RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сит илде маҡта ла, үҙ ереңдә йәшә

12.12.2014 Сит илде маҡта ла, үҙ ереңдә йәшә

ти Англияла булып ҡайтҡан Фәйрүзә Ғәлина.
Сит илде маҡта ла, үҙ ереңдә йәшәБөгөн күптәр Американы, Бөйөк Британияны, ғөмүмән, сит илде күреү теләге менән янып йәшәй. Ә бына Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Фәйрүзә Ғәлинаның был хыялы күптән түгел тормошҡа ашты ла инде. Ул ике аҙна “томанлы Альбион”да булып ҡайтты.

– Фәйрүзә Ғарифйән ҡыҙы, күптәр Англияға нисек барырға тип баш вата. Һеҙ нисек был илгә барып эләктегеҙ һуң?

– ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет был ойошманың дуҫтары клубы етәкселәренә, сит телдәр уҡытыусыларына, студенттарға һәм өлкән класс уҡыусыларына Франция, Германия, Англияға барырға тәҡдим итә. Мин, ЮНЕСКО дуҫтары клубы етәксеһе булараҡ, уларҙың тәҡдименә теләп ризалаштым, һәм “Өфө – Лондон: диалог һәм хеҙмәттәшлек” проекты менән Англияға барып ҡайттым.

– Англияны күргәс, беренсе тәьҫораттарығыҙ ниндәй булды?
– Иң беренсе Бөйөк Британияның иҫ киткес таҙалығы күҙгә салынды. Унда бер ҡайҙа ла сүп-сар, тәртипһеҙлек күрмәнек. Шулай уҡ был илдең йәшеллеккә күмелеп ултырыуы һоҡландырҙы. Бында ағастарҙың япраҡтары саҡ һарғая башлағайны.
Лондон – күп мәҙәниәтле ҡала. Бында төрлө милләт вәкилдәре, төрлө халыҡ йәшәй. Беҙгә был сәйер тойолһа, аҙаҡтан өйрәндек.

– Сәфәрегеҙҙең төп маҡсаты нимә булды?
– Әлбиттә, проект буйынса төп маҡсат – уҡыу, инглиз теленән белемде камиллаштырыу. Әммә беҙ ике ҡуянды бергә тоттоҡ. Төшкә тиклем уҡыһаҡ, төштән һуң экскурсияға йөрөнөк. 25 кешенән торған төркөм менән Трафальгар майҙанына, Милли галереяға, Британия, Фән, тәбиғәт белеме тарихы музейҙарына, Гайдпаркка һәм Стоунхенджға барҙыҡ.

– Инглиздәр беҙҙекеләрҙән нимәһе менән айырыла?
– Улар бик итәғәтле, һаҡсыл, тупаҫ түгелдәр. “Ғәфү итегеҙ, рәхмәт, зинһар өсөн” һүҙҙәрен йәлләмәйҙәр, аҙым һайын әйтәләр. Шулай уҡ улар тәбиғәткә бик һаҡсыл ҡарашта, сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташламай, ҡалдыҡтарҙы махсус урналарға төрөн төргә айырып йыялар.

– Һеҙҙе ҡайҙа урынлаштырҙылар?
– Төркөмдәге һәр ике кешене Англияла йәшәгән ғаиләгә урынлаштырҙылар. Мин Хопкинс фамилиялы ғаиләлә йәшәнем. Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар. Ике аҙна эсендә улар менән дуҫлашып та өлгөрҙөк. Бигерәк тә хужабикә менән тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Ул уҡытыусы ярҙамсыһы булып эшләй. Шуға ла икебеҙгә лә яҡын һөнәр, уртаҡ тема яҡынайтҡандыр, тип уйлайым.

– Англияла ҡалырға мөмкинлек булһа, унда йәшәр инегеҙме?
– Англия ҙур-ҙур биналары, иҫ киткес тәбиғәте, итәғәтле кешеләре, мәҙәниәте, йомшаҡ теле менән мине мәңгелеккә әсир итте. Әммә, нисек кенә булһа ла, тыуған төйәгем, тыуған тупрағым миңә ҡәҙерлерәк, һәм унан оҙаҡ ваҡытҡа айырылғым килмәй. Ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Сит илгә барып күреп ҡайтыу, ә тыуған илеңдә йәшәү күпкә яҡшыраҡ, тип уйлайым.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Лиана Вәлиуллина.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»