RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешенең исеме уның яҙмышына йоғонто яһай аламы?

12.12.2014 Кешенең исеме уның яҙмышына йоғонто яһай аламы?

Кешенең исеме уның яҙмышына йоғонто яһай, тигән фекерҙе күп тапҡыр ишетергә тура килһә лә, нисектер быны етди ҡабул итмәй торғайным. Бер таныш апайҙың һөйләгәндәренән һуң шулай ҙа уйланырға мәжбүр булдым.

Кешенең исеме уның яҙмышына йоғонто яһай аламы?Ғаиләләрендә кинйә малай тыуғас, улар исем һайлап йөҙәмәгән. Әсә үҙенең күңелендә йөрөткән исемде ҡуштыра – Илсур. Башҡортса ла матур яңғырай, рус теленә тәржемә иткәндә лә боҙолмай. Илсур шуҡ, шаян булып үҫмәһә лә, бәләкәйҙән башы бәләнән сыҡмай. Ул ҡолау-бәрелеүҙәренең, ҡазаланыуҙарының иҫәбе-һаны булмай. Йомортҡа ҡарарға менгән еренән кәртә башынан ҡолап төшөп, ҡулын да һындыра, солан башынан йығылып, аяғын имгәтә. Эҫе һыуға ла бешеп, апаруҡ дауаханала ятып сыға. Үҫә төшкәс, мотоцикл ме­нән аварияға осрай… Ата-әсә­һенә аҙаҡ уны армиянан да барып алып ҡайтырға тура килә – ниндәйҙер күнекмәләр ваҡытында аяғын һындыра, уныһы яңылыш уңалып йонсота… Ап­тырағандың аҙағында туғандары уны бер муллаға алып бара. Дин әһеле, бөтәһен тәфсирләп һорашҡандан һуң, егеттең исемен алмаштырырға кәрәклеген әйтә һәм шунда уҡ үҙе яңынан аҙан әйтеп, яңы исем ҡысҡырып та ҡуя. Баҡтиһәң, егеттең исемендә булған “сур” өлөшө бөтә булған сурҙы (ауырыуҙы, бәлә-ҡазаны) үҙенә тартып торған икән, имеш. Шуға күрә мулла үҙе балаларға Илсур, Инсур, Финсур һ.б. шундай исемдәрҙе ҡушыуҙан баш тартыуын әйтә. “Ошонан һуң, ысынлап та, балам ҡазаға тарыуҙан туҡтаны бит!” – тип һүҙен йомғаҡланы апай.

Ошо урында халҡыбыҙҙың “Исемең есемеңә тап килһен” тигән әйтеме иҫкә төшә. Һәр кеше үҙенең исеменә тап төшөрмәй, намыҫлы йәшәргә тейешлекте аңлата ул. Исем дә үҙ сиратында кеше есемен үҙенә тап килтерә аламы икән?
Башҡорт исемдәренең теҙмәһе ҙур, мәғәнәһе менән күп төрлө. Балаға исемде уйлап, һайлап ҡушырға мөмкинлек бар. Шулай ҙа ҡайһы бер исемдәрҙең мәғәнәһенә иғтибар итергә тәҡдим итәм.

Бәҙеғол (ғәр.) – иң яҡшы ҡол.
Ғибат (ғәр.) – ҡол, хеҙмәтсе.
Ғөбәй (ғәр.) – ҡол, хеҙмәтсе.
Ғәбиҙә (ғәр.) – хеҙмәтсе, ҡол.
Ғәбит (ғәр.) – баш эйеүсе, хеҙмәтсе.
Динар (ғәр.) – боронғо алтын аҡса исеме.
Дәрдеман (фарс.) – моңло, ҡайғылы.
Дәрдмәнд (фарс.) – моңло, ҡайғылы.
Дәриғә (фарс.) – үкенесле, аяныслы.
Зәйнәп (ғәр.) – тулы кәүҙәле; кәкүк.
Йәһүҙә (ғәр.) – еврей.
Ҡузый – бәрәс.
Ҡәҙир (бор. баш.) – ҡөҙрәтле, көнсөл; ҡаты, уҫал.
Ҡәйеп (ғәр.) – ғәйеп, билдәһеҙ, йәшерен (ошо мәғәнәлә ғәйептән тыуған балаға ҡушылған булыуы мөмкин. Ғәрәп теленән ингән “ғ” өнө башҡорт телендә “ҡ” өнөнә әйләнеүе билдәле күренеш).
Мәхтүмә (ғәр.) – мөһөрлө.
Радик (неол.) – 1930 йылда таралған яңы исем (мәғәнәһе химик элемент радий булыуы ихтимал).
Рәбиб (ғәр.) – үгәй бала.
Разия (ғәр.) – риза булыусы.
Рәзилә (неол., ғәр.) – түбән, хур, әҙәпһеҙ.
Рәхилә (бор., йәһ.) – һарыҡ.
Шиғай (ғәр.) – ярлы, ялсы.
Яҡуп (ғәр.) – 1) ҡаршылыҡ белдереүсе, тиҫкәре; 2) хәйләкәр; 3) игеҙҙең береһе; 4) бәйғәмбәр исеме (исемдәрҙең мәғәнәһе Т. Күсимованың “Башҡорт исемдәре”, “Исем­дәр донъяһында” китаптарынан алынды).

Һанап үтелгән исемдәрҙе насарлауҙан түгел һүҙем, балаға исем ҡушыр алдынан уның киләсәген яңылыш “программалап” ҡуйыуҙан һаҡланыу маҡсатында, ата-әсәләрҙе исем һайлауға етди ҡарарға саҡырыу ниәтендә генә миҫалға килтерҙем. Юғиһә башҡа телдәрҙән ингән мәғәнәһе билдәһеҙ, йә булмаһа, матур яңғырап та, мәғәнәһеҙ еңел-елпе исем ҡушыу ҙа бар бит хәҙерге заманда, бигерәк тә йәштәр араһында.

Г. хәйҙәроВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»