«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙЫРҘЫ ЙЫРЛАП БАРАСАҠБЫҘ



10.10.2014 ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙЫРҘЫ ЙЫРЛАП БАРАСАҠБЫҘ

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына – 95 йыл

Бер яҙмаһында Мостай Кәрим: “Ғүмер буйы йыр минең йәнемде тетрәтте, зиһенемде дауаланы. Дәрттәремә, һағыштарыма үлсәү булды. Хәйер, үҙем ошо көнгә тиклем эсемдәге моңдо, йыр итеп, тышҡа сығарғаным юҡ. Тәңре миңә көй ҙә, тауыш та бирмәгән, – ти. Шул уҡ ваҡытта Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт әйткәндәй, – Күңелемде һаңғырау итмәгән. Ишетә ул, – тип өҫтәп ҡуйған да артабан бына ни тигән. – Тормош менән аралар бо­ҙол­ғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле” (“Ашҡаҙар” // М. Кәрим. Әҫәр­ҙәр. – Өфө, 1998. – 4-се том, 303-сө б.).

Хоҙай Тәғәлә күңелен һаңғырау итмәгәнгә лә…

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙЫРҘЫ  ЙЫРЛАП БАРАСАҠБЫҘХоҙай Тәғәлә күңелен һаңғырау итмәгәнгә лә, халыҡ араһында таралып китмәле йырҙар ижад итә, йыр хаҡында йырлап торған шиғыр­ҙар яҙа, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға ярата шағир. Тәүгеләренә – “Табын йыры”, “Атлылар йыры”, “Беҙ үҙебеҙ Шишмәнән”, “Яңауыл­ға йыр”, “Шишмә моңдары”, “Ҡулһыҙ Насип йыры”, “Мәрәһим йыры”, “Шофер йыры” кеүек әҫәр­ҙәре, икенселәренә “Йыр ишеттем”, “Ғәрәп ҡыҙы Ләйлә”, “Сәңгелдәк йыры”, “Кис ултырып, ҡыҙҙар сигеү сигә”, “Йырланасаҡ йырым – Ҡаҙағстан”, “Сәсән” кеүек шиғырҙары миҫал. Тәүгеләренең байтағы халыҡ араһында таралды, йырсыларыбыҙҙың репертуарына күсте. Хатта ҡайһыларына халыҡ үҙенән куплеттар өҫтәп, урынға яраҡлаштырып йырлай башланы. Йәғни улары фольклорлаша башланы. Был йөмләнән “Беҙ үҙебеҙ Шишмәнән” һәм “Ҡыҙ урлау” комедияһынан “Аҡтаныҡ” бәхетлерәк булғандыр.
Һалдат хәтирәһенән. Төркостан хәрби округында танкист сифатында өс йыл хеҙмәт итеп, БДУ-ға уҡырға инеү ниәте менән 1961 йылдың йәйендә ҡайтып киләм. Кинел станцияһында үҙемә тәғәйен поезды көтөп ултыр­һам, ике урыҫ ҡыштырлатып аҡсаларын һанай-һанай:

Деньги есть – Уфа гуляем,
Денег нет – в Чишмах сидим, –

тип китеп бара. Тыуған яҡты, туған телде һағынып ҡайтып килгән мин – һалдаттың йөрәге жыу итеп ҡалды. Бәй, былар Мостай Кәрим тигән шағирыбыҙҙың “Беҙ үҙебеҙ Шишмәнән” йырын һамаҡлап китеп бара түгелме! Был миҫал әле әйткәнемә бер дәлил булыр.
Ким Әхмәтйәновтың 1970 нисәнсе йылдалыр йәш тәнҡитселәр семинары ваҡытында, буғай, әйткәне (һүҙмә-һүҙ түгел, хәтеремдә ҡалғанса ғына еткерәм, ниҙелер үҙемдән өҫтәгән булһам, биғәйбә): “Күңеленә хуш килһә, икенсе милләт кешеләре лә беҙҙең көйҙәребеҙҙе үҙ итә. Көйҙәр менән бергә милли поэзиябыҙ өлгөләре лә улар репертуарына күсә. Шулай бер мәл Мәскәүҙә метронан сығып килә инем, ҡолағыма таныш моң сағылды. Абайлап ҡараһам, студент халҡынан, буғай, бер төркөм (араларында, славян йөҙлөләр менән бер рәттән, ҡаҙаҡ менән ҡытайҙарға тартымдары ла бар ине) гитара сиртә-сиртә:

Мандолина, мандолина,
Позови юность,
Яшлыкты сакыр! –

тип, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса мәшһүр режиссерыбыҙ Рифҡәт Исрафилов әҙерләгән инсценировкала яңғыраған “Ҡул­һыҙ Насип йыры”н әйттереп тора ине”.
Был миҫалдар әле әйткәнемә йәнә бер дәлил.
Әлегәсә көйгә һалынмаһа ла, һалыныуы ҡыйын булған ҡайһы бер шиғырҙарын шағир йыр тип атаған. Уҙған йөҙйыллыҡтың 70-се йылдары уртаһында, өр-яңынан йәшлеген кисергән кешеләй, шағир байтаҡ мөхәббәт шиғыры ижад иткәйне. Шуларҙың ҡайһы береһенә ул “йыр” һүҙен эйәрткән исем биргән. “Ялбарыу йыры”, “Моңһоу йыр”, “Усаҡ йыры”, “Рәхмәт йыры” – ана шундайҙарҙан. Һуңғыһына диҡҡәт итәйек:

Был айлы төн аҡыл ярһытырлыҡ,
Сихырының юҡ сиге, иҫәбе.
Нур төштө лә ысын алмас итте
Юлда ятҡан быяла киҫәген.

Юлда инем. Гүйә елдәр алды
Бөтә шомдо, бөтә яфаны –
Нурың төштө, йәрем, яҙмышыма –
Баҡыр инем. Көмөш яһаның.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәренең күбеһе “Әҙәбиәттә йырҙың ҡулланылышы” тигәнерәк тема күҙлегенән махсус күҙәтеү яһауға лайыҡ. Ошо юҫыҡтан тикшеренеүсегә “Ҡыҙ урлау” комедияһы үҙе генә лә ҙур табыш була алыр ине. Уның беренсе шаршауы уҡ йыр менән асыла.

Әрәмәлә ҡоштар һайрай,
Әллә таң ата инде.
Уҡлау менән беште ҡарсыҡ,
Әллә ярата инде.

Әбей, әбей, әбһәнә,
Ишегеңде асһана,
Тәҙрәңде, тим, япһана,
Бер ҡосаҡлап ятһана.

Алтмыш биш йәшлек Әжмәғол ауыҙынан яңғыраған был йырҙың халыҡҡа киң мәғлүм мут йөкмәткеле төп варианты хәтергә төшә. Шул иһә тамашасыны ихлас көлөргә мәжбүр итә, комедияның баштан-аяҡ халыҡсан юмор һәм сатиранан торасағын көнэлгәре аңғарта һәм шуға тамаша ҡылырға әҙерләй. Хәйер, әҫәрҙе уҡыған саҡта ла тыныс ҡалып булмай. Комедияның башындағы шул юмористик йыр һине лә артабанғы комик ситуацияларҙы һәм уға сәбәпсе булған комик характерлы персонаждарҙы күҙалларға, тикшеренеүсене иһә халыҡ йырының әҙәби әҫәргә ниндәй маҡсат менән индерелеүе, уға нисек яраҡлаштырылыуы хаҡында уйлана башларға форсат бирә.
“Нисек яраҡлаштырылыуы” тигәндән. Халыҡта бына бындай йыр бар:

Ай юғары, Ай юғары,
Ай юғары, мин түбән.
Түҙер хәлдәрем ҡалманы –
Сабырлыҡ менән түҙәм.
Әжмәғол ҡарт менән Уңған­бикәнең кескәй ейәне Иштимерҙең апайҙары ошо йырҙы Баян менән Мөхәмәтшаның шөғөлөнә былай тип яраҡлаштыра:
Мин юғары, Ай түбән,
Каланчала төш күрәм.
Каланчала төштәр күрәм:
Имеш, Айҙы һүндерәм.

каланчала егеттәрҙең йоҡо һимертеүенә, бушты бушҡа ауҙарыуына сатираға әүерелә. Уны Иштимер ишеттерә.
“Тәңре миңә көй ҙә, тауыш та бирмәгән”, – тиһә лә, “Күңелемде һаңғырау итмәгән”, – тип, халыҡ шағирының йыуаныс кисереүен үҙе үк ҡеүәтләгәне лә булыр.
1974 йылда “Вопросы литературы” журналында осетин яҙыусыһы Нафи Джусойтының Мостай Кәрим менән әңгәмәһе баҫылып сыҡҡайны. Шунда әңгәмәсеһе поэтик маяҡтар, эстетик зауыҡ хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, Мостай Кәрим шулай ти: “Отношение человека, например, к Солнцу и Луне, к звездам и морю вне вкусовых категорий. Так и отношение к Пушкину… Я – башкир, получил воспитание в национальных традициях, но для меня Пушкин – мой личный праздник. О художественном опыте моего народа я скажу короче… Первое, что покорило, это поэзия Габдуллы Тукая. Правда, это классик татарской литературы. Но башкиры читают его в оригинале. Назову и скромного поэта и человека – Батыра Валида. У него есть поэма “Йылкыбай и медный курай” (замана уҡыусыларына ул “Тау балаһы” булараҡ мәғлүм – Ә. С.), которая произвела на меня сильное незабываемое впечатление. Но самым потрясающим для меня в нашей национальной культуре явлением всегда была народная песня. Я у песни учусь всегда, вслушиваюсь не только в слова, но и в мелодию – мелодия родной песни дает душе самое лучшее самочувствие” (5-се том, 562 – 563-сө б.). Үҙе әйткән ошо фекерен, 28 йыл үткәс, үҙе үк ҡеүәтләгәндәй, көндәлегенә шағир шулай тип яҙып ҡуйған: “Мин ғүмер буйы боронғо йырҙарҙы яраттым. Теге донъяла йырлайҙармы икән? Йырламаһа­лар, бик ҡыҙғаныс. Күңелһеҙ булыр” (Көндәлек. – 18. 02. 2002).
Йырҙың тәьҫир итеү ҡеүәте хаҡында уйланыуҙарын шиғыр ҡалыбына һалып, бына нисек аңлатҡан ул:

Йырлап үтте сәсән өйҙән өйгә –
Өйҙәрҙә ут янды;
Өмөт танһыҡлаған кешеләрҙең
Танһыҡтары ҡанды;
Күҙҙәренән берсә нур бөркөлдө,
Берсә йәштәр тамды.
(Сәсән).

Халыҡ йыры башҡаларға шулай тәьҫир иткән. Ә шағирҙың үҙенә? Был һорауға халыҡ шағирының хәтирәләренән дә, әңгәмәләренән дә беҙҙе ихласлығы менән арбамалы яуаптар табырға була.

“Ашҡаҙар” йырының кескәй Мостафаны был донъянан ваз кискәндәй иткәне

Киләсәктә халыҡ шағиры тигән бәҫле исемгә лайыҡ буласағы төшөнә лә инмәгән кескәй Мостафа сибәр Зөбәржәт ҡоҙасаһына балаларса үлеп ғашиҡ була. Шул ҡоҙасаһы йырлаған “Ашҡаҙар” йырынан иһә донъя­һын оноторлоҡ итеп хисләнә. Был хаҡта беҙгә “Ашҡаҙар” тип исемләнгән хәтирәһенән мәғлүм. Башта шуның йырға ҡағылышлы өлөшөн хәтергә төшөрмәксемен. Тик… уға тиклем бер лирик сигенеү яһап алайыҡ. “Хикмәт ниҙә?” – тиһәгеҙ, Зөбәр­жәттең йырынан арбалған кескәй Мостафа менән “Сигеү сигә ҡыҙҙар” шиғырының лирик геройы араһында оҡшашлыҡ та, уртаҡлыҡ та булыуына иғтибар иттерге килә. Шиғырҙа бына бындай һүҙҙәр бар:

Кис ултырып, ҡыҙҙар сигеү сигә,
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте.
Биҙәктәре ебәк йырҙай ағыла,
Тик йырҙары өҙә үҙәкте:
“Күпер аҫты күк томан,
Күпһенмәгеҙ, күп тормам.
Айҙар торһам, йылдар тормам,
Һағынырһығыҙ – мин булмам”.

Мин бәләкәс, бик бәләкәс әле,
Тар һәндерә – барлыҡ йыһаным.
Шул йыһанда был кис япа-яңғыҙ
Йомма йәшем түгеп иланым…

“Ашҡаҙар” тигән хәтирәһендә әйтелеүенсә, Өршәк сибәре Зөбәр­жәт ҡунаҡҡа килгәс, Келәш ҡыҙҙары киске ултырмаға йыйыла. Унда ла Мостафаға ҡыҙҙар моңона моң­ланыр­ға тура килә. Утырмалағылар ҡунаҡ ҡыҙҙың йырлауын үтенә. Үтә лә һөйкөмлө ҡоҙасаһының һағыш тулы йырын һигеҙ генә йәшлек Мостафа ана нисек ҡабул иткән: “Ул йырын башлауы булды – мин был донъянан ваз кистем. Моң, һуҙылған һайын, мине бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыштарға батырып, йөрәгемде арбай барҙы. Йәнемде әллә һауаларға ашырҙы, әллә упҡындарға атты, бынан ары ҡалай итеп йәшәрмен, белмәйем. Мин йырсының йөҙөн күрмәйем. Ул миңә ҡырын ултыр­ған. Нисек иламай сыҙай икән? Моғайын, ике күҙе тулы йәштер”... Күп нөктәләр төртөп, ошо урында бер аҙға авторҙың хәтирәһенән алынған өҙөктө тағы бер өҙмәй сарам юҡ. Ни өсөн тигәндә, ошо урында шағирҙың стиленә хас бер үҙенсәлек, мине лә әйт, мине лә әйт, тигән кеүек, телем осона килде. Ниндәй генә сетерекле хәлдәр тураһында һүҙ алып бармаһын, ул һәр саҡ халыҡсан юморға мөрәжәғәт итмәй булдыра алмай. Балалар өсөн яҙғанында ла, ололар өсөн яҙған әҫәрҙәрендә лә. Тәүгеһенә миҫал булырҙай әҫәрҙәренең береһе – “Әлфиә хикәйәләре”. Кескәй Әлфиә, ата-әсәһенә үпкәләп: “Һеҙ мине гел әрләп кенә тораһығыҙ, мин һеҙҙән китәм”, – ти. Әммә ботинкаһының бауын бәйләй белмәй, пальтоһына ла, ишек тотҡаһына ла буйы етмәй. Береһен дә, атаһы менән әсәһе ярҙамынан тыш, эшләй алмай. Урамға сыҡҡас: “Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?” – тип ап­тырап тора-тора ла, өйгә кире инә.

Мостай Кәрим кескәй баланың үҙаллылыҡҡа ынтылыуын ирониялап, вәғәз уҡымай ғына, ололарға һабаҡ биргәндәй була: башҡалар менән бәйләнеште өҙөп, мөстәҡиллеккә ынтылыуҙың буш хыял икәнен төшөндөргәндәй итә.

Ә инде ололарға ғына тәғәйен әҫәрҙәрендә, ситуация сетерекле булған сүрәттә лә, халыҡ шағиры юморға урын ҡалдыра. “Ярлыҡау” повесындағы бынауы өҙөк шуға бик тә баҙыҡ миҫал була ала. Гаупт­вахтаға ултыртылған егерме йәшлек сержант дәрәжәһендәге механик-водитель Любомир Зухты, хәрби трибунал ҡарары буйынса, атасаҡтары хаҡында һүҙ алып бара торғас, Мостай Кәрим бына ниндәй фәлсәфәгә төшөп китә: “Әгәр ҙә бынан ун ете километр ерҙәге алтмыш мөрйәле, ҡырҡ биш йортло Подлипки ауылында (ҡышын немецтар яндырып киткән ун биш өйҙөң мөрйәләре генә һерәйеп тора) ут үртәгән бер баҡсала, ниндәй­ҙер мөғжизә арҡаһында, иҫән ҡалған алмағастың ҡыҙыл алмаһы ун ете көн әүәл дөп итеп ергә төшмәһә, ул ҡыҙыл алманы ҙур ҡара күҙле, ҡара бөҙрә сәсле, нескә танаулы, үбешер өсөн генә яратылып тулышҡан илаһи иренле, осло теҙле, ҡоралай һынлы ун ете йәшлек ҡыҙ, ерҙән алып, бронетранспортер аҫтында ҙур асҡыс менән нимәлер бороп ятҡан механик-водителгә кәртә аша ырғытмаһа, әгәр шул ҡыҙыл алма һалдаттың күкрәгенә килеп теймәһә, был фажиғәле хәлдәр, әлбиттә, булмаҫ ине. Моғайын, булмаҫ ине...” (“Ярлыҡау”. – 4-се том, 36). Автор башҡорт фольклор ғилеме һуңғы ваҡытҡаса “иҫтән сығарып торған” тулғау стилендә юмор эффекты тыуҙырып, уҡыусыла кеше яҙмышы менән бәйле ҡатмарлы ситуация тыуҙырған көсөргәнешлекте бер аҙ йомшартыуға өлгәшә.

“Ашҡаҙар” хәтирәһендә иһә һағышлы йырҙы башҡарыусы Зөбәржәт хаҡында кескәй Мостафа исеменән: “Нисек иламай сыҙай икән? Моғайын, ике күҙе тулы йәштер, – тигәндән һуң, – Ир булып, мин әле саҡ түҙеп ултырам”, – ти. Йәнәһе, ҡыҙҙарға ҡарағанда, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ир-ат заты сабырыраҡ һәм түҙемлерәк булырға тейеш, ҡыҙҙар халҡы кеүек шәмәреп ултырырға хаҡы юҡ икәнен онотмай. Автор, асылда, малай сағында үҙенең шулай фекерләүен үҙ-үҙен ирониялау ярҙамында еткерә уҡыусыға.

Зөбәржәт ҡоҙасаһы кескәй Мостафаны: “И, бөҙрә бәрәскәй!”– тип иркәләткән булып, асылда, уйы менән уның ағаһын иркәләүе хаҡында һүҙ алып барғанында ла, авторҙың иронияһын тоймау мөмкин түгел.

Бындай ирония Зөбәржәттең “Ашҡаҙар”ҙы “бөҙрә бәрәскәй”ен генә түгел, ултырмалағы бөтә ҡыҙҙарҙы ла тәрән кисерештәргә төшөрөрлөк итеп йырлауы хаҡындағы төшөнсәне һис тә генә кәметмәй.

Йәнкәй-йәнеш китте, ай, һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйы шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп, вафат булды,
Башҡынайым ҡалды йәш кенә...

Баштан-аяҡ фажиғәүи пафос менән һуғарылған йырҙан авторҙың тап ошо куплетты килтереүе Мостафаның ғына түгел, ултырмалағы еткән ҡыҙҙарҙың да кисерештәренә тәрәнерәк төшөнөргә форсат бирә.

Оҙон һуҙып, оҙаҡ йырлай Зөбәржәт. Әммә “бөҙрә бәрәскәй”­ҙе йыр ҙа, ҡоҙасаһының һағыш тулы моңо ла ялҡытмай. Киреһенсә, үҙе әйтеүенсә, ул уны онотолоп тыңлай. “Шулай ҙа шомланып ҡуям, йыр бөтөр, тип ҡурҡам. Ул бөтһә, ни ҡала? Бушлыҡ... Йыр ҙа тынды – һулышым да өҙөлдө...” – тип хәтерләй ул саҡтағы хәлен Мостай Кәрим (Шунда уҡ, 305-се б.). Бына ниндәй хәлгә төшөрә яратҡан ҡоҙасаһы ауыҙынан ишеткән “Ашҡаҙар” йыры һигеҙ йәшендә сағында уны.


Әхмәт Сөләймәнов.



“Бейеш”те халыҡ шағирының шәхсән үҙ йырылай күргәнге

Хәләлбикәһе Рауза ханым йырларға яратҡан “Бейеш” моңо Мостай Кәримде ғүмер буйы оҙата килгән. “Был йыр – минең йырым. Үҙемдеке. Тәү ишеткәндә үк түгел, ә уның икенсе тапҡыр, йәғни минең өсөн тыуған мәленән алып, рухым уға сат йәбеште, ғүмерлеккә хужа булды. Ҡайҙа ғына, кем генә йырламаһын, тик минең өсөн генә яңғырай ул. Һәм, остоғон да ҡалдырмай, йөрәгемә һеңдерәм.Һеңдерәм, ә танһығым ҡанмай” (Бейеш. 4-се том, 311).

Оло яуҙа ауыр яра алыуы арҡаһында, хәл өҫтөндә йөрөгән Мостафа Сафа улын кәләше Рауза менән бергә күптәнге дуҫы, күренекле драматург Мөхәммәт Хәйҙәров үҙенә, Учалылағы Өргөн ауылына, саҡырып, ҡатыны Ғәйниямал менән, кәзә ҡымыҙы эсереп, тәрбиәләй. Шағир үҙе әйтеүенсә, аҙна-ун көн үтеүгә тыны иркенәйеп, теҙ быуындары нығына төшөүгә кәләше уны Биргетауға әйҙәй. Яралы фронтовик бик ырата алмай. Рауза иһә алғараҡ сыға ла кинәт “Бейеш” йырын башлап ебәрә. Шағирға электән үк таныш был йыр кәләше башҡарылыуында өр-яңы йөкмәтке алғандай, өр-яңы моң менән һуғарылғандай тойола: “Ни мөғжизә был?! Шул уҡ йыр. Беренсе нотаһынан уҡ тамаҡҡа төйөр тығылды, тәндәр сымырлап китте,” – ти ул үҙе лә. Сөнки ҡаяға килеп ҡунған зәңгәр ҡош булып тойолған Раузаһының йырлауы уның зиһенен ала, ерҙән айырып, рухын күктәр менән ҡауыштыра. Ысынлап та, мөғжизә хасил була. Шул йыр тыуҙырған мөғжизәне шағир үҙе бына нисек тасуирлай: “Моң саҡырыуына, моң бойороғона буйһоноп, мин үргә үрләйем. Шул арала зәңгәр ҡош (йәғни Раузаһы. — Ә.С.), йырын бүлмәй генә, тағы ла бейеккәрәк осоп ҡуна. Миңә яңы дәрт өҫтәлә, дарманым арта. Йырға эйәреп барғанымда, яңы һулышым асыла. Мин инде үҙемдән дә йәшерәкмен. Донъям хөр, тәҡдирем хәүефһеҙ, ҡот китмәҫ, йот килмәҫ. Әйтерһең, артымда һуғыш та, ғазаптар ҙа, әжәл янауы ла булмаған.” (Шунда уҡ. – 314-се б.). Инде тауҙың түбәһенә менеп еткән йырсы ҡошсоҡто, Раузаһынан, алыҫ Рурҙа ҡойолоп, Днепрола йөрәге янында урын алған мина ярсығының әрнетеүенә лә ҡарамай, шағир үҙе әйтмешләй, “тотам да ҡалмай”. Уны “хатта уҙырға ла форсат” таба. Артабан автор шулай ти: “Мин бисәмдең һағыш тулы күҙҙәренә ҡарайым. Йыр өҙөлмәй.

Йәйгенәһен бында, ай, йәйләнем,
Ҡышҡынаһын ҡайҙа йәйләйем?”

Йырҙың был һүҙҙәрен моңға һалғанында, яралы офицер ҡатыны Бейеш һүҙҙәрен үҙенекеләй күреп йырлағандыр. Хәйер, был фаразды Раза ханым үҙе үк ҡеүәтләгән, имеш. Ана ул ни тигән иренә: “Был йырҙы мин өсөнсө йыл һин Мәскәү больницаһынджа хәл эсендә ятҡан көндәрҙә радионан отоп, өйрәндем. Ҡайғылы сағында кешене йыр, илатып булһа ла, йыуата икән. Йырлап, илайым да йыуанам төҫлө.”Бейеш” ул заманда беҙҙең билдәһеҙ, шомло яҙмышыбыҙ тураһында һөйләй һымаҡ ине” (Бейеш, – 4-се том . 315).

Ҡатыны шулай тигән. Ә шағир, Биргетауҙа яңғыраған “Бейеш” йырының берҙән-бер тыңлаусыһы, ни тигән? Бына ул нимә тигән: “Һуңғы өндәрҙе ел алып китте. Ә моң минең ҡан тамырҙарыма күсте, күсте лә тулап тибә башланы. Иләҫ-миләҫ ғүмерем оҙая... Үҙем тау башындамын. Эргәмдә Ҡояш, аяҡ аҫтында ел... Янымда хәләл йәрем. Күңелемдә ғүмерлек бүләк – “Бейеш. Бәхет түгелме ни ошолар? ... Бына шулай. “Бейеш” – минең йырым ул. Үҙемдеке. Ҡайҙа ғына кем генә йырламаһын. Тик минең өсөн генә яңғырай ул. Осмотон да ҡалдырмай, йән-тәнемә һеңдерәм. Һеңдерәм, ә танһығым ҡанмай” (4-се том. – 315-се б.).
Шағирҙың “Бейеш” тигән сәсмә әҫәрен башҡорттоң ошо уҡ исемдәге йыры йөҙөндә халҡымдың тотош йыр хазинаһына мәҙхиә тип атарға булыр ине.
Классик операларҙағы иң ауыр арияларҙан да былайыраҡ

... Бер мәл Мостай ағай, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов һәм мин фәҡирегеҙ Биология институтында бүлек мөдире булып эшләгән академик Фәнғәт Хәзиевтың юбилейынан күңелле генә ҡайтып киләбеҙ. Һүҙ эйәрә һүҙ китте лә, уның осо башҡорттоң оҙон көйлө йырҙарына килеп төртөлдө. Шунда Мостай ағай: “Башҡорттоң оҙон көйлө һәр йыры – классик операларҙағы иң ауыр арияларҙан да былайыраҡ. Уны, шул классик арияларҙы башҡарғандағы һымаҡ, фрак кейеп, бабочка тағып ҡына, йырларға ине. Ана, Мәғәфүр шулай итә (шағир Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллинды күҙ уңында тота ине. – Ә.С.). “Һандуғас” менән “Урал”ды сәхнәнән ул шулай ғына башҡара”, – тигәйне.

Башҡорт йырына, башҡорт моңона табыныуы, шулар хаҡында әйткән йылы һүҙҙәре ихлас булмаһа шағир былай тип әйтер инеме:

Башҡорт һүҙе, башҡортомдоң моңо
Ҡолағыңа тик бер сағылыр.
Бер сағылыр... Сәхәр ваҡытында
Шул моңдарҙы күңелең һағыныр.
(Ғәрәп ҡыҙы Ләйлә, 1965).

Башҡорт йырына, башҡорт моңона мөхәббәте ихлас булмаһа, ҡурайҙың һүҙһеҙ моңонан тарихыбыҙҙы уҡый алыр инеме лә, ошолайтып яҙып ҡуйыр инеме шағир?!

