06.06.2015 Бала саҡ хыялдары оло юлға илтә
… Йәш уҡытыусы ҡатын Илүзә эшкә китер алдынан һыйырҙарын һауып, малды көтөүгә ҡыуыуға, шул уҡ мәктәпкә эшкә йыйынған күршелә йәшәүсе ҡайнағаһы Әҙһәм «Урал» мотоциклын тырылдатып ҡабыҙып ебәрҙе. Был мәлдә йәш ярымлык Миңзәлә урындыҡта, йондоҙ кеүек, аяҡ-ҡулдарын ян-яҡҡа сәсеп, бер ни белмәй йоҡлап ята ине. Ләкин тырылдаған тауыш ҡолағына килеп ҡағылыу менән ул һикереп килеп тә торҙо. Бер күҙе асылған, икенсеһе әле йоҡлаған килеш ишеккә ташланған ялбырбашты әсәһе болдорҙа тотоп алды:
– Ҡайҙа саптың, Миңзәлә? Ин кире өйгә!
Бала әсәһенең ҡосағынан ысҡынмаҡсы булып, тыпырсынып шарылдап илай башланы:
– Ебә-әр! Әҙәмдең маҡасына ута-а-ам!
– Эй, ошо Әҙһәм ағайҙы, алыҫыраҡ китеп мотоциклын ҡабыҙһа ни була инде, – тип һуҡрана-һуҡрана Илүзә ҡыҙын йыуатырға тотондо, – тыныслан, Миңзәлә, атайың йөрөтөр аҙаҡ үҙеңде.
– Ҡасан «аҙаҡ»?
– «Аҙаҡ» – һуңыраҡ була, әле түгел. Атайың мотоцикл алһын да…
Өгөтләүгә бирешергә теләмәй, һаман «Әҙәмдең маҡасына ултырырға» ынтылған Миңзәләне саҡ тынысландырып, өҫтәл артында урын алырға күндерәләр. Атай менән әсәй мәктәпкә эшкә сығып киткәс, ҡыҙ Наилә өләсәһе менән Хәмзә олатаһы ҡарамағында ҡала. Оло кешеләр сабыйҙы һөйөү, иғтибар менән уратып алған, телсәр ейәнсәрҙәре улар өсөн донъя кендеге ишеләй. Әйткәндәй, Миңзәләнең тәүге хәтирәһе лә улар менән бәйле. Әле теле лә йүнләп сыҡмағайны, өләсәһе ҡараҡас ейәнсәренең башына шаҡырайтып аҡ яулыҡ бәйләп, уны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып ала ла, эше менән була. Көн оҙоно тиерлек шулай ҡыҫтырылған килеш йөрөгән Миңзәләнең гел ҡыйыш торғанға биле ауырта… Ә әйтергә теле сыҡмаған. Өләсәйҙең эше күп булһа, ҡыҙсыҡты мендәрҙәр менән терәтеп, йәшник эсенә үк ултыртып ҡуялар. Йығылып, имгәнмәһен, ти өлкәндәр, ә Миңзәлә өсөн яңғыҙ ултырыуҙан да оло яза юҡ һымаҡ. Янында кеше күп булһа инде, ул шундай кинәнә, ҡыуанысы эсенә һыймай, барыһына ла ихлас йылмайыу өләшә, һәр кемде ярата. Миңзәләне лә Ҡотойҙа яратмаған әҙәм юҡ – үткән-һүткән береһе уны арҡаһынан тупылдатып һөйөп, башынан һыйпап, бит алмаларынан супылдатып үбеп китә. Шул йылдарҙа ауылда тыуған берҙән-бер бәләкәс бала бит ул. Әҙһәм бабайының ҡатыны Райда әбей: «Хатта һыйырым тулаһа ла, «Миңзәлә», тип ҡысҡырып ебәрә торғайным», – тип һөйләйәсәк аҙаҡ. Ҡараҡастың һөйкөмлөлөгө лә үҙенекен итә – һине күреү менән ауыҙы ҡолағынаса еткән, йөҙө ҡояштай балҡыған сабыйҙы нисек яратмайһың да, нисек иркәләмәйһең?! Ана шулай бала саҡтан һөйөүгә ҡойоноп, кешеләрҙе яратып үҫә Миңзәлә Яхина. Эйе, эйе, «Ҡош юлы» фестивале лауреаты, автор йырҙары менән күптәргә таныш Миңзәлә Яхина кескәй сағынан һөйкөмлө һөйәк, мөхәббәтле кеше ул. Шуғалыр ҙа һаманғаса йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәй, һәр кемгә иғтибарлы, күңеле шар асыҡ. Затлы нәҫелдән үҙе – туғанлыҡ ебе Зәки Вәлиди затына барып тоташҡан. Вәлидиселәр менән бергә репрессия тирмәненә эләгеп, юҡҡа сыҡмаҫ өсөн, үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында Маҡар (хәҙерге Ишембай) районынан (Йәнырыҫ һәм Үтәк ауылдары, буғай) байтаҡ ғаилә, шул иҫәптән Яхиндар, Әхмәтйәновтар, Сатлыҡовтар Учалыға килеп, эҙ яҙҙыра. Әхмәтйәновтар – Иманғол, Сатлыҡовтар – Урал, ә Яхиндар Ҡотой ауылында төпләнә.
