RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил инәһе менән осрашыу

03.04.2015 Ил инәһе менән осрашыу

Ил инәһе менән осрашыуЯҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның хәҙерге заман проблемаларын күтәргән хикәйәләре, тормошта булып үткән ваҡиғалар менән һуғарылған әҫәрҙәре һәр кемгә өлгө булырлыҡ.

Әҙәбиәт йылы уңайынан 5 мартта Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында яратҡан яҙыу­сыбыҙ Мәрйәм Бура­ҡаева­ның “Көҙ­гө ысыҡ” хикәйәләр йыйынтығы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы, шулай уҡ билдәле башҡорт яҙыу­сыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Сарала әҙәбиәткә би­тараф булмаған студенттар, уҡытыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Кисә “Дала моңо” тарихи хикәйәһе менән танышыуҙан башланды. Китап һөйөүселәр алдына “Миша Толстой үҙенең башҡорт икәнлеген танығанмы?”, “Ҡатнаш никахтан тыуған балалар, һис шикһеҙ, һәләтле, шул һәләтте Миша башҡорт халҡына бирә алырмы?” тигән һорауҙар ҡуйылды. Фекер алышыуҙан һуң автор үҙенең фекерен әйтте: “Мин Мишаның артабанғы яҙмышын уҡыусыға уйланырға ҡалдырҙым. Яуап иһә Мария Михайловнаның ҡыҙы Вераға әйткән һүҙҙәрендә. Ғаиләлә ике төрлө тәрбиә барыр­ға тейеш түгел. Баланы бер йүнәлештә генә үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә тормош юлдашын үҙ милләтеңдән һайларға кәрәк”.
“Көҙгө ысыҡ” хикәйәһен уҡығандан һуң тыуған яҡтың ни тиклем ғәзиз булыуын, эскер­һеҙ мөхәббәттең тик тыуған төбәктә генә яралыуын аңларға була. Һәр кемдең йөрәгендә тыуған ауылына ҡарата һөйөү тойғоһо ята. Беҙҙең ил халҡы ергә тартыла. Шуға күрә ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу – беҙҙең иң изге бурыс!” – тине Мәрйәм апай.
Яҙыусының “Төш” хикәйәһе иһә бөгөн көнүҙәк булған проб­лемаларҙы күтәрә. Хи­кә­йәлә ирҙең, ҡатынына хыянат итеп, ҡабаттан ғаиләһенә әйләнеп ҡайтыуы һүрәтләнә. Аҡыл менән эш итеп, ғаиләләренә тоғро ҡалһын ине, тине конференцияла ҡатнашыусылар.
“Ҡорҙаштар” хикәйәһе лә “Төш” хикәйәһе менән ауаздаш. Әҫәр “Кешенең ғаиләһен боҙоп, икенсе берәүҙе яратыр­ға хоҡуғы бармы?” тигән һорау­ға яуап эҙләй. Мәрйәм апай: “Ирҙе ситкә ебәрмәҫ өсөн, пианино ҡылдарын көйләгән кеүек, үҙеңә ҡарата көйләп алырға, яҡшы ҡаршы алырға кәрәк, аҙып йөрөгән ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәт ныҡ насар, хикәйәм менән шуны әйтергә теләнем”, – тине.
“Атайымдың улы булмағас” әҫәрен беҙҙең йәштәр Айбулат кеүек өҙгөләнмәһен, заман ҡабатланмаһын, тип яҙҙым. “Киҫәкбикә”лә үҙ теленә, иленә, халҡына тоғро, ғорур башҡорт ҡыҙын һүрәтләнем. Бөтә хикәйәләремдең дә прототиптары бар. Ҡәҙерле дуҫтарым, тормошта үҙ урынығыҙҙы табығыҙ, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмағыҙ, мөхәббәт өлкәһендә лә яңылышма­ғыҙ. Телегеҙҙе һаҡлағыҙ! Илегеҙгә файҙа килтерерлек шәхестәр булып үҫегеҙ! Урал рухы көслө һәм беҙ йәшәрбеҙ әле!” – тип тамамланы һүҙен ил инәһе.
Мәрйәм апайҙың хәҙерге заман проблемаларын күтәргән хикәйәләре, тормошта булып үткән ваҡиғалар менән һуға­рыл­ған әҫәрҙәре һәр кемгә өлгө булырлыҡ. Осрашыуҙа ҡатна­шыу­сылар тетрәндергес әҫәрҙәр яҙған әҙибәгә рәхмәт әйтте.
Артабан күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлын, ижадын яҡтыртҡан хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Студенттар шағирҙарҙың уға арнап яҙған шиғырҙарын һөйләне. Сара башҡорт йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Кисәгә килеүселәр Һәҙиә Дәүләтшина­ның таш һынына сәскәләр һалды.
“Һәҙиә Дәүләтшина – беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, Һәҙиәбеҙ булыу менән беҙ сикһеҙ бәхетлебеҙ”, – тине Мәрйәм Бураҡаева осрашыу һуңында.

Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.

Бөрө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»