10.10.2014 Күңелем торошо
Денис Ғилманов Учалы районының Ураҙ ауылынан. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем ала. 2012 йылда ижадҡа килә, әлеге мәлдә Учалы районының яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы булып тора. Шағирҙарҙан Рәшит Назаров менән Шәйехзада Бабич әҫәрҙәрен яратып уҡый.
Ҡурай моңо
Һыҙғырт, иптәш, ҡурайыңды,
Тирә-йүнгә моңо һибелһен.
Яҡты бер юл булып ятҡан
Тарихыма ҡарай йүнәлһен.
Яңғыраһын башҡорт йыры,
Милләт тере икән, тиһендәр.
Ҡурай моңо ҡалҡыуынан
Ҡолойҙары ҡурҡа бирһендәр.
Бар ғаләмгә күптән мәғлүм,
Ҡолой ҡурҡа ҡурай моңонан.
Ә һин, дуҫҡай, туҡтап ҡалма,
«Уралҡай»ҙы уйна яңынан!
Асыу
Бер! Бер түгел, ике телде бутап,
Һөйләшәһең былай арыу ғына.
Шәп! Хатта ки йәтеш тәтелдәйһең
Белмәйенсә һин һис арыу ғына!
Алҡышлаһын барлыҡ ғаләм,
манҡорт,
Тиреҫтән һиңә минән был миҙал!
Түшеңә ҡаҙа киреп күкрәгең,
Суҡынып та кит һуңынан, ҡаҙал!
Күңелем торошо
Һауала балҡый төнгө ҡояш,
Ергә һибеп һалҡын нурҙарын.
Шәүләһен ташлай болоттар ҙа,
Тамуҡ тылҡый миңә хурҙарын...
Йөҙәй йөрәк йөкмәп йөктәрен
Борма-борма уйҙар сатында.
Сәселеп китә, сәнселеп тә
Моңло йөрәк моңһоу сағында...
Шәүлә төштө тура күңелгә,
Һағыш ҡаҙай ҡара хәнйәрен.
Йән һаҡсым, терәгем ҡайҙа һуң?!
Ҡайҙарҙа һин, минең йән-йәрем?!
Һағыныу
Ни уйлап таптым мин,
Һағынып ғүмерем үткәндәрен,
Иҫләй биреп әле бер мәле
Һырылып ҡына үпкәндәрен?
Бары ла унда ятып ҡалды...
Ҡалды хистәр,
Күпме кистәр,
Тик уларын хәҙер кем иҫләр?!
Ҡарға ятҡан
Эҙҙәрем дә хәҙер ҡапланған,
Күпме туҙан
Уҙған юлдарымда ҡатланған!..
Ҡатлам-ҡатлам ҡатланған юлда
Тора кеүек һаман көткәндәр...
Эй, һағындым, һағындым һеҙҙе,
Тик һағындымы мине үткәндәр?..
Шатлығым
Шатлығым булдың,
Һағышым да,
Хыялым булдың,
Яҙмышым да.
Мәңгегә, мәл генә
Булһа ла иҫемдә,
Ҡалды йыр, яҡты нур
Һинең исемдә…
Юл тотҡанда
Таңғы ҡояш ергә бағып,
Ысыҡтан томан сигә.
Ҡырҙарында бейей-бейей,
Ҡайындар артҡа сигә.
Күккә үрләп, офоҡ аша,
Талпынып тауҙар аша,
Тик үҙенә тарта-тарта,
Киңлеге һаман арта.
Уйнай-көлә юлдар елә,
Алға әле бараһы.
Ә йөрәк күптән алда –
Артта ҡалған барыһы!
* * *
С.-ға
Йоҡлай алмай тағы берҙе,
Һаташып уҙа был төнөм.
Һәм тағы ла тәҙрәләргә
Боҫон һала тоноҡ өнөм...
Тоноҡ өндә берәү, бәлки,
Ишеткәндер исемде.
Тик исемең боҫҡа сығып,
Боҫҡа сығып киҫелде...
Киҫелде... Күп нөктәләрем
Ҡайҙарға ҡабат илтәләр?!
Ҡайҙа тиһәм – боҫҡа ғына,
Аралар хәҙер ҡыҫҡа ғына!
Тәҙрәлә – күҙ алдында
Күрәм бит, эйе, үҙеңде!
Һәм тағы ла ғашиҡ булып,
Бирегеҙсе, тим, түҙемде...
Денис Ғилманов.