06.03.2015 Урал батыр рухы һаҡлай, яҡлай башҡортон
йәки Ҡайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!
Айҙың һуңғы көндәрендә февралдең сағыуыраҡ йылытҡан ҡояшы Байым ауылына йәм, нур, яңырыу өҫтәп, ғәжәйеп бер мөғжизә бүләк итте: районыбыҙ халҡы билдәле сәсәниә Розалиә Солтангәрәеваның халҡына ташлаған оранын күтәреп алды – мәшһүр "Урал батыр" эпосына арналған тамаша үткәреп, күңелен бөтәйтте. Бындай мәртәбәле эш райондан-районға күсеп, бөтә Башҡортостаныбыҙҙы урап сығырға тейеш. Ә беҙҙең районда “Урал батыр” эпосына, тимәк, быуаттар төпкөлөнән килгән халҡым аҡылына, дан йырлау байымдар өлөшөнә эләкте.
Байым ауыл клубында йыйылған халыҡ мәртәбәле ҡунаҡтарҙы – сәсәниә Розалиә Солтангәрәеваны, район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге мөдире Лениза Сәғәҙиеваны, сәсәниәбеҙ Хәнифә Әүбәкированы, район ағинәйҙәре етәксеһе Роза Таһированы йыр-моң, ҡымыҙ, сәксәк менән ҡаршы алды. Мәҙәниәт йорто фойеһында Байым ауыл китапханаһы ойошторған күргәҙмәләр ҙә мәғлүмәткә бай, зауыҡлы ине. Батырыбыҙ рухы был башланғысты яҡлап йөрөтәлер: бөтә нәмә лә юш ҡына килеп торҙо, көн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, зал да шығырым тулы ине. “Күбәләк биҙәктәре” фольклор ансамбле инәйҙәре эпосты яттан һөйләп, тамашаны башлап ебәрҙе. Уларҙы бер-бер артлы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы алмаштырҙы. Бер аҙҙан сәхнәгә Урал батыр үҙе күтәрелде. Уны Байым ауыл мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәитғәлин кәүҙәләндерҙе. Шундай ғорур бәһлеүән, ил азаматы, ер атаһының үҙе халыҡҡа мөрәжәғәт итеүе тамашаның бәҫен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе. Улдарына, тимәк, бер үк ваҡытта башҡорт халҡының бөтә уландарына, әйткән һүҙҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Артабан хужалар атты ҡунаҡтарға туғарҙы. Лениза Сәғәҙиева олуғ эшебеҙгә район етәкселегенең фатихаһын еткерҙе, ағинәйҙәр исеменән Роза Таһирова сығыш яһаны. Районыбыҙ сәсәниәһе Хәнифә апай Әүбәкирова эпосты һөйләүселәр араһында иң беренселәрҙән булыуы менән билдәле. Был юлы ул Һомайҙың һүҙҙәрен бәйән итеп ишеттерҙе. Розалиә Солтангәрәева сәхнә түренә сығып баҫҡас, залда ултырыусы халыҡ бер аҙға тын ҡалды. Тамашасыларҙы тәбрик иткәндән һуң, ул бөйөк “Урал батыр”ҙан Аҡбуҙат монологын көйләп ишеттерҙе.
Сәсәниәбеҙ ташҡа баҫылған рухи хазиналарыбыҙ – китаптар бүләк итте. Байым ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, урта мәктәбе, сараны уҙғарырға ярҙам итеүсе ҡайһы бер айырым кешеләр ғалимә ҡулынан бүләк алыу бәхетенә иреште. Башҡорт халҡы борон-борондан бер ергә күмәкләп йыйылғанда теләк теләү, ҡот ҡайтарыу кеүек йолаларын үтәмәйенсә таралышмаған. Был юлы ла ҡағиҙәнән ситкә тайпылманыҡ – ауыл мәҙәниәт һарайының көмбәҙҙәрен яңғыратып, ҡот ҡайтарыу йолаһын атҡарҙыҡ. Йәшәһен халҡым, илебеҙ имен булһын, телебеҙ бөтмәһен, рухыбыҙ зәғифләнмәһен, тип теләктәр теләнек.
Мәрзиә ЮЛАМАНОВА.
Әбйәлил районы,
Байым ауылы.