RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ағасты һата күрмә... Башыңа бәлә килер

06.06.2015 Ағасты һата күрмә... Башыңа бәлә килер

Быйылдан граждандарға төҙөлөш өсөн бирелгән ағасты һатыу бөтөнләй тыйылды. Билдәле булыуынса, һәр кем үҙ ғүмерендә төҙөлөшкә 150 кубометр ағас алыу хоҡуғына эйә (уныһы ла кемгәлер эләгә, ә кемгәлер – юҡ). Был тейешле ағасты халыҡ түләп алғас, ул уның милкенә әйләнә.
Рәсәй Федерацияһы Консти­туция­һының 35-се статьяһында ла: “1. Право частной собственности охраняется законом. 2. Каждый вправе иметь имущество в собственности, владеть, пользоваться и распоряжаться им как единолично, так и совместно с другими лицами. 3. Никто не может быть лишен своего имущества иначе как по решению суда. Принудительное отчуждение имущества для государственных нужд может быть произведено только при условии предварительного и равноценного возмещения”, – тигән юлдар бар. Тимәк, шәхси милек менән һәр кем үҙе теләгәнсә идара итеү хоҡуғына эйә.

Ә 2015 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән РФ Енәйәт кодексының 191.1-се статьяһының 1-се пунктындағы “При­обретение, хранение, перевозка, переработка в целях сбыта или сбыт заведомо незаконно заготовленной древесины, совершенные в крупном размере, наказываются штрафом в размере до трехсот тысяч рублей или в размере заработной платы или иного дохода осужденного за период до двух лет, либо обязательными работами на срок до трехсот шестидесяти часов, либо исправительными работами на срок до двух лет, либо принудительными работами на срок до двух лет, либо лишением свободы на тот же срок” тигән һүҙҙәр РФ Конституцияһының 35-се статьяһына ҡаршы ҡуйыла түгелме?!
Кеше ағасты закон буйынса алырға тейешле булғанға ала һәм, аҡса түләп алғас, ағас та уның законлы милкенә әйләнә. РФ гражданы Рәсәй Конституцияһы буйынса шәхси милкен үҙ мәнфәғәтендә тотоноу хоҡуғына эйә (ағасты һатып, кирбес, тимер кеүек төҙөлөш материалдары алыуы ла бар, таҡта быстырғанда таҡта ярыу цехы менән бартер ысулы аша иҫәпләшә ала).
Рәсәй Хөкүмәте икенсе һәм унан да күберәк бала тапҡандарға “әсәлек капиталы” бирә һәм был “буш” килгән ярҙам бер бәхәсһеҙ тик маҡсатлы ғына тотонолорға тейеш. Әгәр ҙә төҙөлөш өсөн ағас­ты ла бушлай бирһәләр, ул саҡта 191.1-се статья нигеҙле булыр ине, сөнки граждан ағасты “буш алған” тигән һүҙе буласаҡ һәм уны төҙөлөш маҡсатында ғына тотонорға тейеш. Ә бит беҙҙә хәҙер янғында зыян күргән ғаиләләргә лә төҙөлөш өсөн ағас бушлай бирелмәй.

Тормош еңелдән түгел, ауыл халҡына икеләтә ауыр, сөнки эшһеҙлек көслө. Ошондай заманда йәшәргә тырышып ятҡандарға аяҡ салыу үҙе үк мәғәнәһеҙлеккә тиң. Ә беҙҙең депутаттар халыҡҡа ҡаршы эшләгән кеүек, былай ҙа көнөн-көнгә саҡ ялғап, йәшәргә тырышып ятҡан халыҡты тағы ла бөлдөрәләр. Үҙегеҙ аңлай­һығыҙ, ауылда эш юҡ, йәштәргә ғаилә ҡорорға, өй һалырға кәрәк. Бер ҡарауға 150 кубометр ағас өй һалырға, мунса һәм башҡа кәрәк-яраҡтарға етә. Әммә бөгөн кешеләр, ағастан тыш, кирбес һәм башҡа уңайлы, хәүеф­һеҙ төҙөлөш материалдарын ҡулланып төҙөргә лә хоҡуҡлы. Был осраҡта, ағас алған граждан үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тейеш, тигән талап ҡуйылыуы мөһимдер. Ағасты һатып, башҡа төҙөлөш материалы аламы – уныһы уның шәхси ҡарары һәм был ҡарарҙы ҡабул итеүҙә лә РФ гражданы ирекле булып ҡалырға тейеш.

