RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡәрҙәш халыҡтар йыйынында ҡурай моңо яңғыраны

31.10.2014 Ҡәрҙәш халыҡтар йыйынында ҡурай моңо яңғыраны

Ҡәрҙәш халыҡтар йыйынында  ҡурай моңо яңғыраныҠәрҙәш халыҡтар йыйынында  ҡурай моңо яңғыраныБөгөн донъяла барған глобалләшеү шарттарында Венгрия­ның үҙ милли дәүләтселеген һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән ынтылышы ҡәрҙәш халыҡтар менән тығыҙ аралашыу өсөн төрлө юлдарҙы эҙләргә этәрә.

«Венгрияның НАТО ағзаһы булыуы венгрҙарға милли-мәҙәни тамырҙарын барларға һис тә ҡамасауларға тейеш түгел һәм беҙ Көнсығышҡа, Азия дәүләттәренә, айырыуса Рәсәйгә дуҫтарса мөнәсәбәт менән ҡарауҙы бер ҡасан да туҡтатмаясаҡбыҙ», – тине Шандор Лежак.

Андраш Биро әйтеүенсә, ҡо­рол­тай­ҙың киләсәге, үҫеше ғилми эҙләнеүҙәр, ғилми асыштар менән тығыҙ бәйләнгән. Билдәле профессор Андраш Биро Башҡортостан, айырыуса Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары менән яҡындан таныш. Бер нисә тапҡыр Башҡортостанда булып, беҙҙең халыҡ тураһында яҡшы мәғлүмәт туплаған, уға хөрмәт менән ҡарай. Ул – башҡорт-мадьяр бәйләнештәрен тарихи антропологияға бәйләп өйрәнеүсе ғалим.

Заманында был фекерҙе баш­ҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күренекле тел белгесе, профессор Жәлил Кейекбаев та яҡшы өйрәнеп, фәнни нигеҙҙә күтәреп сыға һәм үҙенең ғилми тикшеренеүҙәрендә башҡорт һәм венгр телдәренең ҡәр­ҙәш, тамыр­ҙаш булыуын иҫбатлай.

Үткән быуаттың 50-се йылдарында ул Будапешттағы халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, бик тәьҫирләнеп ҡайтҡан. Шул сәфәренән һуң кисергән тәьҫораттарынан рухланып, ул «Мадьяр иленә килдем» тигән шиғырын яҙа ( шиғырҙан өҙөк):

… Һаумыһығыҙ, мадьяр туғандар!
Тарих һөйләй:
Борон мадьяр халҡы
Башҡорт иленән күскән – Уралдан.
Тарих һөйләй:
Мадьяр һәм башҡорттар
Бик боронғо икән, туғандар…

Мал һәм ат ҡәҙерен белә венгрҙар

Будапешттағы рәсми саралар тамамланғас, делегаттарҙы авто­бус­тарға ултыртып баш ҡаланан ситтә, 180 км алыҫлыҡтағы Бач-Кишкун өлкәһенең ЮНЕСКО тарафынан һаҡлауға алынған биосфера ҡурсаулығына – Опустасер этнопаркына алып барҙылар. Өс сәғәтлек юлда барыу Венгрия менән ҡыҫҡаса ғына танышырға, күреп фекер йөрөтөү мөмкинлеге бирҙе.

Опустасер милли этнопаркы тәбиғи хәлдә һаҡланып ҡалған Европа тигеҙлегендә, икһеҙ-сикһеҙ ҡырағай асыҡ яланда ойошторолған. Этнопарк биләмәһендә, тарихи, археологик сығанаҡтарҙан туплап, ҙур музей ойошторолған.

Юлда барғанда, ауыл-ҡасаба урамдары, юл ситтәренең таҙалығы, төҙөклөгө иғтибарҙы йәлеп итте. Бер ҡайҙа ла ауып, ҡороп, ҡыйшайып, ташландыҡ хәлдәге ҡаралты ишаратын күрмәҫһең. Ауылдарҙа күпләп кәзә, һарыҡ, йылҡы, һыйыр малы аҫрағандары күҙгә салына, тик мал-тыуар ауыл урамдарын тултырып, ҡараусыһыҙ йөрөмәй, ситтә, яланда тотола. Тағы ла шуныһы уйға һалды: венгрҙар ата-бабалары көтөүсе-малсы икәнен яҡшы белә. Малсы һөнәренә хөрмәт менән ҡарайҙар, мал көтөүҙе – милли бренд, көтөүсе һөнәрен милли ғорурлыҡ итеп хөрмәтләүгә ирешкәндәр. Беҙҙең ауылдарҙа, көтөүсе таба алмайынса аҙап­ланып, малды сиратлап көтөргә мәжбүр булыусыларҙы иҫкә төшөрөп, беҙҙәге халыҡҡа мал аҫрауҙың бик ауырға төшөүен аңлай­һың.

Боронғо ҡомартҡыларға ла хужаларса, һаҡсыл мөнәсәбәт бар. Һәр урында борондан ҡалған ауыл хужалығы техникаһы йәки ҡорамалдар урамдарҙа күргәҙмәгә ҡуйылған. Уларҙы бында бер кем дә урлап, металл һынығы итеп тапшырмай. Киреһенсә, үҫеш этабындағы ҡо­март­ҡылар итеп ҡәҙерләп һаҡлай­ҙар.
Венгрияла төрлө туризм тармаҡтары, айырыуса эске туризм, этнотуризм бик яҡшы үҫеш алған. Халыҡ, туристар, айырыуса йәштәр, һыбайлы сәйәхәттәргә йөрөргә, тирә-яҡты танып-белергә ғәҙәтләнгән. Бындай саралар, әлбиттә, йылҡысылыҡты ла, менге аттар һанын да үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Ҡоролтай уҙаһы биләмә – күҙ күреме етмәҫлек иркен ялан! Тигеҙ майҙанды уратып тамаша ҡылыусы халыҡҡа уңайлы урындыҡтар теҙелгән. Бына дәртле венгр көйҙәре оҙатыуында майҙанға төркөм-төркөм булып тарихи кейем кейгән яугирҙар сыҡты. Уларҙың артынса 150 һыбайлы, сафтарға теҙелеп, бик ҙур тиҙлектә майҙан тирәләй елеп, төрлө яугирлыҡ һөнәрҙәрен күрһәтеп, бар халыҡты үҙҙәренә ҡаратты. Төрлө сәптәргә уҡ сойор­ғотоуҙарын, һөңгө ырғытыу­ҙарын хайран ҡалып тамаша ҡылдыҡ.

Артабан майҙанға, ике төркөмгә бүленеп, береһенән-береһе ғәйрәтле егеттәр сыҡты. Боронғо һыбайлыларҙың беҙҙең халыҡта күптән онотол­ған уйындарын әлеге көндә лә венгрҙарҙың кинәнеп уйнауына ша­һит булдыҡ. «Күк бүре» тип аталған уйын башы ҡырҡылған кәзә түшкәһен ҡулдан-ҡулға тартҡылап, кемуҙарҙан билдәле бер урынға еткереп ҡуйыуҙан ғибәрәт. Ҡарап тороуға ябай ғына күренһә лә, бик ҙур көс, таһыллыҡ талап ителә бында.
«Ауҙарыш» уйыны ла күңелгә ятты. Эйәрҙә ултырған килеш билдәренә таҫтамал ураған бәһлеүәндәй ике егет бер-береһен һөйрәп-тартҡылап, эйәрҙән йолҡоп, аттан ҡолатырға тырышып көрмәкләшә. «Һуй-һуй, һойро!» – тигән боронғо ауаздарҙан майҙан яңғырап торҙо.

Бындай милли уйындар беҙҙең республика һабантуйҙарында ла ойошторолһа, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине лә бит… Әлбиттә, бындай кимәлгә етер өсөн йылҡы малын һан өсөн, ит-ҡаҙылыҡ өсөн генә үрсетеү етмәй, ә ҡуралағы йылҡыларҙы көс-ғәйрәт, сығым түгеп ат хәленә еткәнсе яратып өйрәтергә, һыбай йөрөүҙе халыҡтың бер ғәҙәтенә индерергә кәрәк.

Бөгөн беҙҙең халыҡ теле менән генә һөйләгәнде венгрҙар иле-дәүләте менән бергәләшеп көндәлек эш менән иҫбатлап күрһәтте. Аттарына аяҡ өҫтө баҫып, елдәй етеҙ ат ҡыуыусыларҙы ла тик Венгрияла ғына осратырға мөмкин.

Венгр Яноштың ихласлығы

Шундай рухлы тамашаларҙы ҡарағас, беҙҙең егеттәрҙә лә бер аҙ венгр аттарында йөрөү теләге тыуҙы. Беҙгә майҙанда атлы тамашаларҙы күрһәтеүсе бер төркөмдөң етәксеһе янына барып аттарын һорап торорға рөхсәт бирелгәс, һөйләшелгән урынға килдек. Кәүҙәгә бик ҙур булмаған, ләкин бик теремек ир беҙҙе ихлас ҡаршыланы. Үҙен Янош тип таныш­тыр­ҙы. Уның менән бик тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Үҙе төҫкә-башҡа башҡорт кешеһенә оҡшап тора. Килешле генә итеп түбәтәй кейеп алған, өҫтөндә – ҡыҙыл сапан. Янош беҙгә: «Братья башкиры» – тип, руссалап өндәшеп һөйләште. Рус телен ҡайҙан белеүен һорағас, ул, Совет иленең хәрби частары бар саҡта һалдаттар менән аралашып өйрәндем, тине.

Иртәгәһенә Янош беҙгә үҙ йортонда етештергән венгр милли ризығын – кәзә һөтөнән яһалған сырҙы – күстәнәскә алып килде. Беҙ ҙә уға үҙебеҙҙең балды бүләк иттек.

Яноштың беҙгә ҡарата ихласлығына тамашалар башланғас тағы шаһит булдыҡ. Майҙанда бер төркөм һы­байлы, яугирлыҡ маһирлыҡтарын күрһәтеп, уҡтай атылып елгән мәлдә, төркөмдән берәү ҡапыл айырылып, туп-тура беҙҙең делегация тураһына етеп, ҡулдарын күтәреп: «Здрав­ствуй­те, братья башкиры!» – тип беҙҙе ихлас сәләмләне. Был яугир­ҙың беҙҙең яңы дуҫыбыҙ Янош икәнен танып, барыбыҙ ҙа аяҡ өҫтө тороп сәләм бирҙек. Шунан Янош алғы рәттә ултырыуымды шәйләп алды, буғай, аты менән тағы ла яҡыныраҡ килеп, эйәрҙә ултырған килеш мине дуҫтарса ҡосаҡлап алды һәм шундуҡ елдереп китеп тә барҙы. Яныбыҙҙа ултырған Татарстан, Ҡа­ҙағстан, Ҡыр­ғыҙстан, Төркиә һәм башҡа илдәр­ҙең вәкилдәре лә был тамашаға һоҡланыуҙарын йәшермәне, дәррәү ал­ҡышланы. Венгр халҡының бер ябай улы Яноштың делегациябыҙҙы ололап, ысын күңелдән сәләмләүен венгр халҡының башҡорт халҡына ҡарата ихласлығы һәм айырыуса яҡын күреүенең бер билдәһе тип ҡабул иттек.

Тиңдәр араһында тиң булдыҡ

Ҡоролтай тигәндә беҙ, ғәҙәттә, бындай күләмле саралар ваҡытында бөтә сараларҙы ла Мәҙәниәт министрлығы, Хөкүмәт йәки Пре­зидент Аппараты ойоштора тип ғә­ҙәтләнгәнбеҙ, ә халыҡты һәм йәмәғәт ойошмаларын ситтән ҡарап ҡына тороусы булараҡ күреп өйрәнгәнбеҙ. Бында беҙ, үҙебеҙ өсөн асыш яһағандай, күңелдәребеҙгә танһыҡ булған күренеште күҙәттек, тамашаларҙың уртаһында ҡайнаныҡ. Был Ҡоролтай венгр халҡының аҡсаһына, бағыусы эшҡыуарҙар ярҙамында йәмәғәтселек көсө менән уҙғарыла.

Ҡоролтайға килгән 170 меңдән ашыу халыҡҡа үҙ тарихы көслө радио тауышы аша саф венгр те­лен­дә, бер телгә лә тәржемә ителмәйенсә, тик венгр халыҡ көйҙәрен яңғыратып еткерелде. Телмәрҙән, халыҡ булып, ил-дәүләт ҡороп йәшәр өсөн һәр милләт үҙен ныҡлы һаҡларға, тирә-яҡтағы халыҡтар менән дуҫ булырға бурыслы, тигән төшөнсәләрҙе йөрәгебеҙ менән аңлап рухландыҡ. Венгрҙарҙың үҙ донъяларын яйға һалып, бик иркен тын алып, кинәнеп, ғорур йәшәй белеүе тағы ла һоҡландырҙы.