– Ҡартатайым, мишәр-юрматы ырыуы егете Хәмзә, Ҡара табын һылыуы Наиләгә өйләнеп, ун балаға ғүмер биргән, – тип һөйләй Миңзәлә, тамырҙарын барлап. – Шул ун баланың береһе Ғәббәс – минең атайым. Уның бер туған апаһы Әсмә Рәсүл ауылы егете Мирал Ғибәҙәтовҡа кейәүгә сығып, мәктәптә эшләгән. Рәсүл ауылы ҡыҙы Илүзә Белорет педагогия училищеһын тамамлап, тыуған ауылына практикаға ҡайтҡас, Әсмә әбейем уны ҡустыһына димләгән. Шулай итеп, әсәйем Ҡотой килене булып киткән. Атайым менән әсәйем уҡытыусы булғас, уларҙы гел бер мәктәптән икенсеһенә күсергәндәр. Шуға бала сағым Ҡотойҙа, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолда, Иманғолда үтте. Күңелле үтте: бар донъям түңәрәк, кешеләр бик һәйбәт, ата-әсәм, Илшат ағайым, һуңынан Илгизә һеңлем янымда ине.
Һәр ауыл халҡы тураһында тик яҡты иҫтәлектәр һаҡлаған Миңзәләнең бала сағына яңынан әйләнеп ҡайтып, шуны өҫтәр инем: әсәһенең «атайың мотоцикл алһын да…» тигән һүҙҙәрен тел осонда әйләндерә-әйләндерә йоҡлап киткән, шул һүҙҙәр менән күҙҙәрен асҡан баланың хыялы ике йылдан тормошҡа аша – атаһы мотоцикл һатып алғас та Миңзәләне алдына, бак өҫтөнә ултырта. «Тимер ат»ҡа менеп ҡунаҡлаған ҡыҙҙың бәхеттән түбәһе күккә тейә! Икенсе көнөнә танауҙы текә сөйөп: «Атай, асҡысты бир әле, мин әсәйемде йөрөтөп килтерәйем», – тип эре генә һалдыра… Буйым бәләкәй, тип тормай, һигеҙ йәшендә ул «Восход»ты үҙе йөрөтә башлай. Йөрөтә, тип инде, бакта руль тота, муфта ҡыҫа, ә тормозға баҫыу, тиҙлектәрҙе күсереү иһә ағаһы өлөшөнә төшә. Техника ене ҡағылған үҫмер ун ике йәшендә атаһының «Москвич» машинаһын ҡыуып алып китә (ысын, ысын, урлап алып ҡаса!). Халыҡ телендә «пирожковоз» тип аталған автомобилде ҡабыҙып, педалгә баҫып, рулде тегеләй-былай борғослап килә торғас, күңеле була, әммә ата-әсәһенән шөрләп, кис еткәнсе ҡайтмай, Исмәғил тауы буйлап йөрөй. Барыбер ҡайтырға тура килә инде, тип, уфтана-уфтана машинаны өйөнә ҡарай бора. Етмәһә, яғыулыҡ та тулыһынса тиерлек бөткән була. Машина килеп туҡтау менән ҡашы төйөлгән атаһы, ҡапҡаны киң асып, ин, тип ишара яһай. Ихата эсендә «Москвич»ты уратып ҡарап сыҡҡас, ата кешенең ҡаштары яҙыла, бер генә һүҙ әйтә: «Маладис!». Балаһы өсөн борсолған, ут йотҡан әсәнән дә Миңзәләгә эләкмәй, сөнки ул да ҡыҙының имен-аман йөрөп ҡайтыуына ҡыуана.
