12.12.2014 Өҙөлгән ҡыл…
Беҙгә күпселектә ғәҙеллек эҙләгән, ярҙамға мохтаж кешеләр мөрәжәғәт итә. Үҙҙәренең оҙон йә ҡыҫҡа тормош юлында ғәжәп күренештәргә осрағандар ҙа күргәндәре менән бүлешергә ашыға. Ә һуңғы ваҡытта мөхәббәт ҡиссаларын йыш ишетергә тура килә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде: уларҙың барыһы ла көҙгө кис кеүек һағышлы, үкенесле, әйтерһең дә, бәхетле мөхәббәт тарихтары тик әкиәттәрҙә генә тороп ҡалған (ә бәлки, һөйөп-һөйөлгәндәр бәхеттәренә күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, үҙҙәренең яҙмышын йәшерә, ҡурсалайҙыр). Һөйөп тә ҡауыша алмағандар иһә иң татлы тойғоно күңелдәрендә әүәләп йөрөй-йөрөй ҙә, ул ҡар йоморсағы кеүек ныҡ ҙурайып, эстәренә һыймай башлаһа, тышҡа сығарырға ынтыла, ахыры. Башҡаларға фәһем булһын, ғибрәт өсөн, тип түгелдер, ни бары күңелдәрен бушатыр өсөн һөйләйҙәрҙер. Асылыу – үҙенә күрә бер терапия кеүек. Ә психотерапевт урынында – меңләгән гәзит уҡыусыбыҙ аудиторияһы. Был юлы йөрәк өлкәһендәге аһ-зарҙары менән бүлешеүсе – минән саҡ ҡына йәшерәк ике бала әсәһе. Ул үҙен, мин – өҙөлгән ҡыл, тип таныштырҙы:
– Нишләп ҡыл, тиһегеҙме? Сөнки мин дә берәүгә моңло йыр булдым, ләкин, үкенескә, өҙөлдөм... Өлкәнәйгән кешенең бар проблемалары, етешһеҙлектәре, кәмселектәре бала саҡтан килә бит, минең дә һөмһөҙ йәшәүемдең башы шунан. Ғаиләлә биш бала үҫтек. Апайымды, тәүге көтөп алынған ейәнсәр булараҡ, ике яҡтан олатай-өләсәйҙәрем ифрат яратты. Мин иҫ белгәндән алып ул шул тиклем һылыу, теремек, аҡыллы булды, уны яратмау мөмкин түгел ине. Ағайымды ир бала булғанға атай-әсәйем ҡулдарынан, алдарынан төшөрмәнеләр. Мин, ҡап уртала тыуған бала, һөйөүҙән, иғтибарҙарынан ситтә тороп ҡалдым, сөнки мине планлаштырмағандар, көтмәгәндәр. Әсәйем үҙенең ауырға ҡалыуын да аңғармай ҡалған, аҙаҡ төшөрөргә һуң булған. Был хаҡта миңә кескәй сағымдан ҡат-ҡат әйтеп, әйтерһең дә, махсус рәүештә туҡып, үҫтерҙеләр: «Һин яңылыш тыуҙың да ҡуйҙың». Етмәһә, сирләшкә булғанмын, аҙ ғына ел өрһә лә, сөскөрөп-йүткерә башлағанмын, маңҡанан баш сыҡмаған, эсем йә күпкән, йә киткән, йә ҡатҡан (ҡартнәйем әйтмешләй, эт эсенә һары май килешмәгән). Гел дә ауырып, әсәйемдең тәҡәтен ныҡ ҡоротҡанмын, ахыры, сөнки ошо тирәм ауырта, был тирәм һыҙлай, тип янына барһам, ул миңә ҡарай ҙа, йөҙөн боҙоп: «Уй, надайыл», – тип әйтә торғайны. Минән, йыш сирләүемдән ялҡҡандыр, тигән уйҙы башыма ла индермәйем, ауырыуымдың исеме шулай «уй, надайыл» икән, тип уйланым. Минән һуң шалҡандай таҙа игеҙәктәр тыуҙы. Улар шул тиклем һөйкөмлө, ап-аҡ, тос ҡыналар, һөйөп туйғыһыҙҙар! Әлбиттә, барыһының да иғтибары апай-ағайымдан уларға күсте. Иң ҡупшы кейемдәр, иң матур уйынсыҡтар, иң тәмле ризыҡ игеҙәктәргә ине. Олатай-өләсәйҙәрҙән һөйөлөп кенә үҫкән иркә, наҙлы апайым атай-әсәйҙең иғтибарын үҙенә нисек йүнәлтергә белде: көн дә яҡшы билдәләр алып, уларҙы ҡыуандырҙы, өйҙә йырлап-бейеп, шиғыр һөйләп, үҙешмәкәр концерттар ҡуйҙы – иңдәренә мендәрҙең селтәр ябыуын ябып, пеналды микрофон итеп тотоп Алла Пугачеваның йырын башҡара, йә балериналар кеүек һикерәнләп, бәләкәй аҡҡоштарҙың бейеүен күрһәтә, йә хисләнеп, дәрестә ятлаған шиғырҙы сәхнәләштерә… Беҙҙе лә йә бейетеп, йә йырлатып ошо концерттарға ылыҡтырырға маташты, тик минән рәт сыҡманы – бер нәмәгә лә маһирлығым юҡ ине. Апайыма сәпәкәй һуғып, уны ҡосаҡлап, үбеп, артистка булырһың, тип маҡтанылар (тик ул мәктәпте тамамлағас, педагогия институтына документтарын тапшырҙы, әле уҡытыусы булып эшләп йөрөй).
«Дауаланып алайым да, һеҙҙе мотлаҡ Алматыға ҡунаҡҡа саҡырам. Бында һеҙгә оҡшаясаҡ, жаным! Килерһегеҙ бит?» – һорауына мин ыңғай яуап бирҙем. Ә икенсе көндө ул шылтыратманы. Шомланып, бер туҡтауһыҙ номерын йыйҙым. Кис ят тауыш яуапланы: «Мин уның кейәүе. Ул бөгөн үлде…» Бер ни ҙә аңламай, иҫемде юғалтып йығылдым… Мөхәббәттән үлмәйҙәр, тиҙәр. Ә мин саҡ тере ҡалдым, шаңҡыуҙан арынырға бер йыл ваҡыт талап ителде.
Апайымдың шулай төрлө таланттары менән һоҡланһалар, ағайым үҙенең етдилеге, төплөлөгө, тырышлығы менән алдырҙы. Ҡара тырыш, тинеләр уны. Бәләкәйҙән атайға тағылып йөрөп, техникаға йәбеште. Ун йәшендә бишекле мотоциклды йөрөтөргә өйрәнһә, ун бер йәшендә атайҙың ярҙамсыһы булып комбайнда эшләй башланы. Ул механик һөнәрен үҙ итте (әлеге ваҡытта үҙенең эше бар). Игеҙәктәр ҙә уҡыуға шәп булды, мәктәптәге һәр сарала әүҙем ҡатнаштылар. Апай-ағайым да, игеҙәктәр ҙә, яратылып үҫкәнгәлер, ерҙә ныҡ баҫып тора, уйҙары яҡты, аҙымдары ышаныслы. Ә мин, башым ауырыуҙан сыҡмаған, «уй, надайыл»да үҫкән бала, артыҡ бер ни ҙә ырата алманым: дәресте күп ҡалдырғас, уҡыуҙан булдыра алманым, сырхау булыуым арҡаһында йүнләп эшкә яраманым. Исмаһам, илаҡ ҡына булып үҫһәм дә, йырларға ла һәләтем асылманы. Бейеү түңәрәгенән, кәүҙәң ҡаты, тип кире борҙолар. Спорт хаҡында әйтеп тә тормайым, сөнки ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн көс, етеҙлек кәрәк, ә миндә улар ҡайҙан булһын? Матур булһам – бер хәл, йөҙ-ҡиәфәтем менән дә маҡтанырлыҡ түгел. Етмәһә, үҙем йомоҡ… Бер һүҙ менән әйткәндә, миндә Алла бабай рәхәтләнеп ял иткән. Мәктәпте «күләгә» сифатында тамамланым (минең кеүек бер ҡайҙа ла ҡатнашмаған, гел «өслө» билдәһенә уҡығандарҙы шулай атанылар). Һинән бер ни ҙә сыҡмаҫ, тип үҫтергәс, һөнәрселек училищеһына уҡырға барҙым. Минең өсөн иң ҡулайы тегенсе һөнәре ине, сөнки штукатур-маляр булыр өсөн ныҡлы һаулыҡ кәрәк, һатыусыға – үткерлек, ашнаҡсыға – аш-һыуға оҫталыҡ. Һаулыҡ менән маҡтана алмайым, үткерлектең «ү» хәрефе лә юҡ, аш-һыу бүлмәһенә мине яҡын ебәрмәгәс, ул йәһәттән оҫталығым бармы-юҡмы – белмәйем, тип, тегенсегә уҡыным. Теләкһеҙ генә булһа ла, уҡып сыҡҡас, фабрикаға эшкә урынлаштым. Унда фантазия талап ителмәй, бер үк кейемде айҙар буйы тегәһең дә тегәһең, көнө буйы һөйләшмәй ултырһаң да, бер кем һиҙмәй. Сменанан ятаҡҡа арып ҡайтам, ашарға бешерәм, һауыт-һаба, иҙән (кер) йыуам, телевизор ҡарайым һәм йоҡларға ятам – ялҡытҡыс һоро көндәр бер-береһен алмаштырҙы. Минең тормошом ғына түгел, үҙем дә һоро төҫтә кеүек инем – бер ни менән ҡыҙыҡһынмайым, бер нәмә ҡыҙыҡтырмай, ысынлап та, йәш ҡыҙ түгелмен, ә күләгәмен. Башҡалар ял көндәрендә дискотекаға саба, ә мин ятып йоҡлайым! Әсәй, буйың менән йоҡо, тип әрләй: «Кейәүгә сыға алмай, йоҡлап ҡына тороп ҡалаһың инде». Кейәүгә сыҡтым шулай ҙа. Үҙем кеүек күләгәгә. Бер маҡсаты ла булмаған, бер нәмәгә лә ынтылмаған, эштән ҡайтып, бот күтәреп тик ятырға яратҡан егетте ҡартнәйем тәү күреүҙән «ни алтара, ни палтара» тип исемләне. Иремдең өләсәһенән ҡалған бер бүлмәле фатирҙа күңелһеҙ генә йәшәп киттек. Йәшең үтеп бара, ашығырға кәрәк, тигәс, ауыр булһа ла, бер-бер артлы ике бала таптым. Бала табыу еңел бирелмәне: сәсем ҡойолдо, тештәрем төштө, анемия йонсотто. Саҡ аяҡҡа баҫтым. Ауырыһаң да, һинең өҫтөңдән бер кем дә бурыстарҙы алып ташламай: балаларҙы ҡарар кәрәк, ашарға бешерер кәрәк, ирҙе тәрбиәләргә кәрәк… Теләйһеңме-юҡмы, үҙеңде елкәңдән алып күтәреп аяҡҡа баҫтыраһың да, эшеңде эшләйһең. Әммә тап декретта ултырғанда бәйләм бәйләргә өйрәнеп, шул шөғөлгә күңелем ятты ла ҡуйҙы. Баҡтиһәң, миндә лә һәләт булған икән, тик уны асыусы табылмаған! Балаларҙы баштан-аяҡ кейендерҙем: тәүҙә ябай ғына ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, башлыҡтар бәйләһәм, аҙаҡ ҡатмарлы биҙәкле әйберҙәргә күстем. Туғандарға нимә бүләк итергә, тип аптырамайым, тотам да «бүләк» бәйләйем. Декреттан һуң үҙәккә үткән тегенсе эшенә сыҡҡым килмәне, элек үҙем йәшәгән ятаҡҡа иҙән йыуыусы булып барҙым да ҡуйҙым. Графигы уңайлы, өйөбөҙгә лә, балалар баҡсаһына ла яҡын. Иҙәнде йыуып бөтөү менән бушайһың, ҡасан эш көнө бөтә инде, тип сәғәткә ҡарап ултырыу юҡ. Шуның араһында шәлдәр, шарфтар, бирсәткәләр бәйләп, уларҙы баҙарға һатыуға алып сыға башланым. Унда үҙ тауарыңды маҡтамай шым ғына торһаң, бер нәмә лә һата алмайһың. Һатына торғас, бер аҙ ҡыйыуландым. Компьютер алғайныҡ, шуны тиҙ генә үҙләштерҙем дә, студенттарға рефераттар йыйып биреп, тағы өҫтәмә килем сығанағы булдырҙым – бошмаҫ ир аҡса яғын ҡайғыртмағас, үҙемә тырышырға тура килә. Бер ҡыҙ әҙәбиәт буйынса курс эшен яҙыуымды һорағас, тәүҙә ҡыймай, баш тартырға ла уйлағайным (яуаплы, ҙур эш бит!), аҙаҡ, хаҡына ҡыҙығып, ризалаштым. Мөхәббәт лирикаһы хаҡында булды ул эш. Шуны яҙа торғас, китап уҡырға әүәҫләнеп киттем. Үҙем өсөн бөтөнләй ят, ләкин гүзәл, яҡты, сихри донъяны асҡандай булдым. Көндән-көн үҙемдең тормошом менән ризаһыҙлығым артты. Унан бигерәк, күңелемдә әллә ниндәй ғәжәп тойғолар уянды – шағирҙар кеүек хисләнеп яратҡым, үлеп яратылғым килде! Күҙҙәрем яңы асылғандай булып, һәр ир затына иғтибар менән ҡарайым, етәкләшкән, ҡултыҡлашҡан парҙарҙы күҙәтәм, әммә үҙебеҙҙең мөхәббәтһеҙ йәшәүебеҙҙе танырға ҡурҡам. Бер төн йоҡлай алмай шул турала уйланып яттым-яттым да, инде лә эсем бошоп китте, хатта түҙмәй, ирҙе ипләп кенә уяттым: «Һин мине яратаһыңмы ул?» Уның, әлбиттә, йәне көйҙө: «Аҡылдан яҙып бараһыңмы әллә?! Бына алйот…» Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, төн уртаһында бисәң шулай һораһын әле, йәнең көймәҫ ерҙән көйөр. Ләкин мин үпкәләнем, күҙ шәмәрҙе: «Яратылғым килә…». Ирем ҡырыҫыраҡ инде: мине иркәләтеү, үбеү түгел, балаларҙы ла ҡосаҡлағаны юҡ! Хәйер, үҙем дә иремә йылылыҡ бирмәйем, ул мине, туң, тип уйлай. Мин үҙем дә шуға ышанғанмын, иремде бөтөнләй наҙлай белмәйем, уны ҡосаҡлау, үбеү нисектер уңайһыҙ кеүек. Һөйөүҙең эҙе булмаған һалҡынлыҡта нисек балаларыбыҙ туңып үлмәгән?! Шул уй башыма килеп ингәс, ныҡ ҡурҡтым, йөрәгемдең иң төпкөл мөйөшөндә йәшерелгән һөйөү хисен үҫтерергә тотондом: иртән балаларымды иркәләп уятырға өйрәндем, йоҡлар алдынан уларға әкиәт һөйләнем, бергә уйнарға, һөйләшергә лә ваҡыт табылды. Үҙем бала саҡта мәхрүм булған иғтибарҙы балаларыма бирә алыуыма ихлас ҡыуандым. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда иремдең һөйәркәһе булыуы асыҡланды. Һис тә уйламағанда. Урта ҡул ғына ирем миңә хыянат итәлер, тип башыма ла индермәй инем. Заказ буйынса бәйләнгән шәлде алып китеп барғанда, бер туҡталҡала машинабыҙҙы күрҙем. Яҡыныраҡ килһәм, унда ирем ниндәйҙер ҡатын менән үбешеп ултыра! Иремде яратмаһам да, был күренеш шаңҡытты… Ул ҡайтҡас, тыныс ҡына айырылышырға тәҡдим иттем. Ул ыҡ-мыҡ итте лә, ашыҡмайыҡ, тине. Ләкин мин балаларҙы алып сығып китергә йыйынғас, төнгә ҡарай ҡайҙа бараһығыҙ, тип, үҙе ата-әсәһенә ҡунырға китте (ә бәлки, һөйәркәһенә барғандыр, уныһы миңә ҡараңғы). Балаларҙы йоҡларға һалғас, компьютерҙы ҡабыҙҙым. Күңелемдәген кем менәндер бүлешкем килде, ә бының өсөн интернеттан да уңайлы урын юҡ – һин бер кемде белмәйһең, һине бер кем белмәй (туғандарға ғаилә хәлен әйтергә телем әйләнмәне, сөнки улар былай ҙа мине уңышһыҙ тип белә, нисектер һәр саҡ абынғанымды көтә кеүек). Бер форумға инеп, бәләмде һалдым: «Яратҡым һәм яратылғым килә! Әммә мин яңғыҙ, тирә-яғымда бушлыҡ, ҡараңғылыҡ…»