RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхеткә сарсағанда…

05.06.2015 Бәхеткә сарсағанда…



Ләкин бер көн Михаил Айгөлдө шаҡ ҡатырҙы: бер күреүҙән ғашиҡ булғанлығын, танышыу өсөн кейәүенә юрамал килеп бәйләнеп, бер компанияға эләгеп китеүен һөйләне. Бер ниндәй ҙә яуап ишетмәһә лә, артабан да аралаштылар. Улы был аралашыу хаҡында белеп ҡалып, әсәһен рәнйетерлек һүҙҙәр әйтеп, ике көн өйгә лә ҡайтмай йөрөнө. Инде күптән үҙенең теләктәрен артҡа ҡуйып өйрәнгән ҡатын был юлы ла үҙен яҡлап бер ни өндәшмәне. Әммә шунда һиҙҙе ул – күптән илағаны юҡ ине, был танышыу уға илау һәләтен кире ҡайтарҙы.



Бәхеткә  сарсағанда…–Ярай, алырмын ба­рыһын да. Итте сығар әле, ирей торһон, онотма теге ваҡыттағы кеүек. Өсөнсө бүлкәттәгеһен сығар. Зәңгәр кәстрүлгә ҡуй, иреп, һүле иҙәнгә ағып төшмәһен. Атайың ҡайттымы? Ә? Тағы ла иҫерекме? Уф, ярай, бында кеше бар. Һуңламам-һуңламам, ас ултыртмам, улым, ярай, ҡайтыр алдынан шылтыратырмын! – ошо һүҙҙәрҙе бер тынала теҙеп, Айгөл магазин прилавкаһы артына барып баҫты.

Өфөнөң бер магазинында инде унынсы йыл эшләй, бетон иҙәндә баҫып тороп, аяҡтары шешә, тамырҙары зәңгәрләнеп күренә башлаһа ла, һаман матурлығын юғалтмаған, зәңгәр күҙле, һары сәсле, оҙон буйлы матур ҡатын. Кисә генә 41 йәш тулды, был датаны ире иҫләмәй ҙә, моғайын. Белерлек түгел – айнығаны юҡ, шуға һөйләшмәйҙәр ҙә. Әйткәндәй, ире тип тә әйтеп булмай инде Азатты, өс йыл элек айырылыштылар. Ләкин айырым йәшәрлек форсат юҡ – бергә фатир алғайнылар, икеһе лә һаман шунда көн күрә. Әле 3-сө курста уҡып йөрөүсе улдары ла шунда. Ире менән әрләшеп торһалар ҙа, ҡул-фәлән күтәргәне юҡ уныһының, сауҙала эшләгән ҡатын үҙе лә бирешеп торғандарҙан түгел, теле лә үткер, ҡулдарында ла көс бар.
Тәүҙәрәк Азат Себергә китеп, яҡшы ғына аҡса ла эшләп ҡайта ине. Фатирға ҡайтып еткәнсе үк лаяҡыл иҫерә, ҡалған аҡсаһы – картала. Рәсми рәүештә айырылышһалар ҙа, тормош барыбер ҙә элеккесә дауам итә бит – бергә ашайҙар, бергә тормош кәрәк-яраҡтарын ҡулланалар. Айырым карауатта ятһалар ҙа, көндәлек тормошта бер ғаилә кеүектәр. Тәүҙә Айгөл, эскән ир менән нисек йәшәргә икән, тип, илай ғына ине. Сөнки ике аҙна ла үтмәй, ирҙең аҡса картаһы бушап ҡала, ни улына, ни өйгә бер нимә лә алып өлгөрөп булмай. Лаяҡыл булһа ла, картаның кодын әйтмәй бит әле, иҫең китер. Аҙаҡ ғаиләне ҡарау Айгөлдөң иңенә төштө. Тора-бара оялыу һәм ҡыйын­һыныуҙың файҙаһыҙ икәнлеген аңланы ҡатын. Кешеләр нимә теләһә, шуны уйлаһын, бер телем икмәкһеҙ ултырғанда ярҙам итәм тип тороусылар юҡ әле. Бер хәйлә табып алды – ире иҫерек булһа ла, такси саҡыртып, ҙурыраҡ магазинға алып бара. Ирҙе магазин ишеге төбөндәге ултыр­ғысҡа ултыртып ҡалдыра. Әйткәндәй, унда гел генә ултырғыс була, һаҡсылар өсөн ҡуйылған. Һаҡсыға хәлде аңлата, ирен сығарып ебәрмәүҙәрен үтенә. Тегеһе ҡаршы килмәй. Кәрәкле нәмәләр­ҙе тейәп, кассаға килеп етә лә, ире картаһы менән түләгәнсе сыҙап, баҫып тора. Бөгөлә-һығыла, теләһә кемгә бәйләнеп, һүгенеп саҡ түләй аҡсаны Азат. Айгөл уны, йығылып китмәһен өсөн, арттан тотоп тора. Аҙаҡ тағы ла таксиға ултырып, өйгә ҡайтып китәләр. Кешеләр аптырашып тора, шыбыр-шыбыр һөйләшәләр… Дөрөҫөн әйткәндә, сәйнәшәләр. Ҡатындың ауыҙынан бер һүҙ сыҡмай, иламай ҙа, көлмәй ҙә тип әйтергә кәрәк. Илар замандары үткән инде, теште ҡыҫырлыҡ тәжрибә лә, көс тә бар. Улай кеше көлдөрөп йөрөмәҫ ине, ләкин ул бер үҙе улын, әзмәүерҙәй ирен йылдар буйы ҡарай алмай.

Ғәрлек. Асыу. Ошо хистәре ташлап киткәндән һуң Айгөл илауҙан туҡтаны. Хәҙер бер генә хис бар унда – сараһыҙлыҡ. Ултырып уйланғаны ла юҡ, уйлаһа, уйылып китәсәген белә. Эшенә бара, эшләй, ҡайта. Ныҡ арый, сөнки күп эшләй, берәйһе эшкә сыҡмаһа, мотлаҡ ул алмаштыра – аҡса ла кәрәк бит инде. Сибәр булғас, уға иғтибар итеүселәр күп, ләкин береһе менән дә етди мөнәсәбәт булдырғаны юҡ. Робот кеүек йәшәй. Етмәһә, әсәһе гел әрләп тора, ирен әҙәмгә һанамауҙа ғәйепләй. Уныңса, Айгөл нисектер ирен аҡылға ултыртырға тейеш, имеш, ҡатындың эше – ирҙе илһамландырыу. Эсә икән, Айгөл ғәйепле булып сыға, тимәк, Азат өйөндә толҡа тапмай. Иң яҡын кешеңдең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай булмай, шуға ла ул ирен үҙенсә бәхетле итергә тырышып, төрлөсә юлдарға барып ҡараны. Өйҙә лә гел матур ғына кейенеп йөрөй, ашарға әҙер, әрләшеп тә, әрләшмәй ҙә ҡарай. Илап та үтенде, эсеп ултырған шешәһен башына ла бәреп ватҡаны булды. Көнсөллөгөн ҡуҙғытайым тип, сәскә лә һатып алып ҡайтҡыланы. Ире менән сәғәттәр буйы танышҡан ваҡыттарын, улы тыуған саҡтарҙы иҫләп ултырҙылар. Азат ғәфү үтенә, башҡа эсмәҫкә анттар бирә лә, Айгөл кис эштән ҡайтһа, тағы ла иҫереп йоҡлап ята. Себергә эшкә китһә – йән рәхәте, шунда берәй ҡатын табып алып, мәңге был яҡҡа ҡайтмаһа нисек шәп булыр ине, тип Хоҙайҙан ялбарып та ҡараны инде ул. Бәлки, ғашиҡ булыр, бәхетен табыр, ана бит, әсәһе, иреңдең эсеүендә үҙең ғәйепле, тип башты ҡатыра. Тапһын бәхетен, туҡтаһын эсеүҙән, тик сығып китһен, улын үҙе ҡарай алыр. Ләкин эскән әҙәм берәүгә лә кәрәкмәй, вахта бөтөү менән Азат тағы ла лаяҡыл ишек төбөндә баҫып тора…

Шулай, әкиәттәге Шәхерезада кеүек, һәр көн һайын ирендә тормошҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятам тип тырышыуҙан тамам арыны Айгөл. Аңланы ул – эскелекте еңеү мөмкин түгел. Кемдер ирен туҡтата алған икән – афарин, әммә уның ҡулынан килерлек эш түгел. Нисек кенә боларып йөрөһә лә, Азат бер ваҡытта ла икенсе ҡатындар менән сыуалманы, тап ошо Айгөлдө тыныс­ландырҙы ла инде: эш бит мөхәббәттә лә түгел. Эш араҡының бөтә нәмәнән өҫтөн тороуында.

