08.03.2015 Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға тейеш!
Айгөл СИРАЖЕТДИНОВА, “Һылыуҡай” конкурсы лауреаты, матурлыҡ мәктәбе етәксеһе:
– Ҡатын-ҡыҙ бәхетенең бәләкәй генә серен асҡым килә: һәр ваҡыт ирегеҙҙе тыңлағыҙ. Тәү ҡарашҡа был бик ауыр. Ә ғәмәлдә иһә был – барлыҡ хыялдарҙы тормошҡа ашырыуҙың берҙән-бер еңел юлы. Ҡатын иренең әйткәндәре, ҡылған ғәмәлдәре менән килешә икән, һөҙөмтәлә теләгенә ирешә. Ниндәй ир үҙен ихтирам итмәгән, ололамаған ҡатынының теләктәрен үтәһен?!
Бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙең иң оло проблемаһы: ҡатын-ҡыҙҙарҙы ирҙәрсә көслө итеп тәрбиәләгәнбеҙ, сыныҡтырғанбыҙ. Балалар баҡсаһынан, сабый саҡтан уҡ көслө заттар кеүек маҡсатҡа ирешергә, көрәшергә, тырышырға өйрәтәләр. Шуға күрә ҡыҙҙар ғорур, ҡаты булып үҫә, ир-егеттәргә юғары талап ҡуя һәм бик оҙаҡ кейәүгә сыға алмай; яңғыҙлыҡҡа дусар булғандар ҙа бар. Сыҡҡандары иһә ирҙәрен ихтирам итмәй. Был һис дөрөҫ түгел. Ир менән ҡатындың ошондай үҙ-ара аралашыуын күреп үҫкән балалар уларҙан үрнәк ала һәм дөрөҫ тип иҫәпләй. Ә милләтебеҙҙең йолалары, ауыҙ-тел ижадына күҙ һалғанда, башҡорт ҡатындары сабыр ҙа, аҡыллы ла, олпат та, күндәм дә булған. Ошо матур сифаттарыбыҙҙы юғалтмаһаҡ ине. Ҡатындарға ирҙәрен ихтирам итеүен, ә йәш ҡыҙҙарға йомшаҡлыҡҡа өйрәнеүен теләйем.
Анжелика ЯКУСЕВА, йырсы, модель, халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе:
– Һылыулығы менән таң ҡалдырған, һоҡланғыс ысын башҡорт ҡыҙҙары меңдәрсә йырҙа данланған, риүәйәттәрҙә, әкиәттәрҙә һүрәтләнгән. Тарих буйынса, улар әҙәпле, күндәм, оялсан булған. Әммә, заманаларҙың үҙгәреүен иҫәпкә алып, башҡорт ҡыҙҙарының бөгөнгө һүрәтләмәһе көсһөҙ, нескә күңелле, оялсан булыуға тап килмәй. Әҙәплелек, әлбиттә, беҙҙең халыҡтың күрһәткесе, ул башҡорт ҡыҙҙарында мотлаҡ булырға тейеш.
Бөгөнгө йәмғиәттә башҡорт ҡыҙҙарында үҙ-үҙеңә ышаныс, маҡсатҡа ирешеүсәнлек, ҡәтғилек булыуы мөһим. Белем алыу, аҡыл кимәлеңде, булған талантыңды арттырыу, камиллаштырыу, матурлыҡҡа ынтылыу һәр ҡыҙға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә. Илебеҙ, заманыбыҙ менән бергә кешеләрҙең дә үҙгәреүен иҫәпкә алырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең гүзәл зат икәнебеҙҙе онотмайыҡ. Ир-егеттәр тәү сиратта беҙҙе асыҡ күңелебеҙ, көләс йөҙөбөҙ, уңған хужабикә, аҡыллы ҡатын булыуыбыҙ, тәмле ашыбыҙ, йыйнаҡ өйөбөҙ, матурлығыбыҙ өсөн ярата.
Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА, йырсы, автор-башҡарыусы, журналист:
– Иң беренсе ғаиләмде алыр инем! Хатта бәләкәс кенә сабыйым булһа ла, үҙемдән ҡалдырмаҫ инем. Юғиһә ҡайһы бер ғаиләләр, бала менән ял итеп булмай йәки баланан ял итеп ҡайтайыҡ тип, сабыйын ҡалдырып тороу яғын ҡарай. Бәлки, шулай арынып тороу кәрәктер, әммә ял иткәндә түгел. Ул һиңә тилмереп ятһын, ә һин донъя гиҙ, имеш. Әсә кеше балаһына ғүмер бүләк иткәс тә, ярты йөрәге балаһына күсә, тиҙәр. Шуға күрә ярты йөрәк менән генә кинәнеп ял итеп булмайҙыр, тим. Тағы ла телефонымды ҡалдырмаҫмын. Минең өсөн яҡындарым менән бәйләнештә тороу бик мөһим. Ә эш телефонына килгәндә... Хеҙмәт ҡатын-ҡыҙ өсөн хобби һымаҡ ҡына булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ижади үҫеш, аралашыу, күңел ҡәнәғәтлеге алыу урыны. Шуға күрә эште беренсе планға ҡуймайым, әммә уның менән дә элемтәлә булыуҙы хәйерлерәк күрәм. Асылым шундай: бөтә донъя минең менән, мин донъя менән хәбәрҙар булырға тейеш. Өсөнсөнән, мөмкин булғанса аҡса алыр инем (запас өсөн хатта кредитҡа ла). Ял урындарында бөтә нәмә лә ҡиммәт, ә ымһындырғыс экскурсиялар айырыуса күп. Барғас-барғас, барыһын да күрге, төрлө аттракциондарҙа балаларҙы уйнатҡы килә. Бала саҡта ныҡ хәтерҙә ҡала бит ул. Үҙебеҙгә эләкмәне, исмаһам, балаларҙың күңеле булһын тип, шул өс кенә көндө хәлдән тайғансы ял итеп, арып-талып ҡайтыр инек!
Дүртенсе әйберҙе лә алырға мөмкин булһа, флешка тултырып башҡортса йыр-моң алыр инем! Юҡ, ярамай, өс кенә әйбер, тиһегеҙ бит. Ярай, Канар утрауҙарында ла интернет аша "Юлдаш" радиоһын тыңларға була бит!
Фирүзә АБДУЛЛИНА, уҡытыусы, шағирә:
– Кем буштан-бушҡа юллама тоттороп ҡуйһын инде? Бер ҡасан да бушҡа бер нәмә лә алғаным булманы. Хатта лотерея алып та отҡаным юҡ. Тимәк, бәхетем тик үҙемдән генә тора, миңә бер нәмә лә бушҡа бирелмәй. Шуға өйрәнгәнмен инде! Суртан әмере буйынса йәки тылсымлы таяҡ ҡушыуы буйынса байлыҡ йәки бәхет булмай икәненә иманым камил. Ә шулай ҙа, ҡапыл шундай тәҡдим була ҡалһа, яҡындарымды ла бергә ял итергә алып китергә теләр инем. Тәү сиратта иремде алыр инем! Кемдер минең сумкаларымды күтәрергә, арҡама крем һөртөргә, күңелемде күрергә тейеш бит инде. Һыуһағанда һыу бирергә... Әлбиттә, һыу инеү өсөн махсус кейем, ҡара күҙлек, эшләпә, фотоаппарат, блокнот менән ручка. Ҡалғанын ирем теүәлләр әле! Һигеҙенсе мартта иркәләнеп алырға ярайҙыр бит? Ғөмүмән, ғаиләмдән тыш ял итә белмәйемдер ул мин. Был хаҡта уйлағаным да, маташҡаным да булманы. Балаларҙың хәлен белмәйенсә нисек ял итәһең инде?! Ә бөтәһен дә бергә алып барып булмағас, ниндәй ял булһын? Күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яҡындарым булһа, телефон да кәрәкмәй, интернет та, китап та, ҡул эше лә. Тыныс күңел менән яратҡан кешеләрем араһында ғына ял итә аласаҡмын, тип уйлайым.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА, шағирә, журналист:
– Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙға урын Хоҙай тарафынан әллә ҡасан уҡ билдәләнеп ҡуйылған: ул да булһа – ғаилә усағын йылы тотоу, һөйөклө ҡатын һәм әсә булыу. Ләкин беҙ үҙ күҙаллауҙарыбыҙ, амбициялар, баш бирмәү, иҡтисади яҡтан үҙаллы булырға тырышыу, рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереү һәм башҡа бик күп сәбәп арҡылы ул урынды икенсе ерҙәрҙән яуларға маташабыҙ, һәм әйтергә кәрәк, күптәребеҙҙең бик арыу ғына килеп тә сыға. Әммә күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны әйтә алам: өс институт бөтөп, әллә ниндәй ҙур ерҙә эшләп тә, шәхси тормошона мәлендә ваҡыты булмаған ханымдар ҙа, ҡырҡ йәшкә етәрәк ошо хәҡиҡәтте аңлап, нисек тә ғаилә ҡорорға, бәпес табып ҡалырға ынтыла. Тик байтағының мәле инде үтеп киткән булып сыға. Эйе, улар кейәүгә лә сығып, бәхетле лә булып өлгөрә ала әле, ләкин бер, уҙа барһа, ике бәпес табып, инде йәштәштәре өләсәй булыу шатлығын татығанда, яңы йүргәккә бата һәм, баламды аяҡҡа баҫтырғансы һау булһам ине, тип хәүефләнеп йәшәй.
