26.12.2014 Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә барып етмәҫ өсөн иҫкәртеү мөһим
Хәүеф беҙҙе һәр ерҙә һағалай, ҡапыл ғына ғәрәсәт ҡубып, зилзилә бер минут эсендә донъяңды юҡҡа сығарһынмы, янғын сығып, бар мөлкәтең көл-күмергә әйләнһенме, һыу баҫһынмы – кеше әллә күпме ҡаза күрә. Бәләгә тарығаныңда бер нәмәһеҙ тороп ҡалғаныңа ҡайғырып ултырырға түгел, үҙеңдең имен ҡалғаныңа шөкөр итергә генә тура килә. Тәбиғәт ғәрәсәттәре ҡупҡанда, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙә, кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янаған осраҡтарҙа иң тәү сиратта ҡотҡарыу хеҙмәте ярҙамға ашыға. Кеше ғүмерҙәрен өҙгән, ауыр эҙемтәләргә килтергән һәләкәттәр булмаһын өсөн бөгөн ниндәй иҫкәртеү, һаҡланыу саралары күрелә? Рәсәй ҡотҡарыусылары көнө уңайынан Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигының һаҡлау, мониторинг, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса урынбаҫары, подполковник Илдар Ғәли улы Сәйетгәрәев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Граждандар оборонаһы бөгөн нимәнән ғибәрәт? Уның һөҙөмтәлелеген нимәләр билдәләй?
– Граждандар оборонаһы – халыҡты һәм илдең территорияһын ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән, тәбиғәт һәм техноген характерҙағы ваҡиғаларҙан һаҡлау буйынса дәүләт тарафынан күрелгән сараларҙың мөһим өлөшө. Заман шарттарында ул халыҡты әҙерләү, һаҡланыу сараларын күреү, ресурстар туплауҙан ғибәрәт. Төп бурыс – халыҡтың именлеген һаҡлау, бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү.
– Бөтә кешеләр ҙә ғәҙәти һаҡланыу сараларын – бәләгә тарығанда, ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейеш. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә яуаплы етәкселәрҙе һәм халыҡты әҙерләү буйынса ниндәй эш алып барыла?
– Аварияларҙа һәм экстремаль хәлдәрҙә эшләүҙең алгоритмы төрлө. Бында хәл-ваҡиғаны дөрөҫ баһалап, теүәл, аныҡ эш итергә кәрәк. Йәмғиәт тарихында кеше үҙенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн күп нәмә эшләгән һәм әле лә эшләүен дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәттән тыш хәлдә үҙеңдең именлегеңде тәьмин итеүҙә проблемалар арта ғына. Шуныһын күҙ уңында тоторға кәрәк, хәүеф-хәтәр бөтә урында ла бар. Шуға ла профилактика, уларҙан һаҡланыу – актуаль гуманитар һәм социаль-иҡтисади проблема. Йыл һайын республикала халыҡтың йәшәү хәүефһеҙлеге мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән, төрлө категорияларҙағы етәкселәрҙең тыныс мәлдә һәм һуғыш ваҡытында авария һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙә, бөтөрөүҙә компетентлығын күтәреү буйынса уҡытыуҙың яңы алымдары эшләнә һәм индерелә. Уҡытыу шулай уҡ республика уҡыу-методик үҙәгендә, граждандар оборонаһының муниципаль курстарында үтә. Практик тәжрибәне нығытыу өсөн авария-ҡотҡарыу формированиелары менән даими рәүештә тактик-махсус, команда-штаб һәм комплекслы күнекмәләр үткәрелә. Йәш быуынды өйрәтеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса олимпиадалар, «Беҙ тәүгеләрҙән булып ярҙамға киләбеҙ» тип аталған балалар конкурстары, «Йәш ҡотҡарыусы», «Йәш янғын һүндереүсе», «Хәүефһеҙлек мәктәбе» хәрәкәте сиктәрендә ярыштар үткәрелә.
– Кешеләрҙе ғүмеренә нимәнеңдер ҡурҡыныс менән янауы тураһында күп тапҡыр иҫкәртергә мөмкин, әммә улар был хәлдең ысынлап та ҡурҡыныс булыуына еңел аҡыл менән ҡарай. Һис һүҙһеҙ, бындай осраҡта, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, иҫкәртеү системалары дөрөҫ эшләргә тейеш…
– 1981 йылдан республикала граждандар оборонаһы буйынса төркөмгә ҡараған ҡалалар һәм райондарҙың район үҙәктәрен үҙ эсенә алған үҙәкләштерелгән төбәк иҫкәртеү системаһы эшләй. Башҡортостанда бөтәһе 364 электр сиренаһы бар. Был система менән идара итеү Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығындағы даими дислокация пунктынан башҡарыла. Шулай уҡ халыҡты иҫкәртеүҙең заманса техник сараһы булып кеше күп тупланған урындарҙа Бөтә Рәсәй мәғлүмәт биреү һәм иҫкәртеү комплекслы системаһы ла бар. Өфөлә ошондай 13 терминал-комплекс эшләй. Әлеге көндә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, уларҙың булыу хәүефе янағанда Ашығыс иҫкәртеү комплекслы системаһын булдырыу буйынса ла эш алып барыла. Ул хәүеф ҡурҡынысы янаған зонала булған һәр кешегә ниндәй хәл килеп тыуыуын, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген хәбәр итеү мөмкинлеге бирә. Хәүеф зоналары химик зарарланыу, урман янғындары, ҙур күләмдә һыу баҫыу, ташҡын хәүефе булыу зоналарына бүленгән.
Халыҡҡа «Барығыҙға ла иғтибар!» тип берҙәм иҫкәртеү сигналы яңғырай. Әгәр ҙә һеҙ оҙайлы сигналдар, йәғни электр сиреналары, ойошмаларҙағы гудоктарҙы, башҡа иҫкәртеү сигналдарын ишетәһегеҙ икән, уның артынан ниндәй хәл килеп тыуыуы тураһында мәғлүмәт тә яңғыраясаҡ. Өйөгөҙҙә булғанда радио-телевизорығыҙҙы ҡабыҙып, ашығыс хәбәрҙе тыңлағыҙ һәм унда әйтелгәндәрҙе үтәгеҙ. Тауыш көсәйткес аша әйтелгән иҫкәрмәләр булғанда, урамдағы плазма панелдәрендә, диодлы экрандарҙа ниндәй хәүеф тыуыуы тураһында мәғлүмәтте белергә була.
– Иглин районындағы Урман ҡасабаһындағы боеприпастар шартлауы, йәйгеһен көслө ямғырҙарҙан һуң Әбйәлилдәге ауылдарҙы һыу баҫыу, Яңауылдағы дауыл … улар ҡотҡарыусыларға ниндәй һабаҡ бирҙе?
– Көтөлмәгән хәлдәргә һәр саҡ әҙер булырға кәрәк. Халыҡ, ҡотҡарыусылар ваҡытында килмәне, тип беҙҙе тәнҡитләһә лә, иң тәү сиратта бәләне иҫкәртеү, кешеләрҙе ҡотҡарыу сараларын беҙ килгәнгә тиклем урындағы хакимиәт күрергә тейеш. Яҙғы ташҡындарҙа, бәләкәй генә йылғаларҙа ла боҙ тығылып, күп хужалыҡ һыу аҫтында ҡала. Ниңә шул тығындарҙы күреп тә, улар ҡотҡарыусыларҙы ваҡытында саҡыртмай, ҡазаны иҫкәртмәй һуң, тигән һорау тыуа. Урмандағы хәрби часта шартлау булырҙан бер ай алда унда комплекслы тикшереү үткәргәйнек. Шуға ла ҡасаба халҡы бындай хәлдә нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы белде. Үрҙә һанап үтелгән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, матди зыян ни тиклем ҙур булһа ла, иң мөһиме – ҡорбандар булмаһын. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә барып етмәҫ өсөн, кеше ғүмерҙәре күпләп ҡыйылмаһын өсөн ваҡытында иҫкәртеү саралары күреү мөһим.
– Ашығыс хеҙмәттәрҙең, янғын һүндереүселәрҙең эше йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында мөһим. Һеҙҙең хеҙмәткә эшкә барыусыларға ниндәй талаптар ҡуйыла? Белгестәр ҡайҙа әҙерләнә?
– Белгестәр үҙебеҙҙә әҙерләнә. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Өфө дәүләт авиация техник университетына һәм Өфө дәүләт нефть техник университетына янғын хәүефһеҙлеге һәм трансфер хәүефһеҙлек специальносы буйынса уҡыуға маҡсатлы йүнәлтмәләр бирә. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вуздарында белем алырға теләүселәргә талаптар бер – хәрби-табип комиссияһын һәм хеҙмәткә яраҡлылыҡты билдәләүсе психологик диагностиканы уңышлы үтеү шарт.
– Яңы йыл байрамдары яҡынлаша. Ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?
– Һәр урында ла, һәр ерҙә лә, һәр нәмәлә лә хәүеф бар. Бәлә һәр ерҙә һағалай. Хәүефһеҙлек үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа икәнен хәтерҙән сығармайыҡ. Имен булайыҡ.
З. ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.