Һеңлеһе Гүзәлгә бәхетле яҙмыш эләкте, дөрөҫөн генә әйткәндә, ул һәр ваҡыт апаһына ҡарағанда уҫалыраҡ, төплөрәк булды. Кейәүгә сығам тип ашыҡманы, 27 йәше тулғас ҡына артынан бер тотам ҡалмай йөрөгән бай егет менән тормошон бәйләне. Бер-бер артлы ике бала табып алды, иренең ышығында матур ғына йәшәй. Икеһенең яҙмышы ике төрлө булһа ла, Гүзәл – апаһын аңлаған берҙән-бер кеше. Азат менән айырылышыуын да тап ул талап итте, исмаһам, шул алкаштың ҡатыны булып һаналма, берәй яҡшы кеше килеп сыҡһа, паспортың таҙа булһын, тип кенә ебәрҙе. Ире аша Айгөлдөң улын да бюджет урынына уҡыр­ға индерҙе, студентты һәр көн контролдә тотоу­сы, сессияһы ваҡытында дер һелкетеп тороусы ла тап Гүзәл ине. Йыл һайын, үҙенең ғаиләһе менән барғанда, диңгеҙгә путевканы апаһына ла алдырта. Иренән ул аҡсаны нисек кенә һорайҙыр инде – Айгөл күҙ алдына ла килтермәй, уңайһыҙланһа ла, һеңлеһе, ай-вайына ҡарамай, һәр йәй бергә йөрөтә. Барған һайын, тегенең-бының менән таныш, тип башын ғына ҡатыра. Ләкин Айгөлдө тормош мәшәҡәттәре шул тиклем баҫҡан, ул йоҡлап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтыу менән генә мәшғүл.

Шулай ҙа булаһы эш була инде ул, кисен, ашап алып, һеңлеһе менән бассейн буйында тыныс ҡына ултыралар ине, Гүзәлдең ире бер ирҙе эйәртеп килеп ултырҙы, Белоруссиянан бер үҙе генә килгән әҙәм икән. Һүҙ артынан һүҙ китеп, иртәгә пляжға бергә барырға һөйләштеләр. Артабанғы ялдың шул Михаил менән бергә үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Айгөл, бер-береһенә тағылып, әле баҙарға, әле бассейнға, әле ашар­ға йөрөнөләр. Ҡайтҡас ҡына аңланы Айгөл – был ирҙең исеменән башҡа бер нимәһен дә белмәй икән, үҙе хаҡында ла бер нимә лә аңлатмаған. Ә Гүзәл тынып тора буламы инде – әллә ни арала апаһының номерын биргән булып сыҡты. Айгөлдөң ҡәҙимге генә тормошонда йоҡоһоҙлоҡ барлыҡҡа килде – шылтырата ғына теге. Интернет аша ла “күрешәләр”, ҡыҫҡаһы, һаман да шулай, бер ниндәй яуаплылыҡ һалынмаған аралашыу дауам итте. Ләкин бер көн Михаил Айгөлдө шаҡ ҡатырҙы: бер күреүҙән ғашиҡ булғанлығын, танышыу өсөн кейәүенә юрамал килеп бәйләнеп, бер компанияға эләгеп китеүен һөйләне. Бер ниндәй ҙә яуап ишетмәһә лә, артабан да аралаштылар. Улы был аралашыу хаҡында белеп ҡалып, әсәһен рәнйетерлек һүҙҙәр әйтеп, ике көн өйгә лә ҡайтмай йөрөнө. Инде күптән үҙенең теләктәрен артҡа ҡуйып өйрәнгән ҡатын был юлы ла үҙен яҡлап бер ни өндәшмәне. Әммә шунда һиҙҙе ул – күптән илағаны юҡ ине, был танышыу уға илау һәләтен кире ҡайтарҙы.

