RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхет – ул үҙеңде тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә тулыһынса асыу

09.01.2015 Бәхет – ул үҙеңде тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә тулыһынса асыу

Бөгөнгө мәҡәләбеҙ ғаиләһе менән Германияла донъя көтөүсе башҡорт ҡыҙы Гөлназ тураһында. Ул эшләй һәм үҙенең яратҡан шөғөлө – ҡиммәтле металдарҙан би­ҙәүестәр эшләргә лә ваҡыт таба. 2006 йылда “Һылыуҡай” республика гүзәллек конкурсында ҡатнашып, икенсе урын яулағайны. “Мин башҡортмон һәм был минең булмышымды билдәләй”, – тине ул ғорурлыҡ менән.

Башҡорт 2.0. Гөлназ, һин нимә менән шөғөлләнәһең? Белеүемсә, биҙәүестәр яһайһың. Был ярат­ҡан шөғөлмө, әллә төп эшеңме?
Гөлназ. Был шөғөл генә. Ювелир биҙәүестәрен яратам. Был минең йомшаҡ яғым. Эшем буйынса йыш ҡына Кавказда булам, беҙҙең төп клиентыбыҙ – ундағы алтын та­быу­сы компания. Тап шундағы көмөштө үҙем өсөн астым. Этник биҙәүестәрҙе, төҫлө таштарҙы яратам – Көнсығыш тамырҙарым һиҙелә. Тәүҙә үҙемә һатып ала торғайным, артабан әхирәттәрем минән күреп һорай башланы, заказ бирәләр. Хәҙер “Бәйләнеш­тә” сайтында махсус каталогым да бар, бәлки, онлайн-магазинға ла барып етермен.
Төп эшем, әйтеп үтеүемсә, Европанан БДБ илдәренә сауҙа һәм экспорт. Үҙемдең эшемде бик яратам, уның ярҙамында төрлө кешеләр менән төрлө телдәрҙә аралашам, илдәр буйлап командировкаға йөрөйөм. Оҡшаш эш өлкәләре менән таныша башлай­һың: логистика, транспорт, донъя иҡтисады. “Тәмле” заказдар ҙа була – туңдырма етештереү йәки колбаса цехы ҡорамалдары, “күңеллеләре” лә осрай – коллегаларым менән бөтә Европа буйлап бер көнлөк себештәрҙе урындан-урынға күсереүсе контейнерҙар эҙләйбеҙ. Күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ. Шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ ҙур: транспорт декларацияларын һәм башҡа документтарҙы дөрөҫ төҙөүебеҙгә тауарҙарҙың сик аша сығыу-сыҡмауы тура бәйле.

Башҡорт 2.0. Нимәлер эшләргә һине кем илһамландыра?
Гөлназ. Ирем, ҡыҙыҡһыныуым, ғаиләм, танылыу, ҡайһы саҡ са­маһыҙ ихтыяж, мине һоҡландырған кешеләр – төрлө ваҡыт төрлөсә.

Башҡорт 2.0. Германияла ҡул эше нисек баһалана?
Гөлназ. Ҡул эштәрен бында бик ҡиммәт баһалай­ҙар, күлдәк тегеү йәки диуар буяу булһынмы, бындай хеҙмәт ҡиммәт тора. Әйткәндәй, биҙәүестәрем немец ҡатын-ҡыҙҙарын ҡыҙыҡһындырмай. Улар өсөн биҙәүестәрем бигерәк сағыу, бигерәк күп. Минең клиенттарым – башҡорттар, украиндар һәм рустар.

Башҡорт 2.0. Матурлыҡ тураһында бер нисә һүҙ. Был һүҙ һиңә нимәне аңлата? Ниндәй кешене һин матур тип атар инең?
Гөлназ. Тышҡы матурлыҡ тура­һында һүҙ барғанда, пропорцияларҙың (тән, йөҙ) һәм төҫтәрҙең гармонияһы, уңышлы һайланған кейем, прическа, яғымлы тауыш, атлап йөрөү. Эске матурлыҡҡа килгәндә, минеңсә, изгелек, баш­ҡа кешеләргә, бала­лар­ға, ололарға ҡарата яғымлы булыу, позитивлыҡ, ҡыйыу­лыҡ, нәзәкәтлек, башҡаларға ҡарата негативтан һәм ҡара көнләшеүҙән азат булыу һәм башҡалар матурлыҡ һанала ала. Ике билдәләнеш тә бер кешелә булһа, бигерәк тә яҡшы. Әммә тышҡы матурлыҡ йылдар менән юғала, баналь булһа ла, эске матурлыҡ өҫтөнөрәк.

Башҡорт 2.0. Заман ҡыҙының тышҡы ҡиәфәте ниндәй булырға тейеш?
Гөлназ. Әлбиттә, үҙен тәрбиәләгән, урынлы, ваҡытлы, йәшенә ҡарап килешле кейенгән, тән ауырлығын һәм телмәрен күҙәткән булырға тейеш. Миңә буялған оҙон тырнаҡтар, артыҡ макияж, силикон һәм манералыҡ оҡшамай.

Башҡорт 2.0. Һиңә нимә мөһимерәк – ғаиләме, карьерамы?
Гөлназ. Төрлө ваҡытта төрлөсә яҙыр инем: йәш саҡта – карьераға, кейәүгә сыҡҡас та ғаиләгә өҫтөнлөк бирер инем. Хәҙер икеһен дә бер тигеҙ алып барыу үҙем өсөн мөһим икәнлеген аңлайым. Ғөмүмән, бәхет – тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә үҙеңде аса алыу.

Башҡорт 2.0. Гөлназ, сит илдә йәшәргә бала саҡтан уҡ хыялландыңмы?
Гөлназ. Юҡ, әммә сәйәхәт итергә хыялландым.

Башҡорт 2.0. Германиялағы тормош тураһында бер аҙ һөйләп үтһәңсе.
Гөлназ. Германияла барыһы ла икенсе төрлө. Миңә урындағы бар нәмәләге тәртип оҡшай: урам, юлдарҙан башлап документтарҙы алып барыуға тиклем. Бөтәһе лә һаулыҡ һораша, йылмая, емерек йөҙлө кешеләрҙе осратмаҫһың тиерлек. Медицина, белем биреү бөтөнләй икенсе кимәлдә. Илдең ҡайһы мөйөшөндә лә – цивилизация. Ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ға мөғәмәлә икенсе төрлө. Немецтар, ғөмүмән, икенсе төрлө кешеләр. Улар эшсән, бик күп эшләй­ҙәр. Икенсе донъя һуғышынан һуң Германия емерек хәлдә булһа, әммә шул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә донъя талаптарына тап килерлек юғары кимәлдәге ил итеп күтәрҙеләр. Икенсе яҡтан ҡарағанда, улар аҙ ял итә һәм күңел аса. Ҡапыл ғына киноға ла бармайҙар, мотлаҡ планлаштырырға кәрәк. Ҡунаҡҡа килер булһаң, ваҡытын теүәл итеп ике аҙна алдан уҡ әйтеп ҡуясаҡтар. Әхирәттәрем менән берәй ергә барырға булһам, улар блокноттарын сығара һәм буш ваҡыт эҙләй башлай. Тағы ла немецтар зарланырға ярата, сәбәп булмаһа, тәбиғәт торошона булһа ла. Уларҙың һөйләшеү манераһы шундай.

Башҡорт 2.0. Сит илгә күскәндән һуң нимә үҙгәрҙе?
Гөлназ. Барыһы ла, моғайын. Минең күсенеүем тормошомдағы мөһим ваҡиғаға – университет тамамлау осорона тура килде. Университет, яңы дуҫтар, икенсе менталитет, икенсе тормош…

Башҡорт 2.0. Тыуған илеңде һағынаһыңмы? Бик ныҡ ҡайтырға теләгән минуттарың буламы?
Гөлназ. Әлбиттә, һағынам! Әсә­йемә, туғандарыма шылтыратам, башҡорт йырҙарын тыңлайым, өйҙә балаларым менән башҡорт бейеү көйҙәренә бейейем, бишбармаҡ, манты, сәк-сәк бешерәм. Йәки Башҡортостанға осам.

Башҡорт 2.0. Киләсәктә ҡайҙа йәшәргә ниәтләй­һең?
Гөлназ. Әлегә Германияла. Әле балаларым бәләкәй, алыҫҡа китә алмайым. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы янындағы киске мәктәптә бухгалтер иҫәбен һәм аудитты өйрәнәм. Миңә бухгалтерия эше бик оҡшай. Өйҙә ултырып эшләп, ғаиләм янында оҙағыраҡ булыу мөмкинлеген эҙләйем.

Башҡорт 2.0. Гөлназ, ғаиләң тураһында ла һөйлә әле.
Гөлназ. Кейәүҙәмен, бер тиҫтер ике балабыҙ бар – малай һәм ҡыҙ. Кешеләр, игеҙәк түгелдәрме, тип һорай. Тағы ла әсәйем һәм ағайым бар, уларҙы ныҡ һағынам. Атайым бер йыл элек вафат булып ҡалды... Үҙеңдең балаларың тыуғас, атай-әсәйеңде нығыраҡ аңлай башлайһың. Бына атайым менән ултырып һөйләшкем, бала сағымды, олатай-өләсәйемде иҫкә алғым килә, ә ул инде юҡ…

Башҡорт 2.0. Киләсәккә пландарың?
Гөлназ. Күп! Башҡортостанда фирмабыҙҙың филиалын булдырырға теләйем. Йылдам аудиторлыҡ менән шөғөлләнеп, үҙемә эшләргә ине. Бәлки, өсөнсө бала табырбыҙ.

Башҡорт 2.0. Нимә тураһында хыялланаһың?
Гөлназ. Һәр кеше кеүек үк, ябай нәмәләр тураһында... Ирем янында ҡартайырға, балаларымды бәхетле, һау-сәләмәт, уңышлы итеп, әсәйемде сәләмәт итеп күрергә, дуҫтарым һәм туғандарым гел янымда булыуын күрергә хыялланам.

Башҡорт 2.0. Ватандаштары­быҙға ниндәй теләктәрең булыр?
Гөлназ. Уҡырға, үҫешергә, донъяға ҡарашты киңәйтергә һәм был эште бөтә ғүмер буйы дауам итергә. Абынғанһың икән, торорға һәм артабан атларға. Әҙерәк мыжырға, күберәк эшләргә. Аҡылың һәм йөрәгең менән дуҫ булырға. Кешеләргә ярҙам итергә. Үҙеңде һәм яҡындарыңды наркотиктарҙан һаҡларға һәм алкоголь менән мауыҡмаҫҡа.
Тик ятҡан таш аҫтына һыу инмәй. Эшләргә, күңелеңә ятҡан шөғөл табырға кәрәк. Үҙеңде бәхетле итһәң, яныңдағы кешеләр ҙә бәхетле буласаҡ. Тамырҙарыңды онотмаҫҡа. Был иҫ киткес көс өҫтәй. Мин башҡорт ҡыҙы һәм был – минең булмышым.

Гүзәлиә ТУЛЫБАЕВА әңгәмәләште.

Бәхет – ул үҙеңде тормоштоң  бөтә өлкәләрендә лә тулыһынса асыуГӨЛНАЗ ЙОСОПОВА

Ҡала: Ульм, Германия.
Тыуған ере: Күмертау, Башҡортостан.
Йәше: 29.
Белеме: Башҡорт дәүләт аграр университеты (аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты, инженер-технолог), Вайнштефан ғәмәли фәндәр университеты (Германия).
Эшмәкәрлек өлкәһе: Германиянан Көнсығыш Европа һәм элекке БДБ илдәренә ауыр техника, запас частар һәм ҡорамалдар һатыу­сы компанияла экспорт буйынса менеджер.
Яҡшы тәьҫорат ҡалдырған китаптар: Һуңғыларҙан: Робин Норвудтың “Артыҡ ныҡ яратыусы ҡатындар”, Елизабет Гилберттың “Аша, доға ҡыл, ярат”, Вадим Зеландтың “Ысынбарлыҡ трансерфингы”, шулай уҡ Сол­женицындың “Беренсе түңәрәктә”, Лев Толстойҙың “Анна Каре­ни­на”, Булгаковтың “Оҫта һәм Маргарита”, Набоковтың “Лолита”, Myron Levoy “Der gelbe Vogel” (“Һары ҡош”), Замятиндың “Беҙ”, З. Биише­ваның “Яҡтыға” китаптары.
Яратҡан әҫәрҙәрҙән юлдар: “Бөтә ғаиләләр ҙә берҙәй үк бәхетле...”
“Кешелек тарихтың бөтә дауамында ни бары ике һорауға яуап табыр­ға тырышҡан: “Һин мине яратаһыңмы?” һәм “Кем баш?”. Ҡалған барыһы ла беҙҙең хәлебеҙҙән килә. Әммә был ике проблема – мөхәббәт һәм контроль – бер кемде лә битараф ҡалдырмай, беҙ уларға эләгәбеҙ һәм һуғыш, бәхетһеҙлек, ҡайғы тыуҙырабыҙ”.
“Бөтә кеше лә деградацияға һәм үҫешкә бер тигеҙ потенциал менән тыуа. Ҡараңғылыҡ һәм яҡтылыҡ элементтары һәр кешелә бар, ҡайһыныһы өҫкә сығыуы кешенең үҙенән (йәмғиәттән, ғаиләнән) тора. Ер шарында барған аҡылһыҙлыҡ кешенең үҙ донъяһында тигеҙлек таба алмау һәләтенән килә. Һөҙөмтәлә беҙ шәхси һәм коллектив кимәлдә нимә эшләгәнен белмәгән кешеләргә әйләнәбеҙ”.
“Яңғыҙлыҡтан ҡурҡҡан кеше бәхетле була алмай, сөнки эске гармонияһыҙ ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү ҡыйын: барыһы ла аҙ. Һиңә нимәлер бирелеп етмәгән кеүек тойғо уяна: аҡса, мәғлүмәт, йылылыҡ, хәстәр... Етмәй һәм вәссәләм! Үҙеңдең бушлығыңдан, эшһеҙлектән һәм үҙ юлың булмауҙан төпһөҙ упҡынға әүереләһең, эштәреңде кәрәк булған өсөн генә, йөрәк һалмай башҡараһың”.
Тормош девизы: «Булдыра алам тип уйлайһың икән – һин хаҡлыһың, булдыра алмайым тип уйлайһың икән – был юлы ла хаҡлыһың».
Донъялағы иң яҡшы урын: Мальдив утрауҙары. Туй сәйәхәтен шунда үткәрҙек. Балалар бер аҙ үҫһә, тағы ла шунда юлланырға










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»