RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Бирҙе донъя кәрәкте»

14.11.2014 «Бирҙе донъя кәрәкте»

Яҙ үҙенең йылы биреү ҡеүәһен көсәйтте. Ҡар таҙартыу һөнәренең кәрәге юҡ. Тракторсылар һуҙылып ятҡан бүрәнәләрҙе тимер бауға эләктереп, айҡалдырып-сайҡалдырып ала ла китә.
...Беҙҙе ағас ҡырҡыу эшенә күнектерәләр. Звеноларға бүлендек. Төҙөлөшкә яраҡһыҙ, кәкрерәк булып үҫкән ағастарҙы йығабыҙ.
Ир маҡтана, ҡорал эшләй, тигән кеүек, эш ҡоралдары һәйбәт. Мин олатайҙарҙың таҡта быса торған арҡыры һәм буй бысҡыларын игәп-үткерләп ултырыуҙарын хәтерләйем. Ләкин уларҙың ағас эшкәртеү ҡорамалдары насар булған икән. Беҙҙең бысҡылар сыңғырлап, бер төрлө моңло тауыш бирә, ә балталар, бүрәнә әрсей башлаһаң, ялап ҡына ала.
Минең звенола дүртәүбеҙ. Икәү быса, берәү ботаҡтар таҙарта, берәү ағас ботаҡтарын йыйып яндыра. Был яңы һөнәрҙе үҙләштереү көндәрендә аптырап ҡалманыҡ. План үтәлеше буйынса ризыҡ бүленә бит.
Лагерь начальниктары ағас әҙерләү планын тултырыусыларҙы рәнйетмәй. Эш хаҡы хисабынан, магазинға барып, кәрәк-яраҡты һатып алып була. Эш тә ҡыҙыу бара, рух төшөнкөлөгө һиҙелмәй. Ҡайҙа ул ваҡыт илап-һыҡтап ултырырға! Йылы яҡтан килеүселәргә ҡышҡы һалҡын ауыр булды, улар яҙғы ҡояш нурына йөҙ ҡуя, эштә лә һиҙелерлек аҙым яһай.
Звенола дүртебеҙ дүрт милләттән. Рус ҡатыны Екатерина Михайловна бәләкәйерәк кәүҙәле, әммә бик ябыҡ та түгел. Эш өсөн йәнен ҡорбан иткән ул. Ял сәғәттәрендә лә һул ҡулына икмәк тотоп, уң ҡулы менән ағас ботаҡтарын өйә, һәр көн, «план тулһа ярар ине» тип хафалана. Бригадирҙың, эш хисабын алып, күпме процент булыуын әйтеүен түҙемһеҙләнеп көтә. Миңә ҡарап: «Ася, милая, беҙ һәр ваҡыт бергә эшләйек, ҡалай татыубыҙ», – ти. Екатерина Михайловна 45 йәштәр самаһында. Ул партияның Тула ҡала комитетында эшләгән, унан алдараҡ партия ҡушыуы буйынса Урта Азияла яуаплы хеҙмәттә булған. Ҡайһы ваҡыт:
– Мин Рәхимбаев, Икрамов­тарҙың дошман булыуына бер ваҡытта ла ышанмайым. Ниндәй мөһабәт ине улар. Урта Азияла ҡатмарлы шарттарҙа алһыҙ-ялһыҙ бергәләп тоғролоҡ юлынан барҙыҡ, – ти торғайны. Ошолай хеҙмәттәш иптәштәренең яҙмышы өсөн борсола ине ул.
Карел ҡыҙы Валяға ни бары 19 йәш. Мәскәү институтыңда иҡтисадсы булырға уҡыған. Валя бер туған апаһының ире – еҙнәһенең ғәйебе өсөн яуап тота икән.
– Мин апайым, еҙнәм тәрбиәһендә уҡыным һәм юғары уҡыу йортона имтихан тапшырҙым. Еҙнәм илселектә эшләй ине. Ул нимәләр ҡылған, белмәйем. Еҙнәм урта йәштәрҙә, яуаплы эштә, партия сафында тора ине, – тип һөйләй.
