RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Кейәүгә йәштән сығырға кәрәк”

16.01.2015 “Кейәүгә йәштән сығырға кәрәк”

“Кейәүгә йәштән сығырға кәрәк” “Кейәүгә йәштән сығырға кәрәк” йәки 16 йәшендә генә килен булып төшкән алсаҡ, ихлас еңгәйемдең сәйен эсмәйенсә, үҙе менән серләшмәйенсә китмәйем.
Бынан теүәл 20 йыл элек матбуғатта иң тәүге мәҡәләм сыҡты. Ауылыбыҙға килен булып төшкән 16 йәшлек кенә енгәйебеҙ Рәйхана Шәйәхмә­тованың беҙгә, мәктәп балаларына, бейеү түңәрәге асыуы тураһында ине ул. Бер осорҙа буй еткергән егермеләгән ма­лай-ҡыҙҙы көйҙө тойоп, “әҙәмсә” бейергә өйрәткән еңгәй менән һаман да дуҫлығыбыҙ дауам итә. Ейәнсура яҡтарына, тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын уның йылы сәйен эсмәйенсә, серләшмәйенсә китмәйем. Ул миңә һәр саҡ тормошта өлгө булып тора.

Шаян һүҙле, алсаҡ күңелле еңгәй менән эшсән, йомарт, изгелекле Флорис ағай шул тиклем пар килгәндәр, ундайҙар хаҡында, һуйған да ҡаплаған, тиҙәр. Ҡотло донъялары, изгелекле балалары, ҡунаҡсыллыҡтары, ярҙамсыл булыуҙары менән һәр кемгә үрнәк булырлыҡ матур ғаилә улар. Тик яҡындан аралашҡан кешеләр генә уларҙың тормоштоң ниндәй шарттарында һәм ниндәй юлдары менән ошондай өлгөлө матурлыҡҡа килеп еткәнен аңлай алалыр.
Күрше ауылға киске уйынға барған Флорис ағай, еңгәй менән танышҡас, уның үҙенә лә әйтеп тормайынса, әсәһенән ҡыҙын кәләшлеккә һорай. Ниндәй тылсымлы һүҙҙәр һөйләгәндер, вәғәҙәләр биргәндер, уныһы һаман да сер булып ҡала. Әммә беҙҙең ағай, уның ризалығын алып, кәләшле булды. Килен булып төшкәнендә еңгәйгә 16 ғына йәш ине. Бала­лыҡтан да сығып етмәгән үҫмер ҡыҙ, бәлки шуғалыр ҙа беҙҙе, би­кәстәрен, үҙ иткәндер. Кис ултырыу­ҙарға, тыуған көндәргә гел бергә йөрөнөк, буй еткереп, киске уйынға йөрөй башлағас, ул беҙҙең өсөн серҙәш тә, кәңәшсе лә булды.

– Аралығы алты саҡрым ғына булған Абзан менән Юлдаш ауылдары минең өсөн икеһе ике донъя кеүек ине. Ауылдың ауылға оҡшаш түгеллеген шул ваҡытта ғына аңланым. Тәүҙә ҡәйнештәрҙең, бикәстәрҙең шаяртыуы ла ҡаты кеүек күренде. Нисауа, мин дә яуап биреп өйрәндем. Әммә Юлдаштың кешеләре шул тиклем алсаҡ, ярҙамсыл бит ул: һәр береһе хәл һораша, белмәгән эш булһа, кәңәштәрен бирәләр. Был ауылдың ҡыҙҙары 5 – 6 йәштән шәл бәйләй, ә минең уйымда ла юҡ. Иң тәүҙә ҡәйнәм, йомғаҡ менән энә тоттороп, бейәләй бәйләргә ултыртып ҡуйҙы. Ярай, тәүгеһен нисек бәйләргә икәнен өйрәтте, әммә икенсеһен бәйләргә ултырғайным, бер ни ҙә иҫтә ҡалмаған. Шунан һеҙгә барып, нисек бәйләргә икәнен яҙып алып, шулай өйрәндем ҡул эшенә. Тағы ла ҡәйнәм ҡайҙалыр ҡунаҡҡа киткәнендә, бына һөт, ҡыҙыл эремсек яһарһың, йәме, тине. Килендәшемә барып, нисек яһарға икәнен һораным да эшкә тотондом. Утын шәп яҡҡанмындыр инде, яртылаш көйгән тәүге эремсек табынға килеп ултырҙы.

Үҙ ауылымда йыр-бейеүҙәр менән һәр концертта ҡатнашып йөрөнөм. Шау-гөр килеп торған “үҙәк” ауылдан һуң Юлдаштың тынлығына ауыр өйрәнелде. Клубта ҡырҙан килгән концерт-спек­таклдәр­ҙән башҡа саралар үткәрелмәй, шуға ла мәктәптә бейеү түңәрәге асып ебәрҙем. Нисек ҡәйнәм менән Флорис ағайың риза булды икән, хәҙер ҙә аптырайым. 2 – 3 тапҡыр концерт ҡуйҙыҡ, үҙем дә йырланым. Тик ниңәлер һүрелеп, туҡтап ҡалды ул эш, – тип иҫләп ала еңгәй.
Колхоздарҙың көрсөккә терәлеп, ауыл халҡының аҡсаға мохтажлыҡ кисергән сағында, еңгәй ме­нән ағай аптырағандың көнөнән Хәйбулла районының ул ваҡыттағы миллионер “Маҡан” совхозына күсеп китә. Тик аҡса ваҡытында түләнеүгә лә, торлаҡ биреүҙәренә лә ҡарамайынса йәш ғаилә сит төйәккә берегә алмай.

– Ул яҡтарҙа үткән ғүмер нисектер ваҡыт юғалтыу кеүек булып ҡалды. Әгәр ҙә шул ваҡытта китмәйенсә баштан Юлдашта йорт һала башлаған булһаҡ, бәлки, Флорисҡа Себер яҡтарына китеү ҙә кәрәкмәҫ ине. Ҡартатаһы мәрхүмдең йортона төпләнгәс, ул ошо нигеҙҙә ҙур, матур йорт һалырға хыяллана башланы. Ә аҡса ла, эш тә юҡ. Кемдәндер ишетеп ҡайтып, Себер яҡтарына вахта менән эшкә барыр­ға булып китте. Ул ваҡыттағы илау­ҙарым… Хәҙерге кеүек һәр икенсе ир ситтә эшләмәй ине ул заманда. Аҡсаһыҙ йәшәргә лә риза инем, тик ул ғына китмәһен. Йәшәй башлауыбыҙға ун йыл да юҡ, ә һинең минең менән бергә булғың килмәй, тип үпкәләнем ағайыңа. Ҡаршы булыуыма ҡарамайынса китте. Үҙемде ташланған кеүек һиҙҙем. Аҡса алып ҡайтҡас та шатлыҡ һиҙелмәне, байрамдары, дуҫ-иштәре күбәйҙе. Ул ваҡыттағы әрләшеүҙәр китап яҙырлыҡ булды. Бер нисә йыл шулай дауам итте. Аҙаҡ, әллә үпкәләүҙәр­ҙең ярҙамы тейҙе, әллә үҙе арыны, нисектер хәл яйға һалынды. Эш­ләгән аҡсаһын йорт-ҡураға тотона башланы, эсеүен дә һирәкләтте. Мин дә тынысландым, хәҙер инде һәр икенсе ир ғаиләһен аҫрар өсөн сит тарафтарға юллана. Өй һалып сыҡтыҡ, машина һатып алдыҡ. Бер аҙ йөрөнөк тә, уныһын улыбыҙ Рәзилгә бирҙек, үҙебеҙгә яңыһын алдыҡ. Хәҙер балалар уҡыр­ға инде, оҙаҡламай парлаша ла башларҙар, яйлап туйға йыйынтыҡ әҙерләргә кәрәк, унан ейәндәр ҙә булыр. Бына шундай бөтмәҫ мәшәҡәт, татлы хыялдар менән кеше һәр саҡ алға табан бара. Әгәр улар булмаһа, йәшәүҙең дә ҡыҙығы ҡалмаҫ ине, – тип үҙ ғаиләһе хәлдәрен һөйләй еңгәй.

Улдары Рәзил – Салауат педагогия колледжының һуңғы, ә ҡыҙҙары Розалия тәүге курсында белем ала. Хәҙер инде өйҙә төпсөктәре Флорида ғына ҡалды. Ҡартатаһы нигеҙендә төпләнгән Флорис ағай ауылдаштарына ла, туған-тыумасаһына ла һәр саҡ ярҙамсыл. Тирә-яҡтан килгән дуҫтарына һәм туғандарына ишектәре асыҡ, һый-хөрмәте әҙер. Эштән ҡайтҡан йорт хужаһы ялын мотлаҡ ғаиләһе менән бергә үткәрергә тырыша. Бөтә Башҡортостанды урап сыҡтыҡ, ти улар.

– Борон башҡорттар бушҡа ғына ҡыҙҙарҙы йәштән кейәүгә бирмәгәндер ул. Йәшәү урынын хәстәрләмәйенсә, белем алмайынса, һис кейәүгә сыҡмаҫ инем. Ә ул ваҡытта уйланмаған. Аҡыл ултырғас сыҡҡан булһам, тормош ҡороп йәшәргә сабырлығым да етмәҫ ине, бәлки. Йәш саҡта бит, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла, шулай тейеш, тиһең дә йәшәй бирәһең. Ныҡыш­малылыҡ та, тәүәккәллек тә күберәк була, бер-береңә өйрәнеүе лә еңелерәк. Бер генә нәмәгә – ситтән тороп булһа ла белем алмағаныма үкенәм. Ҡалғанына шөкөр итеп, шатланып йәшәйем. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ир ҡулында, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ағайың барыбер, өй, ғаилә, балалар, тип өҙөлөп тора. Уның эштән ҡайтыр ваҡыты етһә, өй эсенә байрам төҫө инә. Йәш саҡ нисек тә уҙа, ҡалған ғүмеребеҙҙе матур итеп балалар шатлығын күреп йәшәргә яҙһын инде, – тине еңгәй хушлашҡанда.

“Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам”, – тип йырлана башҡорт халыҡ йырында. Тик мин Рәйхана һәм Флорис Шәйәхмәтовтарҙың тормошона ҡарап ҡыуанам ғына. Йәшләй генә ғаилә ҡороп, ауылымдың күрке һәм йәме булып йәшәүҙәренә, шундай киң күңелле еңгәйле булыуыма шатлығымдың сиге юҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»