алыуын нимә менән аңлатырға? Өҫтәүенә, быға миҫалдар һанап бөткөһөҙ. Хатта техноген тип йөрөтөлгән һәләкәттәрҙе лә геосәйәси тетрәнеүҙәр менән ихтыярһыҙҙан бәйләйһең. Украиналағы атом электр станцияһындағы, Горький өлкәһендәге Арзамас ҡалаһындағы, үҙебеҙҙең Оло Тәләк эргәһендәге шартлауҙар, Әрмәнстандағы ер тетрәү ошонда әйтелгән Һәм әйтелмәгән фажиғәләрҙең СССР-ҙың тарҡалыуы алдынан ғына тап килеүе ысынбарлыҡҡа таянып фекер йөрөтөүселәр өсөн хәл-ваҡиғаларҙың осраҡлы ғына төйнәлеше булһа, хислеләр ошо фактта юғарынан килгән иҫкәртеүҙе күрҙе, үҙҙәренсә фәлсәфи һығымталар яһап ҡуйҙы.
Һүҙемдең хикмәте шунда: тәбиғәт ҡылыҡтарымы, донъялағы хәл-ваҡиғалар булһынмы, ниндәйҙер сәбәптән хасил була, ә уның логик эҙмә-эҙлеклелеген, маҡсаттарын һәм һөҙөмтәләрен аңлатыу инде – аҡыл эше. Буталсыҡлыҡ мөхитендә, иртәгәһе көндө күрмәй йәшәүебеҙҙең сәбәбе лә, бәлки, тирә-яҡтағы күренештәргә илтифат итмәүҙә һәм баһалай белмәүҙәлер.
Хәҙерге ижтимағи процестарға аныҡ ҡына билдәләмә биреүе лә ситен. Ҡарашымса, замандаштарыбыҙ уйлау һымаҡ тәбиғи ғәмәлдән ситләшә барғандай. Кешенең уйлау эшмәкәрлеген һәр төрлө коммуникация саралары алмаштыра. Әүәлерәк төшөрөлгән бер йәнһүрәттә ялҡау һәм булдыҡһыҙ малай өсөн һәммә нәмәне лә һандыҡта әмер көтөп ятыусы ике иҫәр башҡарырға тейеш. Хатта тәғәм итеүҙе лә. Һөҙөмтәлә тотонған һәр эштең тиҫкәреһе килеп сыға, башһыҙ малай – аптырауҙа, иҫәрҙәр – һаман һандыҡта. Бөгөн бәғзе ғалимдарға архивта соҡсонаһы түгел, төп мәсьәлә – сайттың тейешлеһен табыу. Сос журналистар мәғлүмәттәрҙе интернеттан сүпләү генә түгел, уларҙа теге йәки был мәсьәләләр буйынса осраған фекерҙәрҙең үҙенеке булыуына икеләнеп тормай. Ошондай иркенлек шарттарында эҙләнеү-яфаланыуҙар, ижад ғазаптары анахронизмға әйләнә, тимәк, үҙеңә уйлауҙың да кәрәге ҡалмай.
Интернет, бүтән мәғлүмәт һәм хәбәр сығанаҡтары, күп төрлө бәйләнеш саралары тураһында төптәнерәк уйлағанда, бөгөнгө ғәмһеҙ еңеллек йоҡоно осорорға, хәүефкә һалырға тейештер. Уларҙың хәҙер, мәғлүмәт килтереүҙән бигерәк, сәйәси, социаль болаларҙы ойоштороу ҡоралы булып хеҙмәт итеүе лә билдәле. Ғөмүмән, бәйләнеш селтәренең ижтимағи тормоштағы ҡулланылыш даирәһе киңәйә, төрлө формалар ала бара. «Идеология» һүҙенән ҡасҡан хәлдә лә, мәғлүмәттәр һуғышының ғәмәлдә төрлө идеологиялар көрәше булыуын инҡар итеүе ауыр. Хәҙер инде онотола төшкән Ассандждың «Wiki Leaks»ы, сәйер рәүештә Рәсәйгә килеп юлыҡҡан Сноудендың Америка йәшерен хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге тураһында хәбәрҙарлығы ана шул мәғлүмәт сығанаҡтарының билдәһеҙ, йомарт булыуы арҡаһында шикләндерә лә инде. Был ике егеттең компьютер генийы икәнлегенә ышанған хәлдә лә, АҠШ-тың үҙ серҙәренә кәртә ҡуйыуға һәләтһеҙлеге ышандырмай. Йәнә лә, донъялағы иң ҡеүәтле дәүләттең абруйын ҡаҡшатыуға баҙнатсылыҡ иткән был икәүҙең әле булһа американдар ҡулына ҡапмауына, һаман йәшәп ятыуҙарына мөғжизә тип ҡарайһың. Әгәр интернеттың – бөтөн донъя үрмәксе ауының – американдар тарафынан башкөллө ғәмдең ауы менән идара итеү өсөн уйлап табылған нәмә булыуын онотмағанда, Ассандж, Сноудендар – глобаль мәғлүмәти операцияла бер этап ҡына. Мәғлүмәти һуғыштың киҫкенләшә барыуын һәм, төҫлө инҡилаптар рәүешендә, йә был, йә икенсе илдә ғәмәли кәүҙәләнеш ала тороуын онотмағанда, ике идеология, төрлөсә ҡараштар, төрлө ҡиммәттәр, ике донъя араһындағы көрәш тынаһы түгел. Бер мәл, ҡаршы тороу үҙенең тамам көсөргәнеш хәленә еткәс, әлеге егеттәргә ысынында ниндәй бурыс йөкмәтелгәнен, Америка махсус хеҙмәттәренең нимә планлаштырыуын, бәлки, белә алырбыҙ. Имен ҡалһаҡ, әлбиттә. Һәм ошо юҫыҡта һүҙҙе бер аҙ дауам итәйек.
Көндән-көн ҡәһәтләнә барған һәм туҡтауһыҙ камиллашҡан техник ҡорамалдар ҡулланылған мәғлүмәти һуғышта, һөжүм итә белеү менән бергә, һөжүмдән һаҡланыу һәләте лә мөһим. Ошоноң менән йәмғиәттең, дәүләттең һәм кешенең именлеге ҡурсалана. Был хәҙерге мәғлүмәти көрәш шарттарында ғына түгел, бәлки мәғлүмәти террорлыҡҡа, кешенең психикаһына, ҡылыҡ-фиғеленә йоғонто яһауға, уны ғәмәлдә һантыйлаштырыуға ҡаршы тороу өсөн кәрәк. Мәғлүмәти террорлыҡ һәм һантыйлаштырыуға (зомбилаштырыу) миҫалды беҙ «төҫлө» инҡилаптар, «ғәрәп яҙҙары» ойошторолған һәр илдә күрҙек. Шулай ҙа мәғлүмәти һуғыштың ниндәй ҡазаларға юлыҡтырыуы Украинала айырыуса фажиғәле кәүҙәләнеш алды.
Юғарыла һуңғы осорҙа йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙырған ике шәхестең исемен телгә алғайныҡ. Дәүләт серҙәре сит-яттар ҡолағына һуғыла икән, ул илгә генә зыян түгел, бәлки йәмғиәттең, һәр кешенең именлегенә ҡағыла. Нахаҡ һүҙ, үсле фекер кешене ҡәҙимге тормош юлынан яҙлыҡтыра, уның рухын ҡаҡшата, бағып йәшәгән ҡиммәттәренән ситләштерә. Рәсәйҙең мәҙәни мөхитендә лә, ғөмүмән, ижтимағи тормошонда цензура хәҙер юҡ. Әммә дәүләт сикләүҙәрһеҙ, хатта тыйыуҙарһыҙ йәшәй алмай, был уның тәбиғи хәле. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй матбуғатында әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәрҙәр, фән менән уртаҡлығы булмаған фаразлауҙар күп урын ала. Рәсми баҫмалар иһә зитҡа тейә торған мәсьәләләрҙе урап үтә. Алдау һәм күҙ буяу, бер булып, халыҡты миңрәүлек юлына этә.