Ни ғәжәп был? Ҡапыл, йән тетрәтеп,
Ғәрәсәтле, шомло сәғәттә
Илаһи моң килде... Ҡурай моңо
Дауыл түбәләрен артылды.

Ҡурай иңрәй, ҡурай маҡтау йырлай,
“О Уралым, минең Уралым!..”
Ошо минутта мин ярһыу атта
Ун быуатҡа ҡайтып ураным.
Тамырҙарым буйлап моңдар аҡты,
Моңдар ташты, моңдар яндылар.
...Ергә һеңеп, бер саҡ мин тынырмын,
Диңгеҙ шаулар. Моңдар яңғырар.
Эй, һөйөклөм!
Ҡара мәрмәр ҡуйма. Һорайым:
Яҙ еткәс тә, йәп-йәш ҡурай ултырт,
Көмөш суҡлы Урал ҡурайын...
(Кистән дауыл ҡупты..., 1971)

Халыҡ шағирының замана йырҙары хаҡында әйткәне

Мәғлүмдер ки. Шундай заман килде. Һәр гармунсы үҙен композитор итеп тоя башланы, буғай. Тегенән-бынан көй өҙөктәренән ҡорама көйҙәр туҡыу ғәҙәти хәлгә инә бара. Был эшкә компьютерҙы тотона башланылар. Улай ғына ла түгел, башҡорт йыры, тип, танытырға тырышҡандарының бәғзеләре рус, ҡаҙаҡ, ҡытай, һинд, төрөк һәм башҡаларға хас көйҙәрҙән сәлдермеш киҫәктәрҙән туҡыла ла, композитор Рим Хәсәнов әйтмешләй, “баштарына түбәтәй кейҙерелә”. Шуныһы ҡыҙыҡ, хәҙер ҡайһы йыр башҡорттоҡо, ҡайһыныһы татарҙыҡы, ҡайһыныһы төрөктөкө, ҡаҙаҡтыҡы, үзбәктеке – айырып булмай башланы. Ә уларҙы башҡарыусылар, радио һәм телевидениебыҙға ышанһаң, кәмендә “йондоҙ”ҙар, хатта “күҙ ҡамаша”. Эфирға, сәхәнәгә сығырға дәғүә итеүсе йырҙар элек художестволы совет иләгенән үтер ине. Хәҙер ундай “ОТК”-лар ҙа юҡ. Заманында халыҡ шағиры Назар Нәжми “киң ҡулланыу” тауарҙарын хәтерләтеүсе ундай бер көнлөк көйҙәрҙе лә “һөйәлдем һөйәндәргә” (быны икесе төрлө “һөйәнер өсөн, йүкә ағасының йүкәһен һыҙырып ташланым да шуға һөйәндем” тип аңларға кәрәктер), ҡырҡ тапҡыр “яратам”, “ауылымды һағындым” йә “2 х 2 = 4”, “Ағиҙел – Камаға, Кама – Волгаға, Волга – Каспийға ҡоя” тибындағы, йәғни образлылыҡтың “о”һо ла, художестволылыҡтың “х”һы ла булмаған, булырға ла уйламаған, әммә моңһөйәрҙәребеҙгә йыр тип тәҡдим ителгән, йәш-елкенсәктең ҡул болғай-болғай, ҡысҡыра-ҡысҡыра, сатай-ботай һикрәндәүенә иҫәп тотҡан, тик шаҡылдыҡ та туҡылдыҡҡа ҡоролған нәмәләрҙе ҡаты тәнҡитләп торор булды. Халҡыбыҙҙың гүзәл йыр ҡомартҡылары хаҡында юғары фекер йөрөтөп тә, йыр сәнғәте менән уртаҡлығы булмаған ундай күренештәргә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дә хуш күңел менән ҡарауы мөмкин түгел ине. Ысынлап та, замана йырҙары уны ла хәүефләндерҙе. Бер осраҡта ул, мәҫәлән: “Заман йырҙары тураһында уйланам. Ә күңелемдә “Бейеш”, “Сәлимәкәй”, “Буранбай”, “Ҡолой кантон”, “Һандуғас”, “Түрәкәй”, “Сибай”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар һ.б., һ.б…. Был йырҙарҙың һыны, кәүҙәләнеше, еҫе, төҫө, хайран ҡалырлыҡ моңо бар. Һәр береһенең асылында тәрән драматизм ята. Бөтәһе лә күҙ алдына килеп баҫа”, тиһә (Көндәлек. – 31. 05. 1998), икенсе осраҡта: “Хәҙерге йырҙарҙың күпселеген тыңлау – төбө тишек бокалдан шарап эсеү шикелле. Шарапты һоҫоп алаһың, ауыҙыңа еткәнсе, түгелеп бөтә. Әлеге йырҙар за күңелгә еткәнсе һауала шартлап, юҡ була. Ундай йырҙарҙың ике генә һүҙе бар:

Беренсеһе – яратам, яратам, яратам, яра, яр...
Икенсеһе – әсәйемде һағынам, һағынам, һағынам, һағын... һағ... һа...”, тип яҙҙы (Көндәлек.– 31. 05. 1998).
Халҡыбыҙ шағиры хаҡ һүҙ әйткән. Тик радио ла, телевидение ла, мәҙәниәт министрлығы ла, мәҙәни усаҡтар етәкселеге лә һаман да сәхнәгә, эфирға тәҡдим ителгән йыр репертуарының сифатына иғтибар бирмәй. Шуныһы – үкенесле.

