RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыуған көнөң менән, «Копейка»!

25.04.2015 Тыуған көнөң менән, «Копейка»!

Тыуған көнөң менән, «Копейка»!Был автомобиль, ҡырҡты үткән ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, ҡәҙер-хөрмәткә, һоҡланыуға лайыҡ
Русса «копейка» тип йөрөтөлгән «ВАЗ – 2101» «Жигули» автомобиле 19 апрелдә үҙенең 45 йәшен билдәләне. Тап ошо машина менән Советтар Союзы халҡы шәхси автомобилгә хужа булыуҙың рәхәтлеген асты, алыҫ араларҙы яҡынайтты, сәйәхәттәрҙә илебеҙҙең матурлығын күрҙе.
XX быуаттың 60-сы йылдары уртаһы. СССР Министрҙар Советы Рәйесе Алексей Косыгиндың тәҡдиме буйынса халыҡтың «ойоҡбаштарында» ҡара көнгә тип һаҡланған аҡсаһын әйләнешкә индереү өсөн яңы автомобилдәр сығарырға ҡарар ҡабул ителә. ГАЗ һәм АЗЛК заводы ул мәлдә йылына 50 меңешәр генә машина йыя алған. Беҙҙеләр күп уйламай, сит илдән тулыһынса автозавод һатып алырға ниәтләй. НАМИ автомобилдәр һәм автомотор ғилми-тикшеренеү институты Европала популяр «ФИАТ – 124», «Рено – 16», «Пежо – 204», «Форд – Таунус 12М», «Моррис – 1100» һәм «Шкода – МБ 1000» маркалы машиналарҙы һынай. Һөҙөмтәлә алғы приводлы, арҡыры двигателле, алдынғы дизайнлы биш ишекле хэтчбек кузовлы «Рено – 16» еңә.
Ләкин СССР француздар менән эш итергә теләмәй. Пальмиро Тольятти етәкләгән итальян компартияһын яҡлап, «ФИАТ»ты һайлай. Полигондағы һынауҙа «ФИАТ – 124 Берлина» – Европала «Йыл автомобиле – 1967» исемен яулаған модель тулыһынса сафтан сыға. Дискылы артҡы тормоздар ашала, кузов әллә нисәмә урындан сатнай. Бер үк мәлдә уның моторы ла иҫке конструкциялы була.
НАМИ инженерҙарына машинаны тулыһынса үҙгәртергә фарман бирелә. Улар кузовты нығыта, мейесте үҙгәртә, «кәкре» стартер – ҡабыҙыу тотҡаһы, барабанлы артҡы тормоздар ҡуя. Итальяндар өҫкө валлы яңы мотор эшләй. Һөҙөмтәлә «ВАЗ – 2101» барлыҡҡа килә.
Тәүҙә яңы машинаның исеме лә булмай. 1968 йылда «За рулем» журналы иғлан иткән исем һайлау конкурсына ниндәй генә тәҡдимле хаттар яумай! «Жигули», «Лада», 1970 йылда Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап «ВИЛ – 100», «Мемориал», «Новорожец», «Арғы­маҡ», «Директивец»... Ләкин КПСС-тың Куйбышев өлкә комитеты тәҡдиме – Волга йылғаһының уң яҡ ярындағы Жигули тауҙары исеме еңеп сыға. Аҙаҡтан сит илгә экспортҡа оҙатылған машиналарҙы барыбер «Лада» тип исемләргә мәжбүр булалар. Баҡтиһәң, Францияла бай ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөйәрен «жиголо» тип йөрөтәләр икән.
Яңы машинаны СССР автомобилселәре бик яҡшы ҡабул итә. Быға тиклемге «Волга», «Москвич»тарға ҡарағанда «Жигули» юлды һәйбәт тота, тиҙлекте лә шәп йыя. Ике камералы «Вебер» карбюраторы арҡаһында ҡышҡыһын мотор еңел ҡабыҙыла. Һыуыҡта туңмай торған тосол антифризы ла тәүҙә «ВАЗ – 2101»ҙә ҡулланыла башлаған. Яңы автозавод менән бергә, ярҙамсы предприятиелар барлыҡҡа килә, дәүләт стандарттары яңыра. Башҡа төрлө мотор майҙары, пластмасса деталдәр сығарыла башлай. СССР автомобилдәр индустрияһы яңы технологик кимәлгә күсә.
Шул уҡ мәлдә «Жигули»ҙың етешһеҙлектәре лә күренә. Алғы тәгәрмәс подвескаһының шарлы таяуҙарын, рычагтарҙы гел тикшерергә кәрәк. Ҡышҡыһын мейес краны аша эҫе тосолдың салонға сәсрәүе, вентилятор моторының сыйылдап эшләүе лә күҙгә салына. 80-се йылдарҙа двигателдең бүлеү валы менән етди проблема булып ала.
Тольятти автозаводында дүрт ишекле седан кузовлы «ВАЗ – 2101» менән 1971 йылдан йөк ташыусы «ВАЗ – 2101» универсалы сығарыла. Бер аҙҙан итальяндар ҙурыраҡ класҡа ҡараған «ФИАТ – 125» моделен «люкс» итергә тәҡдим яһай. Ләкин «ВАЗ» белгестәре, машина быға тиклем сыҡҡан моделдәр менән бер иш түгел, тип унан баш тарта. Аҙаҡтан «ВАЗ – 2103» барлыҡҡа килә. Был дүрт фаралы, тахометрлы, үҙгәртелгән салонлы һәм 1,45 литрлы моторлы автомобилде күптәр иң матур «Жигули» тип һанай.
Беренсе модель бик оҙаҡ, 1988 йылға тиклем сығарыла. Аҙаҡтан 2012 йылға тиклем Волга автозаводы саҡ ҡына үҙгәртелгән беренсе моделде «ВАЗ – 2104», – «2015», «2017» тип йыйыуҙы дауам итә. Әлеге ваҡытта «копейка»лар Рәсәй юлдарында һаман да йөрөй. Күптәр уны, иң арзан автомобиль, тип әрһеҙләй, унда машина йөрөтөргә өйрәнә. Шулай ҙа күп «Жигули»ҙың руле артында ысын тарихҡа ҡағылаһың. Конвейерҙы ҡырҡ йылдан ашыу бушатмау, иҫке конструкциялы булыуында автомобилдең ғәйебе юҡ. Быға кешеләр ғәйепле. «Жигули»ҙар тырышып эшләне. Уларға үҙ мәлендә дефицит әйберҙәргә эйә магазин мөдирҙәре, артистар, пижондар ултырып йөрөнө. Хәҙер инде уның руле артында – такси водителдәре, бәләкәй эшҡыуарҙар һәм төҙөүселәр. Был автомобиль, ҡырҡты үткән ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, ҡәҙер-хөрмәткә, һоҡланыуға лайыҡ. Ретро-салондар, тарихи автоуҙыштар һәм күргәҙмәләр. Яҡшы автомобилдең тарихы тап ошолай булырға тейеш.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»