– Өс бала араһынан иң күбе мин әсәйемде ҡаңғыртҡанмындыр ул, – тип йылмая Миңзәлә. – Бигерәк шаталаҡ, тиктормаҫ, үҙ һүҙле булғанмын бит. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолда йәшәгәндә атайым уҡ-һаҙаҡ эшләп биргәйне, шуның менән кешеләргә атып йөрөгәнмен. Алығыҙ унан уғын, тип ауылдаштар атай-әсәйгә йыш зарланған. Ҡылысым да булды… Хәйер, әле лә бар, тарихи реконструкцияла ҡатнашыр өсөн ҡорал эшләткәнмен.
Миңзәлә кешеләрҙең ҡотон алып, уйнап-шаярып тик йөрөгән, тип уйламағыҙ. Эшләгәнең беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнең – үҙең өсөн, тигәнгә таянған өлкәндәр ауыл балаһын эшһеҙ йөрөтөп ҡуя, ти. Тәүҙә иҙән, һауыт-һаба йыуһа, өй йыйыштырһа, һуңынан, Илшат ағаһы музыка мәктәп-интернатына уҡырға киткәс, һыйыр ҙа һауған, һыу, утын да ташыған, керен дә йыуған, бер бөртөк туғаны Илгизәне лә ҡарап үҫтерешкән (алға китеп, шуны ла әйтер инем: хәҙер һеңлеһе Миңзәләнең ҡыҙын үҫтерешә). Көндәлек эштәрҙән бигерәк, мөһим, әйтәйек, штакетник ҡағыу, ҡойма буяу кеүек яуаплы, ҙур эштәрҙе яратҡан. Хатта, электр утын йүнәтәм, тип йыш ҡына токтан да һуғылған. Эш-йомоштан бушағанда диван артына баҫып, хисләнеп, ҡысҡырып китап уҡыған (йәнәһе лә, диктор!), дивандың таяҡ-тотҡаһын гитара итеп тотоп, көҙгө алдында йырҙар ҙа башҡарған. Бәпкә көткәндә үҙен танылған артист итеп хис итеп, күренмәгән журналисҡа интервью биреп уйнаған. Музыкаль ғаиләлә үҫкәнгәлер (атаһы – гармунсы, әсәһе – мандолинасы), ул үҙен һәр саҡ артист итеп тойған, киләсәген сәхнәлә күргән. Башында тик музыка, шиғыр, бейеүҙәр булһа ла, тырышып уҡыған, башҡорт һәм рус теле, география буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашҡан Миңзәлә. Йәш шағир Фәнил Бүләков менән икәүләп әллә нисә йыл буйына концерттарҙы алып барған, бейеү түңәрәген асҡан, кисәләрҙең сценарийын яҙған. Миңзәлә унынсы синыфта уҡығанда Рәмил исемле Иманғол ауылы егетенән гитарала уйнарға өйрәнә лә, йырҙар ижад итергә тотона. Ә беренсе гитараһын уға Әсмә әбейенең ҡыҙы Рәзилә апаһы бүләк итә. Ун беренселә ҡурайға ғашиҡ була. Илшат ағаһы менән бергә «Арҡайым» исемле төркөмдә йөрөгән Сәғиҙулла Байегет Миңзәләгә ҡурай бүләк иткәс, оторо дәртләнә: «Уйнайым, былай булғас!». Әлдә атаһы ҡыҙының ниәтенә ҡаршы килмәй, ҡурай серҙәрен сисә. Башлауы ғына көс икән, «Эх, Сибайымдың ҡыҙҙары!» көйөн башҡарырға оҫтарғас, «Гөлнәзирә»не, Фәриҙә өләсәһе һәр саҡ йырлаған «Саңдүҙәк»те лә еңеп сыға. Уның ҡурайҙа һыҙҙырғанын ишеткән бер ағай: «Ҡатын-ҡыҙ ҡурайҙа уйнаһа, ил башына ҡайғы төшә», – ти. Шуға ла Миңзәлә Наполеонды еңеүҙең 200 йыллығына арналған конкурста, һуңғы тапҡыр ҡулыма ҡурай алам, тип, «Сыңрау торна»ны башҡара ла, гран-при яулап, ҡурайҙы кәштәгә һала – үҙ һүҙендә тора.
Гитара, ҡурайҙан тыш, ҡумыҙ, мандолина, гармун, барабанда ла уйнаған һәләтле яҡташым өсөн иң яҡыны булып ҡыллы ҡорал ҡала. Уны үҙең менән йөрөтөүе лә уңайлы, көйҙәр ижад итеүе лә ҡулай, заманына ла ярашлы. «Бәлки, алданыраҡ тыуһам, гармун, мандолина, тип иҫем китер ине, ләкин минең быуын өсөн – Виктор Цой, Земфира йоғонтоһонда үҫкән быуын өсөн – гитара дуҫҡа әйләнде», – тип аңлата үҙенең һайлауын Миңзәлә.
Йәштәр менән усаҡ яҡҡан, гитараға ҡушылып йырҙар йырлаған, әлеге лә баяғы «пирожковоз»ға тейәлешеп, геү килеп башҡа ауыл клубтарына йөрөгән осор артта ҡалып, Миңзәләгә уҡыу йортона һынау тотор мәл етә. Сәнғәт институтына барғыһы килһә лә, был ваҡытта мәктәп директоры булып эшләгән әсәһенең һүҙен йыҡмай, БДУ-ның журналистика бүлегенә документтарын тапшыра. Конкурсты үтә алмағас, артыҡ ҡайғырмай, музыка колледжына уҡырға инә. Икенсе йылы театр бүлегенә имтиханға барырға йөрьәт итә.
– Тулы кәүҙәле инем, шуға алманылар, – ти әңгәмәсем. – Өмөттәрем селпәрәмә килгәнгә ҡара ҡайғыға ҡалып, колледжды ташланым да, ауылға ҡайттым. Ваҡытты әрәм итмәйем әле, тип, кейәүгә сыҡтым. Ирем мине үҙ яғына күсереп, Астанала йәшәнек. Тыуған яҡты һағыныуҙан шашыр хәлгә етә яҙа инем. Шул тиклем дә ерһермен, тип кем уйлаһын?! Ситтә оҙаҡ түҙә алманым, ауырлы килеш кире Иманғолға ҡайттым. Мәктәпкә, балалар баҡсаһына, клубҡа яртышар ставкаға эшкә индем. Ун алты килограмлыҡ «Рубин – 6» баянын санаға тейәп, көрт яра-яра йөрөгәнем әле һаман иҫтә... Ҡыҙыбыҙ Наҙгөл тыуғас, ирем, бәлки, килер, тип көтһәм дә, ул да тыуған еренән айырыла алманы. Баламды әсәйем, Фәриҙә өләсәйем, туғандарым үҫтереште. Декреттан һуң тағы мәҙәниәт тормошона башкөлләй сумдым. Мәҙәниәт өлкәһендә кем генә булып эшләмәнем: клубта йыйыштырыусынан башланым, художество етәксеһе лә булдым, директор вазифаһын да һөйрәнем… Шуның араһында туйҙар, кисәләр алып барҙым, водитель, ашнаҡсыға уҡып сыҡтым. Филармония янында эшләп килгән «Сәләм» кафеһында ашнаҡсы булып практика үткәндә мәҙәниәт усағы етәкселәре мине күреп, концертҡа саҡырҙы. Тап шул мәлдә «Гәлсәр һандуғас» конкурсы беҙҙә үткәйне. Йыр бәйгеһендә ҡатнашып, Илдар Усманов – лауреат, мин дипломант исеменә лайыҡ булдыҡ. Филармония директоры Римма Заһиҙуллина икебеҙҙе лә вокалсы итеп эшкә алды. Дүрт йыл филармонияла намыҫлы эшләгәс, мине «Ләйсән» ансамбленә саҡырҙылар. Уральск мәҙәниәт йортонда конферансье, йырсы һәм… водитель булып эшләнем. Водитель Владимир Захаровҡа мең рәхмәт: ул мине үҙенең аҡсаһына «Д» категорияһына уҡытты, двигателде һүтеп йыйырға, ремонтларға өйрәтте. Ильвера Ғибаева етәкләгән «Ләйсән» ансамбле менән тәжрибә тупланым, күп ер күрҙем, күп халыҡ менән таныштым. Бер нисә йылдан Ильвера Учалы филармонияһына директор булып эшкә килде, ә мине ҡуйыусы