«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



10.10.2014 Мәҙәктәр

Уҡытыусыларҙың эш хаҡына ҡарағанда, беҙҙең хөкүмәт үс һаҡлаусы «икеле» тоҡсайҙарынан тора, тип уйларға була.

* * *
АҠШ Президенты эргәһенә ярҙамсыһы инә:
– Мистер Обама, Занзибарҙа нефть тапҡандар!
– Ысынлапмы? Уларҙа бит демократия юҡ. Был мәсьәлә буйынса тәртип индерергә кәрәк.
– Төньяҡ Кореяла ла демократия юҡ бит.
– Уларҙа нефть тә юҡ. Шулай булғас, уларға нимәгә демократия?

* * *
– Ниңә ҡырҡаһың ул гәзитте?
– Кеҫәһен аҡтарғаны өсөн ҡатынын айырып ебәргән бер ир тураһында яҙылған мәҡәләне ҡырҡып алам.
– Уның менән нимә эшләмәксе булаһың һуң?
– Кеҫәмә һалып ҡуям.

* * *
Бер ханым трамвайға инә. Ни күрһен, салонда бөтә урындар­ҙы ла ирҙәр биләп алған.
Ҡатын ҡысҡырып һорау бирә:
– Арағыҙҙа бер генә ысын ир ҙә юҡмы ни?
– Ысын ирҙәр быуа быуырлыҡ, әммә урындар юҡ, – тигән яуапты ишетә.

* * *
Концерттан һуң театр директоры дирижерҙы маҡтай:
– Беҙҙең театрҙа бик күп күренекле дирижер сығыш яһаны, әммә береһенең дә һеҙҙең һымаҡ тирләгәне булманы.

* * *
Иҫәрҙәр йортоноң икенсе ҡатындағы тәҙрә төбөндә бер иҫәр ултыра икән. Аҫта бер кеше китеп бара.
– Мин һинең эргәгә нисек төшәйем икән? – ти иҫәр.
– Хәҙер фонарымды ҡабы­ҙам, һин уның нурҙары буйынса шыуышып төшөрһөң, – ти аҫтағы ир.
– Хәйләкәр, – ти иҫәр, – мин урталыҡҡа етеү менән фонарыңды һүндерер инең, моғайын...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға