RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя тәүәккәлдәр ҡулында

03.04.2015 Донъя тәүәккәлдәр ҡулында

Донъя тәүәккәлдәр ҡулындаСалауат районының Ахун ауылында йәшәүсе Фәнис Нуриев тимер-томорҙан машина йыя.
Тырышҡан – таш ярыр, ти халыҡ мәҡәле. Әммә таш ярыуҙан алда “баш ярыр­ға” – уйларға, фекер тупларға кәрәк. Бөгөн берәүҙәр, ауылда эш юҡлыҡҡа һылтанып, аҡсаны әҙ түләй­ҙәр, тип өйҙә тик ятһа, шешә артынан ҡыуһа, икенселәр тормоштоң дилбегәһен үҙ ҡулына алып, бына тигән итеп донъя көтә.

Шундай йүнсел, тәүәккәл кешеләрҙең береһе Салауат районы Ахун ауылында йәшәй. Фәнис Нуриев юҡтан бар итеп, тегендә-бында ташланған тимер-томор­ҙан һоҡландырғыс техника ҡороп ҡуя.

Фәнис ағай бәләкәйҙән атаһынан күреп, һәр эшкә өйрәнеп, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Балта оҫтаһы Анис ағай улында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, техника нескәлектәренә төшөндөрә. Малай сағынан уҡ Фәнис Анис улы үҙе велосипед, мотоцикл йыя. Әкренләп ул ҡатмарлыраҡ техникаға тотона һәм бәләкәй генә йөк машинаһы эшләп ала. Был йөк машинаһы шәхси хужалыҡта ярап ҡала. Фәнис ағай уның менән урманға йөрөй, малдарына етерлек бесән әҙерләй, ер эшкәртә. Ауылдаштарының үтенесен дә кире ҡаҡмай, һәр ваҡыт ярҙам итә.

Ә быйыл ул ахундарҙы тағы ла нығыраҡ аптыратты – тимер-томорҙан ҡаргиҙәр эшләп алды. Хәҙер уға машина менән үтә алмаҫлыҡ ҡар һалған юлдар ҡурҡыныс түгел. Барыр урынына “һә” тигәнсе елдереп барып та етә. Ауыл осонда яңғыҙ йәшәгән ҡартатаһы Сабит Мусакәлим улына ошо техникаһы менән барып, хәлен белеп тора. Ҡатыны Нәркәс иренең үҙенсәлекле шөғөлөнә ыңғай ҡарашта, уның һәр башланғысын хуплап, ярҙам итә тора. Ҡыҙҙары әсәһе эргәһендә булһа, улдары Ринат атаһынан айырылмай. Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, ул да алтын ҡуллы техника оҫтаһы булмаҡсы.
Күктән төшкәнен көтөп ултырмаған, тырыш, эшһөйәр, яҙмыштарын үҙ ҡулдарына алған Нуриевтар кеүек ғаиләләр күберәк булһын, башҡалар уларҙан өлгө алһын ине.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»