«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Шиғриәт минуттары



26.09.2014 Шиғриәт минуттары

Шиғриәт минуттарыОктябрьский ҡалаһында тыуып үҫкән Ләйсән Сабитова бала саҡтан шиғриәткә тартыла. Тәүге шиғырҙарын 10 йәшендә яҙған. Ситтән тороп Өфө сервис һәм иҡтисад институтында белем ала, ойошмала хисапсы булып хеҙмәт юлын башлаған. Бөгөн 24 йәшлек Ләйсән үҙнәшер менән дүрт китап сығарһа ла, ижад емештәрен ваҡытлы матбуғат биттәренә тәүге тапҡыр тәҡдим итеүе.
Йәшлек хистәренән, тәүге һөйөү, тәүге тетрәнеүҙәр­ҙән һуң тыуған шиғырҙар йәш ҡыҙҙың нескә күңелен, ихласлығын һәм ышанысын һүрәтләй. Бөйөк көс тарафынан бирелгән талант киләсәктә үҫер, нығыныр һәм тағы ла көслөрәк, уҡымлыраҡ әҫәрҙәр яҙылыр, тигән өмөт бар. Сөнки Ләйсәндең ижадында хисте тойомлау ныҡ һиҙелә.

Ләйсән САБИТОВА

Минең моңдар һин тип түгелгән…

Һыу буйына икәү төшкән саҡта
Күҙҙәреңә, иркәм, ҡараттың.
Шул миҙгелдән миңә ғашиҡ булып,
Ғүмерлеккә, тиеп яраттың.
Йондоҙҙарға ҡарап хыялланып
Ята инем яңғыҙ төндәрен.
Хәҙер инде бары һинең менән
Мөхәббәтле тыныс көндәрем.
Тиҙҙән, Алла бирһә, бала тыуыр,
Ул әлегә йөрәк аҫтында.
Йылдар үтә бара, тик шулай ҙа
Бар йырҙарым һинең хаҡыңда.
Һәр иртәлә яратылып ҡына
Мин уянам һинең ҡуй(ы)ныңда.
Йоҡлап китәм бары һинең менән,
Һин генәһең минең уйымда.

* * *
Тәҙрәнән көн дә ҡарап киләм,
Күрермен тип ҡабат йөҙөңдө.
Ҡараштар бер әгәр осрашһалар,
Әйтер инем татлы һүҙемде.
Ниңә һуң беҙ әле бергә түгел,
Ваҡытымы әллә етмәгән?
Йәшәү көсөн, өмөт ялҡындарын
Алырға һуң, әйтсе, кемдәрҙән?
Моңһоуланып йөрөр мәлдәремдә
Киләм һинең ҡапҡа янына.
Һөйгән йәрем бында йәшәй, тиеп
Әйтеп ҡуям ҡай саҡ йәнемә.
Таңға ҡәҙәр керпек ҡаҡмайынса,
Һине уйлап ятам төндәрен.
Ҡояш балҡып таңдар атҡанда ла
«Ҡайҙа ул?» – тип һорай гөлдәрем.

* * *
Мең ҡат уйлап, беҙҙең араларҙы
Мин өҙөргә булдым бөгөндән.
Беләм, ауыр булыр һинһеҙ йәшәү,
Йәштәр ағыр күңел түренән.
«Яңғыҙ ҡатын– парһыҙ ҡатын, тиеп,
Һынырһың», – тип йәнде өҙмәле.
Һин үҙең дә, бәлки, йылдар үткәс,
Һағынырһың үткән көндәрҙе.
Һағынғанда наҙлап иркәләргә
Мин бит булмам һинең яныңда.
Осрашыуҙар эҙләп ялбарырһың,
Йоҡо алмаҫ алһыу таңыңда.
Ярай, һау бул! Рәхәт йәшә, йәнем,
Бәхетле бул – минән шул теләк.
Киләсәктә яндарыңда барған
Йәрең булһын һиңә ҙур терәк.

* * *
Ҡулдарыңды һуҙып кил яныма,
Мин бит һине оҙаҡ күрмәнем.
Беләһеңме, башҡа берәүҙе лә
Ғүмеремдә шулай һөймәнем.
Күпме төндө илап үткәрҙем мин,
Күпме йылдар һинһеҙ йәшәнем.
Бары һиңә бәхет, иҫән-һаулыҡ
Ысын күңелемдән теләнем.
Айлы кистә сығып урамдарға
Ҡарай инем оҙаҡ күктәргә.
Оло хисте Хоҙай бүләк итмәй,
Насип итмәй икән күптәргә.

* * *
Нисә йылдар икән күрешмәнек?
Һиҙмәй ҡалдым йылдар үткәнен.
Иҫтәремә төшә ҡайһы саҡта
Иренеңдең татлы үпкәне.
Күңелемә кинәт осоп инеп,
Хистәремде ҡабат уяттың.
Әллә инде шулай ғүмер буйы
Һин дә мине өҙөлөп яраттың?
Төштәремә бик йыш инә инең,
Йә йылмайып ҡына, йә илап.
Күҙ йәштәре менән уянам да,
Йоҡлап китә инем йыр тыңлап.
Күпме серҙәр систем сит-яттарға,
Күпме матур йырҙар йырланым.
Һағыныуға күңел түҙә алмай,
Нисә йылдар үкһеп иланым.
Ярай әле ҡабат осраштыҡ беҙ,
Ошо көндө көттө күңелем.
Һүрелмәне ваҡыт даръяһында
Һиңә булған оло һөйөүем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға