«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



03.10.2014 Мәҙәктәр

Оптимист аҡсаһы булған аҡса янсығын ҡарай. Пессимист аҡсаһы булмаған аҡса янсығын ҡарай. Реалист үҙенең аҡса янсығын ҡарай.

* * *
Ике һары сәсле ҡыҙ көҙгө таба. Береһе уны ҡулына ала ла:
– Бының йөҙө таныш та һуң, – ти. Икенсеһе көҙгөнө тартып ала ла:
– Ахмаҡ, был бит мин, – ти.

* * *
Бер мәжлестә бай күршеһе Хужаны ҡыҙыҡ итмәксе була. Кеше алдында оялтып, үҙенән әллә ҡасан алып, әлегә тиклем түләй алмаған бурысын түләттерергә уйлап:
– Хужа, хет үҙең беләһеңме, – ти ул, – башҡаларға күпме бурысың барлығын?
Хужа хәйләкәр генә йылмая ла:
– Минең белеү нимәгә кәрәк, бурысҡа биргән кеше үҙе беләлер әле, – ти.

* * *
– Минән ҡатыным китте, бер тин аҡсаһыҙ ҡалдырҙы.
– Мине лә ҡатыным бер тинһеҙ ҡалдырҙы, тик китмәне, албаҫты…

* * *
Бер ир – икенсеһенә:
– Ҡатыным ҡыҙыҡлы диетаға ултырҙы, киске сәғәт алтынан һуң ашамай.
– Нисек түҙә һуң?
– Киске сәғәт етегә ҡәҙәр…

* * *
– Алло! Был фотомоделдәр агентлығымы?
– Эйе.
– Мин эш эҙләйем. Шуға күрә белешкем килә, моделдәргә күпме түләйһегеҙ?
– Бик яҡшы түләйбеҙ, унар мең доллар. Ләкин эшкә үлсәмдәре 90-60-90 булғандарҙы ғына алабыҙ.
– Был эш нәҡ минең өсөн бит – буйым да, йәшем дә, ауырлы­ғым да тап килә!

* * *
Әрмән радиоһына һорау бирәләр:
– Беренсе һайлауҙар ҡасан булған?
– Әҙәм менән Һауа заманында. Хоҙай Тәғәлә Әҙәм ҡаршыһына Һауаны баҫтырып ҡуй­ған да, һайлап ал үҙеңә ҡатын, тигән. Хәҙер ҙә шулайыраҡ…

* * *
Ҡатын-ҡыҙҙың ауыҙын яптырыу өсөн ҡайһы саҡта аҡса янсығыңды асыу ҙа етә.

* * *
Бер ханым әхирәтенә:
– Бөгөн төндә ирем, мин нимә теләйем, шуны эшләргә вәғәҙә бирҙе. Тиҙерәк төн етеүен түҙем­һеҙләнеп көтәм. Ҡунаҡ бүлмәһенә нисек итеп обой йәбештергәнен ҡарап торғом килә, – ти.

* * *
Боросло «Аленка» кәнфите балағыҙҙың һүгенәме, юҡмы икәнен белергә ярҙам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға