29.05.2015 Илдар ҒӘБИТОВТАН кроссворд
1. Елә заман! Күңел киңлегендә
Тағы бер йәй йәйә ҡанатын.
Күңел аңлай көнө ҡыҫҡарыуын,
Күңел тоя етер (…)ын…
2. Һирәк-һаяҡ шытҡан сәскә
Ул – юғалтҡан хисен.
Иртән онотолған эштәр
Ҡайта шулай (…)ен.
3. Донъялыҡта хәлдәр шулай инде:
Дуҫлыҡ ҡуша, айыра талаштар.
Эй, кешелек, йотоп үҙ-үҙеңде,
Юл тотаһың ҡайһы (…)ҡа?
4. Күңелемә минең берҙәй яҡын
Юл буйында ҡалған ауылдар.
Ғорур ҡалҡҡан Урал шыршылары,
Нескә билле моңһоу (…)дар.
5. Йәшәй бирәм,
Йөрәк көтә, эҙләй.
Осрап тора юлда ҡара, ағы.
Шулай инде – күрерҙәрен күрмәй,
Гүргә кермәй әҙәм (…)ы.
6. Күккә ашҡан еңеллектән
Осоп китерҙәй күңел.
Ана, елдә, ҡарҙарҙа ла
Минең күңелдәй (…).
7. Килмешәктең түҙмәй баҫымына,
Бәхет эҙләп халҡың таралған.
Ҡырғын һалып, ләкин урман-һыуға,
Мандынымы ерҙәр (…)ы?
8. Ундай ҡыҙҙар ҡайҙан мине
күрһен,
Яндарымда нисек туҡтаһын?
Ә бит күрҙем – ашай ине күҙем –
Ҡулында бит минең (…)ым!..
9. Тертләп китеп, өлгөралмам, тигән
уйҙан,
Тирә-яҡҡа һуңғы ҡараш һипте уйсан.
Әйләнде лә…
Ҡапыл ҡатты аптырауҙан –
Аяҡ аҫтарында ята бөтә (…)!
10. Бына таныш мөйөш.
Һип-һил генә.
Бары шишмә сорлай эргәлә.
Йәй оҙатып, алыҫ әйләнәлә
Күгәрешкән моңһоу (…).
11. ... Заман бер аҙ ыҡҡа киткәс,
«Яңы башҡорт» Ҡуҙыйкүрпәс,
Был эш, тиеп, мәңге бөтмәҫ,
Яңы һайлау мәле еткәс,
Китергә, ти, булған (…)кә.
12. – Заманы шул.
Һеҙ белмәгән ни бар?
– Беҙҙең ғүмер – миҙгел, заман
түгел!..
Уйылып ҡалды уйға ошо
һорау:
«Ерҙә әле байтаҡтыр
саф (…)?..»
13. Төрлө эҙҙәр, аңлайышһыҙ серҙәр,
Уйламаған тарафтарҙан сәләм...
Кесерәйеп минең
дәүмәлдәргә,
Йәшәй миндә, гүйә, тотош (…).
14. Иҙел башы тиҙәр. Тыуған яғым,
Йүрүҙән дә һиндә, Инйәр ҙә.
Шунда ҡалды йыраҡ бала сағым
Шишмәләрҙә, моңло (…)ҙәрҙә.
15. Кешегә лә шундай сабырлыҡты
Йыһан үҙе, имеш, күсергән!
Һәм һөйләне әбей ахыр сиктә
Тик үҙендә тотҡан бер серен:
16. Ниңә әле ҡайтҡан һайын (…)дә
Шул бер үк моң китә яңғырап?..
Мине ерләр быуын үҫмәгән дә –
Сабырыраҡ, зинһар, ян, (…)...
17. Һирәк-мирәк,
рухи ҡәғбә күреп,
Хаж ҡылырға ҡайтам йылына бер.
Юҡ иләүҙә ус аялай ерем,
Ауыл бирер тием, үлһәм, (…).
18. Яуап бирҙе миңә моңһоу яран,
Ҡеүәтләне һүҙен ҡырыҫ Сәнскәк:
«Беҙ – бер күңел, бер үк
тойғоларҙан,
Исемебеҙ бер үк шуға – (…)».
19. Ана, күкте ҡоштар ҡыйып
үтте, –
Һәр саҡ улар
шулай эшлекле;
Шул сиңерткә бер үк
көйөн сиртә,
Сәхнә итеп япраҡ-(…)те.
20. Нисек икән унда Мәскәй,
Күрәҙәсе көҙгө нишләй,
Кем теш ҡайрай беҙгә, үсәй,
Кем аҫтыртын дуҫты һөсләй –
Белеш әле, барып һора (…).
21. Еңелдән шул түгел өйрәнеүе
Был һоҡланғыс ауыр һөнәргә:
Саҡ елпенеп, ҡуна бағанаға,
Күтәрмәгә, йәшел (…)гә…
22. Барыһы ла тиңдәр ине йөҙгән
саҡта.
Үҫтерҙе күл һәм оҙатты йыраҡ яҡҡа –
Зәңгәр күктә сыңын юя көмөш
балҡыш.
Иптәштәре ташлап киткән яңғыҙ
аҡҡош
Талпына ла, ҡолап төшә үрһәләнеп –
Тыумыштан шул ҡанаттары
булған (…).
23. Тине Сәнскәк. – Ярай ҙа, мин –
түҙем,
Булһын һалҡын, булһын мәлһеҙ эҫе,
Ник өлгөрһөн артығыҙҙан һеҙҙең
Әйтәйек, ти, минең Яран (…)?
24. – Һәйбәт булған.
– Был сер генә әле,
Гөлнур хәҙер минең әхирәт.
Бер кемгә лә һин өндәшмә, йәме,
Хәҙер күктән төшһөн (…)…
25. Был яҙҙа ла күрәлмайса ҡалам
Боҙҙан әрселеүен Инйәрҙең…
Һиҙҙермәйсә шулай күп юғала
Шиғри миҙгелдәре (…)ҙең.
26. Ерҙә Күктең вәкиле – беҙ!
Тормош – сикһеҙ көрәш...
Һәм сайҡала зәңгәр диңгеҙ
Йәшел менән (…).
27. Был ни ғәжәп?
Йәпләп ҡолаҡ һалам, –
Янда ғына, имеш, һөйләшә
Нескә билкәй эре Аҡ сәскә һәм
Өс сырайлы кескәй (…):
28. Туҡта, туҡта. Унда – күҙҙәр…
Ә был шәүлә?
Ул бит – үҙем! Тик мин ярҙа, бында
әле…
Ерҙә хыял йәшәмәҫен алдан белеп,
Йондоҙлоҡҡа осҡан дамы инде
йәнем?
(Бер уйлаһаң, ниңә күккә минең (…)ем?)