Збигнев Бжезинский үҙенең «Бөйөк шахмат таҡтаһы. Американың хакимлығы һәм уның геостратегик императивтары» тигән китабында, хәҙерге донъялағы геосәйәси хәлгә баһа бирә барып, төрлө илдәр һәм берләшмәләрҙең киләсәктәге эш-ғәмәлдәрен фаразлап ҡарай. Был юлы ла ул Америка өсөн генә отошло тәҡдимдәр әйтә. Уныңса, ошо геосәйәси стратегияны бойомға ашырыуҙа мәғлүмәттең ни дәрәжәлә киң таралыуы һәм мәғлүмәт ҡоралының кем ҡулында булыуы хәл иткес роль уйнаясаҡ. Интернет системаһы нигеҙендә американдар күп милләтле корпорациялар, хөкүмәткә буйһонмаған ойошмалар, ғилми ҡорҙар булдыра. Әгәр ошо рәсми булмаған донъя системаһы формалашып бөтһә, Америка һәр йәһәттән берҙән-бер һәм һуңғы тиңдәшһеҙ державаға әүереләсәк. Рәсәй Федерацияһы етәкселеге Американың оҙайлы, ентекле уйланылған һәм матди яҡтан нығытыла килгән геостратегияһына ҡаршы ҡуйырлыҡ саралар таба алмай, быға уның сәйәси ихтыяры ла юҡ шикелле.
Был фекергә баҫым яһауымдың сәбәбе шунда: күҙгә күренеп көсөргәнеш ала барыусы мәғлүмәти һуғышта яңынан-яңы мәғлүмәти ҡоралдар ҡулланыла. Тимәк, унан һаҡланырға, йәмғиәттең, дәүләттең һәм кешенең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә кәрәк. Хәҙер донъяла алып барылған мәғлүмәти ҡапма-ҡаршы тороу, мәғлүмәти террорлыҡ, кеше психикаһына, холоҡ-фиғеленә йоғонто яһарға тырышыуҙар ғәйәт көсәйгән осорҙа был айырыуса мөһим. Әгәр кешенең көнитмеше һәм эшмәкәрлегенең төп өлкәләренә мәғлүмәти ҡурҡыныс янай икән, йәмғиәт менән дәүләттең хәүефһеҙлеге лә ышаныслы була алмай. Әйткәндәй, мәғлүмәт сығанаҡтары, компьютер селтәрҙәре хәҙер үҙҙәре үк төрлөсә һөжүмдәргә тарый.
Әүәлерәк бөгөн бер ҡатлыраҡ ишетелгән: «Кеше бәхет өсөн тыуа», – тигән һүҙ йөрөй торғайны. Кем бәхәсләшһен инде?! Балабыҙ яҙмышының бәхетле килеүе тураһында хыялланмайбыҙмы ла, һаулығыбыҙ, һәләтебеҙ һәм хатта үҙ яҙмышыбыҙҙы ла ошо хыялды бойомға ашырыуға бирмәйбеҙме ни? Һәр кемдең – үҙ юлы һәм үҙ йондоҙо. Кемдер тормошон еңел һәм күңелле, уның мәшәҡәттәрен күрмәй йәки уны булдырмау әмәлдәрен табып үтә. Күптәр көсөргәнеп, ҡан йотоп, түбәнселекле мәхрүмлектән һәм ҡурсалауһыҙлыҡтан арына алмай көн итә. Рәсәйҙәге күпселек кешеләр өсөн «ни хәл итергә?» тигән һорау иң мөһиме булып ҡала һәм уға яуап тиҙ генә табылмаҫтай.
Быуаттар тәжрибәһе һынағанса, кеше аңының, өҫтөнлөклө рәүештә, ыңғай кисерештәр йоғонтоһо аҫтында булыуы хәйерле. Өлгөнөң көсө пропагандистик штамп ҡына түгел. Шуға күрә, мәҫәлән, кешеләрҙе тәрбиәләүсе булыуға дәғүә итеүсе гәзит һәр ваҡыт хеҙмәт, ижад, үҫеш тураһында бәйән итергә бурыслы. Хатта ығы-зығылы, көнсөллөк өҫтөнгә сыға барыусы йәмғиәттә лә аҙ ғына булһа ла яҡшылыҡ, семтем ҡәҙәр гүзәллек, һулып өлгөрмәгән игелеклелек үҫентеләре табыла ул. Тормош һис ҡасан да ҡараңғылыҡтан ғына тормаған. Таралмаҫ болоттар, иреп аҡмаҫ ҡарҙар булмай.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.