RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәнгүзәл: Минән кәңәш

06.03.2015 Йәнгүзәл: Минән кәңәш

Йәнгүзәл: Минән кәңәшӘлиә ДӘМИНОВА,
китапханасы:
– Етенсе синыфта уҡығанда уҡ матурлыҡты һаҡлау менән ҡы­ҙыҡһына башланым. Әсәйем­дең иҫке журналдарынан төрлө ре­цептар­ҙы ҡырҡып алып, йоҡа дәфтәргә айырым рубрикалар бу­йын­са йәбештерә торғайным: сәс матурлығы, бит тиреһе өсөн битлектәр, «аҡ­ҡош муйыны», ма­тур тырнаҡтар, һығылмалы тән һ.б., һ.б. Тора-бара ул йоҡа дәфтәр матурлыҡ буйынса ҡалын китап-белешмәгә әйләнде. Шул ре­цептар­ҙы өлкән си­ныф­тарҙа уҡығанда фай­ҙаландым: мунса ингәндә сәсте әсегән һөт, эремсек һыуы менән йыу­ҙым, кесерткән, дегәнәк тамыры, ҡайын япрағы төнәтмәләре менән сайҡаным. Йомортҡа, сүпрә, бал менән битлектәр яһаным. Сәсте тәрбиәләгәндә битемә, муйыныма һөт, эремсек һыуы, кефир һөрттөм.
Әлеге ваҡытта үҙ йәшемә ярашлы төрлө битлек рецептарын интернеттан алам, дәфтәремә лә йыш ҡына күҙ һалам. Көн дә кисен күҙ ҡабаҡтарына, биткә, декольте зонаһына, муйынға, ҡулдарыма май һөртәм. Мә­ҫәлән, бойҙай бәбәге, жожоба майҙары күҙ тирәһендәге һырҙарҙы бөтөрә. Амарант майына бөтөнләй ғашиҡмын – тире күҙ алдында йәшәрә, һырҙар кәмей, көрән таптар ағара. Был майҙар дарыуханаларҙа һатыла, хаҡтары ла ныҡ ҡиммәт түгел. Шулай уҡ Е витамины ҡушылған глицеринды ла битемә, муйыныма, декольте зонаһына һөртәм (тейешле иғтибар бүлмәһәң, улар беҙҙең йәште шунда уҡ «һата» бит). Мунса, душ ингәндә бар тәнгә пилинг яһарға ла онотмайым.
Матурлыҡты эстән һаҡлау өсөн нисә йыл рәттән көн дә иртән һоло бутҡаһы ашайым. Һоло ярмаһына кистән кефир, һөт йәки йогурт ҡойоп болғап ҡуям да, иртән бер нисә бөртөк йөҙөм, күрәгә ҡушып, тәмләп ашайым. Көн буйына һыу эсәм, бер урында тик ултырырға яратмайым, күп хәрәкәт итәм.
Миңә үҙ-үҙемде тәрбиәләү, ҡарау бик оҡшай. Әлбиттә, өс-дүрт тапҡыр ғына биткә битлек эшләгәндән һуң һөҙөмтә күренмәйәсәк. Ыңғай һөҙөмтәне күрер өсөн айҙар буйына бер туҡтауһыҙ көн дә көс һалырға тура киләсәк. Ләкин йәшәреп китеүеңде башҡалар ҙа күреп, комплимент яуҙырһа, көҙгөгә ҡараған һайын ҡарағың килһә, үҙеңде бер башҡа үҫеп киткәндәй тояһың, ләззәт кисерәһең. Үҙ-үҙеңде яратһаң, башҡалар ҙа һиңә битараф ҡала алмай – был, ысынлап та, шулай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»