Күңелдәребеҙгә хуш килгән тағы бер күренеш – ҡоролтайға килеп ҡатнашҡан һәр дәүләттең, шул иҫәптән Башҡортостан Респуб­ликаһының Дәүләт флагын майҙан тирәләй бер нисә тапҡыр һыбайлыларҙың елберләтеп үтеүен барыбыҙ ҙа ғорурланып, һоҡланып күҙәттек. Республика­быҙҙың Дәүләт флагы тиңдәр ара­һында тиң булып, талпынып, майҙан тирәләй елберләне.

Ҡурай дуҫтарҙы туплай

Майҙанда һәр халыҡ үҙ һөнәрен, сәнғәт өлгөләрен күрһәтергә тейеш ине. Беҙ, «Любизар» – 1-се Башҡорт атлы полкы» хәрби-тарихи клубы ағзалары, барыбыҙ ҙа сәхнәгә күтәрелдек. Ҡоролтай ҡунаҡтарын үҙ телебеҙҙә башҡорт халҡы исеменән сәләмләгәс, ҡурайға ҡумыҙ моңон ҡушып, Башҡортостан­дың халыҡ артисы, бейеүсе Рафаэль Амантаев менән Азат Ҡужин һәм Рита Шәйәхмәтова башҡарыуында дәртле бейеү композицияһын баш­ҡарыуыбыҙ барыһының да күңеленә хуш килде.

Сәхнәнән төшөүебеҙҙе көтөп торғандай, беҙҙе шундуҡ бик күп халыҡ һырып алды. Тәбиғи тауышлы, ябай ғына ҡорал, ә үҙе ниндәй моңло, тип венгрҙар ҡурайға һоҡланыуҙарын йәшермәне. Яныбыҙҙа торған халыҡтарҙы бейетеп тә алдыҡ.

Ике йылға бер тапҡыр ойош­торол­ған Ҡоролтайҙың үҙ йолаһы бар – һәр йыйындан милли этнопарк биләмәһендә үҙ эҙе, иҫтәлеге ҡалдырыла. Быйылғы ҡоролтай донъялағы иң ҙур тирмәне ҡороу менән иҫтәлекле. Ата-бабалар рухына бағышланған 25 метр диаметрындағы Ырыуҙар тирмәһендә боронғо мадьяр ҡәүеменең антропологик, археологик ҡомартҡылары күргәҙмәгә ҡуйылған. Тирмә уртаһында бик боронғо баҡыр ҡаҙан­ға ла урын табылған. Беҙҙең делегациябыҙ ошо тирмәгә экскурсияға саҡырылды. Тирмә эсендә ҡулымда ҡурай барлығын күреп, уйнап ишеттереүҙе һорағас, «Урал» көйөн яңғыраттым.
Ҡоролтай барған биләмәнең ҙур өлөшө милли сауҙагәр-оҫталарға бирелгән. Бында халыҡ оҫталары милли рух, ҙур зауыҡ менән эшләнгән төрлө тауарҙарын, ҡоралдарын тәҡдим итеп, шау-гөр килә. Ҡайҙа ҡарама – тиренән, күндән, сүкелгән тимерҙән, ағастан, кейеҙҙән яһал­ған сувенирҙар, ҡоралдар, кейем-һалым. Шунда уҡ уҡ-һаҙаҡтар, венгр­ҙарҙың милли ҡоралы – оҙон сыбыртҡылар. Эйәр-йүгәндәрҙең ниндәйе генә юҡ бында! Был халыҡсан әйберҙәрҙе етештереүҙе бында сәнәғәт кимәленә күтәргәндәр, күпләп эшләйҙәр. Тимәк, хужалыҡтар­ҙа алыусылары ла бар.

Бер яҡтан роман-герман телле милләттәр, икенсе яҡтан англо-сакстар ҡамауында йәшәп ятҡан венгрҙар бөгөн үҙенең милли асылын яңырта. Һәм быны улар Европала һис бер көрсөккә ҡарамайынса, өркөп ярамһаҡланмайынса, ғорурлыҡ менән эшләй.

Ҡоролтай киске эңер төшкәндә, майҙан уртаһында йыйылған халыҡтарҙың ҙур усаҡ ҡабыҙыуы менән тамамланды. Беҙ, киләсәктә лә ошондай сарала килеп күрешергә яҙһын, тип ниәт яңырттыҡ.

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ.
Өфө – Истанбул – Будапешт – Өфө.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»