RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөтә йыуанысы – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре

15.05.2015 Бөтә йыуанысы – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре

Һуңғы йылдарҙа илдә демографик көрсөк бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрһә лә, мәсьәлә әле хәл ителеүҙән алыҫ тора. Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, хәҙер ғаиләләрҙең күбеһе 1 – 2 бала менән генә сикләнә, бала табыуҙан баш тартҡан парҙар ҙа бар. Шәхсән уларҙың ҡайһы берҙәре менән һөйләшеүҙән асыҡланыуынса, улар өсөн бала бағыу – мәшәҡәтле, ҙур сығымлы хәл.
Шуға ла тормош әллә ни еңелдән булмаған уҙған быуаттың 70-се йылдарында ете бәләкәскә ғүмер биргән, үҫтергән, уҡытҡан ауылдаштарым Ғәйзулла һәм Венера Бикмөхәмәтовтарҙың йәшәү рәүешен, бер ниндәй арттырыуһыҙ, ҙур батырлыҡҡа тиңләйем.
Райондың Түбәнге Бабалар ауылында тыуып үҫкән Венера Байтүрә ҡыҙы, ике балалы ғаиләнән булһа ла, кейәүгә сыҡһа, ишле балалар тураһында хыялланған. Ете балалы ғаиләлә үҫкән Ғәйзулла Зәйнулла улының да теләге шулай булған.
Тәүге бәләкәстәре Рәмил донъяға килгәс, атай кеше тағы ла малай тыуырын көткән, ләкин ҡатыны уға бер-бер артлы алты ҡыҙ бүләк иткән. Венера апай хәтерләүенсә, ошо хәлдән ире бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәгән, ҡыҙҙары өсөн өҙөлөп торған. Ҙур ғаиләне тик тырыш, бөтмөр, балаларына оло һөйөү менән ҡараған атай һәм әсәй генә тейешенсә тәьмин итә, тәрбиәләй ала.
Ғәйзулла Зәйнулла улы 30 йылдан ашыу урындағы совхозда шофер булып намыҫлы, тырышып эшләне. Венера Байтүрә ҡыҙы ике тиҫтә йылға яҡын район үҙәгендә һатыусы, ә аҙаҡҡы 13 йылда «Көйөргәҙе» совхозының яғыулыҡ станцияһында оператор вазифаһын уңышлы башҡарҙы. Уларҙың ғаилә архивында һаҡланған күп һанлы Маҡтау грамотаһы, диплом, Рәхмәт хаты, «Социалистик ярышта еңеүсе» тигән билдә ирле-ҡатынлы Бикмөхәмәтовтарҙың нисек эшләүе хаҡында асыҡ һөйләй.
1987 йылда Венера апайға 3-сө дәрәжә Әсәлек даны ордены тапшырыла.
Әлбиттә, ишле ғаиләне ике кешенең хеҙмәт хаҡына ғына ҡарау, тәрбиәләү еңелдән булмай. Ләкин Бикмөхәмәтовтар ҙур майҙанда картуф сәсә, йәшелсә-емеш үҫтерә, һарай тултырып мал аҫрай. Балалары бер-береһен ҡарап, ярҙамлашып, эшкә өйрәнеп үҫә. Дөйөм тырыш эш һөҙөмтәһендә улар үҙ көсө менән ҙур йорт төҙөй, еңел автомобиль дә һатып ала.
Үҙҙәренә әллә ни уҡыу эләкмәһә лә, улар бөтә балаларына ла юғары һәм махсус урта белем алырға ярҙам итә. Балалары араһында һөнәре буйынса зоотехник та, суд приставы ла, медицина хеҙмәткәре лә, тәрбиәсе лә бар. Ғәйзулла ағай менән Венера апай 14 ейән-ейәнсәргә олатай, өләсәй булды. Йәштәр, ололарҙы ҡыуандырып, үҙ ғаиләләре менән гөрләтеп донъя көтә, хәҙер инде балалары менән төп өйгә йышыраҡ ҡайтырға тырышалар. Венера Байтүрә ҡыҙы һәм балаларына бынан дүрт йыл элек ҙур ҡайғы кисерергә лә тура килде: бер-бер артлы ғаилә башлығы һәм 42 йәшлек Рәмилдәре яҡты донъянан китте. Ләкин ул бөгөлөп төшмәне, балалары һәм ейән-ейәнсәр­ҙәренә йыуанып, уларҙы хәстәрләп, һаулығы әллә ни шәптән булмаһа ла, ҡәҙимгесә йәшәргә тырыша. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәй, ҡулынан килгәнсә өй эштәрен башҡара, баҡсала эшләй, сәскәләр үҫтерә, үҙе әйтмешләй, тормоштан артта ҡалмаҫҡа тырыша.
– Бөтә йыуанысым, шатлыҡтарым, көйөнөстәрем дә – балалар, ейән-ейәнсәрҙәрем. Шуға ла нисек тә йәшәргә тырышып ятҡан көн, – ти хеҙмәт ветераны, абруйлы әсә, ауылдың хөрмәтле ағинәйе.
Ә уның йәш ғаиләләргә теләге шулай: «Борондан башҡорттар, бер бала – юҡ бала, ике бала – бер бала, тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Хәҙерге тормош кимәле беҙ бәләкәстәрҙе баҡҡан ваҡыттан күпкә юғары, нимә кәрәк, бөтәһе лә бар, тормош бер ҡасан да еңел булмаған, милләтебеҙҙе ишәйтеү заман талабы булып тора».

Урал ҠӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»