25.04.2015 Башҡорт йәштәре Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында өмә ойошторҙо
Еребеҙҙә, йылдағыса, таҙартыу-йыйыштырыу өмәләре башланды. Бик матур йола ул. Тарихы Советтар Союзынан башлана, тиҙәр. Бәлки, элегерәк тә булғандыр. Бөгөн был мотлаҡ кәрәк эш, сөнки яҙ етеүгә әйләнә-тирәңде йыйыштырмаһаң, йәйҙең күркәмлеген күрмәйәсәкһең дә. Ҡалала бигерәк тә. Халҡыбыҙҙың батыр улы Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәл янына өмәгә йыл дауамында сығып торһаң да, эш етерлек булыр ине. Ни өсөн бында сыҡтығыҙ, тигән һорауымды йәштәргә бирмәнем. Сөнки батырыбыҙ һәйкәле беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың яратҡан, ихтирам иткән, күңеле ошонда тартылып торған бер урындыр. Аптырамаған йәш замандаштар, төрлө ойошмалар, студенттар һөйләшкән дә, бергә эшләргә булған.
Майҙандың бер тирәһенәрәк йыйылыша башлаған йәштәр әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташланды. Әһә, мәйтәм, бына үҙебеҙҙекеләр тора. Яндарына барыуға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаров егет-ҡыҙҙарға тоҡ тарата ла башланы. Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары ла бында, “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһы егеттәре, юғары уҡыу йорттары студенттары йыйылған. Дәррәү ҡуҙғалдыҡ. Ул да булмай, берәү йыр һуҙҙы.
Һәйкәлгә етмәҫ борон тәүҙә шыршылар эргәһен ҡыҙырабыҙ. Был ҙур тоҡто, исмаһам, яртылаш булһа ла тултыра алһам ярар ине, тип уйлап барам, алдымда кәнфит ҡағыҙы, ялтырауыҡ фантиктарҙан да (туй үткәреүсе парҙар һәйкәл янына килмәй ҡалмай, шулар һибеп ҡалдырғандыр) эрерәк ҡый тапмағас. Был тирәне ни, йыйып тораларҙыр. Алда нимә булыр?
– Егеттәр, килегеҙ бында! – тип һөрәнләүгә башымды ҡалҡытһам, Салауат батырҙың тап ҡаршыһында, аҫта-аа торам, имеш. Ә түбәндә? Ура-алы-ым, тип йыр һуҙып йөрөгән тауыш та шымды хатта.
Бына шунда башланды өмәнең иң ҡыҙыуы. Йәштәр бер-бер артлы тоҡтарын шыплатып тултырып бер урынға өйә бара. Мин дә тоғомдо арыу ғына ауырайтып алдым. Быяла шешәләрҙең төрлөһө, пластик һауыттар, бөкөләр, олоғара шыптырҙар, кейем киҫәктәре – нимә генә юҡ! Бер пакет остоғон таяҡҡа элеп тартып сығарам тиһәм, шешлек шампурҙары сылтырлап алға ҡойолдо. Берәйһе, йәй килербеҙ, тип ҡалдырҙымы икән ни?
Йәштәр аяҡтары тая-тая текәнән түбәнгәрәк төштө. Үҙҙәренән дә ҙурыраҡ тоҡ эләктергән ҡыҙҙарҙы ҡарап торам. Беҙ йәштәрҙе, эшләргә яратмай, тигән булабыҙ тағы. Был һылыуҙарҙы бит берәү ҙә ирекһеҙләп килтермәгән, үҙҙәре сыҡҡан. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Айзилә Асҡарова, аграр университеттан Ғәлиә Ҡаһарманова, Өфө дәүләт нефть техник университетынан Фаягөл Дәүләтбәкова, Аида Хөсәйенова, Зилә Абдуллина, медицина университетынан Гөлназ Хәлиуллина өмәнең аҙағынаса бер ҙә арымай көр кәйеф менән йөрөнө. Эш бөтөр алдынан ҡыҙҙар тағы ла күбәйеп китте әле.
Ә ҡустыларҙың һәр береһен маҡтап телгә алырлыҡ. Йәкшәмбе, тышта ямғыр һибәләп тора, тимәгән береһе лә. Араларында дәртләндереп йөрөүселәр ҙә күп, «Егеттәр, әйҙәле, бынау тоҡтарҙы…», «Анауында төшәйек әле…», «Егеттәр, килегеҙ бында…» тигән кеүегерәк бергәләшеү, күмәкләшеп эшләү, әйҙәү тауыштары тынманы. Берҙәм йәштәр шулай булырға тейештер ҙә. Тәртипле, етеҙ, мыжымай эшләүҙәренә һоҡландым.
Ҡыҫҡа ваҡытта алдан билдәләнгән урынға сүп-сар менән лыҡа тулы тоҡтар өйөлдө. Моғайын, түгергә килгән машинаға бер нисә рейс эшләргә тура килгәндер.
Өмә йәш йырсылар ҡатнашлығында күңелле «ритайым» менән тамамланды.
Салауат майҙанында халыҡ һәр саҡ күп була. Әле яр буйын төҙөкләндереү эштәре бара, күркәм бина – ҡунаҡхана ла – һәйкәл тирәһенән мөһабәт булып күренә. Ҡасандыр хәүефле соҡор булып ятҡан майҙан да матурланған. Көндәр йылыныуға фонтан да атыла башлар. Бында беҙ ҡалабыҙға һоҡланырға, ял итергә, Ағиҙелдән елдәр килтергән һалҡынса йылға еҫен һуларға киләбеҙ. Был тирәне ҡыйлау тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел кеүек.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.