RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зәхмәтле урынға барма, башыңа сир алма...

05.12.2014 Зәхмәтле урынға барма, башыңа сир алма...

Һыу буйында тарбайып үҫкән оло тирәк бар. Шуның башына үрмәләү – күптәнге хыялым. Тик өләсәйем уның янына яҡын юллатмай. Ҡолап төшөр тип ҡурҡҡандан түгел, сөнки мине ул өй башына ла, ҡырға муйыл йә ҡомалаҡ йыйырға барһаҡ, үҙе үк ағас башына мендереп ебәрә. Иң суҡ ботаҡты ҡарап ҡына ике ҡуллап йәбешәм дә аҫҡа һикерәм. Эйелеп төшһә, өләсәйем тирә башлай. Һындырырға ярамай. Ә был тирәктең зәхмәте бар, ти ул. Уның төбөнә мәйет йыуған һыу түгелгән. Шул һыуҙы эсергә тип, ендәр тирәк янына йыйыла, ти. Ул ендәрҙе күргәнем булмағас, әллә ни ҡурҡмайым, тик өләсәйем үҙе ҡурҡа.
Бер көн уны күрше ауылда йәшәгән әхирәте ҡунаҡҡа саҡырҙы. Сәскәле күлдәген кейеп сығып китеүенә бер аҙ ваҡыт үткәнен көтөп торҙом да, үрге оста йәшәгән әхирәтем Әлфиәгә йүгерҙем. Ярамай, тип тыйып торған эштәренең бер нисәүһен башҡарыу, иң мөһиме, һыу буйындағы тарбайып үҫкән тирәккә үрмәләү ине беҙҙең маҡсат. һыу буйына төшөп, бер аҙ һыҙғырырға маташып ултырҙыҡ (өләсәйем һыҙғырғанды ла яратмай, иман ҡасырып, ел сығарып һыҙғырынып йөрөмәгеҙ, ти). Быйыл алты йәшебеҙ тулғас, тештәребеҙ төшә башлағайны, әллә шуғамы, һыҙғырыуыбыҙҙан әллә ни фәтүә сығырҙай булманы. Һикереп торҙоҡ та тирәккә табан йүнәлдек. Шым ғына килеп, төбөнә күҙ һалдыҡ. һыу эсеп ултырған бер йән эйәһе лә күренмәгәс, батырланып, тирәккә үрмәләнек. Һәр ботағына ултырып ҡарап, таш менән һыҙып ҡайыры­һына исемдәребеҙҙең тәүге хәрефтәрен яҙҙыҡ та (әлегә тулыһынса яҙа белмәйбеҙ) өйгә ҡайтып киттек.
Бер нисә аҙна үтеүгә, ҡыҙылса менән ауырып киттем. Өләсәйем ҡыҙыл тауарға урап, ҡыҙыл ғына емештәр ашатып, үҙенсә им-том итә башланы. Апайымдарҙың ауырығанынан беләм, шулай итһәң, ауырыу тиҙ үтә, тәндә эҙе ҡалмай.
Аҙна үтте, ун көн үтте, һаман һа­уыға алманым. Дауаханаға ла алып барҙылар. Ҡыҙарып сыҡҡан урындарҙа тирем ҡубып, аҡ таптар ҡала башланы. Туғандарым да, та­биптар ҙа аптырай. Төрлө тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, ҡыҙылса түгел, ҡорсаңғы ауырыуы тип, икенсе төрлө дауаларға тотондолар. Тик һаман һауыҡманым, хәлем, кире­һенсә, көндән-көн насарланды ғы­на. Төн етһә, температурам күтәрелә, тәнемә меңәрләгән энә сәнселгән кеүек. Бер заман күҙемә әллә нимәләр күренә башланы. Тирәк төбөндә һыу эсеп ултырған ендәр тураһында өләсәйемә һөйләгәс кенә ул миңә зәхмәт ҡағылғанын аңланы. Кешеләр аша һорашып, Учалы ҡалаһында йәшәгән көслө генә муллаға алып барып өшкөртөп, таң һыуы менән йы­уын­дырып, хәйер биреп, мине саҡ һауыҡтырып алды.
Шунан бирле теге тирәк янына ла, өләсәйем, ярамай, тигән бер ергә лә бармайым. Мал салған, сүплек урыны булған ерҙәргә лә яҡын юллатмай ул.

* * *

Ауылыбыҙҙа бер өй бар. Мин белә-белгәндән унда бер кем дә оҙаҡ итеп йәшәгәне юҡ. өләсәйем хатта ул тирәлә уйнарға ла рөхсәт итмәне. Ташландыҡ тип тә әйтеп булмай: бик матур итеп төҙөлгән уртаса ҙурлыҡтағы өй. Шаҡартма­лары ла матур итеп биҙәлеп эшләнгән. Баҡсаларында алма емерелеп уңа. Тик уны бер кем дә йыйып алмай. Хатта һәр нәмәнән ирмәк эҙләгән йәштәр ҙә ул емештәргә ҡул һуҙырға ҡыймай. Сөнки һәр кемгә ололар был ерҙең зәхмәте хаҡында һеңдереп үҫтергән.
– Их, Зәки буш итте, ата-әсәһен тыңламайса… Шаулап торған донъя­­нан бер нәмә ҡалманы, ҡуй инде... – быҙау ҡыуып ҡайтып бар­ғанда өләсәйем теге йортҡа ҡарап шулай тип ҡуйҙы. Үҙе ауыҙ эсенән белгән доғаларын уҡып та алды. “Рухтарын шат ҡыл, Раббым”. Үлгәндәргә шулай тип аят бағышлағандарын беләм.
– Ә кем үлгән бында, өләсәй? – һорау бирмәйенсә түҙә алманым.
– Бөтә өй эсе менән мәрхүм булдылар, бахырҡайҙар. Урыны алама ине шул, ҡотһоҙ ер был…
Зәки күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайт­ҡас, урман хужалығы техникумына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап, күрше район ҡыҙы Гөлфиәгә өйләнеп, ең һыҙғанып донъя төҙөргә тотона. Ауыл хужалығының гөрләп торған мәле, йәштәр күпләп ауылда ҡала, йорттар һала. Тауҙар ышы­ғында ғына ултырған ауылда яңы йорттар һалырға урын етмәй. Ауыл хакимиәте ултырышында йәштәргә яңы йорт һалыр өсөн урынды ауылдан ситтә, ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан асыҡ майҙандан бирә башлар­ға ҡарар итәләр. Урын иркен, уйламай ҙа 50 – 60 өй һалып сығырлыҡ. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрарға ла уңайлы, йылғаһы ла эргәлә генә. Йәштәр ҙур кинәнес менән, мотлаҡ шул ерҙән урын алыр­ға теләп, ғариза яҙа, бер-бер артлы йорт һалырға тотона.
Тик Зәки генә ул урынды оҡшатмай, ҡырҡа баш тарта. Йәнәһе лә, юл юҡ, бәләкәй балаларға мәктәп тә алыҫ. Газ үткәреүе ҡиммәткә төшәсәк. Ҡырҡ һылтау табып, һатып алған бураһын ауылдың уртаһында буш торған урын­ға күтәртә. Уның был холҡона халыҡ аһ итә. Сөнки ул урынды борон-борондан, зәхмәтле тип, яратмайҙар. Ваҡытында хатта сүплеккә лә әйләнгән булған. Киндер, дегәнәк, әрем кеүек сүп үләндәре баҫҡан урынды һәр кем ситләп үтергә тырыша. Кемдер, ене бар, тип тә һөйләне, кемдер, борон зимагурлыҡта йөрөп, эсеп үлгән әҙәмде йыназаһыҙ ошонда күмгәндәр, ти.
Ни булһа ла, тап ошо урында йорт күтәргәне өсөн Зәкиҙе йәше-ҡарты әрләне, ата-әсәһе, туғандары ме­нән талаш сыҡты. Йәш ирҙең үҙһүҙлелеге көслө булдымы, әллә ышанманымы, бер кемде лә ишетмәҫ булды. Өмәгә кеше таба алмағас (быға тиклем бер-береһенә ярҙамсыл булған халыҡ Зәкигә ярҙам итергә барыуҙан баш тартты), күрше ауылдан балта оҫталарын ялланы. Эш барышында 20 йыл бер ниндәй ҡаза күрмәйенсә генә тир түккән ирҙәрҙең береһе, Фәрит исемлеһе, яҙа сабып, аяғын йәрәхәтләп, ғүмерлеккә ғәрип булып ҡала. Зәхмәтле урындың тәүге ҡазаһы ошо була. Ауылдаштары­ның: “Аллаһы Тәғәләнең һиңә һынамаҡҡа, уйланырға биргән һынауы ошо. Ярай, үҙ ғаиләң аша түгел, сит кеше аша иҫкәртә. Аҡылыңа кил”, – тип әйтеүҙәренә ҡарамайынса, Зәки эшен дауам итә. Трактор менән бар сүп-сарҙы ташып түгә, баҡсаһын кәртәләп, емеш ағастары ултырта. Шул саҡта инде икенсе ғәжәйеп хәл асыҡлана: 20 аҙым алыҫлыҡта ғына ултырған өйҙөң ишек алдында ике метрҙан һыу сыға, йылға ла әллә ни алыҫ түгел, ә Зәкиҙең ихатаһында һыу эҙләп 7 – 8 урынды 20 метр тәрәнлегендә ҡа­ҙып сығалар: һыу юҡ. Биш төп алмағастан тыш, бөтә емеш ағастары ҡороп юҡҡа сыға, хатта баҡсаларында ҡыяр, кәбеҫтә лә үҫтерә алмайҙар.
Көҙ көнө өй туйлай йәш ғаилә. Ике кескәй бала, өсөнсөһө лә бына-бына тыуырға тора. Ҡар юлы төшкәнсе тип, ғаилә башлығы мунсалыҡ бура өсөн ағас йығырға урман­ға сығып китә. Балалары туҙратҡан уйынсыҡтарҙы йыйырға тип, эйелгән ыңғайға Гөлфиәнең эсе, арҡа буй­ҙары сәнсеп ауыртырға тотона. Ауыртыу көсәйгәндән-көсәйә, урам­ға сығыу түгел, бер нисә аҙым да яһай алмаған ҡатын, эсен ҡосаҡлап, иҙәнгә сүгәләй. Әсәлә­ренең ауыртынып ыңғырашыуынан ҡото ос­ҡан кескәй балалар илашырға тотона. 3 – 4 сәғәт ваҡыт шулай уҙа. Ейәндәрен күрергә тип килгән Мәйсәрә инәй киленен, күп ҡан юғалтыуҙан иҫтән яҙып, аңы томалана башлаған мәлдә тап итә. “Тиҙ ярҙам” машинаһының килеп еткәнен көтмәйенсә, фельдшер ҡыҙ ауылдан машина табып, ҡаршы сығалар. Тик Гөлфиәнең үҙен дә, ваҡытынан алда тыуған сабыйҙы ла табиптар ҡотҡара алмай.
Ике бала менән тол ҡалған ир ҡайғыға бата. Эсештерә башлай. Тик бәләләрҙең башы йорттоң алама урында ултырыуында икәненә ышанғыһы килмәй. Тамам эскегә бирелмәҫ, аҙып-туҙып китмәҫ борон тип, туғандары уға район үҙәгендә уҡытыусы булып эшләгән Фәһимәне димләй. Ул да күптән түгел ирен юғалтҡан, бер бала менән яңғыҙы тороп ҡалған. Димсе диңгеҙ кисерә, тигәндәй, ир менән ҡатын ҡауыша, матур ғына донъя көтә башлай. Тормош үҙ яйына һалынып, тыныс ҡына 3 – 4 йыл ваҡыт үтә. Өй ултырған урындың зәхмәтле булыуы ла бер аҙ онотола төшә.