Йәш булыуға ҡарамаҫтан, эш тәртибен белә, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй. Фин егеттәре менән фин телен­дә һөйләшә. Карел егеттәре лә Валяны ситләтеп үтмәй. Ял көндәрендә карел халыҡ йырҙарын бергәләп йырлап ултыралар.
Тирә-яҡ мөхиткә күҙ һалһаң, тәбиғәт хозурлығына сумаһың. Эш өҫтө ҡалын урман – тайга. Асыҡ трассаға барып сыҡҡансы төрлө- төрлө бригадаларҙы күрәһең. Бөгөн юл ыңғайында әзербайжан егеттәренә осраныҡ. Ҡайһылары усаҡта икмәк ҡыҙҙырып ашай.
– Шешлыҡ ашарға рәхим итегеҙ! – тип шаярталар.
– Ултыр, ял ит, – тине бригадир Хәмзә Сөләймән.
Хәмзә Сөләймәндең ағаһы Солтан Мамед минең Мәскәүҙә йәшәгәндәге танышым булып сыҡты.
– Ағайымдың хәлен белмәйем. Үҙем Баҡы ҡала редакцияһында эшләнем, – ти Хәмзә. Баҡы егеттәре минең өҫ-башыма иғтибар биргәндәй.
– Беҙҙең, – тине Хаджи, – кейем-һалым һәйбәтерәк. Аяғыңа кейгән чунды ташла, итек бирәбеҙ. Ташла шул чунды, ташла, – тип ҡабатланы.
Чунь – Себер кейеме. Яҙ уңайһыҙ булһа ла, ҡыш бик һәйбәт ул. «Әле иртәрәк чунды ташларға», – тигән булдым.
Әҙ генә ваҡыт араһындағы осрашыу күңел түрендә күпме яҡшылыҡ ҡалдырҙы. Улар ҙа үҙ илендәге билдәһеҙ бер «ойошма» өсөн яуап тота, лагерҙа тотҡондалар.
Кискә табан Баҡы егеттәре ҡара күндән тегелгән итек бүләк итте. Береһе минең мендәр аҫтына 30 һум аҡса һалып киткән. Был хәл мөхәббәт йөҙөнән түгел, кешелектең иң юғары, баһа биреп бөтмәҫлек ихтирам йөҙөнән эшләнә ине. Иртән мин уңайлы аяҡ кейеме менән эш юлына сыҡтым.
Екатерина Михайловна, бер һүҙ әйтер булһа, һәр ваҡыт, Ася, милая, тип башлай.
– Һин бәхетле ҡатын, һоҡланам мин һиңә. Ихтирам итәләр үҙеңде. Анау көн беҙҙең эргәлә эшләгән ҡаҙаҡ бригадаһы егеттәре күҙ асып йомғансы егермеләп бәһлеүән ҡарағайҙы бысып китте. Беҙҙең план былай ҙа арта. Ә ул өс-дүрт көнлөк эшебеҙгә ҙур ҡушымта булды, – ти.
– Рәхмәт ул егеттәргә, ете ят кешеләр улар, белгән-күргән бәндәләр түгел. Ошо тормош үҙе әллә кемдәр менән бер туғандай йәшәргә өйрәтә, – тинем.
Һәм шулай ҙа. Анау көн Украина кешеһе беҙҙең эргәгә килеп, ҡорамалдарҙы төҙәтеп китте.
Бөтә булған уй-фекер эшкә, план­ға бәйле. Эш – йәшәү сығанағы һәм рухи тыныслыҡ та. Шулай беҙҙең тормош ағышы. Беҙгә «фышы» тамғаһы биреүселәр, ҡайһы бер «геройҙар» һаны ла байтаҡ. Эште һанға һуҡмаусылар штраф нормаһы менән тамаҡ туйҙыра. Ҡайһы береһе: «Аша­маным», – тип тауыш сығара. Ашха­наға алып барып туйҙыралар. Тағы ла сәбәп табыла. «Кистән алған кейемде урланылар», – тип хәйләләйҙәр. Кейем бирәләр. Бер нисә ғәмһеҙҙе көтә-көтә сәғәттәр үтеп китә.
Эш урынына барғас, тағы ла сәбәп табыла.
– Мин ҡулыма балта тотмайым. Әгәр ҙә эшләһәм, бөгөн мине үлтерәләр, атаман шулай приказ бирҙе, – ти. Күренеүенсә, эшләргә теләһә лә, үлем ҡурҡынысы күҙ алдында. Тора-бара лагерь «атаман»дарҙан таҙара барҙы. Йәш ҡыҙҙар, егеттәр эштә үҙ урындарын тапты, беҙҙең менән берҙәм барҙы.
Гольбах Фаина беҙҙең янға икенсе лагерҙан килгән. Ул да «атаман». Ҡайһы лагерға бармаһын, бөтә «бур» исемен алыусылар Гольбахҡа баш эйергә мәжбүр. Фаина – йәш ҡыҙ. Мәгәр ул иректә эшләмәй йәшәргә өйрәнгән. «Ә тотҡонда эшләргә тейешбеҙме?» – ти. Уның төп идеяһы ошо. Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, Фаинаның тормош юлы бик үҙенсәлекле булған. Тик ул үҙе тураһында һөйләмәй.
Ҡайһы бер лагерҙарҙа бер үҙе бер конвой аҫтында эшләгән. Ул урман эшен яҡшы белә. Күп айҙар, хатта йылдар буйына урман ҡыр­ҡыу­ҙа көндәлек нормаһын өсәр йөҙ процентҡа еткергән!
Бурҙар, шалман-шалопай исемен алыусыларҙың бригадиры беҙҙең менән бер баракта йәшәй. Беҙгә ҡарата «фышы» һүҙен ҡулланмай, ваҡсыл түгел, бик ғорур. Бри­гаданың көнкүрешен ҡайғырта һәм уға начальниктарҙың ишеге һәр саҡ асыҡ. Кейем-һалым кәрәк булһа, ул үтенеп һорап тормай: «Кейем складынан фәлән хәтле чунь, бейәләй алырға яҙыу бирегеҙ», йә: «Минең бригада эшселәре алдарынан ҡалғансы ашарға тейеш», – ти. Эш планын үтәүҙе үҙе белә. Кейем һатыу, урлашыу, кәрткә һалып уйнау ҡәтғи тыйылған. Уйнап ҡараһындар. Кейемде уйнау­ға һалыусының да, уйнап алыусының да ауыҙ-мороно ҡанға батырып туҡмаласағын аңлай улар.
Бригада бәләкәй түгел. Ике йөҙ­ҙән ашыу йәш егет, ҡыҙ. Иғтибар ит­һәң, береһенән-береһе матурҙар, һылыуҙар. Улар эшкә киткәндә, әкиәттәге кеүек, Ҡаф тауы артынан «дәжжәл» сығамы ни! Уларҙың үҙҙәре сығарған йырҙары һәм көйҙәре яңғырай:
Но природа меня не забыла,
Дала мне жиганскую красоту...
Күберәк ошо йырҙы яраталар. Ә ҡайһы саҡта начальниктарға ҡарата мәсхәрәле йырҙарҙан да баш тартмайҙар.
Начальниктар көлөмһөрәп оҙатып ҡала.
– Әйҙә, күкрәк киреп йырлағыҙ ҙа, эшләгеҙ ҙә, үҙегеҙгә лә, илгә лә файҙа килтерегеҙ, – ти торғандар­ҙыр. Бур-жиган булһалар ҙа, кеше исеме алынмаған уларҙан. Тәрбиә эшкә, хеҙмәткә нигеҙләнгән.
Эштән ҡайтып, ашап-эскәндән һуң, баракта һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Бер-береһенән һөнәр өйрәнәләр. Латыш, эстон ҡатын-ҡыҙҙары үҙ тирәһенә күптәрҙе йәлеп итә. Бәйләү, сигеү, кейем-һалым тегеүгә булған һәләттәрен бөтәһе менән дә уртаҡлашалар.
Беҙҙең иғтибарҙы шаулап-гөрләп инеүсе йәштәр үҙенә йәлеп итте. Фаина Гольбах бригадаһында эшләүсе бер егет зона ситендә башлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә билдәләнгән. Ул егет бригадир менән хушлашырға килгән. Егеткә Сашка тип өндәшәләр. Ләкин уның ысын исеме Зәки, татар егете булып сыҡты. Береһе Сәғәдәт – тажик ҡыҙы. Ул башына матур түбәтәй, өҫтөнә ебәк күлдәк кейгән. Сәсе ҡара һәм оҙон. Тағы ла бер ҡыҙ, уны Анка тиҙәр. Ул әрмән ҡыҙы – Аяна Зигазорян. Иғтибар итмәү мөмкин түгел уларға. Рецидивистар! Кем белә, әллә шулай, әллә түгел. Әллә уларҙы йәшлек, әллә йүнһеҙ компания шул көнгә ҡалдырған. Шулай ҙа татар егетенә бер нисә һүҙ әйткем килде.
– Һин, – тинем, – татар була тороп, нишләп бурҙарҙан беҙҙең кейемде урлаттың? Барак тәҙрәһенән инеп, кейем-һалымды урлағандар. Алып килеп бирһендәр.
– Апай, апай, – тине, – кейемегеҙ шундай-шундай төҫтәме?
– Бөтәһе лә беҙҙең кейемдәр.
Зәки, миңә яҡыныраҡ килеп:
– Хәҙер һуң, кәрткә һалынып уй­налды ул кейемдәр. Икенсе лагерға оҙатылды, – тине.
– Зәки, ҡайһы илдән булаһың? – тип һораным.
– Апа жан, мин Ҡазан яҡтары, фәлән район булам.
– Беләм ул яҡтарҙы. Ул яҡтарҙағы Шәкүр ҡараҡ тарихын да яҡшы беләм, – тинем.
– Апа жаным, апа жаным, – тип Зәки минең эргәмә ултырҙы. Саф татар телендә үҙе менән таныштыр­ҙы. Тик иң алдан:
– Апа жан, һеҙ ҙә бурҙармы? – тип һорашты.
– Юҡ, – тим, – Зәки жан, мин бур нәҫеленән түгелмен.
Зәки мөмкин тиклем рус һүҙҙәрен ҡушмай, әкрен тауыш менән:
– Мин Шәкүр ҡараҡтың иң бәләкәй улы булам. Шәкүр ҡараҡ тар-мар ителгәндә, миңә 13 йәш ине. Ниңәлер миңә атайым: «Илдә торма, ҡасып кит», – тип кәңәш бирҙе, һәм мин тыңланым, ҡасып киттем. Күпме ҡасып йәшәп була? Урлаштым, төрмәгә эләктем. Бында хәҙер дүртенсе тапҡыр ултырам. Күрәһең, яҙмыш шулай... – Күңел түрендә үкенеү һиҙелеп ҡала. Хушлашҡанда:
– Апа жаным, мин зона тышында эштә булам, начальниктарҙың һаҡал-мыйыҡтарын таҙартам. Был баракка ҡабат инә алмайым. Ҡыҙҙар һиңә минән күстәнәс тапшырыр, варенье ебәрермен, – тине.
Ни әйтәһең:
– Рәхмәт, – тинем, аптырап.