Башҡа халыҡтарҙың йырҙарына мөнәсәбәте

1942 йылдың 25 авгусында алған яралары төҙәлгәс, кесе лейтенант Мостафа Кәримовты, резервҡа сығарып, Мәскәүгә оҙаталар. Поезға ултырып, шунда китеп барғанында, “яҡында ғына үҙәк өҙгөс моңло тауыш” яңғырағанын ишетеп ҡала:
В стране золотой,
Объятой мечтой
И нежным сном,
В весеннем свете
Я девушку встретил,
Как свет зари.
Прекрасна ты, Роз-Мари...
(Память песен; «Роз-Мари». – С. 36 - 37)

Ошо йырҙы ишетеүҙән яугир шағир ныҡ әҫәрләнә. “Сит телдәге ят йыр йөрәккә ошо тиклем ҡапыл бәреп инмәй торғайны. Был мине, әсир итеп, зәңгәр күк аҫтындағы алыҫ далаларыма алып китте, шишмәләремдең сылтырауын ҡабатланы, ҡоштарымды һайратты. Мине көтөп зарыҡҡан кәләшем менән ҡауыштырҙы”, – ти шағир үҙе был хаҡта. Бындай хистәр кисереүгә йырҙа телгә алынған ҡыҙҙың исеме Мостай Кәримдең кәләшенең аҙашы булыуы ла сәбәпсе булғандыр. Юҡһа шағир: “Роз.. Роза. Ниндәй ҡәҙерле, ниндәй танһыҡ исем. Минең кәләшем төптө Рауза түгел, Роза, Паспортында ла шулай яҙылған.. Был йыр бит минең һөйөүем, минең һағыныуым тураһында”, – тимәҫ ине (Роз-Мари. – т.4, 306, 307). Әммә, халыҡ йырҙары хаҡында әйткәндәрен иҫкә төшөрһәк, хикмәт унда ғына ла түгел икәненә төшөнөрбеҙ. Кемгә нисектер, һәр хәлдә, миңә ҡалһа, шағирҙың “Роз-Мари” тигән был ят йырҙы шул тиклем дә күңеленә яҡын итеп ҡабул итеүенең бер сере уны башҡорттоң классик мөхәббәт йырҙары аша ҡабул итеүендә. Шуларҙың береһендә ғашиҡ егет йәнһөйгәнен тиңһеҙ һылыу тип таныуын:

Шәүрә килен кейгән, ай, еләндең
Итәк осҡайҙары мунсаҡлы.
Айға ла ғына көнгә тиңләмәйем,
Һылыулығың, Шәүрәм, шул саҡлы, – тип, белдерһә (Шәүрә килен), икенсеһендә:
Күктә лә генә болот, ай, йөҙөр,
Ерҙә лә генә ҡырау ирейҙер.
Йөрөмәсе, йәнем, күҙ алдымда,
Күҙ алмаҡайҙарым ирейҙер, –
тип аңлата (Күктә лә генә болот…).

Яуҙа йөрөгән сағында, осраҡлы рәүештә һағышлы һалдат ауыҙынан “әллә ҡайҙа ятҡан Канадалағы Мари” хаҡындағы ят йырҙы ишетеп, уны ошондайыраҡ йырҙарыбыҙ аша ҡабул итеп тетрәнмәһә, һуғыштан һуң яҙған бер шиғырында шағирҙың:

“Юҡ, сибәрҙәр – сибәр түгел,
Һөйгәндәр генә сибәр”, –

тигәне (“Һөйгәндәр генә сибәр”) шуларҙың барыһын да дөйөмләштереү кеүек аңлашылыр инеме ни.
Күңеленең һаңғырау түгеллеген ишетә белеүен, һағыштарына, дәрттәренә йыр нисек үлсәү булыуын, зиһенен дауалауын әйтеп кенә китмәгән шағир, тасуирлап уҡ биргән.

1955 йылда Мостай Кәримгә Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бергә Вьетнам Халыҡ Республикаһына барып ҡайтыу насип була. Азияның арғы осонда ятҡан шул илдә ҡырҡ ете көн эсендә күргән-кисергәндәрен теркәгән яҙмаларында ла йыр хаҡында ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре бар.
“Донъяла бер көс бар — ул йыр. Йыр кешеләге бөтә тойғоларҙы үҙ эсенә ала һәм уларҙы үҙ ихтыярына буйһон¬дора. Вьетнам ҡыҙҙары һәм егеттәре йыр башлай. Йыр ва¬гондан вагонға күсә. һүҙҙәренә төшөнмәһәләр ҙә, көйгә беҙҙең артистар ҙа ҡушыла. Был моңдо улар күптән белә¬ләр. Дуҫтар менән бергәләшеп вьетнам, рус, башҡорт, та¬жик телдәрендә күпме йыр йырланды уҙған аҙналар эсендә! Был йырҙың яңы һүҙҙәрен әле генә сығарып алғандар икән. Тәржемәсе До Тхи иптәш уны, бышылдап ҡына, юлын-юлға тәржемә итә бара:

Мәскәүгә ос һин, аҡ ҡауҙы.
Өфөгә ос һин, аҡ ҡауҙы,
Һин изге ҡош, һин яҡты ҡош,
Оҙата бар ҡунаҡтарҙы.
Ҡанат йәйеп, дуҫтарҙы һин
Эҫенән һәм елдән һаҡла,
Гел шатлыҡлы хәбәр алып,
Әйләнеп ҡайт тыуған яҡҡа...

Бына шулай тип йырлайҙар хушлашыу йырын”, – тип яҙа Вьетнамға 1956 йылда дуҫлыҡ гастроленә барған башҡорт артистары төркөмө етәксеһе Мостай Кәрим. (Вьетнам алыҫ түгел. – 5-се том.- С.62).

