31.10.2014 Һәй, ҡайҙа сыбыртҡы?!
Ишеткәнһегеҙҙер, беҙҙең яҡтарҙа “Урҙа” тигән секта таратыусылар булғайны. Хәйер, әле тыйылдылармы икән һуң? Бына шул ялған дини төркөмдә дауалау алымы итеп сыбыртҡы менән ярыуҙы һайлайҙар, имеш.
Табиптар ҙа табылып тора бит әле. Ошо көндәрҙә әлеге “Урҙа”ның бер тармағында “фекерҙәш”тәрен “дауалаған” 56 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асылған. Медицина белеме лә булмаған, лицензияны, исмаһам, һатып та алмаған үҙе. Ә шулай ҙа потенциаль пациенттарын ышандыра алған бит.
Күҙ алдына килтерегеҙ әле, һин сирлеһең, ә һине табибың яра ғына! Етмәһә, дауаханаға барырға, ниндәйҙер дарыуҙар ҡабул итергә лә тейеш түгелһең, юҡһа туҡмалыуың ярҙам итмәйәсәк.
Ойошма пирамида рәүешендә төҙөлгән. Йәғни сыбыртҡы менән ярылаһың да, дауаланғас, таҙарынғас, таныш-тоношоңдо, туғандарыңды алып килергә тейеш булаһың.
Халыҡ! Абайыраҡ булығыҙ әле! Беҙҙе һәр ерҙә хәүеф көткән кеүек. Күрә-тора шикле әҙәмдәр менән аралашмағыҙ. Һәр хәлдә, дауаланам тип, сыбыртҡынан тәнеңә физик яралар алғансы, дауаханала операция өҫтәленә ятыу ышаныслыраҡтыр.
А. АҠБУЛАТОВА.