26.12.2014 Кемгә – шыршы, кемгә – ҡарасҡы
Әкиәти, серле, тылсымлы байрам ул яңы йыл. Айырыуса балаларға. Бер һүҙ менән әйткәндә, Ҡыш бабайға ышаныусы кешеләргә. Ә инде кем өсөндөр һин үҙең Ҡыш бабай икәнһең, был икеләтә, өсләтә яуаплылыҡ та, сөнки бүләк менән һис яңылышырға тейеш түгелһең. Асыҡлағандар – Яңы йыл беҙҙең планетала иң таралған байрам. Ер шарында нисә халыҡ бар, был байрамды ҡаршылау һәм оҙатыуҙың шунса йолаһы ла йәшәп килә. Ҡыҙыҡлы һәм хатта бер аҙ аптыратҡыс та йолалар. Бына, мәҫәлән, итальяндарҙы ғына алайыҡ. Уйлап-нитеп тормай, иҫке әйберҙәрен балкондан ғына “елләйҙәр”, ти. Өр-яңы йыл башланған төндә, уларса, булған проблемаларҙан арынып, барыһын да яңынан башларға кәрәк, имеш. Шулайын шулай, тик беҙгә был йола ярап етмәй, сөнки беҙ, рәсәйҙәр, иҫкенән улай тиҙ генә ҡотола торған халыҡ түгел. Беҙҙә иҫкене бер нисә тапҡыр яңыртып тотоноу йолаһы бар. Эйе, һәр яңы йыл һайын ташлай башлаһаҡ, бөтөнләй фәҡиргә ҡалыуыбыҙ мөмкин. Ни тиһәң дә, беҙ Яңы йылды әллә өс, әллә дүрт тапҡыр ҡаршылайбыҙ. Һанайыҡ әле, әйтәйек, үҙебеҙҙә, Башҡортостанда. 31 декабрҙә сәғәт төнгө 12-не һуҡҡас – бер, Мәскәүсә – ике. Эйе, беҙ ил баш ҡалаһын шул тиклем ихтирам итәбеҙ, хатта уның ваҡытынса байрам ҡаршыларға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Артабан 13 ғинуарҙы көтәбеҙ. Унда ла ике сәғәт айырма менән теп-теүәл билдәләп ҡуябыҙ. Унан һуң февралдә Көнсығыш календары буйынса берәй йәнлек йә ҡош йылы ла килеп етә. Артабан инде Наурузды көтөргә ҡала. Мосолман иҫәбе буйынса ла Яңы йыл барлығын иҫәпкә алһаҡ, бик күп булып китә икән шул.
Ҡыш бабайҙың бүләк тулы тоҡлоһо ғына түгел, төрөпкәлеһе лә була
Әле беҙҙең Европанан бер аҙ боролоп, Азия, Көнсығыш илдәренә баҡҡан сағыбыҙ. Ул яҡ ғәләмәт ҡыҙыҡ йолаларға бай.
Вьетнамдар бүлмәләрҙе персик ағасы сәскәһе менән биҙәй. Баҡһаң, был сәскәнең уңыш килтерә торған көсө бар икән.
Ҡытайҙар фонарь тоҡандыра. И-ии, унда ҡарап торһаң, ғәжәптер инде, ҡытайҙар бит бер миллиардтан артыҡ! Яртыһы ғына байрамда ҡатнашһа ла, мыжғып торған яҡтылыҡтан баш әйләнеп китер ине. Был илдә табынға мотлаҡ нәркәстәр ҡуйыла.
Бирма халҡы байрамда ямғыр яуыуын теләй. Бында Яңы йыл иң эҫе миҙгелгә тура килә. Уларҙа ямғыр яуһын өсөн... арҡан тартышыу йолаһын атҡарырға кәрәк, имеш. Ауыл-ауыл булып ярышырға сығалар. Ҡалала урамдар бер-береһе менән көс һынаша. Ямғыр теләгәс ни, һыу һибешеү ҙә бик күңелле эш булараҡ үтә. Дөрөҫөрәге, һибешмәйҙәр, ә ҡойондорошалар.
Японияла йылды яңы кейемдә ҡаршылау йолаһы йәшәй. Шуға бер нисә көн алдан магазиндарҙа халыҡ лыҡа тулып йөрөй. Яңы кейем бәхет килтерә икән. Унда Яңы йыл ҡыңғырауы ун икене генә түгел, ә 108 тапҡыр һуға. Япондар ышаныуынса, бөтә яуызлыҡты һәм насарлыҡты еңеү өсөн тап ошо сама һуғыу талап ителә. Кешелә алты насар ғәҙәт бар – һаранлыҡ, яуызлыҡ, аңралыҡ, еңел-елпелек, көнсөллөк, тәүәккәлһеҙлек. Етмәһә, ошоларҙың 18 төрө лә бар, имеш. Математик ғәмәлдәр эшләһәң, баяғы 108 килеп сыға шул. Башлы ла икән япондар.