Ә инде Айгөлгә 41 йәш тулған көндө Михаил, форсатын табып, уға курьер аша бер ҡосаҡ сәскә, Белоруссияға килеп ҡайтыр өсөн электрон билеттар ебәргәс, ҡатын бөтөнләй албырғап төштө. Исмаһам, Рәсәй ҙә түгел бит әле, йә булмаһа, беҙҙең халыҡ күпләп йөрөй торған берәй сит ил. Гүзәл… Әлдә ул бар, апаһын эткеләп-төрткөләп, ҡайҙа киткәнлеген бер кемгә лә әйттермәй генә, ҡыуып тигәндәй Белоруссияға юлланы. Ир бер үҙе йәшәй, ҡатыны менән айырылған, балаһын ҡараша, яҡшы урында эшләй булып сыҡты. Тәүге көндә үк Айгөлдө әсәһе, туғандары менән таныштырҙы. Эшенә лә алып барҙы. Биш көн эсендә ҡатын үҙенең күҙҙәренең зәңгәрлегенең матурлығын да иҫенә төшөрҙө, 41 йәштә тормоштоң туҡтап ҡалмауын да аңланы. Ике яңғыҙлыҡ осрашҡанғалыр инде, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, Айгөлдөң күптән туң булып ҡатҡан йөрәге икенсе һулышын алды шикелле. Ниһайәт, ул да ғашиҡ булды. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙен яратҡан кешенең мөхәббәтен ҡабул итеп, шул һөйөү даръяһына ырғыны ла ҡуйҙы. Бергә йәшәргә һөйләштеләр. Айгөл күсеп киләсәк. Теләһә, эшләр, теләмәһә – юҡ.

Тик иң ҡыйыны ҡайтҡас башланды. Улына, төплө уйлап, бәхеткә хаҡы барлығын, инде үҙе тиҙҙән өйләнерлек йәштә булыуын аңлатып ҡараһа ла, тегенеһе ҡырҡа ҡаршы килде. Әхирәттәре кемуҙарҙан диңгеҙҙәге романдарҙың йүнле булмауы тураһында төрлө тарихтар һөйләне. Әсәһе, ғүмер буйы башың эшләмәне инде, тип телефонды ла алмай башланы. Элекке ире генә, меҫкен, эшенән ҡыуылып ҡайтҡас, ҡайғыһынан эсеп йөрөгәнлектән, бер нимә лә һиҙмәне, күрмәне.

Уларҙы ла аңларға була, ысынлап та, икенсе милләт кешеһенә ышанып, инде егерменән үтһә лә, балаңды, туғандарыңды, илеңде ташлап китеп барсы әле. Мөхәббәт мөхәббәт менән, ә аңлаша алмаһалар? Ә берәй нимә булып, ике ил араһында низағ тыуып, теләгән бер ваҡытта ҡайтып булмаһа? Михаил ғына, өҙмәй ҙә ҡуймай, ике аҙна тигәндә үҙе Өфөгә килеп тә етте. Ул бер аҙна бында булған арала Айгөл бер нимәне лә үҙгәртә алманы – улы һәм әсәһе һөйләшмәй, әхирәттәр аңламай. Әлдә шул Гүзәл бар, апаһын яҡлашып, барыһы менән дә пыран-заран әрләшеп бөттө. Унан башҡа берәү ҙә барманы Айгөлдө оҙатырға…
Ә кисә Айгөлгә 50 йәш тулды. Улының бәпесе тыуған көнгә тура килде бит әле, шуға ла был ғүмер байрамын тыуған ҡалаһында үткәрҙе ул. Улы күптән әсәһен ғәфү иткән, аңлаған, өйләнгән. Элекке ире, үкенескә күрә, мәрхүм булған, ә инде әсәһе, әсе телен бер ҙә ҡуймаһа ла, ҡыҙына йыл һайын ҡунаҡҡа килеп йөрөй. Ире, шөкөр, бер генә минут та ҡайғыртманы уны, Айгөл үҙе лә, йөрәгендә ҡалған бөтә хистәрен биреп, өҙөлөп яратты. Сәмләнеп, быға тиклем ебәргән хаталарын аңлап, тыуған яғын йөрәге өҙөлөп китеп һағынған минуттарында ла бирешмәҫкә тырышты. Әле лә шулай. Элекке кеүек, уйланып ултырыуҙан ҡурҡмай ул, әлбиттә, тәүге ирең менән генә йәшәп, тыуған илеңдә мөхәббәтеңде, урыныңды табыу, матур ғаилә ҡороу иң ҙур бәхет булыр ине. Ләкин булманы. Иң мөһиме шул – хәҙер, аралар алыҫ булһа ла, бөтә яҡындары менән дә уртаҡ тел таба ала, үҙенең талаптарын, фекерен еткерә, еңел аралаша. Бәхетһеҙ, тормоштан төңөлгән, башын эйеп йөрөгән әҙәмде берәү ҙә етдигә алмай, тыңламай, аңламай икән ул.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Наиля
5 июня 2015 20:55: Наиля
Эх,белһән ине,қайза һалам түшәргә кәрәк икәнен.