RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Уйҙар, хыялдар, теләктәр ысынға аша ул

24.10.2014 “Уйҙар, хыялдар, теләктәр ысынға аша ул

 “Уйҙар, хыялдар, теләктәр ысынға аша улҺуңғы йылдарҙа барыбыҙ ҙа тиерлек “Бәйләнештә” селтәрендә үҙенең сәхифәһен булдырҙы. Гәзитебеҙҙең эшендә лә ул ныҡ ярҙам итә. “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсын ғына алып ҡарайыҡ. Үҙҙәрен бөтә республикаға танытырға теләгән һылыуҡайҙар махсус төркөмгә фото ҡуя, хәбәрләшә ала.
Быйыл февраль айында проект диуарына алыҫ Австралиянан Альбина Ильясова фотоһүрәтен һалды. Ғәжәп, бер нисә мең саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан илгә башҡорт ҡыҙы нисек барып сыҡҡан икән? Ҡыҙыҡһыныуҙы еңә алмай, уның менән аралаша башланыҡ. Альбина үҙен итәғәтле әңгәмәсе итеп күрһәтте, ситтә йөрөүенә ҡарамаҫтан, башҡорт телен онотмауы менән хайран ҡалдырҙы.
Яңыраҡ ул тыуған еренә – Өфөгә ҡайтты. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, Альбинаның үҙен күреп әңгәмәләшергә булдыҡ.

– Альбина, әйҙә, тәүҙә үҙеңдең тормош хыялдарың тураһында һөйләп үт.
– Дуҫтар, беләһегеҙме, уйҙар, хыялдар, теләктәр ысынға аша икән ул. Тик башта үҙ алдыңда дөрөҫ маҡсат ҡуйырға һәм уны ысынбарлыҡ итеү юлдарын күрергә, аңларға кәрәк. Шунан үҙеңде йәлләмәйенсә ең һыҙғанып эшкә тотонаһың һәм уңышҡа өлгәшәһең.

– Бала саҡ хыялдары аҙаҡтан ысынбарлыҡ менән тап килдеме?
– Үҫкәс, йәнһүрәт төшөрөргә хыяллана инем. Мәктәптә сит телдәрҙе яраттым, тәржемәсе булырға теләнем. Инглизсә, французса һөйләшергә өйрәндем. Институтҡа уҡырға инермен тигәйнем, тик аҙаҡтан кире уйланым.
Мин 10 – 11-се кластарҙа уҡығанда ағайым, БДУ-ны тамамлап, биолог (генетик-популяционист) һөнәрен алып, Биохимия hәм генетика институты аспирантураһына уҡырға ингәйне. Биология миңә лә оҡшай ине. Мәктәптә ярыш-олимпиада­лар­ға йөрөттөләр. Экология буйынса олимпиадала район буйынса беренсе урын алғайным, миңә “Я познаю мир” серияhынан “Генетика” исемле ғилми-популяр китап бүләк иттеләр. Унда ҡыҙыҡлы итеп генетика, биотехнология, молекуляр биологиянан төрлө факт­тар, закондар бирелгәйне. Шул китапты уҡығандан һуң биолог буласағымды аңланым.
БДУ-ның биология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Ағайым hымаҡ Биохимия hәм генетика институты аспирантураһына уҡырға индем. БДУ-ла уҡығанда беренсе курста эшем ҡоштарға бәйле булды. Был йүнәлештең күңелемә ятмауын һуңынан ғына аңланым.
Икенсе курста Биохимия һәм генетика институтына йөрөй башланым. Әсәйем әйтмешләй: “Эш­ләүең кеше өсөн, өйрәнеүең үҙең өсөн”. Шулай итеп, 3 – 4 йылда бөтә биотехнология, гендар инженерияhы, молекуляр биология алымдарын өйрәндем. Ғилми журналдарҙа мәҡәләләрем сыҡты, конференцияға барҙым. Институтта эшкә ҡалырға хыялланһам да, башҡасараҡ килеп сыҡты. Беҙ сит илгә күсенеп киттек.

– Ғөмүмән, сит илдә йәшәү хыялы ҡайҙан барлыҡҡа килде?
– 2010 йылдың ноябрендә иптәшем – Андрей эштән ҡайтып: “Әйҙә, Австралияға күсәйек”, – тине. Ул мәлдә һигеҙ айлыҡ ауырым бар ине. Был тәҡдимде ысынға алманым, шаяртыу тип уйланым. Ниндәй илде һайларға, тигән һорау ҙа яуапһыҙ ҡала барҙы. Австралияны уйламаныҡ, Европа, Америка беҙҙе бик ҡыҙыҡһындырманы. Ул яҡтарҙың “алтын” быуаты бөткән. Был дәүләттәр күсеп килеүгә ябыҡ.
Хәҙер икәүләшеп ултырып уйлай башланыҡ. Беҙҙе инглиз телле һәм кеше яҡшы йәшәгән илдәр ҡыҙыҡһындырҙы. Улар бик күп түгел: Канада, Яңы Зеландия һәм Австралия.
Канада – һыуыҡ яҡ, мин ҡыш һәм ҡар-бурандарҙы яратмайым, ҡояш, йылы, йәшел үлән, диңгеҙ генә оҡшай. Яңы Зеландия – бигерәк тыныс, йәштәргә ҡыҙыҡ булмаҫ кеүек. Австралия ҡалды.
Иң башта Андрей immi.gov.au сайтын тикшерҙе. Иммиграция өсөн төрлө юлдар бар: студентлыҡ, штат йәки фирма бағыусылығы аша, профессиональ миграция. Беҙ һуңғыһын һайланыҡ.
Профессиональ миграция (professional skilled migration) тураһында ҡыҫҡаса аңлатам. Австралияла кеше аҙ, шуға күрә белгестәр етмәй. Сайтта иң кәрәкле һөнәр­ҙәр­ҙең теҙмәһе бирелгән. Эш стажың булһа, инглиз телен ныҡлы белһәң, виза алырға өмөт бик юғары.
Андрейҙың эш стажы өс йыл булып, бәхеткә күрә, үҙенә тап килгән система аналитигы һөнәре теҙмәлә бар ине. Беҙҙән 2011 йылдың июленә тиклем документтарҙы тапшырыу талап ителде. Йыл да ошо айҙа тәртиптәр үҙгәрә, шуға күрә лә эшкә тиҙ тотондоҡ.
Тәүҙә инглиз теле буйынса интернациональ имтихан (IELTS) бирергә кәрәк. Интернетта төрлө сайттар, китаптар табып, сит ил радиоһын тыңлап әҙерләндек. Шул мәлдә беҙҙең ғаилә өсөн бик ҙур ваҡиға булды – ҡыҙыбыҙ Ася тыуҙы.
Андрей квалификацияһын раҫлар өсөн дипломын тәржемә итеп, Австралияға ебәрҙе. Мин иһә БДУ-ла дәүләт имтихандарын тапшырып, магистр диссертацияһын яҡ­ларға әҙерләнә инем. Әсәйемә бик рәхмәтлемен, бала ҡарашырға ныҡ ярҙам итте.
Андрейҙың дипломын раҫланылар. Был иһә ирем Австралияла үҙенең һөнәре буйынса эшләй ала тигән һүҙ. Эште үҙеңә эҙләргә кәрәк.
Апрель айында икебеҙ ҙә IELTS имтиханын уңышлы тапшырҙыҡ. Мин магистратураны ҡыҙыл дип­лом­ға тамамланым, виза алыр өсөн документтарҙы июль айына тиклем ебәреп өлгөрҙөк. Биохимия һәм генетика институты аспирантураһына уҡырға индем.
2012 йылдың 3 мартында ҡапыл ғына виза бирҙеләр. Был документ (permanent residence) беҙгә Австралияла йәшәргә, эшләргә мөмкинлек бирә, дүрт йыл уҙғас, гражданлыҡ алып була. Оҙаҡҡа һуҙмайынса 6 октябргә самолетҡа билеттар һатып алдыҡ.
Билеттар кеҫәлә, ә аспирантурам тамамланмаған. Етәкселәрем менән кәңәшләшеп, диссертацияны яҡларға булдым. Иң ҡыҙығы, ул 5 октябргә ҡуйылғайны. Был, уны бөгөн яҡлап, иртәгә Австралияға осоп китәм, тигәнде аңлата. Бөтә көстө шунда сарыф итеп, сит илгә осорға йүнләп әҙерләнеп тә өлгөрмәнем.

– Ә ниңә Перт ҡалаһын һайланығыҙ?
– Ҡайҙа барып төпләнергә икән, тип оҙаҡ уйландыҡ. Перт ҡалаһына туҡталдыҡ. Беренсенән, ул ныҡ ҙур түгел, кеше һаны буйынса Өфөнән саҡ ҡына ҙурыраҡ. Икенсенән, унда субтропик, йылы, ҡышын иң түбән температура плюс 10 градус, океан буйы. Өсөнсөнән, романтик урын тип әйтһәк тә була, Ер шары ситендә берҙән-бер ҙур ҡала. Көнбайыш Австралия штаты иң ҙуры, ярты материкты биләй, Перт – уның баш ҡалаһы.
Ҙур, матур Сиднейҙы йәки Мельбурнды һайларға ла уй бар ине. Ләкин Мельбурнда йыл әйләнәһенә һалҡын. Сиднейҙа халыҡ күп, мигранттар шунда килә. Шуға күрә Пертты һайланыҡ һәм быға һис тә үкенмәйбеҙ.

– Сит илдә беренсе аҙымдарығыҙ...
– Тәүҙә ҡыйын булды. 17 сәғәт буйы самолетта осоу үҙе бер һынау. Дубайҙа һигеҙ сәғәт, Джакартала тағы дүрт сәғәт көтөп, күсеп ултырырға кәрәк. Ике йәше лә тулмаған Ася йоҡлай алмай йонсоно. Пертҡа төнгө сәғәт 1-ҙә килеп төштөк. Бында туған, дуҫ-иш юҡ, интернет аша танышҡан бер украин егете генә бар. Ул беҙҙе ҡаршы алды. Йәшәргә бүлмә һөйләшкәйнек. Шулай итеп, яңы урында яңы тормош башланыҡ.
Перт ҡалаһын Өфөгә оҡшаттыҡ. Ҡояшта янып бөткән йәшкелт-һары үлән, биналар ҙа бер ишерәк. Сити аша уҙғанда Концерт-холл беҙҙәге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын иҫкә төшөрҙө. Өфөләге Ағиҙел кеүек, Пертты ла Swan River – Аҡҡош йылғаһы икегә бүлгән. Нимәһе ҡыҙыҡ: аҡҡоштар бында аҡ түгел, ә ҡап-ҡара. Йылғаның һыуы диңгеҙҙәгеләй тоҙло, медузалар күп. Ул Һинд океанына ҡоя, дельтаһында Фримэнтл порты һәм ҡалаһы урынлашҡан. Шул урындан йылғаны үрләп дельфиндар һәм акулалар ҙа йөҙөп инә.
Урамдар бөтә ерҙә лә таҙа, батҡаҡ, туҙан юҡ. Өйҙә аяҡ кейемен сисмәҫкә була. Урлашмайҙар. Төндә магазинға тауар килтерһәләр, ишек алдында ҡалдыралар, иртән генә эскә ташыйҙар.
Ҡайҙа ҡарама, ниндәй генә ваҡыт булмаһын, төрлө үҫемлектәр сәскә ата. Ҡоштар күп, парктарҙа күл булһа, өйрәктәр, аҡҡоштар, ибис­тар йәшәй. Турғай урынына йәйғор төҫлө тутыйғоштар оса.
Тәүге 3 – 4 ай ауыр булды! Телде аңлап булмай, һөйләшергә оялам, тел әйләнмәй, дөрөҫ әйтмәҫмен кеүек. Банк картаһы, медицина страховкаһы, һалым хеҙмәте номеры – шуларҙы эшләтеп алырға кәрәк ине.