«Татар, рус йырҙары ҡолағымда . …"Ҡара урман", "Степь да степь кругом", "Есть на Волге утес», "Славное море — священный Байкал". Был йырҙарҙың һыны, кәүҙәләнеше, еҫе, төҫө, хайран ҡалырлыҡ моңо бар. Һәр береһенең асылында тәрән драматизм ята. Бөтәһе лә күҙ алдына килеп баҫа” (Көндәлек.– 31. 05. 1998).

«Әле лә хәтеремдә: Еңеү көнөндә, Австриялағы Линц ҡалаһы янында американдар менән осрашҡандан һуң, беҙ¬ҙең һалдаттар машиналарға тейәлешеп үҙ частарына ҡай¬тып баралар ине. Арттағы грузовиктың кузовына бер йәш кенә һалдат (ни ғиллә менәндер) яңғыҙы тура килгән. Ул баҫып бара, баҫҡан урынында һикергеләп бейеп тә ала һәм, күкрәк киреп, бар булған тауышына ҡысҡырып йыр¬лай; үҙе йыр ыңғайына, йә йәшелләнеп ятҡан сәсеүлектәргә, йә юл ситендәге Америка һалдаттарына, йә ҡаршы осраған крәҫтиәндәргә мөрәжәғәт иткәндәй, ҡулдарын ҡанат һымаҡ йәйеп-йәйеп ебәрә. Уның бөтә торошон әле
лә хәтерләйем. Йыры ла күңелемдә:
Так будьте здоровы, живите богато,
А мы уезжаем до дому, до хаты...

Хикмәт йырҙың һүҙҙәрендә генә түгел, ә йәш һалдаттың күңеле тап бына ошо һүҙҙәрҙе йырларға теләүендә, унын дүрт йыл буйына ҡоторонған янғындан һәм дауылдан һуң иҫән-имен ҡалған бөтә тереклек күренештәренә ҡарата изге теләктә булыуында” (Еңеү ағасының тамырҙары. – 5-се том.- 162-ce б.).
Рус халыҡ йырҙары хаҡында һүҙ алып барғанында, шағир: “…был… йыр ғүмер-ғүмергә йөрәккә, аңға үтеп инде, ул үҙенең моңо һәм һүҙҙәре менән күңел түренән урын алды”, – тип, бик тә фәһемле ошо куплетты теркәп ҡуйған.Єоҡланырлыҡ йырҙы ла хәтергә ала шағир:

Когда, милый, когда, милый,
Бросать станешь,
Не рассказывай, не рассказывай
Про что знаешь...
(Ул бар ерҙә. – 5-се том. – 252-се б.).

Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап

Үткән быуаттың 90-сы йылдарының ахырынан алып Туймазы ҡалаһында ике йыл аша башҡорт халҡының оҙон көйлө йырҙарын башҡарыу оҫталарының бәйгеһе уҙғарыла тора. Мин жюрила ултырған заманда үткәненең сираттағыһында биш йәштән етмеш туғыҙ йәшкә тиклем йөҙ ҙә ҡырҡҡа яҡын һәүәҫкәр йырсы ҡатнашты. Ике турҙа сығыш яһаған һәр йырсыны тыңлағанда, юҡ, һәр береһе өсөн борсола-борсола, сәхнәнән яңғыраған йырҙарҙың бөтәһен дә ҡабат-ҡабат йөрәк аша үткәргәндә, халҡыбыҙ моңоноң күңелем ҡылдарының иң нескәләренә ҡағылып, уларҙы ла көй ыңғайына сыңларға мәжбүр иткәненә ғәжәпһенеп, берсә – утҡа, берсә боҙло һыуға төшкәндәй ултырылды. Үҙенә 85 йәш тула торған йылды Мостай Кәримдең: “Мин, ғүмер буйы төрлө ерҙәрҙә йөрөп, үҙебеҙҙең оҙон көйҙәрҙән дә тетрәндергес йыр ишеткәнем булманы. Быны мин иман килтергәндәй әйтәм”, – тигәне (Йәшлек. – 2004. – 27.05; 2005. – 22.09) ҡабат-ҡабат хәтеремә килде лә ҡолағым төбөндә генә уның яғымлы тауышы яңғырап торғандай булды:

Көйө бар әҙәмдәр көй көйләһен,
Тартынмаһын, ундай һәләт булғас,
Иман итеп шуға ышанайыҡ:
Моң тынмаһа, ғаләм һәләк булмаҫ.
(Илгизгә, 1990).

«Радионан моңло милли йырыбыҙ ишетелде. Тимәк, өмөттө өҙөргә ярамай. Йырыбыҙ иҫән әле…» (Көндәлек. – 7. 11. 1993). Туймазыла уҙған йыр бәйгеһе шағирҙың мең тапҡыр хаҡлы икәненә тағы бер өҫтәлмә дәлил булды. Башҡалары һымаҡ уҡ, Мостай Кәримдең был һүҙҙәре лә васыят мәғәнәһенә эйә. Ул васыятты һәр бер башҡорт, Ғайса ахун һымаҡ, “оят булмаҫ микән”, тип тормайса, тартынмай йырларға, йыр хазинабыҙҙы ишәйтеүгә, үҙ-үҙебеҙ булып ҡалырға, үҙ йөҙөбөҙҙө һаҡларға саҡырыу ҙа, шуға фатиха биреү ҙә тип ҡабул итер, тим.

Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ!
(Ҡоролтайға ҡотлау. – 1-ce том. – 294-се б.)

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға