RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ водителдәрҙең эшенән ҡәнәғәт

24.10.2014 Халыҡ водителдәрҙең эшенән ҡәнәғәт

Асҡар ауылының яңы биҫтәләрендә йәшәүселәр шәхси эшҡыуар Илшат Мөхәмәтдиновҡа рәхмәт уҡый.

Халыҡ  водителдәрҙең эшенән ҡәнәғәтӘбйәлил районының үҙәге йылдан-йыл ҙурая. Йәштәр яңы биҫтәләрҙән ер алып, матур йорттар төҙөп, иркенләп йәшәргә ынтыла. Ләкин биҫтәләрҙең үҙәктән 4 – 5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашыуы ғына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Райондағы автопарк бөтөрөлгәс, биҫтәләргә йөрөгән автобустарҙың хәрәкәте киҫкенләште. Һәр кем такси менән йөрөй алмай. Тап шул осорҙа 2009 йылда автопаркта механик булып эшләп йөрөүсе Ишҡол егете Илшат Мөхәмәтдинов Асҡар араһында автобус йөрөтөү ниәте менән маршрут асып ҡарарға тәүәккәлләй. Башта “ПАЗ” һәм “Газель” автомобилдәре үҙәктәге пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Тора-бара халыҡ уңайлы һәм ыңғай маршрутты киңәйтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә.

Әлбиттә, эшенә яуаплы ҡараған, булдыҡлы егет халыҡтың һорауын иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Илшат Хәсән улы Көнсығыш – 1 биҫтәһендә трассанан алыҫ йәшәүселәр өсөн автобус­ты төпкәрәк индерә башлай, ә Көнсығыш – 2 биҫтәһенә айырым маршрут йөрөтә. Хәҙер Асҡарҙың бер осонан икенсе осона, “Төньяҡ” биҫтәһендә йәшәүселәрҙе һәм Дауыт ауылы йәйәүлеләрен дүрт водитель хеҙмәтләндерә. Шәхси эшҡыуар водителдәрҙе лә алыҫтан эҙләмәй. Ғүмерҙәре буйы автопаркта хеҙмәт иткән һыналған ағайҙарҙы – Юлай Ильясов һәм Хәким Айтуғановты эшкә саҡыра. Йәш булһалар ҙа Дим Хәкимов һәм Данис Сәйетбатталов та эшенә яуаплы ҡарай. Үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнгән водителдәр халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Был алсаҡ, иғтибарлы водителдәр кемдең ҡайһы ваҡытта йөрөгәнен белеп бөткән, ҡуҙғалыр алдынан халыҡты барлап ала, шул апай бөгөн ҡайҙа икән, тип ҡайғыртып тороуы, уларҙың эшенә етди ҡарауын күрһәтә. Айырыуса бала-сағалары менән сыр-сыу килгән ҡатын-ҡыҙ балалар баҡсаһына еткәс, ҡайһы ваҡыт көтөп тороуҙы ла һорай, һис ялындырмай тыңлаусан шоферҙар. Биҫтәләр халҡы ҡәнәғәтлек йөҙөнән рәхмәтен дә йәлләмәй.

– Бөтә маршрутты ла конкурс аша еңеп алдым. Кредит алып, бер нисә микроавтобус һатып алдым, ҡуртымға алынғандары ла йөрөй. Башта район үҙәгендә, аҙаҡ халыҡ һорауы буйынса туҡтаған маршрутты йәнә тергеҙеү өсөн Асҡар – Магнитогорск Михай­ловка аша (был рейс хәҙер Салауат ауылына ла инә) һәм Асҡар – Ташбулат рейстары йөрөтөлә башлай. Ҡала-ара тәңгәлендәге рейсты Марсель ағай Нафиҡов, Рафаэль Ғибәҙәтов (улар ҙа элек автопаркта эшләгән), Салауат һәм Ринат Солтановтар, Заһит Ғәлимырҙин хеҙмәтләндерә. Халыҡ водителдәрҙең эшенән ҡәнәғәт икән – эшемдең һөҙөмтәһе лә шунда, – ти бәләкәй автопарк хужаһы, шәхси эшҡыуар Илшат Мөхәмәтдинов.

Әле автотранспорт ҡуртымға алынған га­раж­ға ҡуйыла. Шәхси эшҡыуар әйтеүенсә, ул яҡын киләсәктә үҙ гаражын булдырырға ниәтләй. Иртән рейсҡа сығыр алдынан туғыҙ водитель дә медицина күҙәтеүе үтә, ҡан баҫымы тикшерелә. Рейсҡа яраҡлылыҡ ҡағыҙы алғандан һуң ғына, водителдәр путевка алып, үҙ маршруты буйынса юлға сыға. Бынан тыш, Илшат Хәсән улы билдәле урынға сәйәхәт ҡылырға, туй-мәжлестәргә йөрөүселәргә арендаға автобус йөрөтөү мөмкинлеген дә ойошторған. Эш хаҡы ҡәнәғәтләнерлек булған өсөн водителдәр эшен алмаштырырға йыйынмай. Халыҡ та уларҙы үҙ итеп бөткән.
Эшһеҙлек заманында үҙ эшен асып, уңышҡа өлгәшкән Илшат Мөхәмәтдиновҡа һәм уның ҡулы аҫтында эшләүселәргә киләсәктә йәнә дәртләнеп эшләргә яҙһын. Автомобиль хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары айҡанлы руль артындағы эшһөйәр ир-егеттәргә һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәлә-ҡазаһыҙ юл теләргә ҡала.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»