RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәлләмәне беҙҙе әсәй…

03.04.2015 Йәлләмәне беҙҙе әсәй…

Йәлләмәне беҙҙе әсәй…Кавказ ҡыҙҙарына оҡшаған, ҡара сәсле, ҡуңыр йөҙлө һылыу апай менән танышыуыбыҙ осраҡлы булманы. Мәҡәлә яҙыр өсөн өй, ғаилә тирандары тураһында мәғлүмәт тупларға тырыш­ҡанда, интернетта һөйләшеп киттек. Тәүҙә, иренән туҡмалған Кавказ ҡатынылыр инде был, тип уйлағайным. Ләкин Ләйлә апай­ҙың башҡорт, етмәһә, райондаш та икәнлеген белгәс, ныҡлап дуҫлаштыҡ. Тәүҙә әллә ни асылып бармаһа ла, тора-бара үҙенең бала сағы тураһында һөйләп, мине илатып та бөтөрҙө. Бөгөн уның кисерештәрен яҙҙым, кемгәлер фәһем булыр, бәлки.

– Әсәй менән атай беҙ бәләкәй саҡта уҡ айырылышты. Атайым ысынында ниндәй кеше булғандыр – белмәйем, минең өсөн мәңгелек сер булып ҡалды. Сөнки хәҙер мәрхүм инде, әсәйҙе ташлап сығып киткән ҡатыны менән бер-бер артлы ғына үлеп киттеләр. Атайҙың ҡаты ауырығанын ул үлгәс кенә белдем, яман шеш булған икән. Ә бит ул ғүмер буйы беҙҙең менән бер ауылда йәшәне, тик уның менән ғүмергә бер ауыҙ асып һөйләшмәнем, ҡустым да шулай уҡ. Әлбиттә, урамда, магазинда осраша инек. Бәләкәй саҡтан уҡ атайҙы бер шайтан кеүек күрә инем – яҡынлаша башлаһа, йүгереп ҡасам, магазинда берәй нәмә алып тотторһа, шундуҡ атып бәрәм. Бер һүҙ өндәшеү юҡ. Эскесе-фәлән дә булманы ул, һуғышҡаны тураһында ла ишетмәнем. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әле ғүмергә беренсе тапҡыр уның хаҡында “атай” тип һөйләп ултырам. Бәләкәй саҡта үҙ-ара ҡушаматы менән генә иҫкә ала инек. Хәҙер иҫкә төшһә, шаҡ ҡатам – шулай ҙа була икән… Тора-бара исеме менән генә һөйләй башланыҡ. Бер тапҡыр магазинда, һатыусы менән һөйләшкән ваҡытта, артымда торған икән: “Тауышың матур икән, балам”, – тине. Күҙҙәре йәшле ине. Мин, исмаһам, тулҡынланманым да, тура атлап сығып киттем.

“Иҫкә алам” тигәс тә, әле һаман да әсәй янында атайҙың исемен дә телгә алырға ҡурҡабыҙ. Әсәй иҫ белгәнемдән алып атайҙы тик насар яҡтан ғына һөйләне. Мин уны эскесе, хәйерсе, ялҡау, уйнаш һәм бур тип белеп үҫтем. Әсәй уны шулай һүрәтләне. Шундай әҙәмдең ҡыҙы булғаным өсөн ғәрләнмәнем дә хатта. Ул минең өсөн ят бауыр, бөтөнләй сит кеше ине. Беҙгә урамда “Һаумыһығыҙ!” тип әйтергә тыйылған ике кеше булды – атай һәм уның әсәһе. Өләсәй иртә үлде, уның менән осрашҡанды йүнләп хәтерләмәйем. Ә бына атай эргәһенән башымды эйеп үтәм, үҙемә бер метр ҙа яҡынлатмайым. Атайҙың ауылда бер туғандары бар, әсәй улар менән аралашыуҙы тыйманы. Үҙе лә ярата ине шикелле ул ағайҙарымды, бабайҙарымды, әллә ни ҡатышып йәшәмәһә лә, дошман кеүек тә күрмәне. Ағайҙар ҙа әсәйгә “еңгә” тип һаман ингеләп, хәл белешеп йөрөй, Ҡөрьән ашы-фәлән булһа – саҡыралар.

Әсәй ныҡ ҡаты кеше булды, әле һаман да шулай. Үҙебеҙ әсәй-атай булып, 40-ҡа етһәк тә, уның янында ҡаршы һүҙ әйтеү түгел, фекер­ҙе белдерергә лә ҡурҡып торабыҙ. Шул тиклем уҫал, аяуһыҙ, өләсәй булғас та йомшарманы. Ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа уның “ҡыҙым” тип башымдан һыйпағанын, ҡосаҡлағанын хәтерләмәйем. “Ҡыҙым” тип тә әйтмәне шикелле, исемемде генә атай ине. Һәр хәлдә, әле тап шулай. Минең әсәй кеүек уҫал әҙәм Ер шарында башҡа юҡтыр ул. Мәҫәлән, әхирәттәрем бер ваҡытта ла беҙҙең өйгә инмәне – ҡурҡтылар. Ҡустыма ҡарата йомшағыраҡ әле ул. Мине әллә яратмай, әллә ныҡ тәртиптә тоторға теләне – һаман аңлай алмайым. Етмәһә, ныҡ итеп атайым яҡлап өләсәйемә оҡшағанмын. Һуйған да ҡаплаған инде. Әсәйем яҡлап бөтәһе лә һары сәсле, зәңгәр күҙле, ә мин ҡап-ҡара, буйға ла ныҡ оҙонмон. Әсәй мине шуға: “Сиған арбаһынан төшөп ҡалған”, – тип әрләй, кәмһетә ине. Бәләкәй саҡтан шуға ышанып йәшәнем, сиғандар килеп, эҙләп табып, алып китә күрмәһен, ҡыуышта йәшәге килмәй, дер ҡалтырап ҡурҡа торғайным. “Нисек тороп ҡалдым икән шул арбанан, әллә әсәй йоҡлап киткәндә шыуышып төшкәнменме икән?” – тип төндәр буйы баш ватҡаным әле һаман да хәтерҙә. Үҙемдең үгәй бала икәнлегемә 100 процентҡа ышанып үҫтем.

Әсәй гел генә әрләп торғас, китап уҡырға яратҡан, шым ғына һәм ныҡ уйсан булып буй еткерҙем. Әйткәндәй, китапты артыҡ уҡырға ла рөхсәт юҡ ине, ҡараңғы урындарҙа ҡасып-боҫоп, ҡалын-ҡалын романдар уҡыным. Күп итеп мал аҫраныҡ. Шуға ла мин, йәй буйы бесән әҙерләү менән шөғөлләнеп, бөгөн бесәндең “б” хәрефен генә ишетһәм дә, ҡалтыранып киткән кешегә әйләнгәнмен. Бесәнде күрә алмайым, күпме кәмһендем шунда, күпме иланым… Биштәр аҫып, таң менән сабынлыҡҡа йәйәү сығып китәбеҙ, ул ваҡытта техника юҡ, ҡустым йоҡоһонан айный алмай, арттан һөйрәлеп килә. Юлда берәйһе осраһа, ат арбаһына ултырып китәбеҙ, осрамаһа – өс километр самаһы йәйәү атлайбыҙ. Тәүҙә әсәй бесәнде үҙе генә саба, мин сәй ҡайнатып, теге-был эштәрҙе башҡарып йөрөнөм. Техника менән саптырып була бит инде, тик әсәй бармай, һөйләшмәй, улар ирҙәрҙе генә тыңлай ул, ти ҙә ҡуя. Яңғыҙ ҡатын бер кәбәнлек бесәнде айҙар буйы саба, аҙаҡ туғандар килеп, ярҙам итә башлай. Әсәй арып йығылһа-йығыла, әммә ғүмерендә лә бер кемдән ярҙам һорамай. Йөк-йөк утынды үҙе яра ине, ә инде бысыу ҡустым менән миңә төшә. Элек бысылмаған утын һаттылар, әсәй утын алам тиһә, мин: “Метрауаймы?” – тип һораған булам. Оҙонлоғо бер метр ғына булһа, бысыуы тиҙерәк бит инде. Бала ғынабыҙ, ул утынды әллә нисәмә көн буйы бысабыҙ, әсәй күрмәгәндә илап алһам, ҡустымдың: “Апай, ярай, үҫкәс, бер үҙем бысырмын!” – тип йыуатыуын иҫләйем. Ҡустым үҫмер ҡорона ингәс, тормош, ысынлап та, рәхәтерәк була башланы. Шунан, күп тә үтмәй, уҡырға тип сығып та киттем. Мәктәптә тик “бишле”гә генә уҡыным, ләкин әсәй мине: “Йүнһеҙ, ата ялҡау, Өфөнән әҙәм көлдөрөп ҡайтып йөрөмә, урам һепереүсе булып булһа ла эшкә урынлаш”, – тип оҙатып ҡалды. Университетҡа бюджет урынына уҡырға ингәс, “афарин” тип тә әйтмәне, исмаһам. Иртән уятҡанда уҡ ҡарғай башлай ине. Күҙҙәремде һәр ваҡыт: “Үләт, серегер, атаһына оҡшап йәмһеҙ бит әле ул, ҡара шайтан”, – тигән һүҙҙәр аҫтында астым. Кейәүгә сығам, тигәс: “Берәй ҡатын айырған йүнһеҙҙер ул, эсер әле бына, шунан үҙе кеүек эскән ҡатынға сығып китер“, – тип юрап ҡуйҙы.


Әсәй ныҡ ҡаты кеше булды, әле һаман да шулай. Үҙебеҙ әсәй-атай булып, 40-ҡа етһәк тә, уның янында ҡаршы һүҙ әйтеү түгел, фекерҙе белдерергә лә ҡурҡып торабыҙ. Шул тиклем уҫал, аяуһыҙ, өләсәй булғас та йомшарманы. Ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа уның “ҡыҙым” тип башымдан һыйпағанын, ҡосаҡлағанын хәтерләмәйем. “Ҡыҙым” тип тә әйтмәне шикелле, исемемде генә атай ине. Һәр хәлдә, әле тап шулай. Минең әсәй кеүек уҫал әҙәм Ер шарында башҡа юҡтыр ул


Күрше-тирә күрә бит, беҙҙе йәлләй инеләр. Бер апайҙың әсәйгә: “Нишләп кеше ялламайһың, эсе төшә бит балаларыңдың?” – тип ипләп кенә әйтеп ҡарағанын хәтерләйем. Ләкин әсәй беҙҙе йәлләмәне, үҙенең тәкәбберлеген, ғорурлығын өҫкә ҡуйып, бер кемгә лә ярҙам һорап барманы. Өсәүләп тиреҫ сығарабыҙ, көҙгө каникул һәр ваҡыт ошо эш менән үтә. Аҡтарып алып тимер санаға һалабыҙ ҙа, баҡсаға таратабыҙ. Эш ауыр, эстәребеҙ өҙөлөп төшөрҙәй була. Башҡаларҙың тиреҫте атҡа те­йәп сығарғанын ҡустым ат тотоп менә башлағас ҡына белдем. Әсәйҙең ай-вайына ҡарамай, атай яғынан туғандарҙан ат һорап тороп, мине шатландыра ине. Иң аптыратҡаны шул: әсәй бер ваҡытта ла беҙгә яңы айыртыл­ған ҡаймаҡ ашатманы, шашмағыҙ, тип аҙыраҡ иҫкергәнен генә өҫтәлгә ҡуя ине. Икмәкте йылы килеш ашаған булманы. “Һыуытмаһаң, ләскәләнә”, – тип әйтә ине. Уныһы нимә булғандыр инде, белмәйем. Ләкин беҙҙең тормошта башҡалар кеүек яңы айыртылған ҡаймаҡты йылы икмәккә һылап ашау тигән ябай ғына нәмәләр ҙә булманы. Бер ваҡытта ла ас йәшәмәнек, әсәй, беҙҙе ат кеүек эшләтеп, көҙөн тоҡ-тоҡ картуф һатты, бот-бот ит. “Аҡсаһы сыҡмай инде, әлбиттә, әммә ҡайҙа итәйем уны?” – тип әйтә торғайны. Беҙ ҡустым менән, малды әҙерәк аҫраһаҡ, картуфты әҙерәк сәсһәк булмаймы икән ни, тип үҙ-ара шым ғына һөйләшеп ала инек, ләкин әсәйгә әйтергә ҡурҡтыҡ. Атай гел аҡсалы эштә эшләне, ләкин әсәй унан алимент та алырға теләмәгән. Атай үҙе юллаған, силсәүит аша көсләп бирҙерткән – быларын яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым. Тауыҡ аҫраныҡ, күп итеп йомортҡа, май-ҡаймаҡ һаттыҡ. Йәй көндәрендә минең, 13 йәшлек ҡыҙ баланың, ҡулынан тырма, һәнәк төшөп китә башлағас ҡына эштән туҡтай инек, ә бит был аҡсаһыҙлыҡтан түгел, ә әсәйҙең кемгәлер үсләшеп, серешеп донъя көтөүенән генә…

Әлбиттә, был тиклем интегеүҙәр эҙһеҙ ҡалманы. Ауыр күтәреүем арҡаһында кейәүгә сыҡҡас ете йылдан һуң ғына бала таба алдым. Йөрөмәгән табип, күренмәгән әбей-һәбей ҡалманы. Һыланылар, һыйпанылар, баламды туғыҙ ай тиерлек һуҙылып ятып ҡына, саҡ табып алдым. Шунда түккән күҙ йәштәрем… Ләкин әсәйгә рәнйешем дә, үпкәм дә тик эсемдә генә ҡалды, үҙенә бер ауыр һүҙ әйтмәнем. Әйтмәйәсәкмен дә, сөнки бының бер мәғәнәһе лә юҡ. Табиптар, кескәй саҡтан ныҡ һалҡын алдырғанһың, тине. Әлбиттә, шулай­ҙыр. Әсәй ҡара көҙ көндәрендә быҙау эҙләргә сығарып ебәрә ине. Кейем лыс һыу, быҙау юҡ, ләкин ҡайтырға ҡурҡытыла, сөнки тағы әрләнәсәкһең, ҡарғаласаҡһың. Ҡараңғы төшмәйенсә ҡайтмайым, илай-илай быҙау эҙләйем. Шуға ла ауылымдың туғайҙарын, болондарын бер ҙә яратмайым, һәр бер ер йән әрнеткес иҫтәлектәр һаҡлай… Ауыл эштәрен хәҙер яратмайым, күрә алмайым. Бала бәләкәй саҡта әсәй янына ҡайта алманым. “Сырылдатма шуны!” – тип бер тапҡыр кискеһен өйҙән ҡыуып сығарҙы. Әсәйҙең данын һатмайым тип, был хаҡта иремә лә әйтмәнем, күршеләр белмәһен тип, район үҙәгендәге таныш булмаған кешеләрҙә аҡса түләп йоҡлап сыҡтым.

Әле, етмештән үтһә лә, керен беҙҙән йыуҙыртмай, йәшереп кенә йыуып китһәң, ҡаты итеп әрләшә, ҡыҫылып йөрөмәгеҙ, ти. Киленебеҙ, бахыр, бөтөнләй унан ҡурҡа, ҡайтмаҫ өсөн мең сәбәп таба. Шул уҡ ваҡытта әсәйебеҙ иҫ киткес ғәҙел, ғүмерендә бер кемдән дә бер тин дә аҡса алмағандыр, кеше хаҡына инмәгәндер ул. Ғүмерҙә лә уның бурыс­ҡа аҡса һорағанын күргәнем юҡ, үҙе лә биреп тормай, әлбиттә. Ауыҙына бер тамсы шарап ҡына алғанын да күргәнебеҙ юҡ. Ғөмүмән, беҙҙең өйҙә спиртлы эсемлектәр булманы. Бер генә датаны ла байрам иткәнебеҙ юҡ, әле балаларҙың, үҙебеҙҙең тыуған көндәрҙе үткәргәнде белеп ҡалһа, ныҡ итеп әрләй, бушҡа аҡса түгәһегеҙ, эске ойоштораһығыҙ, ти. Эсеү ҡайҙа инде ул, ундай тәрбиә менән мин түгел, ҡустымдың да иҫергәнен күргән юҡ. Быныһына шөкөр итергә кәрәк. Әсәйемдән бер ваҡытта ла ғәйбәт ишетмәҫһең, ҡайһы бер ауыл бисәләре кеүек ҡапҡа төбөндә кеше сәйнәп тә тормай ул. Әсәйемдең илағанын күргәнебеҙ юҡ, зарлан­ғанын да. Бер генә тапҡыр: “Теге ғәләмәт (уныһы беҙҙең атай була инде) төндәрен аты менән өйҙө уҙып китеп, уйнаш ҡатынына бара ине. Арба тауышын танып торам, ҡайҙа барғанын да беләм. Бер тапҡыр артынан барып индем. Өҫтәлдә табын әҙер, бер ярты ла ултыра. Атайыңдың башына шул шешә менән берҙе бәрҙем, теге ҡатын ырылдап тора ине – тәрилкәләге ашты битенә һиптем. Шунан атайың ҡайтыуға әйберҙәрен тышҡа сығарып теҙҙем, балаларыңдан “атай” һүҙен ишеттермәйәсәкмен, тип ант иттем”, – тип һөйләне. Һүҙендә торҙо, беҙҙе атайға яҡын да бармаҫлыҡ итеп үҫтерҙе.

