21.03.2015 Киләсәге өмөтлө
Денис Йәнсурин – таланттарға бай Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылы егете. 1-се кластан сәхнәлә йырлап йөрөгән Денистың сәнғәт юлынан китеүенә һис кенә лә аптырарлыҡ түгел. Район кимәлендә үткән “Йәшлек-шоу”, “Көлһылыуҙа ҡунаҡта” бәйгеләрендә еңеү яулаған талантлы егеткә мәҙәниәт бүлеге етәкселәре уҡырға үҙҙәре үк юллама тәҡдим итә. Бөгөн ул – Салауат музыка колледжы студенты.
Денис студент саҡтың дәртле, әүҙем һәм матур мәлдәренең ҡәҙерен белә. Һәр көнөн, сәғәтен файҙалы үткәрергә тырыша. Эстрада һәм халыҡ йырҙарын өйрәнә, ҡалала үткән сараларҙа сығыш яһай. “Салауат” ҡала гәзитенең айырылғыһыҙ дуҫы, улар үткәргән байрамдарҙа, йыйындарҙа һәр ваҡыт ҡатнашып тора. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында эшләп килгән фольклор ансамбленең алмаштырғыһыҙ музыканты, йырсыһы. Быларҙан тыш, курсташтары менән “Умырзая” эстрада төркөмөн ойошторғандар. Улар йәйге ял ваҡытында ҡыҫҡа гастролдәргә лә сығырға өлгөргән. Денистың моңло йырҙары Ғафури, Күгәрсен райондары халҡына күптән таныш. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Дарман” тапшырыуында ла үҙ көсөн һынап ҡарарға өлгөргән.
Сәнғәт һәм уҡыуҙан тыш, Денис спорт менән шөғөлләнә, волейбол уйнарға ярата. Оҫта спортсыны ҡаланың һәр ойошмаһы үҙ командаһына уйнарға саҡырып тора.
Денис тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй. Байрамдарға ҡайтҡан саҡта ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙы ла үҙенең йырҙары менән биҙәргә өлгөрә ул. Киләсәктә тыуған яғына, Ейәнсура районына эшкә ҡайтырға ниәтләй. Аранжировкалар эшләү буйынса талантын камиллаштырырға теләй. “Уҡытыусыларҙың, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең өмөтөн аҡлап, ейәнсураларҙың данын тағы ла күтәрергә ине”, – ти Денис Йәнсурин.
Бар ергә өлгөр, тырыш, талантлы егеттең киләсәге өмөтлө. Ул үҙенең йырҙары менән республика эстрадаһында яҡты “йондоҙ” булып балҡыясаҡ әле.