Зәкиҙең өсөнсө класҡа уҡырға барған оло улы Даян тамағы шешеп ауырый башлай. Тәүҙә Фәһимә уны төрлө халыҡ алымдары менән өйҙә генә дауалап ҡарай. Ярҙамы тейер­ҙәй булмағас, дауаханаға баралар. Ике аҙна тирәһе үтеүгә, һап-һау малай өйгә ҡайта. Тик ун көн дә үтмәй, ҡабат ауырый башлай. ма­лай менән үгәй әсә дауахана менән өй араһын йылдан ашыу тапай. Табиптар үҙҙәре лә аптырауға ҡала: ауырыуҙың нимәнән барлыҡҡа ки­леүен дә асыҡлай алмайҙар. Ана­лиздары ла, хәле лә арыуланып ҡай­тып киткән бала аҙна-ун көн эсендә ҡабат ауырыуға һалыша. Шифаханалар ҙа ярҙам итмәй, ҡиммәтле дарыуҙар ҙа. Дуҫ-иштәренән, өйөнән айырылып, дауаханала ятыуҙан биҙгән Даян башҡаса унда барыуҙан баш тарта. Һәм бер көндө, физкультура дәресендә класташтары менән физик күнекмәләр эшләгән ваҡытта, уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Дәрестән бушатыуға справкаһы булыуға ҡарамаҫтан, иптәштәренән айырылғыһы килмәйенсә, бер ҡатарҙан йөрөргә тырышҡан малай шулай, ғаиләһен ҡайғыға һалып, яҡты донъя менән хушлаша. Зәки юғары органдарға барып, ялыу яҙып йөрөмәһә лә, мәктәп коллективы менән аралары боҙола.
Ошо хәлдән һуң Зәки урындың ысынлап та зәхмәтле булыуына ышана башлай. Күрше ауылға барып, ҡатыны менән йорт та ҡарап ҡайталар. Һатып алыр өсөн кредит­ҡа документтар йыйып, банкка тапшыралар. Тик улар­ға тыныс йәшәү насип булмай. Тәүге ҡар яуған октябрҙең һыуыҡ төнөндә Фәһимә тороп, газ мейесен тоҡандыра. Йоҡо аралаш ул тығынды асырға онота… Яҙмышмы, әллә, ысынлап та, зәхмәтме, ике бала һәм ир менән ҡатын шулай төн эсендә газға ағыуланып һәләк була.
Еренә еткереп һалынған йортҡа ҡыҙығыусылар күп булһа ла, һатып алырға теләүселәр табылмай. Хатта Зәкиҙең бер туған ҡустыһы күсереп һалырға ла риза булманы. Ун йылда алты мәйет сыҡҡан йорт, бөтә ауыл­ға шом һалып, етемһерәп ултыра. Хәйер, унда ваҡытлыса ғына ике ғаилә йәшәп ҡараны. Тик береһе лә уны матур хәтирәләр менән иҫкә алмай. Ситтән күсеп ҡайтҡан Йәмил ағайҙар төндәрен сабый илаған тауыш ишетеп, йоҡоға китә алмай аптыраһа, уҡытыусы булып эшкә килгән ике ҡыҙҙың күҙенә өй мөйөшөндә илап ултырған ир шәүләһе күренгән.
Өләсәйем ошоларҙы бәйән иткән арала тағы ла бер боролоп теге йортҡа күҙ һалдым. Йәнһеҙ тәҙрәләр моңһоу ғына урамды күҙәтә ине. Алты тәҙрә, әйтерһең дә, алты йән…










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»