Атай үлгәндә Өфөлә инек, туғандар әсәйҙән телефон номерҙарыбыҙҙы һорап ҡараған, ул бирмәгән. Ҡустым шунда беренсе тапҡыр әсәй менән әрләште, беҙ атайҙы күмешергә тейеш инек, тип мин дә өҙгөләндем. Ләкин әсәй: “Ул һеҙҙе ташлап китте, ҡәберенә лә барып йөрөмәгеҙ”, – тип тыйып ҡуйҙы. Ҡустым тыңламаны, атайҙың ҡәберен тәрбиәләп тора, минең барғаным юҡ.

Әсәйемде яратаммы икән – белмәйем. Мин уны үҙәгем өҙөлөп йәлләйем. Ғүмер буйы серешеп, йылмаймай-көлмәй, ҡара эшкә егелеп, балаларын ҡарғап-һуғып йәшәне һәм йәшәй. Ҡаты тәрбиә бирҙе, бәләкәс кенә ҡатындың ике баланы шул тиклем нисек дер һелкетеп тота алыуын әле һаман да аңлай алмайым. Беҙ бит унан һаман ҡурҡабыҙ, ирем миңә шаҡ ҡата, ә инде улым өләсәһен яратмай, ул да ҡурҡа. Ҡайтһаҡ, балаҡайым урынынан да тормай, шыбырлап ҡына һөйләшә. Ҡустым менән икебеҙ ҙә әле ныҡ ҡатыбыҙ, кешеләрҙе йәлләмәйбеҙ, урамда ҡоштарға тағараҡ аҫыу, эт-бесәй яратыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Балама атаһынан күпкә ҡатыраҡмын. Ҡустым – ҙур ғына урында етәксе, ҡайһы саҡ киленде ҡалтыратырлыҡ һүҙҙәр әйткәнен ишетәм. Кинола кешеләр бала тыуған өсөн ҡыуанһа, аптырай торғайным. Гел әрләнгәс, миңә балалар артыҡ тамаҡ, кәрәкһеҙ нәмә кеүек ине. Был тойғом ҡустымдың балаһы булғас ҡына бөттө, үҙемдеке уныҡынан һуңыраҡ булды. Атайымды күрә алмауы шул тиклем аяуһыҙ иттеме уны беҙгә ҡарата, әллә үҙе электән шулай булғанмы – белмәйем. Атай уның ҡатылығына сыҙамай, “һулға” йөрөй башланымы, әллә инде уның был ҡылығы әсәйҙең башын ашанымы – белерлек түгел. Әсәйҙең хәтере бар, ауылдағы кешеләр, туғандар менән уның тураһында һөйләшмәйбеҙ. Шуға ла әсәй менән атай мөнәсәбәттәре беҙҙең өсөн мәңгелек сер, үкенес, һағыш булыр инде. Шуныһы ғына асыҡ, ул балаларын кеше итә белде, үҙенә бер һүҙ әйтмәҫлек итеп тәрбиәләне, бөгөн дә ҡарашы менән генә әзмәүерҙәй ҡустымды ергә һеңдереп ҡуя. Ләкин мин, әсәһенән ҡурҡып, көҙгө ҡойма ямғыр аҫтында күшегеп торған баланы – үҙемде йәлләп, әле һаман да илайым…

Лилиә СИРАЕВА.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Һеҙҙең дә тормошоғоҙҙа төрлө ғибрәтле, фәһем алырлыҡ ваҡиғалар барҙыр. Башҡалар менән дә уртаҡлашҡығыҙ килһә, беҙгә хаттар яҙығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»