режиссер итеп тәғәйенләне. Район һабантуйын тәүге тапҡыр ойошторғанда, режиссер һөнәренең ни тиклем яуаплы, ауыр икәнен үҙ елкәмдә татыным. Ул саҡта мәҙәниәт бүлегендә эшләгән Айһылыу Бикмөхәмәтова, «Уралтау» ансамбле етәксеһе Эльвира Мортазина ярҙам итмәһә, белмәйем, нисек йырып сығыр инем… Шул саҡта режиссер һөнәрен (яуаплылығы һәм ауырлығы өсөн) үҙләштереү уйы менән яна башланым. Ниәтем, шөкөр, яйлап тормошҡа аша, сөнки Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура бүлегендә уҡып йөрөйөм. Еңгәм Сулпан Асҡарованың өгөт-нәсихәттәрен дә тыңлап, һөнәр нескәлектәренә төшөнә барам. Ул миңә эстрада режиссураһы серҙәрен аса, үҙе менән Өфө, Ҡазан, башҡа ҡалаларға концерттарға йөрөтөп, тәжрибәмде арттыра.
Академияла художество етәксебеҙ – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева. Таңсулпан Даһи ҡыҙы менән танышҡас, донъяла шундай ҙа һоҡланғыс шәхестәр була икән, тип хайран ҡалдым. Ул, күп яҡлы талантлы, һөнәрендә һанап бөткөһөҙ үрҙәр, исемдәр яулаған кеше, аралашыуҙа ябай, кешелекле, кеселекле! Тәжрибәле, тәрән белемле остазыбыҙҙың күңеле пак, уның янында үҙең дә яҡшыраҡҡа, камилыраҡҡа әйләнгән һымаҡһың. Шәхес. Актриса. Педагог. Был һүҙҙәрҙең барыһы ла ҙур хәрефтән. Бер һүҙ менән әйткәндә, Таңсулпан Даһи ҡыҙы менән танышыуыма, уның ҡулы аҫтында белем эстәүемә ҡыуанып бөтә алмайым.
Бер йыл Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләп, тәжрибә туплап, яңы танышлыҡтар булдырғас, Миңзәлә, мәҙәниәт өлкәһенән китеп, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә уйлай. Ләкин Өфөнө тәүҙән үк үҙ итмәгән ҡыҙы Наҙгөл Учалыға уҡырға ҡайтҡас, Миңзәлә лә уның артынса тыуған төбәгенә килеп һыйына һәм яңынан мәҙәниәт эшенә егелә. Әлеге ваҡытта ул Учалы район мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡара. Был – минең эшем, барыһы ла таныш, яҡын, тигән Миңзәлә Ғәббәс ҡыҙын, әйткәндәй, башҡа эштә күҙаллауы ла ҡыйын.
– Ғүмер юлында төрлөһө булды, – тип әңгәмәне йомғаҡлай Миңзәлә. – Дуҫтарым, яҡындарым күп, уларҙың һәр береһе тормошомда үҙ эҙен ҡалдыра, асылыма йоғонто яһай, шуның өсөн барыһына ла рәхмәтлемен. Тормошомда иң мөһим кеше, әлбиттә, Наҙгөл ҡыҙым. Ул бәләкәйҙән аҡыллы, һөнәремә тоғролоғомдо аңлай, гел дә, эш, тип яныуымды ҡабул итә, кисерә. Ҡыҙым бейеү менән шөғөлләнә, киләсәктә мотлаҡ йырлар ҙа, тип уйлайым. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит.
… Миңзәлә менән әңгәмәләшкәндә, бәләкәй сағында бәпкә көткәнендә унан интервью алған журналист әллә минең сүрәт булдымы икән, тигән уй башҡа килде. Бына әле лә йәм-йәшел үлән-келәм өҫтөнә һарыҡас ҡояшҡайҙар-бәпкәләр һибелгән, Миңзәлә интервью бирә, ә мин уның һәр һүҙен блокнот битенә төшөрәм. Шунан һуң әйтеп ҡара, уй-теләктәр ҡабул булмай, тип…
Баныу ҠАҺАРМАНОВА