– Эшкә нисек урынлаштығыҙ?
– Асяны балалар баҡсаһына бирҙек. Ул ҡиммәт, көнөнә 80 – 100 доллар тирәһе түләргә кәрәк, әммә дәүләт ярҙам итә, аҡсаның 80 процентын кире ҡайтара. Аҙнаһына 370 доллар урынына 80 доллар түләйбеҙ.
Үҙемә эш эҙләй башланым. Иптәшем ике айҙан һуң IT-техник булып эш тапты. Инглиз телен һәйбәт белмәһәм дә, мине эшкә алығыҙ, тип төрлө университеттар­ға хат яҙҙым. Көнбайыш Австралия университетынан бер профессор яуап ҡайтарҙы. Вакансиялар әлегә юҡ, әммә докторлыҡҡа уҡырға мөмкин, тине.
Миндә БДУ-нан һуң магистр дәрәжәһе бар, шуға ла был мөмкинлек менән файҙаланырға булдым. Өҫтәүенә, стипендия бирелә. Иң мөһиме – инглиз теленән имтиханды яҡшы билдәгә бирергә кәрәк ине. Бакалавр, магистр дипломдарым “ҡыҙыл”, ғилми мәҡәләләрем булғас, конкуренциянан ҡурҡманым. Һайлаған һөнәрем буйынса эш стажым да иҫәпкә алынды.
Бөтә документтарҙы июнь айына тиклем йыйырға кәрәк булды. Тик инглиз телен, нисек кенә тырышһам да, беренсе тапҡырҙан бирә алманым. Сөнки матур итеп һөйләшә белмәй инем.
Июль айынан университетта ғилми хеҙмәткәр булып бушлай эшләй башланым. Сентябрь айында тағы имтихан биреп ҡараным, быныһында яҡшы билдәләр алдым. Ҡалған документтарҙы йыйып, тапшырып өлгөрҙөм. Ай ярым ваҡыт үткәс, ҡотлау менән хат килде. Стипендия биреләсәк, йылына 30 мең доллар тирәһе, айына 2200 долларҙан тура килә.
Уҡыуҙы 1 марттан башланыҡ, ул бушлай. Ғилми-тикшеренеү эше алып барырға һәм диссертация яҙырға кәрәк. Элекке баҫмаларым, өйрәнгән ғилми алымдарҙы ҡулланам. Һуңғылары бөтә ғилми донъя­ла берҙәм, шуныһы уңайлы. Эшем бик оҡшай!
Мин үҙемдең урынымдамын, бик бәхетлемен. Аҡса яғына ҡарамайынса, бөтә көсөңдө йәлләмәйенсә, башта ҡыйын булһа ла, үҙеңдең күңелең тартҡан эште башҡарырға кәрәк. Аҡса аҙаҡтан килер, эшеңдән дә бәхетең булыр.

– Сит илдәге һәм беҙҙәге тормош нимәһе менән айырыла?
– Австралияла йәшәүе бик рәхәт. Барыһы ла тормошто еңеләйтеү өсөн эшләнгән. Юлдар тигеҙ, кеше йөрөй торған урында бордюрҙар алып ташланған, шуға ла коляска менән бөтөнләй интекмәйһең.
Диңгеҙ яҡын булғас, аҙыҡ-түлектә иң кәрәкле микроэлементтарҙың береһе – йод етә. Витаминдар етерлек, йәшелсә-емеш беҙҙең штатта, йә башҡа төбәктә үҫтерелә.
Ауыл хужалығы алдынғы урында. Супермаркеттарҙа һыйыр, һарыҡ, сусҡа, көнгөрә, тауыҡ, күркә, өйрәк итен табырға була. Уны туңдырмайынса, һыуытылған көйө һаталар. Колбаса ысын иттән эшләнгән, ҡайһы бер сорттары сей була, уны ҡыҙҙырырға кәрәк.
Йәшелсә-емеш йыл буйына һатыла. Ә бына Рәсәй кешеһе өйрәнгән ҡатыҡ, ҡарабойҙай, тары, манный ярмаһы, эремсек, билмән, хәлүә кәрәкһә, махсус магазинға барырға кәрәк.