Фаина һәм уның эргәһендәге ҡыҙҙар минең Зәки менән булған әңгәмәгә иғтибар бирмәне. Улар законында беҙҙең кеүектәр менән дуҫтарса, туғандарса бәйләнеш тотоу ҡәтғи тыйылған. Уларҙың берәй ҡыҙы беҙҙең егеттәр менән һөйләштеме, ҡара ҡанға батырып туҡмайҙар: «Илде һата башланыңмы?» – тип ғауға сығаралар. Әлеге уларҙың ҡаты законы буйынса туҡмалыусы бер кемгә лә барып әйтә алмай. Хаҡы юҡ бахырҙың.
Имеш хәбәрҙәргә ҡарағанда, Зәки: «Минең апайға һәм ул йәшәгән баракка зыян яһамағыҙ», – тип бойороҡ биреп киткән. Фаина ла миңә ҡарата иғтибарлы булып китте. Бер ҡарағанда, был насар түгел. Кем генә булмаһын, кеше кешегә үҙенең серен һөйләмәй түҙә алмай. Серҙәш булһаң, ҡалай рәхәт була. Бигерәк тә лагерь тормошонда серҙәш булһаң, уның ҡатмарлы яҙмышын беләһең, ҡасан күңелгә ауыр була, ҡасан ысын күңелдән йәлләйһең дә, яратаһың да. Күберәк ваҡыт 21 йәшлек Фаинаны йәлләй инем. Ун дүрт йәшендә юлдан яҙған ул. Күпме мохтаж көндәр кисергән. Тора-бара Ереванда Анна Зигазорян шайкаһына барып һуғылған.
Әрмән ҡыҙы, рецидивист Анна Зигазорян тормошона ҡағылһаң, ғәжәпкә ҡалырлыҡ. Беҙ унан ҡурҡмай инек. Шаулап һөйләнеп баракка инеү менән:
– Һаумыһығыҙ, фышылар! – тип ҡысҡырыуына беҙ ҡаршы килә инек.
– Анна, улай оҡшамай бит, ташла шул һүҙеңде, – тип әйтһәң, ҡысҡырып-ҡысҡырып көлә:
– Аңлағыҙ, яратам мин фы­шылар­ҙы. Үҙем дә фышы ҡыҙы, атайым – әрмән халҡының иң күренекле большевигы, утыҙ алтынсы йылда ҡулға алынды, ҡайтманы.
Ул атаһын төрмәгә ултыртыуҙа кемдәргә ҡарата шөбһә тотҡан булһа, төндә ҡулына балта алып, шул шөбһәле кешеләрҙең алма-виноград баҡсаларын ҡыра. Әйтеүенә ҡарағанда, ауыр енәйәттәрҙән дә баш тартмаған.
Ҡайһылай ғына булмаһын, был йәш-елкенсәк менән ҡасан яҡшылап, ҡасан әрләшеп тә һөйләшергә була. Беҙҙең кеүек урта йәште уҙып барыусыларға уларға ҡарата әллә ниндәй тәнҡит йөҙөнән ҡарау ҙа оҡшамай. Уларҙың тормошо алда, әллә ниндәй хеҙмәт геройҙары булыуҙары ихтимал.
Йөрөй торғас, миңә лә оҡшамаған кеше осраны. Жансыу уның исеме. Ҡарап торһаң, европаса ке­йенгән. Мәгәр кеше күңелен тартырлыҡ түгел. Ун ауыҙ һүҙ һөйләшеү ҙә әрәм Жансыу менән.
Азия илдәрендә революция тулҡынына аяҡ салыусы, батша булырға план ҡороусы ҡораллы баҫмасылар етәксеһе Ибраһим бәктең дүртенсе ҡатыны Жансыу татар ҡыҙы булыуын аңлатты. «Ата­йым – Ибраһим бәктең алтын жулчысы», – ти. Кем белә ундай алтын жулчысыны? Мәгәр Жансыуҙың һәр һүҙе, хәрәкәте Аллаға бәйләнгән, көнө-төнө кафыр­ға ләғнәт яуҙыра.

Хөснә ЮЛДЫБАЕВА.
(Дауамы. Башы 43, 44-се һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»