Яңыраҡ ҡалала йәшәгән һәм төҙөлөш өсөн ере булған бер ҡатын урмансылыҡтың тупһаһын оҙаҡ тапағандан һуң 150 кубометр ағас алыуға иреште: уның 100 кубометры ҡарағай, 50 кубометры уҫаҡ -ҡайындан тора. Билет өсөн 30 мең һум аҡса түләгән. Диләнкәнән ағас ебәргәндә үҙе барҙы.

– Күрше диләнкәлә эшләп йөрөгән кешеләрҙән күпмегә ағас сығарғандарын һорағайным, бер кубометрҙы 450 һумға, тиҙәр. Үҙеңдең техникаң булмаһа, ағас сығарырға транспортлы кешене ялларға тура килә. Тимәк, 150 кубометр ағасты сығарыу өсөн 67500 һум аҡса кәрәк. Ташытыу ҙа ҡиммәт. Диләнкәнән ҡалаға бер рейс өсөн 10 000 һумдан да кәм һорамайҙар. Ҙур йөк машинаһына яҡынса 20 кубометр ағас һыя. Тимәк, 60 саҡрымдан 150 кубометр ағасты ташытып алыу өсөн 7 рейс өсөн түләргә кәрәк. Аҡса теле менән әйткәндә, 70 мең һумды сығарып һалырға тура киләсәк. Шулай итеп, шартлыса миңә 150 кубометр ағасты үҙләштереү өсөн генә 167 500 һум аҡса талап ителә. Ә унан тыш бура буратыу, таҡта быстырыу кеүек эштәр­ҙе лә атҡарып сығырға кәрәк. Әгәр ҡулыңдан эш килмәһә, ярҙамлашыр өсөн туғандарың булмаһа, бура бурау өсөн дә кеше яллайһың. Ҙур бура өсөн оҫталар 60 мең һумдан да кәм аҡса һорамай. Ике ҡатлы бура өсөн – 100 мең һумдан ашыу. Төҙөлөшкә 150 кубометр бирелһә лә, уның 70 – 100 кубометры ғына ылыҫлы ағас була, ә ҡалғаны – уҫаҡ, ҡайын. Шуға ла әллә ни артып ҡалырҙай ағас та юҡ бит. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы эргәһендә ере булған кеше төҙөлөш өсөн ағас алып, төҙөйөм тиһә, Белорет районынан бүленгән диләнкәне үҙләштереү уның өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял булып ҡаласаҡ – ағас сығарыу өсөн был хәтлем аҡсаны ҡайҙан алаһың?” – тине ул.

Өйҙө күтәртеү, эшләтеү, газ, электр утын үткәртеү кеүек ҙур сығым талап иткән эштәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Былар барыһы ла – көндәлек тормошобоҙҙа килеп тыуған мәсьәләләр һәм унан нисек кенә ҡотолорға теләһәк тә, килеп сыҡмаясаҡ.
Аҡсалы кеше былай ҙа ваҡланып тормай, аҡсаһын услап ырғытып, рәхәтләнеп төҙөтә. Ә бит ябай халыҡ ирекһеҙҙең көнөнән төҙөлөшкә ағас алып, әҙ генә булһа ла тишектәрен ямап, матди ярҙам күреү маҡсатын күҙ уңында тота. Шуға ла ошондай ҡиммәтселек заманында үҙ йүнен үҙҙәре күрергә тырышҡандарға аяҡ салған закондар сығарыусыларҙы бер нисек тә аҡлап булмай.

Ағас урлауҙы сикләү маҡсатында ҡабул ителде, тип аҡлана закон сығарыусылар. Ағасты урламаһындар өсөн тейешле контроль урынлаштырылһа, урмандан артыҡ бер ботаҡты ла сығара алмаҫтар ине, ә ағас, кеҫәгә һалып, йәшереп сығарырға энә түгел бит.

Ошо республикала йәшәгән урындағы халыҡтың үҙ урманынан әҙ генә лә файҙа алыу хоҡуғы ла юҡмы ни? Былай ҙа урмандарыбыҙ аҡсалыларға ҡуртымға бирелеп бөттө. Бирелмәй ҡалғандарын да ҡуртымға алырға ымһынып йөрөгәндәр барлығы мәғлүм. Әле шул ҡуртымға бирелмәгән фондтан ябай халыҡҡа төҙөлөшкә ағас бүленә. Был урмандарҙан да ҡолаҡ ҡаҡһаҡ, киләсәктә 150 кубометр түгел, 5 кубометр ҙа урманға хоҡуғыбыҙ ҡалмаясаҡ.

Әле үк урмандарыбыҙ “Башлес­пром”, “Селена” кеүек монополистар ҡулында. Улар ауылдарҙа пилорама тотҡан, ауылдаштарына эш биргән бәләкәй эшҡыуарҙарҙы баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарып бөтөп бара. Беҙҙең районда ғына бик күптәр эшһеҙ ҡалды, эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген туҡтатты. Яңы сыҡҡан закон ҡалғандарын да “быуасаҡ”. Ағас эшкәртеү өлкәһендә эшләгән ир-егеттәрҙең күптәре ситкә китергә баҙнат итмәй, эшһеҙлектән эскелеккә бирелеүе мөмкин. Колхоз-совхоздар таралып бөткәс, беҙҙең кеүек урманлы райондарҙа халыҡтың ошо ағас менән генә йәшәп килеүе бер кемгә лә сер түгел. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла ағас ярҙамы менән аяҡҡа баҫты.

РФ Енәйәт кодексының 191.1-се статьяһы – төптән уйланылмаған, халыҡты бөлдөрә торған закон. Ағас урлауҙы кисектереү маҡсатында ҡабул ителде, тиҙәр. Минең уйлауымса, тикшереү органдарының эшен еңеләйтеүҙе күҙ уңында тота ул. Сөнки хәҙер ябай халыҡ үҙенең ағасын һатыу хоҡуғынан мәхрүм, бының менән ағас әйләнешенең бер каналы ябылды. Хәҙер анһат, урланғанмы икәнен тикшереп тороу ҙа кәрәкмәйәсәк. “Һеҙ ағасты һатырға тейеш түгелһегеҙ!” – тип енәйәт эше асалар.
Минеңсә, был закон яңынан ҡаралырға тейеш.

Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.

Фекерҙәр

Инсаф ҠАНАФИН,
Шығай ауылы старостаһы:

– Ағас һатыуға бәйле ҡабул ителгән һуңғы Закон ябай кешеләрҙе генә түгел, хатта урман хужалығы эшселәрен дә ғәжәпләндерә. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, граждандар хәҙер төҙөлөш, утын өсөн алған ағасты һата алмай. Ә бит ауылдарҙа үҙ йорто булмаған йәштәр күп. Күптәр хәҙер ата-әсәһенең йә олатай-өләсәйҙәренең пенсияһына көн күрә. Ауылдарҙа эш юҡ, урындағы етәкселәр эш урындары булдырыу, етештереүсе бәләкәй предприятиелар асыу тураһында уйламай ҙа. Ҡайһы берәүҙәр ситтән килгән эшҡыуарҙарға урман сығарыу өсөн һуҡыр тингә ялланып эшләп йөрөй. Кешеләр ошо эш булғанға ла шат. Йылдар буйы ағас алмау сәбәпле, кеҫәһендә аҡса булмайынса, халыҡ нисек төҙөй алһын?! Ҡайһы бер ғаиләләр 50 кубометр ағас алыуға ирешһә, уның 30 проценты ғына ҡарағай була. Ә ҡалғаны – ҡайын-уҫаҡ. Аҙ булһа ла аҡса эшләйем тип, төҙөлөшкә бүленгән ағастың ҡайын-уҫағын утын итеп һаталар. Ауылдарҙа күпселек пенсионерҙар йәшәй, уларҙың бөтәһенә лә утын кәрәк. Ә РФ Енәйәт кодексындағы 191.1-се статья ағасты һатыуға, бүләк итеүгә лә сик ҡуя. Мәҫәлән, минең ике ҡыҙым ҡалала үҙ йорттарында йәшәй. Хәҙер мин улар өсөн мунса бурай ҙа, утын да алып бара алмайым, тигән һүҙ. Әгәр ҙә дәүләттән ағас һатып алғанмын икән, тимәк, ул минең шәхси милкем, шуға күрә теләйем икән, таҡта итеп быстыра, бура бурай, остарынан баҡса йорто эшләй һәм һата алам. Сөнки ул – минеке! Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, мин үҙемә пальто алһам, һатыусылар: “Һин пальтоны һата, башҡаларға бүләк итә алмайһың”, – тип бойора алмай бит. Автомобилде һатып алғандан һуң, уны салондан сыҡҡас та һатып ебәрә алам, сөнки ул – минең милкем. Был баҙар ҡануны. Һатып алған ағас менән дә шул уҡ хәл булырға тейеш.
Яңы Закон минең конституцион хоҡуҡтарымды боҙа. Быуаттар төпкөлөнән кешеләр баҙар ҡануниәте буйынса йәшәгән: кемдер ит, кемдер иген, кемдер быйма һатҡан, бөгөн иһә әбейҙәр һыуыҡта шәкәрҙән иретеп эшләгән кәнфиттәрен һатып торорға ла мәжбүр. Был – баҙар.

Ғаяз САФУАНОВ, Үткәл ауылы:
– Төҙөлөшкә бүленгән һәм һатып алған ағасты тик төҙөлөшкә генә ебәрергә, тигән фекер дөрөҫ түгел. Улай тотоноп та булмай. Өйҙөң бит башын ябырға ҡалай, мейес сығарырға кирбес кеүек төҙөлөш материалдары ла кәрәк. Хәҙерге заманда өй башын таҡтанан япмайҙар. Төҙөлөштән арттыр­ғанды кеше үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға тейеш. Ғөмүмән, өйҙө шлакоблоктан, кирбестән һаламы – кешенең шәхси эше. Тейешле 150 кубометр ағасты бирһендәр ҙә: “Башҡа һоранып йөрөмә”, – тип, башҡаса бирмәһендәр. Һатһа ла, башҡа маҡсатта ҡулланһа ла – уның эше.
Яңыраҡ мунсаны яңыртып, заманса итеп эшләп алайым, балалар ҡайтһа рәхәтләнер тип, 20 кубометр ағас һорап, Белорет урмансылығына мөрәжәғәт иткәйнем, миңә: “Белорет урмансылығында ундай ағас юҡ, башҡа урмансылыҡтарға мөрәжәғәт итегеҙ”, – тигән яуап килде. Ағас өҫтөндә йәшәп, ағас ала алмайым, оят.

Рәшит НОҒОМАНОВ, Асы ауылы:
– Ҡайһы берәүҙәр билет ала ла, 100 кубометр ағас урынына 200-ҙө ҡырҡа. Рәсәйҙә яңы Урман кодексы ҡабул итеү һөҙөмтәһендә илдә 18 мең урмансыны ҡыҫҡарттылар, шуға ла беҙҙә контроль етмәй. Әгәр тейешле күҙәтеү урынлаштырылһа, ағасты биреү һәм ҡырҡыу, үҙләштереү тулыһынса контролдә булһа, урлашыуҙарға ла сик ҡуйылыр ине. Мәҫәлән, 100 кубометр ағастан 80 кубометр самаһы таҡта сыға, әгәр ошонан да артығын һаталар икән, тимәк, ҡалған ағас урланған. Араҡы менән дә шул уҡ хәл. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә алкоголдең 40 проценты законһыҙ юл менән магазиндарға килә.
Үҙем төҙөлөш өсөн таҡта-брус кеүек бөтә нәмәне лә һатып алдым. Бер кемгә лә инәлеп, ағас һорап йөрөмәнем. Ә шулай ҙа төҙөлөшкә бирелгән ағасты һатыу­ҙы тыйыу дөрөҫ тип уйламайым. Был беҙҙең тормоштоң ысынбарлығына тура килмәй. Мәҫәлән, төҙөлөш бөткәс, артып ҡалған таҡтаны серетеп һалып ҡуйғансы, һатыу отошло түгелме? Төҙөлөш материалдары ҡиммәт, кирбесен алам тиһәң дә ҡыйынға тура килә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»