RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

23.01.2015 Ә беҙҙең ауылда...

Мөслимә ФӘТТӘХОВА,
Әбйәлил районы, Әлмөхәмәт станцияһы:

– Мин Әлмөхәмәт ауыл хакимиәте биләмәһендә уҙғарылған бер нисә сара тураһында һөйләмәксемен. Беҙҙең яҡтарҙа һәр ваҡыт әүҙем тормош бара, ниндәйҙер ваҡиғалар булып тора. Бер нисә көн элек Сиҙәм ҡасабаһы мәсете имамы матур сараға – Мәүлит байрамына йыйып алды. Гөлнур абыстай һәм Рәжәп Юлдыбаевтар ғаиләһе менән дин юлында. Бәйғәмбәрҙе иҫкә алып, мөнәжәттәр әйтеп, доғалар ҡылып, намаҙ уҡып билдәләнек.
Беҙ боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеү буйынса ла эштәр башҡарабыҙ. Үҙем, ағинәйҙәрҙе саҡырып, бала тыуғас салына торған “Ғаҡиҡа” ҡорбанын салыу мәжлесе үткәрҙем. Малайға – бер, ҡыҙ балаға ике ҡорбан салына. Беҙҙең Гөл­мирә ейәнсәребеҙгә арналды был ҡорбан. Алты ауылдан килделәр. Ҡөрьән уҡып, теләктәр теләп, йәштәргә күрһәтеп, еренә еткереп атҡарҙыҡ был эште.
Яңы йылдан алда ла байтаҡ ваҡиға булды. Әлмөхәмәт ауылынан Баҙыян Ғәлләмова ҡорбан салып, ҡунаҡ йыйҙы, бер юлы аласығына эшләгән музейын тамаша ҡылдыҡ, талҡан эшләү серҙәре менән дә таныштыҡ. Сиҙәм ҡасабаһынан Сәкинә Мәғәфүрова бер юлы өс ейәнен әрме сафтарына билдәле булған йо­лалар­ҙы башҡарып, йәшен-ҡартын ҙур ҡунаҡҡа йыйып, оҙатты. Әбдрәш ауылынан Менәүәрә Хөсәйенова ла ҡорбан салып, йәш балаға бетеү тағыу йолаһын күрһәтте.

Ғәлимә ИШБУЛАТОВА,
Благовар районы, Һарайлы ауылы:

– Ҡәнзәфәр бей исемендәге Һарайлы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә ауылыбыҙҙың иң оло ағинәйе Рәсимә апай менән осрашыу үтте. 88 йәшен тултырған ағинәй оло булыуына ҡарамаҫтан, ул балаларға дини тәрбиә бирә, Ҡөръән уҡый, аят аштары үткәрә. Тормош иптәше Әнәс менән өс бала ҡарап үҫтерәләр. Улар инде үҙҙәре үк күптән олатай-өләсәй булған, матур тормоштары менән башҡаларға үрнәк. Әлеге ваҡытта Рәсимә апай ҡыҙы Флоридала ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй. Ауылдарҙа ныҡлы иман менән халыҡты дингә, белемгә әйҙәүсе бындай ил инәләренең булыуы оло шатлыҡ.

Фәниә ТАЖМӨХӘМӘТОВА, Бүздәк районы:
–Балаларҙың оҙайлы ҡышҡы ялдарын Килем ауылы китапханаһы менән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре күңелле һәм матур ойошторғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтке килә. Күңелле Яңы йыл тамашаһын ҡуйыуға күп тә ваҡыт үтмәне, улар балаларҙы “Ҡышҡы мөғжизәләр” кисәһенә йыҙы. Байрамда ауыл ғына түгел, ә ҡышҡы ялдарға туған-тыумасаһына ҡунаҡҡа килгән бөтә балалар ҙа ҡатнашты. Йыр-бейеү, уйын-көлкө, йомаҡтар менән үрелеп барған был байрамда рәссамдарға ла айырым конкурс үткәрелде. Һәр бала тәмле күстәнәстәр менән һыйланды. Шулай уҡ китапханасы Рита Зөбәйерова, бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы “Яҡты эҙ ҡалдырып” кисәһе уҙғарып ауыл халҡын ҡыуандырҙы. Әҙәбиәт йылының тәүге әҙәби кисәһе ауыл халҡын китап уҡыуға, ижад менән ҡыҙыҡһыныуға әйҙәне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»