«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мостай Кәрим. Фекерҙәр һәм афоризмдар



03.10.2014 Мостай Кәрим. Фекерҙәр һәм афоризмдар

Нельзя думать, что соловей, который сегодня запел в твоем саду, завтра не запоет в саду соседа. Так и песни – общее достояние.
(“Беседа с Татьяной Архангельской”).

* * *
Неправда в малом разрушает правду в большом.
(Сығыштан. 25. XII. 1993).

* * *
Нефттән, ул ҡайҙа ғына сығарылһа ла, фәҡәт нефть еҫе аңҡый; икмәктән, ул ҡайҙа ғына игелһә лә, фәҡәт икмәк еҫе бөркөлә.

* * *
Ни йәм бар шәүлә хужаһы
Булып йәшәүҙең.
(“Декабрь йыры”).

* * *
Ни өсөн бала тыуғас та илап ебәрә? “Тыуҙым бит!” – тип ҡыуаныу­ҙан түгел. “Үләм бит!” – тип ҡайғырыуҙан һөрәнләй.
(“Көндәлектәр”. 29. VIII. 1995).

* * *
Никак не могу приучить себя перешагнуть через неподдающуюся строку в надежде позднее вернуться к ней. Если уж споткнулся о строку, то не способен идти дальше, пока не одолею ее, пока не смогу убедить себя, что строка сработана честно.
(“Беседа с Нафи Джусойты”).

* * *
Ниндәй бәхет –
Ҡыҙ ҡарар егет булыу.
(“Әлдә гармунсы түгелмен”).

* * *
Ниндәй генә гәзитте асып, ниндәй генә телеэкранға күҙ һалма, гел йондоҙҙар тураһында һөйләйҙәр. Сәхнә йондоҙо, эстрада йондоҙо, поэзия йондоҙо... Баҡһаң, йондоҙ тигәнең йыш ҡына сысҡан уты булып сыға. Ярым шәрә берәй туҙғаҡ баш йәки ҡатынша ир килеп сыға ла: “Йондоҙ! Йондоҙ!” – тип шаҡ ҡаталар.
(“Көндәлектәр”. 10. IX. 1995).

* * *
Ничто не проходит и не уходит бесследно.
(“Книга Сагита Агиша”).

* * *
Нужно спасти красоту. Мир пока жив, а красота пропадает. Наша забота – спасение красоты.

* * *
Нынче телохранителей в стране больше, чем хранителей границ Отечества.
(“Көндәлектәр”. 20. I. 2001).

* * *
Нәфрәтен генә йәшермәҫ
Ир булған ир,
Дошманына: “Һин дошман!” – тип
Тура әйтер.
(“Шик яралды”).

* * *
Нәфсенең сиге юҡ.
(“Ике ғибрәт”).
* * *
О, йәшлек, зарланма,
Күрергә күҙең бар,
Ҡолаҡта өнөң бар,
Телеңдә һүҙең бар,
Наҙларға ҡулың бар,
Тешләргә тешең бар.
Яңғыҙ ҙа түгелһең,
Дуҫ-дошман кешең бар.
Барынан ҡәҙерле –
Эшләргә эшең бар.
(“О, йәшлек, зарланма...”).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға