01.05.2015 Мөхәббәт һуғыш кеүек – бөтә ҡорал да яҡшы
Ҡыҙҙар араһында ысын дуҫлыҡ булмай тип һанаусылар бар. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр, быға бер ҙә ышанғым килмәһә лә, үҙемдең мөхәббәт тарихымды, ирем менән үткәндәребеҙҙе уйлаһам: “Эйе, юҡтыр ул дуҫлыҡ”, – тип ҡуям. Башҡа ҡыҙҙың арабыҙға ҡыҫылыуы хаҡында түгел, үҙем тураһында яҙмаҡсымын.
Миләүшә менән балалар баҡсаһынан уҡ бергә инек, бер үк мәктәптә уҡыныҡ. Ул, буйға оҙон булғас, һуңғы парталарҙа ултырҙы, мин гел алда инем. Алдашҡым килмәй, ул минән яҡшыраҡ өлгәште, ярҙам итте. Бигерәк тә химия һәм геометрия минең өсөн буй етмәҫлек ауыр булғас, гел Миләүшәнән күсереп йөрөнөм. Уға бөтәһе лә еңел бирелә кеүек ине, теманы тиҙ генә аңлай һәм тиҙ генә отоп ҡала. Әллә шуғамы икән, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба, фекерен ҡыйыу итеп еткерә, егеттәргә лә ныҡ оҡшай. Бигерәк тә ҙурыраҡ синыфтарҙа уҡыусы малайҙар артынан ҡалмай йөрөнө. Ул әле береһенә, әле икенсеһенә өмөт биреп, баштарын ҡатырҙы ғына. Ләкин “өмөт биреүе” шул балҡып йөрөүе, телефондан, интернеттан аралашыуынан артыҡ китмәне, бер кемгә лә ғашиҡ булманы. Мин гел уның ышығындараҡ булдым, ләкин быға артыҡ ҡайғырманым – әхирәтемдең сағыу булмышына әле һаман хайранмын. Яратам үҙен шул тиклем. Әле лә яратам, хөрмәт итәм. Быларын Миләүшәнең ниндәйерәк ҡыҙ икәнлеген, минең тормошомдағы ролен күрһәткем килгәнгә яҙам.
Мәктәпте тамамлау менән икебеҙ ҙә Өфөгә килеп, мин Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем, ул медицина университетын һайланы. Ятаҡтар яҡын ғына бит, көн дә күрешәбеҙ. Бер заман был мине курсташ егете менән таныштырҙы, таныштырҙы, тип әйтеүе лә артыҡ – көтмәгәндә урамда осраштыҡ. Шундай ҙа матур егет була икән. Минең иҫ китте: башҡорт булһа ла, күҙҙәре зәңгәр, сәстәре һап-һары, буйы оҙон, спортсы, етмәһә. Аҡ халатта ине мин тәүгә күргәндә, университеттары ҡаршыһына ҡәһүә эсергә сыҡҡан ваҡыттарында ғына осраштыҡ бит инде. Мин ғашиҡ булдым. Алмасты уйламаған минутым юҡ, БДМУ ҡаршыһынан көнөнә өс үтәм. Миләүшәгә бер нимә лә әйтмәнем был турала, хәҙер үкенәм инде – әйтһәм ни булған, әхирәттәргә ундай нәмә шундуҡ һөйләнелә бит инде. Ғашиҡ булыу ҡыҙыҡ икән ул, дуҫтар! Иртән таң менән торам да, биҙәнеп алам, элеккесә сәсте ҡойроҡ итеп кенә йыйыу ҡайҙа – ярты сәғәт буйы төрлөсә итеп ҡыландырам. Эстә гел бер ҡалтыраныу бар, күбәләктәр елфер-елфер итеп кенә осоп йөрөгән кеүек. Кешеләр ғашиҡ була ла, донъяһын онота, мин, нишләптер, киреһенсә, һәр бер дәрескә йөрөйөм, өҫтөмдө ҡарап ҡына торам, донъя матур булһын тип, бүлмәне көн һайын йыуып сығарам. Күңел гел нәфислекте генә эҙләйҙер инде – әбейҙәрҙән сәскәләр алып, бүлмәбеҙҙе йәмләп кенә торам. 1-се курс тамамланып килә, ә теге егетте осратҡан юҡ, Миләүшә лә уның хаҡында ләм-мим. Ятаҡ-университет араһын көн дә бер нисә тапҡыр әйләнәм. Исмаһам, ситтән булһа ла бер баҡһам…
Ой-й-йй, бәхетлемен икән: күрҙем-күрҙем Алмасты!!! Ленин урамында юл аша сығып бара! Күрҙем дә, ҡаршыһына килеп сығыр өсөн йән-фарман йүгерҙем. Осраштыҡ. Минең ҡулдар ҡалтырай, йылмайып сәләм биреүенә әллә яуап бирҙем, әллә юҡ… Күҙҙәре ҡалай матур… Әллә нимәләр һөйләне ул, тыныс ҡына тауышын хәтерләйем, нимә тине – белмәйем. Бер минутлыҡ осрашыу һауаға күтәрҙе мине. Ул – минең бәхетем, ул – минең мөхәббәтем. Нишләргә, хистәремде нисек белдерергә, былай йәшәү мөмкин түгел. Булмай, Миләүшәгә һөйләйем, бәлки, ул Алмастың ҡылын тартып ҡарар… Ошондай уйҙар менән, әхирәтем менән күрешергә тип, лекциялары бөтөр-бөтмәҫтән елдереп барҙым. Тик… Улар аудиториянан Алмас менән йылмайып килеп сыҡты ла, тегенеһе, бының битенән үбеп: “Шылтыратырмын”, – тип хушлашып китеп барҙы. Аңламаным тәүҙә, ер убылғандай булды. Миләүшәнең шат тауышын, Алмас менән осраша башлауҙарын һөйләүен йөрәгем туҡтарҙай булып тыңланым. “Нишләп алдан әйтмәнең?” – тип кенә һорай алдым. “Эй, беләһең бит мине, өс көндән ташлағым килә башлар әле”, – булды яуап. Шат ине әхирәтем, минең тораташтай ҡатып тороуымдың сәбәбен аңлай ҙа алманы. “Йәнә ҡан баҫымың төшкән, әйттем мин һиңә – йәшел сәй эсмә”, – тип лекция уҡырға ғына тотондо.
Шунда аңланым – быға тиклем бәхетле ҡыҙ булғанмын икән. “Өслө”ләр өсөн стипендия алмай ҡалғанда ла, әсәйем менән атай әрләшкәндә илап ятҡанда ла, ағайымды әрмегә алып, “ҡыҙыу нөктә”ләргә ебәреп, ут йотоп көткәндә лә мин бәхетле булғанмын. Миндә гел һыҡрап торған яра барлыҡҡа килде, күңел һүрелде. Бөтөнләй йәмһеҙ икән был тормош. Ниңә кешене тәүҙә һауаға күтәрергә икән, аҙаҡ иҙеп һалырҙай булғас? Етмәһә, Миләүшә, ихлас булараҡ, көн һайын Алмас менән булған ваҡиғаларын, хәлен еткереп тора. Уның ата-әсәһенең кем икәнлеген белә хәҙер, бик бай кешеләр, уҡып бөткәс, баш ҡалала һәйбәт эш табып бирәләр икән. “Әллә ни яратмайым, артыҡ тыныс ул Алмас, ләкин кейәүгә сығырлыҡ егет, аҡыллы”, – тип йөрәгемде өтә генә. Иламаған көн ҡалманы, уларҙы бергә күреү – минең өсөн ҡара ҡайғы. Көнләшәм. Ныҡ көнләшәм. Ләкин мөхәббәтемде бер күреү өсөн, көнләшеүемдән ҡара янып булһа ла, икеһе менән гел осрашып торам. Алмас минең менән яҡшы мөнәсәбәттә, хатта дуҫтарса телефон аша ла һөйләшеп алабыҙ. Миләүшә менән әрләшһәләр, минән кәңәш һорай. Уф, шул саҡтағы утлы хистәрҙе... “Ташла уны, ташла, мин һине бер ҙә ҡайғыртмам, яратам, үлеп яратам һине!” – тип бар көскә ҡысҡырғым килә. Ләкин булмай шул…
Шулай каникул да килеп етте. Беҙ Миләүшә менән – ауылға, Алмас үҙ яғына ҡайтып китте. Көн һайын кис йәштәр менән йыйылабыҙ, әхирәтем дә, Алмасҡа тыныс төштәр теләп, урамда телефондан ситкә генә барып һөйләшә лә, егете бар икәнлеген бөтәһенән дә йәшереп, таңға тиклем дискотекала йөрөй. Мин дә уның менән, ләкин башҡа егеттәрҙе яҡын да ебәрмәйем. Күңелдә УЛ ғына. Әллә ниндәй өмөт булды һәр ваҡыт. Бер мәл әхирәтем ҡаланан ҡайтҡан Илнур исемле егет менән дуҫлашып китте, һоҡланғыс пар ине – ғашиҡтар, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар, ләкин Миләүшә Алмас менән дә даими аралаша, телефон аша һағынғанын һөйләй.
Алдашҡым килмәй, йән көйә башланы – ул бит Алмасты яратмай! Ә мин? һуң уның өсөн йөрәгемде һурып бирергә әҙермен бит. Тағы ла илайым. Шул тиклем ғәҙелһеҙлеккә сыҙап булмай, нишләп, һуң нишләп кемдер һин үлеп яратҡан кешене перспективалы булғаны өсөн генә үҙ янында тота. Миләүшә Илнурҙың – ябай мөхәббәт, ә инде Алмастың кейәүгә сыға торған егет икәнлеген шул тиклем бирелеп һөйләй, ә мин уның башына бер-ике тондороп алырҙай булам. Ысын. Алмас миңә тағы ла йышыраҡ шылтырата башланы. Моғайын, Миләүшә, мөхәббәт утында янып, “перспектива”һын да онотоп китәлер инде. Үлеп ғашиҡ булыуымды еңгәйҙән башҡа бер кем дә белмәй ине. Ул: “Бикәс, бәхет өсөн көрәшергә кәрәк, былай булмай, еткер ул егеткә Миләүшәнең хыянатын”, – ти башланы. Етмәһә, Алмас миңә: “Һинең менән һөйләшеү шул тиклем рәхәт, һағынам һине”, – ти. Телефонды һалам да, үкһеп илап, диванға ҡапланам, әсәй, бахыр, был балаға ни булды, тип өҙгөләнә. Миләүшә Илнур менән дә, Алмас менән дә һин дә мин аралаша. Әйттем бит инде – балҡып торған ҡыҙ ул, гел иғтибар үҙәгендә, гел уртала, гел йылмая, гел уға ғашиҡ булалар.
Оят, әммә яҙасаҡмын. Еңгәм менән план ҡорҙоҡ: Алмас миңә тағы ла шылтыратһа, еңгәм, телефонды алып: “Сәләм, Илнур! Эй, ул түгелме ни? Уф, Аллам, ғәфү итегеҙ инде, телефонда “Миләүшәнең егете” тип яҙылғас, Илнур тип торам”, – тип әйтәсәк. Башҡарҙыҡ был эште. Оят ине миңә әхирәтемде шул тиклем һатыуым өсөн. Ләкин мин ғашиҡ инем, Алмас та мине һағына, гел аралаша. Ғәйеплеменме-юҡмы – белмәйем, ләкин мин мөхәббәтем өсөн көрәштем. Ул инде барыһынан да юғары хис… Артабан барыһы ла теләгәнемсә дауам итте. Араларында ни булғанын аңларға тип әрләшә торғас, тегеләр ташлашып ҡуйҙы. Миләүшә минең ғәйепле икәнлекте аңламаны ла, ғөмүмән, ул, асыҡ һәм ихлас кеше булараҡ, ундай хәлдәр була икән тип уйлап та бирмәгәндер. “Шул еңгәңде инде – ҡыҫылмаған ере юҡ!” – тип кенә көйөп йөрөнө. Алмас, миңә шылтыратып: “Шул тиклем матур күңелле ҡыҙһың, әхирәтеңдең хыянатын йәшерҙең бит әле минән”, – тип артабан да аралашыуын туҡтатманы. Икенсе курста ул Яңы йыл байрамын баш ҡалала бергә үткәрергә тәҡдим итте, дуҫтарса, әлбиттә. Минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Ҡунаҡ башланғас ҡына аңланым: бында барыһы ла парлы. Яңы йыл кисендә Алмас миңә: “Һин – хыялымдағы ҡыҙ. Тынысһың, һәр ваҡыт эргәмдәһең. Матурһың, аҡыллыһың. Яратам мин һине. Һин дә мине яратаһың – күрәм”, – тип әйтте. Шул ваҡыттағы хистәрҙе аңлата алмайым. Бер минутҡа үлгән кеүек булдым хатта. Үлдем һәм ғүмерлеккә бәхетле булыр өсөн ҡабаттан терелдем…
Яңыраҡ никахыбыҙ булды. Яратабыҙ бер-беребеҙҙе, һәр минут һағындыра, икебеҙ ҙә өйгә йүгерешеп ҡайтабыҙ. Алмас әйтеүенсә, ул миңә күптән ғашиҡ булып йөрөгән булған. Ләкин әхирәтем менән дуҫлығыбыҙ хаҡына мин был һөйөүҙән баш тартырмын тип ҡурҡҡан. Әхирәтем минең менән араны өҙҙө, аңлайым уны – хыянат тураһындағы серҙең минән сыҡҡанлығы көн кеүек асыҡ хәҙер. Ул да мине аңлаһын, ғәфү итһен ине. Илнур ҙа түгел, бөтөнләй икенсе егете бар хәҙер уның, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел – ул бәхеткә, матур тормошҡа лайыҡ кеше, матур ул. Миндә лә бит бер ғәйеп тә юҡ, бер кемдең дә һөйөүенә аяҡ салманым, үҙемдекен генә алдым.
Нәркәс ШӘФҠӘТОВА.
(Исемдәр үҙгәртелде).