Ҡыңғырау һуғып туҡтағас, мотлаҡ көлөргә тейешһең, юҡһа уңышты күрмәҫһең дә. Японияла шыршыны бамбук һәм ҡарағай ботаҡтары алмаштыра. Юҡ, уны биҙәп өй түренә ултыртмайҙар, ә оҙон ғүмер һәм тоғролоҡ символы итеп, ишек төбөнә үк эләләләр. Бүләкте таң атҡанда бирешәләр. Улары ла күбеһенсә бамбуктан була. Иң таралғаны – бамбук тырма. Мәғәнәһе яп-ябай: яңы йылда бәхетте мөмкин тиклем күберәк тырмап алырға. Байрам алдынан япон балалары һүрәт төшөрөү менән мәшғүл була. Боронғо инаныу буйынса, әгәр Яңы йыл тыуған ваҡытта мендәр аҫтында хыялланған нәмәң төшөрөлгән һүрәт ятһа, ул мотлаҡ тормошҡа аша. Моғайын, ата-әсәләр был турала хәстәрләргә онотмайҙыр.
Монголдарҙа ла байрам үҙенсәлекле ҡаршылана. Ул малсылыҡ байрамы менән тап килә икән. Шуға ла күберәк етеҙлек, таһыллыҡ талап иткән спорт уйындары, ярыштар үткәрелә. Увлин Увгун тигән көтөүсе кейемендә Ҡыш бабай килә. Ә монголдарҙа көтөүсе толоп, төлкө бүрек кейеп йөрөй. Ҡулына ҡамсы, саҡматаш, сыра, төрөпкә тота.
Шау-шыу, атыш, һыу һибеш, һауыт-һаба ватыш – был барыһы ла Яңы йыл
Панамала сәғәт һуҡҡанын ғына тыңлап тормайҙар, ә нимәнән тауыш сыға, шуны ҡулланалар. Машина гудоктары булһынмы, сиреналармы, үҙҙәре ҡысҡырынһынмы – өр-яңы йыл ишетмәй үтеп китмәһен тигәндәй, шау-геү яңғырап тора.
Йылдың “иҫке”һен тотоп ҡарағанығыҙ бармы? Ә бына Колумбияла тоталар. Ундағы карнавалдарҙа иҫке йылды “оҙонаяҡта” (ходуля) йөрөүсе шаян актер һынландыра.
Атышырға ла яраталар бында. Байрамда фейерверктар, төрлөсә кимәлдәге шартлауҙар ишетелеп тора икән. Иҫке йылды ҡурсаҡ итеп эшләйҙәр ҙә, шунда шартлатҡыстар ҡуйып, шартлатып кинәнәләр генә. Төтөн, дары еҫе алыҫҡа тарала, ти.
Кубала ла байрам күңелле үтә. Төнгө сәғәт 12 тулыр алдынан ниндәй һауыт бар, шуға һыу тултыралар ҙа, сәғәт теүәлләнеүгә шуларҙы тәҙрәнән түгәләр. Был иҫке йылға һыу кеүек яҡты юл теләп оҙатыуҙы аңлата. Сәғәт һуҡҡанда иһә һәр кеше 12 виноград ашарға тейеш. Бәхеткә инде, бәхеткә! Шунан төнө буйы йырлап-бейеп, салют атып байрамды дауам итәләр.
Парагвай индеецтары иҫке йыл менән яңыһы осрашҡан мәлдә бөтә ишек-тәҙрәләрҙе асып ҡуя. Был ваҡытта тик тороу ҡайҙа! Һауыт-һаба шаҡылдаталар ғына! Ватылғанына ла ҡарамай.
Сәйәсмәндәрҙең ҡарасҡыһын яндырып…
Иң ҡыҙыҡ байрам, моғайын, Панамала үтәлер. Бында билдәле шәхестәргә, сәйәсмәндәргә арнап яһалған ҡарасҡыларҙы яндыралар. Былай панамалар бер кемгә лә насарлыҡ теләмәй ул, шулай ҙа йола йола инде, унан тиҙ генә баш тартып булмай. Баштарына “ҡылт” итеп кем килеп төшә, шуның ҡарасҡыһын эшләйҙәр. Былтыр Фидель Кастроны, Панама йыйылма командаһынан йүгереү буйынса донъя чемпионын рәхәтләнеп “утҡа тотҡандар”. Бында, ҡарасҡылар менән бөтә проблемалар юҡҡа сыға, тип ышаналар.
Дания кешеләре Яңы йыл етеүгә ултырғысҡа баҫып һикереп төшә. Һикергәндә, йәнәһе, бөтә насар нәмә иҫке йылда тороп ҡала, имеш.
Эстондар бик күңелсәк халыҡ икән, улар байрам табынына ете тапҡыр йыйыла. Был бер нисә көн рәттән түгел, ә йылдың тәүге көнөндә. Шулай итһәләр, һәр кемгә ете кешелек көс инә икән, үәт! Ай-һай, ашҡаҙандарына ғына Алла ярҙам бирһен инде.
Эквадор халҡы хатта кеше ҙурлыҡ ҡурсаҡ әҙерләй. Ул биш минутта янып бөтөрлөк материалдан тегелә. Ҡарасҡы ҡурсаҡты ҙур майҙанға бейеккә урынлаштырып яндыралар.
Суданда Яңы йыл бәхете талисманы – бешеп етмәгән сәтләүек. Шуны эҙләп табыу теләге иң яҡшы теләк һанала.
Австралияла байрам экзотик юҫыҡта үтә. Бында бит ҡар ҙа, шыршы ла, боландар ҙа – ғәҙәти Яңы йылды ҡаршылау атрибуттарының береһе лә юҡ. Нишләһен, бахыр, Санта Клаус, тантанаға пляж кейемендә килә инде. Үҙе һаҡаллы, суҡлы ҡыҙыл башлыҡлы етмәһә. Австралия халҡы иртәнге сәғәт 5 – 6-ла тора ла, киске 10-да йоҡларға ята. Яңы йылда иһә кисен салют аттыралар ҙа, беҙҙә төнгө 12-лә тормош саҡ башланһа, уларҙа был ваҡытта тыныс була.
Байрамдан ҡасып булмай…
Яңы йылды Ерҙә генә түгел, Йыһанда ла ҡаршылайҙар. Ҡыш бабай йә Санта Клаус булып кейенәләр, Ҡарһылыуҙары ла була, яһалма шыршы ла. Унда ла үҙ йолаһы – космос шарттарында, йәғни ауырлыҡ булмаған ерҙә Ҡыш бабайҙың һаҡалынан тотоп алыу бик яҡшы билдә һанала. Бында, әлбиттә, берәү ҙә шампан шарабы тулы бокал күтәрмәй, уның ҡарауы, йыһангирҙар бер-береһен 16 тапҡыр – сәғәт бүлкәттәре һаны буйынса – ҡотлай ала.
Ерҙә, Йыһанда ғынамы – Яңы йылды мәмерйәләрҙә лә, һыу аҫтында ла ҡаршылайҙар. Спелеологтар өсөн мәмерйәлә “Яңы йыл менән!” тип ҡысҡырыуҙары шаңдау булып иң төпкөлгә “инеп” китһә, шул ғәләмәт ныҡ шатлыҡ икән. Йыш ҡына сәғәт куранттары һуҡҡан мәлдә хатта ике саҡрым тәрәнлектә лә бенгал уттары балҡыған саҡ була.
Дайверҙар ҙа байрам секундтарында һыу аҫтына бик теләп төшә. Әммә оҙаҡ ҡала алмайҙар, барыбер әҙәмсә Яңы йыл үҙенә тарта. Шулай ҙа, әгәр дөрөҫ булһа, бәғзеләр байрамды бассейнда үткәрә. Һыу төбөнә шыршы ултырталар ҙа, сумып сығалар, ҡапҡылап алалар ҙа, яңынан шыршы янына сумалар, ти.
Тормош булғас, барыһы ла була, кемдәрҙер яңы йыл минуттарында төрмәлә ултыра. Улар ҙа байрамһыҙ ҡалмай, туғандары килтергән ризыҡты өҫтәлгә йәйеп һалып, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән шыршы әтмәләп билдәләйҙәр. Ғинуарҙың тәүге көнөндә тышҡа сығып, ҡар бәрешеп тә уйнайҙар.
Тағы ла сәйерерәк йолалар
Хмонга халҡы (Вьетнам, Таиланд, Ҡытайҙың таулы райондарында көн итәләр) Яңы йылды рәсми билдәләмәй. Бында һәр ауылдың үҙ байрам көнө бар. Ҡасан дөгө йыйып бөтәләр, шул саҡта йылды ҡаршылайҙар. Әлбиттә, күрше-тирә менән әллә ни ҙур айырма ла булмай. Бер нәмә бәхәсһеҙ – байрам, тотош фестиваль булып, ай ярымға һуҙыла. Уның өс алмаштырғыһыҙ маҡсаты бар: беренсенән, бөтә дини йолалар ҙа атҡарыла, икенсенән, йәш егеттәр кәләш әйттерә, өсөнсөнән, байлыҡ-муллыҡ күрһәтелә.
Чилиҙағы Талка ҡалаһындағы Яңы йылды ҡаршылау, моғайын, бөтәһенән дә айырылалыр. Бында халыҡ яҡындарының ҡәберҙәренә йыйыла. Ни өсөн, тиһегеҙме? Һуң, байрамды бергә үткәреү өсөн инде. Әлеге йола ғәҙәти бер ғаиләнән башланып киткән. Улар, иҫке йылды оҙатҡанда бергә булырға теләп, вафат булған туғандарының ҡәберенә килгән. Быны башҡалар ҙа ишеткәнмелер-күргәнмелер, шулай таралған да киткән. Хәҙер Талка зыяраттарының ҡапҡаһы Яңы йыл алдынан, сәғәт төнгө 11-ҙә шар асып ҡуйыла. Сәйер, эйеме?
Аргентинаның эшлекле ҡалаларында урам ҡағыҙ менән тула. Шундай йола бар: хеҙмәткәрҙәр иҫке йылдың һуңғы көнөндә тотонолған календарҙарҙы, бланк, башҡа кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы тәҙрәнән ырғыта. Төш етеүгә урамға “ҡағыҙ ҡар” йәйелә тиергә лә була. Ҡайһылар хаттин ашып та китә, бер гәзит хеҙмәткәрҙәре тотош йыллыҡ архивтарын тәҙрәнән осорған.
Әйткәндәй
Рәсәйҙә байрамдың нисек үткәнен яҙып тораһы түгел, бында, кем әйтмешләй, урыҫ күңеленең киңлеге ҡолас етмәҫтәй булыуына ишара яһала. Барыһы ла бергә инде, бергә. Ғинуарҙың ун көнө үтеп барғанда эшкә сығабыҙ ҙа тәьҫораттар менән уртаҡлаша башлайбыҙ. Шунан асыҡлана: байрамды кем ҡайҙа, нисек үткәргән.
Көләмәс тә бар бит:
– Йә, шунан, Яңы йылды нисек ҡаршыланың?
– Белмәйем, һөйләмәнеләр әле…
Шулай булғас ни, Байкал күлендә ҡаршылау йолаһы булыуына аптырарға түгел. Теләгән кешеләр күлдә мәке уйып, ҡулдары на шыршы тотоп, төпкә тиклем сума икән.
* Афғанстанда Яңы йыл көн менән төн тигеҙләшкәндә килә. Тораҡ пункт башлығы баҫыуға сығып, тәүге бураҙнаны һала, артынан иң хөрмәтле аҡһаҡалдар юллана. Кәйеф өсөн иҫерткес эсемлек эсеү тигән нәмә юҡ бында, законға ярашлы тыйылған. Тәмле-татлы менән дә ҡәнәғәт афғандар. Йола буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттан айырым йыйыла, хатта бер ҡыҙҙы һаҡсы итеп тә ҡуялар әле.
* Иранда Яңы йылдың етеүен яҙ белдерә. Бер аҙна буйы байрам итәләр. Ғаилә башлығы яҡындарына өр-яңы кейем бүләк итә, табынға һарымһаҡ, шыттырылған бойҙай, йәшел башаҡ һуты, япраҡ һалынған һауыттар ҡуйыла. Хатта бокалға тере балыҡ та ебәрәләр. Байрам тантанаһы урамда ла геүләй, йорттағы иҫке балсыҡ һауыттар ватыла, халыҡ усаҡ яғып, шуның аша һикерешә. Сәғәт төнгө 12-лә ҡулға көмөш тәңкә тоталар. Был яҡындарыңдан, тыуған ереңдән айырылыуҙан һаҡлай, тигән ышаныс бар.
* Чилиҙағы Яңы йылда алты йәштән ҙур ҡыҙҙар мотлаҡ ҡолағын тиштерергә тейеш. Был йола өлкәнәйеү билдәһе икән.
* Эфиопияла Яңы йыл сентябрҙә етә. Билдәле инде, был уңыш байрамы менән тура килә. Халыҡ ауыл йә ҡала ситендә йыйыла. Һәр кем үҙе менән бер көлтә ҡоро ботаҡ килтерә. Шуларҙан ҙур кәбән ҡоялар ҙа яндыралар. Уйын-көлкө лә шул “ялҡын тауы” янында үтә.