20.02.2015 Улар ябай халыҡты зар илатҡан
Гәзиттең 1-се һанында «Ҡасҡын ҡатындары», ә 3-сө һанда «Ҡасҡындар беҙҙә лә булған» тигән мәҡәләләрҙе уҡығас, мин дә үҙ белгәндәремде бәйән итмәксемен. Һәр заманда ла ҡасҡындар булған, әммә совет власы, һуғыш, ил яҙмышы хәл ителгән мәлдә, халыҡҡа иң ауыр осорҙа уларҙы ыҙалатып, ҡасҡын булып йөрөгәндәрҙе Бейеш, Буранбай, «Шоңҡар» поэмаһындағы Әхмәткә тиңләргә ярамай. Башҡорт халҡында ауыҙ-тел ижады юғары үҫешкән. Ҡобайыр, бәйеттәр телдән-телгә күсеп, беҙгә килеп еткән.
Абдулла ҡараҡ беҙҙең яҡтарҙа йөрөгән. Уның ҡасҡын дуҫтары күп булған. Уларға Белорет районының Хөсәйен ауылы муллаһы етәкселек итә. Беҙҙең Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылынан Ғәлиәхмәт Усманов, Амангилденән Нәбиулла Рәхмәтов һәм Әбделғәзенән Ғәббәс (фамилияһын онотҡанмын) ағаһы улар менән йөрөгән. Беҙ бала саҡта, ҡылған яуызлыҡтары хаҡында зыян күргәндәрҙән ишетеп үҫтек. Яуыз енәйәттәрен иҫбатларға документтарыбыҙ булмаһа ла, дәлилдәр күп (документтар элекке НКВД архивтарында һаҡланырға тейеш). Абдулла 2 килограмм он өсөн йәнен йәлләп ҡасҡын булып киткән, ябай халыҡты, туғандарын, бала-сағаһының киләсәген уйламаған. Улар ат урлау менән шөғөлләнә. Ғәббәс ағай, урланған аттарға документты үҙем эшләнем, тип һөйләй ине. Ошо аттар өсөн яуаплы булған күпме үҫмер малай, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро (ир-ат – фронтта) төрмәгә эләккән. Ҡасҡындар тарафынан күпме ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы ҡыйралған. Быларҙы ғәфү итеү мөмкин түгел. Бәлки, ҡасҡындар араһында зарураттан йөрөгәндәре лә булғандыр. Ундайҙар, төрмә ваҡытын тултырғас, тормошта үҙ шөғөлөн табып, тынысланып йәшәне. Кешеләрҙең нәфрәтенә, ҡарғышына түҙә алмағандары, судлашып, ауыл советы, милиция тупһаларын тапаны. Халыҡтың хәтере тәрән. Нәбиулла Рәхмәтовты Ҡаҙмаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Ҡырҡты буйында, Ырғайҙы йылғаһында атына һыу эсергәндә күрә. Йылҡылдап торған көр атҡа атланған ҡасҡын бик затлы, ауыл халҡы төшөндә лә күрмәгән кейемдә булған. Атыбыҙҙы алып китә яҙҙы, инәлеп, ялбарып илап, саҡ күндерҙек, ти апайҙар.
– Мине күреүегеҙ хаҡында берәйһенә әйтһәгеҙ, төндә килеп, атып китәм, – тип янаған ул. Ул замандағы 10 – 12 йәшлек ҡыҙҙар хәҙер – оло инәйҙәр. Үҙҙәренең ҡасҡындар тураһында белгәндәрен әле лә һөйләп ултыралар. Нәбиулла Рәхмәтов Ирәндек буйындағы Таһир, Һәмән ауылдары тирәһендә тотола. Ул барып йөрөгән ҡатын, өйҙә кеше булһа, тышҡа таҫтамал элгән. Оҙаҡ күҙәткәндән һуң, бер милиционер быны һиҙеп ҡала һәм ҡатын күрмәгәндә таҫтамалды ала. Ҡасҡынды тотҡас, ауылына – Амангилдегә алып киләләр. Ауылдаштары уға ташланып, бер күҙен сығара һуға.
– Күҙе иҙәндә сәсрәп ятып ҡалды, – тип һөйләнеләр аҙаҡ. Ҡасҡындарҙың атаманын, Хөсәйен ауылы муллаһын, Рәз тауына ҡарай ҡамайҙар. Уның башына менеп еткәс, мулла, көпөһөнөң итәген ҡанат кеүек йәйеп, аҫҡа һикерә һәм иҫән-имен төшөп ҡаса. Уның артынан һикергән милиционерҙың аяғы һына. Атаман һуңыраҡ барыбер тотола.
Ғәлиәхмәт Усмановты Рыҫҡужа ауылы янында, һыу буйында үҫкән оло тирәк башынан тоталар. Ул – көндөҙ тирәк башында, ә төндә кәртәһендә, йортонда эш менән булышҡан.
Ҡасҡындарҙың һәр береһен ун йылға хөкөм итеп, этап менән Монголияға, фронттағы аттар өсөн бесән әҙерләргә ебәргәндәр.
Айһылыу ХӘСӘНОВА.
Әбйәлил районы,
Рыҫҡужа ауылы.