Ҡатын-ҡыҙ иң тәү сиратта йәмғиәт тарафынан яҡлауға мохтаж. Әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргән оло донъяла һәр беребеҙ, ҡыҙ балаларыбыҙҙың яҙмышы яҡшынан булһын, тик һәйбәт кешеләр генә осраһын, тип теләй. Иренән уңмаһа, ә был бөгөнгө көндә бик тә ихтимал, үҙен үҙе ҡарай алһын, тип беҙ уларға юғары белем бирергә ынтылабыҙ, тағы ла карьеристар яһайбыҙ, иң беренсе үҙен, балаһын ҡайғыртырға өйрәтмәйбеҙ, сөнки киләсәге өсөн ҡурҡабыҙ. Был – бер хәрәкәткә килтерелгән ҙур машина. Шуның арҡаһында ҡатын-ҡыҙға илдә мөнәсәбәт йәһәт кенә ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫ әле. Барыһы ла ғаиләләге тәрбиәнән башлана, улдарыбыҙҙа гүзәл затҡа ихтирам тәрбиәләйек. Әгәр ҙә ир-егет автобуста ауырлы ҡатынға ла урын бирмәһә, күрше әбейгә утын индергән өсөн дә хаҡ һораһа, көндәлек йәшәйештә ҡатынының тормошон нисек тә еңеләйтергә тырышып тормаһа, уның йылына бер килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамында сәскә күтәреп йөрөүенән ни файҙа? Беҙ улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ, атайҙарыбыҙ тарафынан, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, тик йыш ҡына киреһенсә, үҙебеҙгә уларҙы яҡлаусы, һаҡлаусы булып йөрөргә тура килә. Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.
Дилбәр ҒӘЙНИЗАРОВА, радиожурналист:
– Үҫмер саҡта атай-әсәй, үҙемдән олораҡ туғандарым тарафынан ҡурсаланыуҙы тәбиғи тип ҡабул итә инем. Яндарына ултыртып, күҙ йәшемде һөртәләр, йыуаталар, кәңәштәрен бирәләр, ҡеүәтләйҙәр. Барыһы ла яҡшы буласағына өмөтләндереү генә түгел, ышандыралар ҙа. Йәшерәк ваҡытта, көслө зат нәзәкәтле ҡыҙҙарҙы борсоған мәсьәләләрҙе һә тигәнсе хәл итер өсөн генә донъяға яратылғандыр, тип уйлай торғайным. Әле иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йүнәлештә ҡарашым бер ни тиклем үҙгәрҙе. Бәлки, йыйылған тәжрибәм дә йоғонто яһағандыр.
Беҙ шул тиклем хыялыйбыҙ (барыһы ла түгел, әммә минең һымаҡ хис-тойғоға, фантазияға бай ҡатын-ҡыҙ күберәк) – тап ошо сифат беҙгә бар нәмәне лә үҙ ваҡытында ғәмәлгә ашырырға ҡамасаулай. Минең бер юлы ғаилә менән дә булғым, эштә лә үҙемде күрһәткем, концерт-тамашалар, башҡа төр яңы проекттар ҡарап, фекер уртаҡлашҡым да килә. Әхирәттәр менән осрашыу кисектерелгән, яратҡан шөғөлдәрем дә инде аҙналар буйы мине тыныс ҡына кәрзиндә көтөп ята (бәйләм, ҡәһүә ағастары, ҡағыҙҙан кәнфитле гөлләмәләр). Миңә 24 сәғәт етмәй, тип әйтә алмайым, ә уны һис кенә лә аҡыллы итеп бүлә белмәйем. Ә пландарым шул тиклем күп, уларҙы тиҙерәк ғәмәлгә ашырғы килә, тик бер генә кеше шул хәтлем оҙон исемлекте атҡарып сығырлыҡ түгел шул. Һөҙөмтәлә – кәйеф тә ҡырылыуы ихтимал, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ла юғала.
Беҙ берәүҙең дә ҡурсалауына мохтаж түгелбеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы үҙ-үҙенән, үҙенең иҫәпһеҙ хыялдарынан, фантазияһынан яҡларға кәрәктер, тип иҫәпләйем. Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙға урынын табыу ауыр түгел, ә иң мөһиме – гүзәллек сифаттарын һаҡлап ҡалыу зарур. Нәзәкәтлек, һығылмалылыҡ, йомшаҡлыҡ – ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл иткән сифаттар. Мин, ир-егеттәрҙең етәкселек урынын биләүе камиллыҡҡа килтерә, тигән ҡарашта. Ә гүзәл заттар үрҙәргә үҙе түгел, ир-атты үрләтһен ине. Уларға ошо бейеклектәргә артылыуға илһамландырыусы, ышандырыусы илаһи көс, муза булайыҡ…