«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Шиғриәт минуттары



26.09.2014 Шиғриәт минуттары

Шиғриәт минуттарыОтставкалағы милиция подполковнигы, 25 йыл ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүгә арнаған Венер Фәттәхов 1956 йылдың 10 июнендә Дүртөйлөлә тыуған. Журналист, юрист. Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй, ҡораллы һаҡ хеҙмәтендә команда етәксеһе вазифаһын башҡара. Бик күп шиғыр, хикәйәләр авторы, уның һүҙҙәренә 300-гә яҡын йыр яҙылған. «Илһам шишмәләре» фестивале лауреаты, алты китап авторы.
Ижадтан тыш, Венер Фәттәхов спорт менән мауыға. Еңел атлетика буйынса спорт мастеры. Тормош иптәше Гүзәлиә менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Венер ФӘТТӘХОВ


Баһа

Килде заман, кемдәр кемгә
Бирергә теләй баһа?
Хатта һандуғас тауышын
Баһалай икән баҡа.
Себеш тауыҡты өйрәтә,
Атаны ул баһалай.
Һөйәк этте кимерергә,
Эй, өйрәтеп яфалай.
«Ике икең»де белмәгән
Ҙур түрә булған хәҙер,
Кеше мейеһен ашарға
Ул икән көн-төн әҙер.
Баһалаусы хаким булһа,
Барыһы уға көйләшә,
Һандуғас үҙе лә хатта
Баҡа кеүек һөйләшә.
Килде заман, кемдер кемгә
Баһа биреп маташа.
Әллә ахырызаман килә?
Әллә донъя һаташа?


Йәшле хистәр

Көҙҙөң һары япраҡтары түгел,
Хистәр, ах(ы)ры, ергә ҡойола.
Мөлдөрәмә йәштәр сыға
күҙҙән,
Таммай ҡала, саҡ-саҡ тыйыла.
Кемдер ташлағанға күрә түгел
(Ауыр саҡтар һәр саҡ
булғылай).
Күңел йыйған барлыҡ
тәьҫоратты,
Хис-тойғоно йәштәр
тойомлай.
Тәҙрә буйлап тамсыларға
тулып
Һыҙланыуҙар ағып төшәләр.
Ҡайнар хистәр күҙ йәштәре
булып
Бәғерҙәрҙе өтөп киҫәләр.
Яҙмыш
ҡабат һынай

Йәштәр барған һайын
наҙлыраҡ беҙ,
Йылдар менән һөйөү татлыраҡ.
Сәстәрҙә бәҫ. Ҡарап торам әле
Күңел йәшлегенә аптырап.
Оҙайтаһы килә кистәремде,
Мөхәббәткә тулы хистәремде.
Бер нисек тә аңлата (а)лмам
бөгөн
Татлы осрашыуҙар көткәнемде.
Тамырҙарҙа ҡаным эҫе икән,
Наҙ көтөүҙән ҡайнап сығырҙай.
Татлы тойғоларға сорналдырып
Яҙмыш тағы бер ҡат һынаулай.

Көҙҙәремдең
алтын төҫтәре

Көҙ инмәксе була күңелемә,
Ямғырҙарын йәнгә һипмәксе.
Мин йырлайым ысын
күңелемдән,
Көҙөм мине йырсы итмәксе.
Иңдәремдә фәрештәләр көсө –
Шишмәләрҙәй аға йырҙарым.
Осам әле, һаман осам әле,
Ҡанаттарым – көҙгө моңдарым.
Көҙҙәремә инәм йырлап ҡына,
Һәр миҙгелем бөгөн йыр тулы.
Тормош буйлап көҙ хаҡында
йырлап
Алып китте мине йыр юлы.
Көҙөм буйлап киләм
йырлап ҡына,
Һәр йырымда – һөйөү хистәре.
Моңдарымда, һөйөү
йырҙарымда
Көҙҙәремдең алтын төҫтәре.


Йоҡо йылғаһында

Йоҡла әле, йоҡлап алсы бер аҙ,
Төнгә сумған йылға шикелле.
Ә мин һиңә наҙлы елдәр булып
Иркәләрмен йомшаҡ битеңде.
Керпегеңә төштәр ҡунһын әле,
Йоҡо йылғаһында һыу ҡойон.
Һин күрерһең йондоҙ
яҡтыһында
Емелдәшеп торған яр буйын.
Йоҡла әле, уятмайым һине,
Һаҡлап торам татлы йоҡоңдо.
Төштәреңә һалдым
хистәремде,
Шиғыр итеп булған уйымды.
Төштәреңдә мин дә йөҙәм әле,
Йондоҙ яҡтыһында беҙ бергә.
Һөйөү йылғаһында йөҙөүҙәрҙе
Өндә насип булһын күрергә.

Китә алмам

Китә алмам һинән, һин яҙ кеүек,
Яҙҙар кәрәк хатта көҙҙә лә.
Һаман әле һинең наҙлы ҡараш
Сәскә ата минең күҙҙәрҙә.
Һин китмәйһең минән,
һинең хистәр
Ҡушылғандар минең яҙыма.
Беҙ икәүҙе көҙҙәр көтә, әммә
Яҙҙа ҡалайыҡсы аҙ ғына.
Һинең исем минең хәтеремдә,
Минең исем һинең ирендә.
Беләһең бит, беҙҙең һөйөү етә
Тағы берәр яҙға кәмендә.

Һушһыҙ итәһең

Һин матурһың, шундай
матурһың һин,
Ни әйтһәм дә аҙҙыр, моғайын.
Күҙҙәреңдә шаян нурҙар уйнай,
Буйың күркәм, үҙең мөләйем.
Һинең ҡулдар, шундай
йомшаҡ улар,
Тәнгә түгел, тейә аҡылға.
Тын алырға хәлем етмәй кеүек,
Үҙең килһәң әгәр яҡынға.
Һин наҙлыһың, шундай
наҙлыһың һин,
Утҡа һалып һушһыҙ итәһең.
Наҙың менән күккә
сөйөлдөрөп,
Ожмахтарға алып китәһең.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға