RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әлиә Әхмәҙиева: «Әгәр ҙә хыялланаһың икән, тимәк, хыялыңды ысынбарлыҡ итә алаһың!»

10.04.2015 Әлиә Әхмәҙиева: «Әгәр ҙә хыялланаһың икән, тимәк, хыялыңды ысынбарлыҡ итә алаһың!»

Әлиә Әхмәҙиева:  «Әгәр ҙә хыялланаһың икән, тимәк, хыялыңды  ысынбарлыҡ итә алаһың!» ӘЛИӘ ӘХМӘҘИЕВА
Ҡала: Мюнхен, Германия.
Тыуған ере: БР, Әбйәлил районы, Рәхмәт ауылы.
Йәше: 27.
Белеме: Башҡорт дәүләт аграр университеты (иҡтисад факультеты), University of applied sciences (Master of Business Administration).
Тормош ораны: If you can dream it, you can do it – Әгәр ҙә һеҙ хыялланаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ быны эшләй ҙә алаһығыҙ!, Think positive: positive things happen to positive people – Позитив уйла: позитив хәлдәргә тик позитив кешеләр тарый.
Әлиә Германияла йәшәгән сағында был илде арҡырыһына-буйына иңләп сығыуын әйтте. Ул бер нисә урында эшләп ҡараған. Хәҙер иһә Мюнхенда йәшәй һәм ауыл хужалығы өлкәһендә проект менеджеры вазифаһын үтәй. Башынан аҙағына тиклем проекттар менән идара итеү, хеҙмәткәрҙәргә эш бүлеү, бар бурыстарҙың ваҡытында үтәлеүен тәьмин итеү – бына ошо йөкләмәләр башҡорт ҡыҙы иңендә. Бынан тыш, ул ауыл хужалығын, атап әйткәндә, үҫемлекселекте үҫтереүҙе маҡсат иткән проекттары менән Баварияның фермер хужалыҡтарында сығыш яһай. Ҡыҙ үҙенең эшенән бик ҡәнәғәт.

Әлиә менән тәүгә һөйләшһәм дә, миндә уны күптән белгән һымаҡ тойғо тыуҙы. Мәҡәләбеҙ геройы – маҡсаттарын тормош­ҡа ашырыусы, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, шул уҡ мәлдә тыйнаҡ һәм наҙлы ҡыҙ. Был сифаттар нисектер унда бик матур ҡушыл­ған. Әңгәмәләшкән мәл­дә ҡыҙ үҙен иркен тотто, шуға күрә һөйләшеү ҙә ҡыҙыҡлы килеп сыҡты.

Хыялға юл

Әлиә бала сағынан уҡ сит илдә уҡырға, сәйәхәт итергә хыялланған. БДАУ-ҙың 4-се курсында уҡығанда Германияға практикаға бара. Алдан немец теле курсында шөғөлләнә.
Диплом алғас, ҡыҙ йәнә Гер­манияға бара һәм, тел буйынса курс­тарҙа уҡып, бер юлы Вайен­штефан-Триздорф Тәбиғи фәндәр университеты магистратураһына инергә әҙерләнә башлай.
Сит ил кешеләренә, хатта университетты уңышлы тамамлаған осраҡта ла, эш табыуы ҡыйын. Әлиә тәүҙә һөт эшкәртеү техникаһын етештереү һәм сит илгә һатыу менән шөғөлләнгән фирмаға тәржемәсе булып эшкә урынлаша. Ул унда техник документация әҙерләү өсөн яуаплы була. Ҡыҙ аҙаҡтан хайуандарҙы автоматик рәүештә ашатыу системаһын һатыу менән шөғөлләнә һәм Голландия сигендә урынлашҡан фирмаға ассистент булып күсә. Көнсығыш Европа, шул иҫәптән, Рәсәй менән дә хеҙмәттәшлек иткән фирмаға Әлиә Германиялағы “тренер программаһы”нан һуң килә. Баҡтиһәң, не­мец компаниялары кисәге студенттарҙы үҙенең ҡанаты аҫтына алып, эш процесы менән таныштыра, төрлө бүлектәрҙә һынап ҡарай, командировкаларға ебәрә икән. Шулай итеп, йәш белгес эшкә өйрәнә. Әлиәгә, үҙе әйтеүенсә, Гер­манияның көньяғы оҡшай, шуға күрә лә ул Мюнхенға йәшәргә күсә.

Германиялағы тормошо

Әлиә башҡорт, рус, немец һәм инглиз телдәрен бик яҡшы белә һәм уларҙа иркен аралаша. Европа бәләкәй һәм ил сигенә тиклем бер сәғәттә барып етергә мөмкин булғас, ҡыҙ эш мәлендә лә, ял иткәндә лә ҡитғаның бөтә илдәрен дә күргән. Былтыр Әлиә үҙенә автомобиль һатып алған, шуға күрә лә сәйәхәттә үҙе руль артында.
Нимәһе ҡыуаныслы – геройыбыҙ башҡорт милли костюмын тектереп алған. Ул уны кейеп, немецтарға күрһәтһә, барыһы ла “Аһ!” итеп ҡала икән. Әйткәндәй, Әлиәне күптәр Мексика ҡыҙы тип ҡабул итә, Малайзиянан, Индонезиянан тип тә уйлайҙар, испанса ла һүҙ ҡушалар. Ә ул барыһына ла: “Мин башҡорт ҡыҙы, тыуып үҫкән ерем – Рәсәй составындағы Башҡортостан Республикаһы”, – тип ғорурланып яуап ҡайтара.

Немецтарҙың Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәте

Әлиә, һөйләүенсә, сит илдә үҙен иркен тота. Германияла ситтән килеүселәр бик күп булғас, бында бер кем дә һинең ҡайҙан, ниндәй милләттән, ауылданмы-ҡалананмы, акцент менәнме йәки таҙа һөйләшеүеңде тикшермәй. Бында һинең ниндәй кеше булыуың иң мөһиме..
Әлиәнән тыуған иле тураһында күп һорашалар. Иң сәйере “Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең өйөндә һыуытҡыстары бармы?” тигән һорау булған.
– Мин бындай кешеләрҙе аңламайым, – ти ҡыҙ. – Беҙҙең заманда телевизор, интернет бар һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреше тураһында белеү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Мин ундай һорауҙар бирергә оялыр инем. Немецтар Рәсәй кешеләрен, ҡараңғы сырайлы, тормошҡа ауыр ҡараған, ялҡау, эсергә ярата, тип уйлай. Улай түгел, тип күп тапҡыр бәхәскә ингәнем дә булды. Ә бына сәйәсәт йүнәлешендәге ҡайһы бер фекерҙәр менән ризалашам.
Немецтар бик тырыш, эш ярата. Шулай уҡ улар яғымлы, йылмайыр­ға ярата һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.
Тормош ҡиммәттәре тураһында

9-сы кластан һуң Белорет ҡалаһындағы башҡорт лицей-интернатында уҡыған Әлиә шул мәлдән алып үҙаллы булырға өйрәнгән. Сит илдә йәшәй башлау ҙа артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған.
– 20 йәшемдә генә сығып киттем. Виза өсөн документтар тапшырыу өсөн Мәскәүгә лә әллә нисә ҡат барҙым, – ти, ул мәлде иҫләп. – Бер нәмәнән дә ҡурҡманым, үҙемдең хыялыма табан атланым. Хәҙер инде уның тормошҡа ашҡанын күреү – минең өсөн ҙур бәхет.
Әлиә, сит илгә күскәс, мин бик үҙгәрҙем, ти. Тормош, ғүмер, йәмғиәткә ҡарата фекерҙәр башҡаса, элекке ҡиммәттәр үҙ көсөн юғалтҡан, яңылары барлыҡҡа килгән. “Алтындарым, ҡиммәтле биҙәүестәрем юҡ – минең ҡиммәттәрем икенсе төрлө. Ғөмүмән әйткәндә, Германияла кешеләр башҡаларға ҡарап ҡыҙығып әйбер һатып алмай. Шулай уҡ кредитҡа ҡиммәтле тун йәки биҙәүестәр һатып алған һәм уның өсөн әллә нисәмә йыл буйы аҡса түләүселәрҙе аңламайым. Был суммаға ғаилә менән бергә ял итергә барырға, башҡа мөһим әйберҙәр һатып алырға мөмкин. Шул уҡ мәлдә йәшкә, хәл-ваҡиғаға ярашлы зауыҡлы кейенергә лә кәрәк”, – ти ул.

Ғаиләһе тураһында

Әлиә тыуған яҡтарына йылына бер тапҡыр булһа ла ҡайтырға тырыша. Әйткәндәй, ул ғаиләлә дүртенсе бала. Ике ағаһы һәм апаһы Башҡортостанда йәшәй.
– Ҡәҙерлеләрем – атай-әсәйем – тормошомда бик мөһим урын алып тора. Улар мине бик күп нәмәгә өйрәтте, шул иҫәптән үҙҙәре һымаҡ эшһөйәр булырға дәрт бирҙе. Йөрәк йылыһын һалып үҫтергәндәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәт әйтәм, – ти геройыбыҙ.
Яратҡан шөғөлдәре

Замана йәштәренә хас булыуынса, Әлиәнең дә бик күп яратҡан шөғөлө бар. Уларҙың араһынан һыбай көйөнсә уҡ атыуҙы иң мөһиме тип һанай. Ошоноң менән сая ҡыҙ үҙенең ата-бабаларынан ҡалған һөнәрҙе онотмай, кәрәккәндә яуға ла күтәрелгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары рухын дауам итә. Әлиә уҡ атыу менән шөғөлләнә һәм киләсәктә был спорт төрө буйынса халыҡ-ара ярышта ҡатнашырға теләй. Әйткәндәй, был турнирҙа Европа һәм Азиянан Япония, Монголия, Корея, Венгрия, Германия уҡсылары көс һынаша. Әлиәнең тренеры башҡорт халҡының тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһына икән.
Мәҡәләбеҙ геройы шулай уҡ музыка донъяһына битараф түгел. Германияла университетта уҡыған мәлдә ул бергә йәшәгән студент­тар­ҙың ҡулында бер һуҡма инструментты күреп ҡалған. Әлиә шунда уҡ уның тауышына ғашиҡ була һәм киләсәктә уйнарға өйрәнергә тигән маҡсат ҡуя. Төркиәлә булған саҡта ошо дарбука тип аталған музыка инструментын һатып ала. Тауышы бик оҡшай һәм ул мине илһамландыра, ти ҡыҙ.

Киләсәк, маҡсаттар һәм хыялдар тураһында

Беҙҙең геройыбыҙ артабан да Германияла йәшәргә ниәтләй. Тап ошо илдә ул яратҡан эше менән булыша, үҫешә, үҙенең иртәгәһе көнөн үҙе һайлай, яңынан-яңы үрҙәрҙе һәм маҡсаттарҙы яулай ала. Шулай ҙа, үҙе әйтеүенсә, Әлиә тыуған иле тип Башҡортостанды һанай. Тап ошонда уның тыуған йорто, туғандары һәм яҡындары йәшәй.
Тырыш ҡыҙ киләсәктә продукция сифатын тикшереү буйынса аудитор квалификацияһын алырға теләй. Бының өсөн ул ошо арала курсҡа яҙылырға йыйына.

Нисек итеп хыялыңды тормошҡа ашырырға?

– Бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, башлаған эш килеп сыҡмаҫ, тип борсолорға кәрәкмәй. Яңылыҡҡа ынтылырға, тормошҡа план төҙөргә, уның буйынса йәшәргә тейешбеҙ. Рәсәйҙә булған саҡта нисектер, күңелемдән, сит илдә йәшәйәсәкмен, тип уйлай торғайным. Әле уй-ниәт, хыялдарымды онотмаҫ өсөн яҙып барырға тырышам. Беҙҙең, башҡорттарҙың, холҡонда шулай уҡ тыйнаҡлыҡ ныҡ көслө. Ул бөгөнгө тормошта ныҡ ҡамасаулай. Шуға күрә лә ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»