– Туғандар, дуҫтар, тыуған илде һағыныу тойғоһо күңелде йыш баҫамы?
– Дуҫтарҙы, яҡын туғандарҙы – әсәйемде, ағайымды, ҡустымды, ике туған апайымды ныҡ һағынам. Институтта бергә эшләгән кеше­ләр­ҙе лә юҡһынам. Элек театрҙарға йыш йөрөй торғайным, турист булып, балалар менән урманға сыға инек, шул һағындыра.

– Ә бына мине иң ҡыҙыҡһындыр­ғаны – башҡорт телен нисек һаҡлап ҡалғанһың? Туған телдә кемдәр менән аралашаһың?
– Телде һаҡлауы бында ҡыйыныраҡ. Әсәйем менән телефондан башҡортса аралашабыҙ. Яңыраҡ “Фейсбук”та Гүзәл исемле Өфө ҡыҙы менән таныштым. Ул Австралияла йыл ярым йәшәй, башҡортса һөйләшә белә.
Нисек кенә булмаһын, әсә телен онотормон тип уйламайым, тик ҡыҙым үҙебеҙсә һөйләшә белмәй. Башҡортса йәнһүрәттәр, “Сәңгел­дәк” тапшырыуын күрһәтәм…
Башҡорт йыр-моңдарын интернеттан алып тыңлайым. Ә йолалар­ға килгәндә, Өфөлә йәшәгәндә лә уларҙы бик күргәнем булманы. Ҡурай моңон да телевизор аша ғына ишетә инем. Был яҡтан һағыныу юҡ.

– Ауырлыҡтар ҙа осрайҙыр?
– Машинаң һәм водитель таныҡлығың булмау. Уҡыу бик оҙаҡ һәм ҡатмарлы, Рәсәйҙәге һымаҡ түгел. Яҡшы эш табыуы ҡыйын, инглиз телен һәйбәт белергә кәрәк.

– Әле Өфөгә килгәс, ниндәй уйҙар менән йөрөйһөң? Тәьҫорат­тарың ниндәй?
– Иҫ киткес алтын көҙҙө күреүемә шатмын! Шул тиклем матур ағас­тар! Һыуығыраҡ, шуныһы насар. Тик был ваҡытҡа тура килтереп тыуған яғыма ҡайтыуыма шатмын. Әммә Австралияны һағынып бөттөм инде. Яңы урынға тиҙ өйрәнелде.
Ике йылда Өфө бик үҙгәрмәгән, бөтә яңырыш тик яҡшы яҡҡа ғына. Сағыу, төрлө төҫлө матур йорттар һалына, хайран ҡалдырғыс мәсет төҙөлә, ағастар ултыртылған. Ашамлыҡтар иҫ киткес тәмле! Кешеләр ҙә яҡшы машиналарҙа йөрөй, яңы йорттарҙан фатир алалар, тимәк, аҡса яғы ла яҡшырған. Тик, элеккесә, күп урында, учреждениеларҙа тәртип юҡ…

– Артабанғы пландарың?
– Уҡыуҙы дауам итергә, тырышып эшләргә һәм уңыштарға өлгәшергә. Күренекле белгес булырға, яҡшы ғилми мәҡәләләр баҫтырырға теләйем.

– Рәхмәт, Альбина. Бөтә хыялдарың да тормошҡа ашһын!

Айбулат ИШНАЗАРОВ
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»